СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

“ Халыҡтың үлемһеҙлеге-уның телендә”

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«“ Халыҡтың үлемһеҙлеге-уның телендә”»

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы

хәкимиәтенең мәғариф бүлеге

Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе







Республика буйынса Башҡортостан Республикаһы Көнөнә бағышланған “ Республикамды йырлайым” исемле иншалар бәйгеһе.







Темаһы:

Халыҡтың үлемһеҙлеге-уның телендә”

( Халыҡ -ара төп халыҡ телдәре йылына арналған)











Башҡарҙы: 8 класс уҡыусыһы Камалова Алеся,

Етәксеһе: Нурыева Л.Б









2019 йыл



Республиканский конкурс сочинений “ Пою мою республику”, посвященном Дню Республики Башкортостан

















Тема:

Бессмертие народа – в его языке” ( посвящено Международному году языков коренных народов)











Выполнила: обучающаяся 8 класса Камалова Алеся

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Старокайпаново

МР Татышлинский район Республики Башкортостан







Учитель: Нуриева Лиза Борисовна





2019 год

Һүҙҙең әһәмиәте, телдең көсө бар ти өләсәйем. Һүҙегеҙҙе уйлап әйтең, телегеҙҙе белеп тороң, тип яйы сыҡҡан һайын ҡабатлай. Нисек инде белеп тораһың? Беләм, әлбиттә, тип уйлап ҡуям. Ололар шулай аҡыл өйрәтергә яраталар ул. Аңламаҫһың ҡай саҡ үҙҙәрен...

Өләсәйем һүҙҙәрендә хаҡлыҡ ята бит. Ул үҙ балаларын тәрбиәләп үҫтергән, кеше иткән, донъя көткән кеше. Кешелек донъяһында тәжрибә туплап, аҡыл күҙлегенән сығып хәл итә. Һәр ата-әсәй, олатай-өләсәй балаларына тик изгелек ҡыла һәм бәхет теләй. Һүҙҙең әһәмиәте тигәндән, “ яҡшы һүҙ –йән аҙығы, яман һүҙ йән -ҡаҙығы” ти өләсәй. Насар , йәмһеҙ, бысраҡ һүҙҙәр һөйләмәгеҙ, Яҡшы янына яҡшылыҡ, насар янына насарлыҡ йыйыла.. Кешеләр менән бер-береңде аңлашып, татыу йәшәргә кәрәк. Аралашыу өсөн беҙҙең телебеҙ бар. Хәҙерге заманда бигерәк иркен, күп тел өйрәнеү мөмкинселектәре бар. Мәктәптәрҙә инглиз, немец, ҡытай телдәре өйрәнелә. Туған тел һәм әҙәбиәтен уҡыу өсөн дә дәрестәр бүленә. Мәктәптәрҙә күп төрлө милләт балалары уҡығанға, туған телдәр ҙә бер нисә төрлө була. Туған башҡорт теле, туған татар теле, туған рус, мари, удмурт телдәре. Хатта былар араһынан һайлап алып уҡып та була. Шуныһын ғына аңламайым, туған телде һайлап алып буламы ни?! Минеңсә, ул бит тыуғанда уҡ һинең менән тыуа, һинең менән йәшәй. Бына мин башҡорт, атайым да , әсәйем дә башҡорт. Туған телем дә минең башҡорт. Мин донъяға тыуғас атайым менән әсәйем шатланғандар, өләсәйҙәр ҡыуанғандар. Миңә яратыу , иркәләү һүҙҙәре әйтеп һоҡланғандар. Мин ул ваҡытта бер ни ишетмәй, күрмәй, өндәшә алмай ятһам да, уларҙың мөхәббәтен күңелем менән тойоп ятҡанмын. Тәү башлап ҡолаҡтарым башҡорт ауаҙын шунда ишеткән. Бишек йыры, әкиәттәр, һөйләшеүҙәр, шелтәләр барыһын да туған телдә татыным. Бәләкәсем, ҡошсоғом, матурым, һылыуым, алтыным, бәпсегем....ни тиклем йылы, ни тиклем матур яңғырай минең телем. Телем шундай татлы минең, башҡа телдәрҙән һис тә кәм түгел. Һәр кемгә лә үҙ теле шулай ҡәҙерлелер тип уйлайым. Башҡа телдәр миңә дуҫ була ала. Тик тормош ул бик ҡатмарлы нимә, өләсәйем әйткәндәй, уның кире яҡтары ла тыуып ҡына тора. Әлеге замандың кирелеген кешеләр үҙҙәре тыуҙыра. Күп балалар үҙ туған телен белеүҙе, өйрәнеүҙе кәрәк тип һанамай, мәғәнәһенә төшөнмәй. Әлбиттә уларҙың аңлап етмәүендә ата -әсәләрҙең роле ҙур. Былар бөтәһе лә ғаиләнән килә. Быны мин үҙ ғаиләмдән сығып әйтәләм. Ғаиләлә иң ҙур тормош уҡытыусыһы минең өләсәйем. Матур һөйләргә лә, аңлатырға ла, бәйләнергә лә, тәмле аштар бешерергә лә белә, тағы бик күп нимәләр белә. Бер көн ул миңә Иҙел Хәлимовтың шиғырын уҡыным, һиндә уҡып ҡара әле тип китап һуҙҙы. Шиғыр “Төнгө моң ” тип атала. Унда ошондай юлдар бар:

Күпме бала тыуған ҡалаһында,

Мәктәбендә, тыуған илендә,

Моңло итеп йырҙар йырлау түгел,

Һөйләшә алмай тыуған телендә-

Ата-әсәһенең өйөндә!

Күҙҙәрем менән бер әсәйемә, берсә өләсәйгә баҡтым. Был беҙҙең ғаиләгә ҡағылған бәлә булмаһа ла, халҡыбыҙға яныған бәлә ул, тинеләр. Тирә-яҡҡа иғтибар итһәк, ысынлап та, шулай икән шул. Беҙҙең киләсәк, халыҡтың киләсәге, һеҙҙең ҡулда, йәш быуын ҡулына ҡала. Әгәр балаларыбыҙ туған телен белмәһә, юғалтһа, халҡыбыҙ ҙа юғала, илебеҙ ҙә тарала тип аңлаттылар. Шуны аңла балам “ Халыҡтың үлемһеҙлеге –телендә. Иң ҙур байлығын-телен биргән халҡыбыҙ алдында һәр беребеҙҙең бурысы бар”. Был һүҙҙәрҙең әһәмиәтен һәр халыҡ, һәр кеше дөрөҫ аңлап йәшәһен тигән уй йүгерҙе күңелдән.










Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!