Тыуған ерем – Башҡортостан.
Башкортостан – мой край родной.
(2-се класс өсөн әҙәби-музыкаль кисә сценарийы);
Төҙөнө : Юсупова Сара Морат ҡыҙы.
Цели:
воспитание в детях любви к Родине, уважения к ее героям и чувства гордости за них;
развитие творческих способностей;
развитие любознательности, познавательного интереса к истории, литературе и культуре башкирского народа.
Оборудование: фонограммы мелодий Гимна РБ, курая, башкирской плясовой, карта Республики Башкортостан, плакаты с изображением флага, герба Республики Башкортостан, образцы национальных костюмов.
Ход мероприятия
Гимн яңғырай.
-Һаумыһығыҙ, уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Класс сәғәтен башлайбыҙ.Әле ниндәй музыка тыңланығыҙ?Ҡасан тыңлайҙар гимнды?Ҡайҙа ишеткәнегеҙ бар?(балаларҙың яуаптары)
-Класс сәғәтенең темаһын асыҡлайыҡ.Нимә тураһында һүҙ барыр?Эйе Башҡортостан тураһында һөйләшербеҙ.
-Бөгөн беҙҙә оло байрам – Башҡортостаныбыҙҙың тыуған көнө. Барығыҙҙы ла ошо милли байрамыбыҙ менән ҡотлайбыҙ! -
Күп милләтле Башҡортостан дәүләте быйыл республика булып ойошторолоуының 100 йыллығын билдәләй.(слайд)
Был ваҡиғаның башы илебеҙҙәге Граждандар һуғышының киҫкен мәлдәренә тап килә.
1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында Ҡыҙыл армия яғына күскән башҡорт полктары вәкилдәре съезында Башҡортостан Ваҡытлы хөкүмәте – Хәрби- революцион комитет төҙөлә.
Хөкүмәт составына Әхмәтзәки Вәлидов, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Муллайән Халиҡов, Юныс Бикбов, Абдулла Әҙһәмов һәм башҡа күренекле шәхестәр ағза итеп һайлана.
1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Үҙәк совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡортостан Совет Автономияһы хаҡында килешеү төҙөлә. Ошонан башлана Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының тарихи йылъяҙмаһы.
. Ошо 100 йыл эсендә Башҡортостан алдынғы ауыл хужалығы һәм промышленность төбәгенә әйләнә. Колхоз, совхоздар менән бер рәттән завод-фабрикалар ил һәм халыҡ өсөн кәрәкле тауарҙар етештереүҙә ҙур уңыштар яулай. Металлургия, машина эшләү, нефть табыу һәм нефть химияһы өлкәһендә Башҡорт АССР- ы СССР-ҙа алдынғы республикаларҙың береһенә әүерелә.
БАССР –ҙа төҙөлөштәр гөрләп бара, мәҙәниәт, сәнғәт үҫешә. Республиканың ауыл – ҡалаларында театрҙар, мәҙәниәт һарайҙары ишектәрен аса, гәзит- . Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла республикабыҙ халҡы һынатмай. Фронтты ҡорал, аҙыҡ-түлек, кейем –һалым менән тәьмин итеүгә патриотик рухлы, еңеүгә ышанған Башҡортостан халҡы ҙур өлөш керетә.
. Республикабыҙҙа 112-се, 113-сө кавалерия дивизиялары ойошторолоу ғына ла үҙе бер ҡаҙаныш. Башҡортостандан һуғышҡа киткән 261 кешенең Советтар Союзы Геройы исемен алыуы ла беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.
Һуғыштан һуңғы осорҙа Башҡортостан артабан үҫеш кисерә. Халыҡтың көнкүреше яҡшыра, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, телевидение тапшырыуҙары зәңгәр экрандарға сыға.
Йыл һайын Башҡортостан илгә 3 миллион тонна иген тапшыра. Ил күләмендәге ҡаҙаныштары өсөн республикабыҙ ике Ленин ордены, Октябрь революцияһы һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнә.
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Үҙаллылыҡ тураһында декларация иғлан итеп, яңы осорға башланғыс һалына. Тәүге Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендә Башҡортостанда милли рух, милли үҙаң, халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге сәскә ата.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайҙары, халыҡ- ара Аксаков байрамдары, милли театрҙарҙың халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивалдәре уҙғарыла. Шәжәрә байрамдары йолаға әүерелә.
. Бөгөн Башҡортостандың ауыл- ҡалалары заманға ярашлы төҙөкләндерелә, биҙәлә. Кешеләрҙең тормош һәм йәшәү шарттары яҡшырғандан -яҡшыра.
. Башҡортостан сит илдәр менән дә тотороҡло һәм эшлекле хеҙмәттәшлек алып бара. Республикабыҙҙың даны булған ҡорт балы, вертолеттары, авиация двигателдәре сит илдәрҙә ҙур һорау менән файҙаланыла.
. Башҡортостан үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын имен, тыныс шарттарҙа йөҙҙән артыҡ милләт халҡының үҙ-ара дуҫлығы һәм татыулығы рухында ҡаршылай.
Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Уның иң ҡәҙерле тәбиғәт байлыҡтарының береһе — урман. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Урмандарҙа үҫемлектәрҙең һирәк осрай торғандары ла һаҡланған. Ура-урау юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы, тынғыһыҙ Ағиҙелебеҙ киңлектәргә ашыға.
Һеҙҙең иғтибарға “Телдән журнал” тәҡдим итәм.Журналыбыҙҙың беренсе бите”Географик бит”тип атала.(слайд)
Башҡортостан – иркен ил. Майҙаны 143 мең 600 квадрат километр тәшкил итә. Илебеҙҙең сиктәре Пермь, Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Татарстан республикалары ерҙәре менән тоташа. Башҡортостандың халҡы 4 миллиондан артыҡ. 100-ләп милләт татыу һәм дуҫ йәшәй.
Зөлхиҙә һөйләй “йылғалар тураһында.(слайдтар)
По территории Башкортостана насчитывается около 13 тысяч рек общей протяженностью свыше 57 тысяч километров. Самыми крупными среди них считаются: Белая, Уфимка, Нугуш, Сим, Юрюзань, Ай и.т.д.
Есть много подземных и минеральных вод, озер.
В Башкортостане известно около 20 водопадов. Из ни наиболее значительные Атыш – 4,5 м, Кук – Караук, Ибрагимовский. Ассинский 6 м, Шарлама – 12 м, в 4 км от о.Асслыкуль (самое крупоное озеро РБ)
В нашей республике есть крупные города: Уфа, Стерлитамак, Благовещенск, Бирск, Туймазы, Октябрьск.
Журналыбыҙҙың икенсе бите журнала “Дәүләт символдары”.(слайд)
Башҡортостан республикаһының үҙ гербы, үҙ гимны, флагы бар. Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагы авторҙары – Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина. Ул 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителде.
Дәүләт гербы 1993 йылдың 12 октябрендә раҫланған. Дәүләт гербының авторы – рәссам Фазлетдин Ислахов.Герб милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендәге Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Һәйкәлде сығып килгән ҡояш нурҙары балҡыта. Һәйкәлдең аҫтында — ҡурай сәскәһе, флаг төҫтәренә буялған таҫма, уның аҡ төҫлөһөнә «Башҡортостан» тип яҙылған.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимны 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителгән. Көйөн Фәрит Иҙрисов яҙған. Гимндың тексы 2008 йылдың 18 сентябрендә ҡулланыуға индерелгән. Һүҙҙәренең авторҙары Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр.
-Ниндәй ҡала Башҡортостандың баш ҡалаһы?
Айшат һөйләй; Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Уға 1574 йылда нигеҙ һалына. Ул тау башында ултыра. Өфө – ҙур һәм матур ҡала. Ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөн тоташтырған Октябрь проспекты үҙе генә 10 километрҙан ашыу һу-ҙылған. Унда һәйкәлдәр, парктар, кинотеатрҙар, уҡыу йорттары, музейҙар бар
-Кем хөкүмәт башлығы? Радий Хәбиров.
Журналдың 3 бите “Патриотик “бит тип атала.
Фидан.С.Юлаев. “Егеткә” шиғыры (уҡыусы һөйләй).Слайд.
-Нимә беләһегеҙ милли батырыбыҙ тураһында.
Был шиғырҙа тыуған илгә булған иҫ киткес һөйөү сағыла. Ошондай юлдарҙы үҙ ерен ысын күңелдән яратҡан кеше генә ижад итә алалыр. Башҡорт иле хаҡында һүҙ алып барғанда, республиканың милли геройы – Салауат Юлаев хаҡында әйтмәй мөмкин түгел. Әле Фидан һөйләп ишеттергән шиғырҙы милли батырыбыҙ ижад иткән.
Уҡытыусы.: Туғандаш республиканың әҙиптәре Башҡортостанды “Мостай иле” тип йөрөтәләр. Ошо йылда беҙҙең республикабыҙҙың арҙаҡлы улы, халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы М.Кәрим оло юбилейын, 100 йәшен билдәләгән булыр ине. Мостай Кәрим ижади тормошонда тыуған Башҡортостанына, тыуған еренә данлап бик күп шиғырҙар яҙа.
Зөлхиҙә шиғыр һөйләй;
Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына, - Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына. Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың Бер япрағы ни бары. Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй - Шундай йәшел юғары.
4-се бит “Музыкаль сәләм”
Укытыусы; Башҡортостан балы менән бер рәттән, шифалы ҡымыҙы менән дә элек-электән дан тотҡан. Кымыҙ батырҙар эсемлеге булһа, ә балы алыш-тырғыһыҙ дауалау ысулы булып тора.
Ниндәй музыкаль инструмент беләһегеҙ? Элек - электән башҡорт ҡайғыһын да, һағышын да ҡурай менән баҫҡан. Ул уның йыуанысы булған. Шатлыҡ-ҡыуа-нысын да ҡурай ярҙамында уртаҡлашҡан.
Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы, Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын; Һыҙҙырт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы, Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын…
-Һеҙҙең иғтибарға музыкаль сәләм.Аманов Илшат ағайығыҙ башҡарыуында көйҙәр.
Уҡытыусы; Үҙен хөрмәт иткән, мәҙәниәтле тип һанаған кеше үҙенең тыуған иленең, еренең тарихын һәм әлбиттә уның шәхестәрен белергә тейеш. Тормош үҙенең тәбиғи закондары менән алға бара. Башҡортостан үҙаллы булыуын, халыҡ-тарҙың бәхетле, ирекле бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ, көсөбөҙ менән генә тәь-мин итә алабыҙ. Рухыбыҙ, телебеҙ, һәм милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр өсөн беҙ янмаһаҡ, бүтән бер кем дә янмаҫ. Ер йөҙөндә башҡорттоң бөйөк рухы, көс-ҡеүәте, нәҫел ырыуы мәңге йәшәһен!Беҙҙең ауылдаштар араһында хөрмәткә лайыҡ кемдәрҙе атарһығыҙ?Улар тураһында 1-2 һүҙ әйтеп китегеҙ.(яуаптар)
-Бөйөк Башҡортостан тураһында һөйләп бөтөрөк түгел.Был теманы беҙ башҡа дәрестәрҙә лә өйрәнербеҙ.Мәҡәлдәрҙе уҡыу,аңлатыу.
-Хәҙер белемдәрҙе тикшереп үтәйек.Парҙар менән эш.
-Дәресебеҙҙең аҙағында Башҡортостан һәм баш ҡалабыҙ Өфө тураһында синквейн төҙөйбөҙ.Төркөмдәрҙә эшләү.Яуаптарҙы таҡтаға теркәү.
-Рефлексия.
-Нимә белдегеҙ дәрестә?Нимә оҡшаны?Нисә йыллыҡ юбилейын билдәләй Башҡортостан? Бөгөн беҙ ғәзиз Тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, киң күңелле халҡы, яғымлы, моңло теле, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы, байлығы тураһында дан йырланыҡ. Башҡортостандың иң ҙур байлығы – уның халҡы. Киләсәктә лә ошо күркәм илдең ҡәҙерен белеп, татыу-лыҡта, дуҫлыҡта йәшәйек.
-Йыр “Ватаным” (уҡыусылар башҡарыуында).
-