СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Хәрефтәр иленә сәйәхәт

Нажмите, чтобы узнать подробности

Был сценарийҙы һәм презентацияны Әлифба байрамында ҡулландым. Миңә оҡшаны. Үҙегеҙ теләгәнсә үҙгәртһәгеҙ ҙә була.

Просмотр содержимого документа
«Хәрефтәр иленә сәйәхәт»

“Хәрефтәр” иленә сәйәхәт

Әлифба байрамы сценарийы

Уҡытыусы:

- Кәҙерле балалар! Ата-әсәләр! Бына беҙ без хәрефтәр менән танышыуҙы ла тамамланыҡ. Бөгөн беҙ һезҙең менән “Хәрефстан” тигән илгә сәйәхәткә сығарбыз. Унда һеҙгә инде таныш булған 42 бер тыуған хәреф йәшәй. Улар барыһы ла бик эшсән, матур, акыллы. Китап биттәренән балаларға ла, ололарға ла иң зур байлыҡты– акыл, күңел байлығын өләшәләр. Ләкин ул байлыҡҡа эйә булыу өсөн бик тырыш, хеҙмәт һөйөүсән булырға кәрәк.

Йыр “Өйрәтәләр мәктәптәрҙә”

Әлифба башлана

һуҙып “А” ижеген.

А –ана, а – ауыл,

А – Ватан, Башҡортостаным.



  • Алдымда Әлифба,

Кәләмем ҡулымда.

Акыллы дуҫ улар

Тормошом юлымда.



  • Беҙ көлдөк тә, иланыҡ та,

Шатландык һәм көйөндөк.

Хәреф арты хәреф белдек,

Һүҙҙәр төзөнөк ,ҡыуандыҡ.



  • Кунаҡҡа барабыҙ бөгөн

“Хәрефтәр” иленә.

Юлда ауырлыҡтар булһа,

Тырыш, уйлан, йыбанма..

Укытыусы:-Беҙ поездға ултыраһы станцияның исеме әлегә билгеле түгел. Уны белмәйсә беҙ ҡуҙғалып китә алмайбыз. Ләкин борсолмағыҙ, йомаҡтың яуабын әйтһәгеҙ, шул станцияның исеме булыр.

Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел,

Ҡырҡ ике теп- теүәл.

Тәртип менән теҙегеҙ,

Рәттән әйтеп бирегеҙ,

Уны белә һәр бала.

Был теҙмә нисек атала? (Алфавит)

Уҡыусылар алфавитты сылбыр буйынса әйтәләр. Шунан һуң станция исеме асыла. А Л Ф А В И Т

Укытусы:

Станцияла беҙҙе поезд көтә. Вагонга кереп ултырыу өсөн билеттарыбыҙ ҙа бар. Ә улар ысын булһын өсөн хәрефтәрҙән һүҙ төҙөргә кәрәк.

Һәр билетка хәрефтәр яҙылған: кәмпәт (мәктәп), фәтдрә (дәфтәр), тпаик (китап) . Укусылар билет алалар. Кем һүҙҙе белеп уҡып күрһәтә шул урынына инеп

ултыра. Ултырғыстар “поезд” итеп теҙелгән.

Укытыусы:

Бына хәҙер юлға ҡуҙғала алабыз.

“Зәңгәр вагон” йырын йырлап баралар. Һәр станцияға бер куплет тура килә.

I тукталыш “Шиғриәт” станцияһы.

1.Уҡыусылар Әлифбанан ятлаған шиғырҙарын һөйләйҙәр.

2. Ата-әсәләр өсөн: укытыусы уҡыған шиғыр йәки тексты әлифбаның ҡайһы битендә булыуын әйтәләр.

II тукталыш “Тапҡырҙар” станцияһы

1. Йомаҡтар әйтешеү (3-4 кл.уҡыусылары әҙерләй)

2. Әлифбанан белгән йомаҡтарҙы 1 кл.уҡыусылары әйтә.

3. Ата-әсәләр өсөн йомаҡтар.

4. Кроссворд тултырыу.

III тукталыш “Йырҙар”

“Көйҙә таны “ уйыны.

Уйындан сығып барыусы һәр кеше караокеға ҡушылып бер йыр башҡара. Ахырҙа хор менән “Хәрефле шаҡмактар” йырын башҡаралар.

IV тукталыш “ Әкиәттәр иле”.Уҡыусылар әкиәт һөйләйҙәр.

Укытыусы:

Балалар! Иғтибар! Иғтибар! Алдыбыҙҙа “Хәрефтәр иле” . Бында беҙҙең Әлифбабыз һәм яратып уҡыған башҡа китаптарыбыҙ йәшәй.

Балаларҙың ҡаршыларына “Әлифба” килеп сыға.

Әлифба:

-* балалар! “Хәрефтәр” иленә рәхим итегез! Был илдә мин һезгә өйрәткән бик шук, бик шаян хәрефтәр йәшәй. Әгәр улар һеҙҙең гүмерлек юлдашығыҙ булһын тиһәгез, минең бер эшемде үтәгез. Бына был хәрефтәр алфавиттан һикереп төшкәндәр һәм аҙашҡандар. Һез уларға ярҙам итегеҙ.Һүҙҙәр төҙөп, бер-береһен табырға ярҙам итегез



С А Я У

О Ш Н Ҡ


Уҡыусылар һүҙҙәр төҙөйҙәр. Һүҙҙәрен уҡып күрһәткәс “Әлифба” йырын башҡаралар.

Әлифба:

-Рәхмәт, һынатманығыҙ! Дуҫтарым, миңә һеҙҙең менән һаубуллашырға ваҡыт етте. Үҙемдең урынға тағын да аҡыллыраҡ китапты – Туған телде ҡалдырам. Хушығыҙ, дуҫтарым! Туған тел менән дуҫ булығыҙ, яҡшы уҡығыҙ, татыу йәшәгеҙ.

Туган тел:

  • Һаумыһығыҙ, хуш киләһегез, ҡәҙерлеләрем! Минең янға килеп етеүегеҙ менән ҡотлайым һеҙҙе. Мин һеҙгә яңы китаптар алып килдем, уларҙы бик яратып уҡығыҙ, һаҡлап тотоғоҙ. (“Туған тел” китаптарын өләшә)

Уҡыусылар:

  • Иҫәнме, китап!

Төшөп баҫманан,

Һин әле бер ҙә

Битен асмаған.



Тышлығың матур,

Ала күҙ яуын.

Ҡайҙан тапҡандар

Шундай буяуын?

Туған тел:

Һай, ҡыуандырҙығыҙ! Туған телебезҙә бигерәк матур һөйләшәһегез икән. Мин һеҙҙе башҡорт теленең матурлығын, байлығын, зирәклеген тағын да тәрәнерәк күрһәтермен, шиғыр, хикәйәләр уҡытырмын.

Укытыусы:

Кәҙерле туған телебез, балалар һиңә шиғыр уҡып күрһәтергә, йырҙар бүләк итергә теләйҙәр.

Уҡыусылар:

йыр “Туған тел” Р.Ғарипов

“Азбука” китабы инә.

Азбука:

  • Здравствуйте, дети! Скажите, какой у вас сегодня праздник?

  • Дети:

Праздник букваря!

Азбука:-А что вы делаете на уроке?

Ученик:

На уроке я сижу,

Я читаю и пишу.

Я считаю: раз и два,

Я пою, учу слова.

Азбука:(задаёт вопросы,дети отвечают)

-Ребята, скажите, а где растут овощи?

-Какие овощи растут на вашем огороде?

-А что растёт в лесу?

-А где вы живёте?

-Теперь я буду показывать вам картинки, а вы напишите слова на доске. (Каждый ученик пишет одно слово)

- Молодцы, дети! Вы очень красиво умеете говорить и писать! До свидания.

Йомғаҡлау. Уҡыусылар Әлифбаға һәм Азбукага рәхмәт әйтеп йыр башҡаралар.



кәмпәт фәтдрә тпаик

филәба камус мәлҡә.








Әлифбанан икенсе өйрәнгән хәрефегез ниндәй?

Иң аҙаҡтан ниндәй хәреф өйрәндегеҙ?

Ниндәй хәрефтәр ижек яһамай?

Ниндәй хәрефтең баш хәрефе юк?

Ағас түгел-япраҡлы,

Тун түгел-тегелгән.(Китап)

Мәктәптә һәр көн нимәнән башлана? (звонок)

Иң көтәп алған ваҡыт мәктәптә? (тәнәфес)

Сумка тотып керәһең. Белем тойоп сығаһың. (мәктәп)

Мәҡәлдәр: мин беренсе өлөшөн әйтәм , һез ҡалғанын.

1)Минем илем – урманлы ил.

Тыуған илем – тыуған бишегем.

Дандың төбө- хөрмәт,

Хөрмәттең төбө- хеҙмәт.

Китап – белем шишмәһе


5