СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Ҡарға бутҡаһы" (кластан тыш сара)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«"Ҡарға бутҡаһы" (кластан тыш сара)»



Ҡарға бутҡаһы” байрамы сценарийы

Ҡатнашалар:

Мәхмүтов Сыңғыҙ

Мәхмүтова Яҙгөл

Әпсәләмова Наҙгөл

Динисламова Алһыу

Сибәғәтова Гүзәл

Чиликина Ангелина

Тойғонова Әлсинә

Әхмәҙиева Алина

Хәбибуллин Рәлиф

Заһиҙуллин Марсель

Мусин Рафаэль

Бикметова Элина

Үтәгәнова Фирүзә

Байрам үткәрелә торған сәхнә байрамса биҙәлгән: тирмә ҡуйылган, тирмә эсе биҙәлгән, сәхнә эшләнгән, самауыр ҡайнатырға кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән,ҡаҙан аҫылған, ағас тора. Байрамға килеүселәргә төҫлө таҫмалар таратыла.

Байрам барышы

Сәхнәгә ике инәй сыға.

1-се инәй (Гөлшат)

Килеп еттек яланға,

Сәләмләйек ер-һыуҙы.

Имен-аман йәшәнек,

Бына тағы йыл уҙҙы.

Сәхнәгә һөлгө,ҡулъяулыҡ, таҫмалар тотоп балалар сыға.

(Сыңғыҙ, ҡулына ҡолға тотоп)

Һөлгө йыям, күрегеҙ.

Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.

Аллы-гөллө һөлгө тағып

Ҡарғатуйға килегеҙ!

(ҡайһы бер балалар ҡолғаға яулыҡ, таҫтамал бәйләй, ҡайһылары инәйгә май, ярма һалынған төйөнсөөк бирә. Инәй уларҙы кәрзингә һалып бара.)







2- се инәй (Венера) ( батмусҡа бал, май һалынған ике сынаяҡты тотоп сыға): Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙыңа бал яғам.( Сыңғыҙға бал ҡаптыра)

1-се инәй: (Гөлшат)

Хәйерле хәбәрең өсөн ауыҙыңа һары май! (май ҡаптыра)

2-се инәй (Венера)

Рәхмәт ,айым ,нурҙарыңа!

Рәхмәт,ҡояш нурҙарыңа!

Рәхмәт,шифа биргән һыуым!

Ҡаныр тағы һыуһыным.

1- се инәй. (Гөлшат)

Бына, һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн тыуҙы.

2-се инәй:.(Венера) Инде һуғыш булмай, имен- аман ғүмер итергә яҙһын!

Бала:- Эйе шул. Быйыл беҙ Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәсәкбеҙ.

Бала: - Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә шул еңеүҙе бүләк иткән ата- бабайҙарыбыҙ ғына юҡ был донъяла.

Бала: -Беҙҙең ауылдаштарыбыҙ (ветерандарҙы һанап китергә) ҡалай ҡыйыу һуғышҡандар. ( Мәхмүтов С. башҡарыуында “Перовский” бейеүе)

Бала:- Беҙгә тыныс тормош бүләк иткәндәр.

Бала:- Шуның өсөн беҙгә тырышып уҡырға ғына кәрәк.

1-се инәй: (Гөлшат) Бик дөрөҫ. Әйҙә, балалар, уйнап, күңел аса торһондар, ә беҙ бутҡа бешерәйек.

Сәхнәгә ҡурай моңона ҡарға костюмдарында 2 бала сыға. (Яҙгөл һәм Наҙгөл)
Бергә:Ҡарр-ҡарр-ҡарр!

Ҡарға туйға барр-барр!

Ҡарғатуйға бармағандың

Күңеле булыр тарр-тарр!

Ҡарға туйға барр-барр!

Ҡарғалар сәхнә артына инеп китәләр һәм сәхнәгә ҡояшты символлаштырып таҫмалар тототҡан Яҙ образындағы ҡыҙҙы алып сығалар.

Яҙ: (Алһыу)

Һаумы ҡояш, һаумы яҡты көн!

Һаумы урман, ҡамышлы күл!

Һаумыһығыҙ болан-туғайҙар!

Аҫыл ҡанат, һабантурғайҙар!





Ҡарғалар хәрәкәттәр яһап осалар.

1-се ҡарға: (Яҙгөл)

Асылды аҡ ҡалын юрған.

Иҫә яҙғы елдәр ҙә

Беҙ ҡайтабыҙ, һағындырған

Тыуған- үҫкән ерҙәргә.

2-се ҡарға: (Наҙгөл)

Көндәрҙе юлда үткәреп,

Ҡыуанышып һеҙгә остоҡ

Ҡанаттарға күтәреп

Һеҙгә яҙ алып ҡайттыҡ.

Ҡар-ҡар-ҡар (осоп китәләр)

Сыңғыҙ: - Әйҙәгеҙ , бутҡа бешкәнсе , уйнап, бейеп алайыҡ!

Гүзәл: -Нимә уйнайбыҙ һуң?

Бала: “Йәшерәм яулыҡты!”

Бөтәһе лә:- Әйҙәгеҙ! Әйҙәгеҙ!

Бала : (?) - Кем башлай?

Алһыу: - Мин!

Йәшерәм, йәшерәм яулығымды
Йәшел ҡайын артына,
Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.

(башҡортса һәйбәт белгән балаларҙан әйттерергә)

  • Ҡарағыҙ әле, ҡыҙҙар, малайҙар, Фирүзәкәй һыуҙан ҡайтып килә. Әйҙә, бейетәйек үҙен.

  • Бөтәһе лә:

  • Әйҙә! Әйҙә!

Асадуллаева Самира (Үтәгәнова Фирүзә)  башҡарыуында “ Һыу буйында” бейеүе.

Сыңғыҙ( Венера)

- Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме, шундай бер йола бар, ул “ Һыу һибешеү” тип атала. Бала- саға, йәштәр, ҡарт- ҡоро урамға сығып, ямғыр апайға теләктәр әйтеп, һыу һибешкәндәр. Был йола ямғыр ваҡытында яуһын, уңыш мул булһын өсөн эшләнгән. Әйҙәгеҙ, һеҙҙә һыу һибешеп алығыҙ әле!

Балалар һыу һибешәләр.(һамаҡлайҙар).

Яу,яу ямғырым!

Яу,яу, ямғырым!





Иртәнсәк тә, кис ҡырын

Илгә ҡытлыҡ килмәһен!

Игендәрҙе үҫтерһен!

Ямғыр яу, яу!

Беҙ булайыҡ һау, һау!

Гөлшат: Ярар, балалар, һыу һибешеп туйғанһығыҙҙыр инде. Мин һеҙгә бер нимә һөйләйем. Беҙ бәләкәй саҡта, теләк теләп, ағастарға таҫма бәйләй торғайныҡ. Был йыл уңышлы килһен өсөн, донъялар тыныс булһын өсөн эшләнә. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә таҫма элегеҙ әле.

( “Аҡ ҡайын” йырын йырлап, таҫмалар эләләр)

Алып барыусы: (может фонограмма)

Сылтырашып торһондар !

Елберләшеп торһондар !

Беҙҙе иҫләп торһондар !

Ҡотто һаҡлап торһондар !

Яман күҙҙән һаҡлаһындар!

Татыулыҡты - маҡтаһындар !

Ғәҙеллекте – яҡлаһындар !

Именлекте - теләһендәр!

Сыңғыҙ: Әйҙәгеҙ, малайҙар- ҡыҙҙар, тағы уйнап алайыҡ!

Майҙансыҡтарҙа милли уйындар үткәрелә: “Аҡ тирәк-күк тирәк», тоҡ менән йүгереү, йомортҡаны ҡалаҡҡа һалып йүгереү.

Сәхнәгә 1-се инәй һәм балалар сыға.

Венера: Балалар, һеҙ бында уйнағансы бутҡа ла бешеп сыҡты. 

Бала: Тәмле микән бутҡаһы,

Ауыҙ итәйек әле.

Матур яҙҙы ҡаршылап

Байрам итәйек әле! ( балалар теҙелешеп ултыралар, инәйҙәр уларға бутҡа таратып бирә. Тамаша залында ултырыусыларға ла бутҡа таратыла.)

Ашайҙар.

Гөлшат:- Малайҙар , ҡыҙҙар! Кемдә бутка артып ҡалды? Ҡарғаларға ҡалдырайыҡ. Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар. Илгә именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр.

Венера:

Бутҡа ҡарға аҙығы,

Бутҡа ҡарға аҙығы,



Шул бутҡаны хурлаһаң,

Башыңа төшөр яҙығы.

Ал ризыҡты, ал.

Аша ҡарғам, аша.

Ағас төбөндәге һауытҡа ҡалған бутҡаларҙы һалып сығалар.

Гөлшат: Эй, тәбиғәт, барса йән эйәләре,

Һәммәгеҙҙән һорайым:

Яуындар яуһын,яуһын,

Аллам рәхмәтен һалһын,

Икенсе йылға ошо ерҙә

Йыйылайыҡ тағы бергә.



Венера: Ҡарға туйы булды тамам,

Инде килде ҡайтыр саҡ

Имен торһон донъялар,

Күрешербеҙ яҙ һайын,

Хушығыҙ,хушығыҙ!

Балалар бөтәһе бергә:

  • Хушығыҙ! – тип ҡул болғайҙар.


Йәшерәм, йәшерәм яулығымды
Йәшел ҡайын артына,
Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.


Йәшерәм, йәшерәм яулығымды
Йәшел ҡайын артына,
Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.


Йәшерәм, йәшерәм яулығымды
Йәшел ҡайын артына,


Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.


Йәшерәм, йәшерәм яулығымды
Йәшел ҡайын артына,
Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.