Тема: «Әсәй – иң яҡын кеше».
« Это вечное слово — мама».
Маҡсат: “Әсә көнө” байрамына иғтибар биреү; оло йәшкә етеп балалары ҡарауынан ҡалған әсәләр проблемаһы тураһында һөйләшеү; донъялағы иң яҡын кеше – әсәйҙәргә йылы ҡараш тойғоһо тәрбиәләү.
Эпиграф: “Әсәй” һүҙе йәшәү көсө бирә,
“Әсәй” һүҙе – үҙе бер доға. ( Р. Низамова).
Тәрбиәсе. Уҡыусылар, белеүегеҙсә, ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә беҙ һеҙҙең менән “Әсә көнө” байрамын билдәләйбеҙ. Был көндө донъялағы иң яҡын кеше – әсәйҙәрҙе тәбрикләйбеҙ.
Рәсәй Дәүләт Думаһының ҡатын-ҡыҙҙар эштәре буйынса комитеты илебеҙҙә Әсә көнөн билдәләү инициативаһы менән сығыш яһай. 1998 йылдың 30 ғинуарында Рәсәй Президенты Б.Н. Ельциндың “Әсә көнө” тураһында 120-се Указына ярашлы ноябрҙең һуңғы йәкшәмбе көнө был байрам билдәләнә башлай.
8 март ҡатын-ҡыҙҙар байрамы бар бит, тиеүселәр ҙә юҡ түгел. Был көндө бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләйбеҙ. Ә “Әсә көнө” – әсә тигән бөйөк исемгә лайыҡ булған, күмәк бала тәрбиәләгән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ихтирам һәм иғтибар көнө.
Һәр бала өсөн әсәй иң яҡын һәм ҡәҙерле кеше. Әсәйҙәргә арнап бик күп йырҙар, шиғырҙар ижад ителгән. Был көндә күңел түрендәге барлыҡ йылы изге һүҙҙәребеҙҙе яҡын кешебеҙгә еткерәбеҙ.
Әсәйҙәргә арналған ниндәй ҡанатлы һүҙҙәр, афоризмдар, әйтемдәр беләһегеҙ, иҫкә төшөрәйек.
1. Әсәһен хөрмәтләгән туған халҡын, әсә телен,тарихын да хөрмәтләр.
2. Әсә хаҡынан да изге нәмә юҡ.
3. Әсә наҙы йәнгә һары май.
4. Ожмах – әсәләрҙең аяҡ аҫтында.
5. Атайһыҙ ҡалған-ярты йәтим, әсәйһеҙ ҡалған – тома йәтим.
6. Нет ничего светлее и бескорыстнее матери.
7. Сердце матери — это бездна, в глубине которой всегда найдется прощение.
8. Мы будем вечно прославлять ту женщину чье имя-мать.
9. Мать кормит детей как земля людей.
10. Мама- нет дороже слова, мама- это целый мир.
Тәрбиәсе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең арала үҙе ғүмер бүләк итеп, ҡарап үҫтергән балалары була тороп та, ни сәбәптәндер, ҡартлыҡ көнөндә яңғыҙ ҡалған әсәйҙәр ҙә юҡ түгел.
Уҡыусыларға алдан Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Аҡсаһы ғына кәрәк” хикәйәһе уҡырға бирелә. Бер уҡыусы уның эстәлеге менән таныштыра.
Был хикәйәлә үҙ балалары булыуға ҡарамаҫтан, олоғайған көндәрендә бер үк аяныслы яҙмыш көткән ике әсә тураһында һүҙ бара. Беренсеһе 80-85 йәштәр тирәһендәге Зинаида Семеновна. Ул ҡыҙы Валя фатирына инергә теләп, гел шул йорт тирәһендә йөрөй. Әммә уны унда индермәйҙәр. Автор уның менән танышып һөйләшеп китә. Баҡһаң, уның өс бүлмәле фатирын үҙ исеменә күсертеп, ҡыҙы ғаиләһе менән әбейҙе урамға ҡыуып сығара. Ул яҡшы кешеләр ярҙамы менән дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә көн күрә. Етмәһә, ҡыҙы әсәһенең пенсияһын үҙ исеменә күсертеп ала. Әбей, хәйер һорашып, көн күрергә мәжбүр була. Хикәйәләүсе уның пенсияһын кире үҙ исеменә күсереүҙә ярҙам итә. Хәҙер балам аҡсаһыҙ ни эшләр инде, тип ҡайғыра. Ә бит кейәүе яҡшы эш хаҡы алып эшләй.
Хикәйәләге икенсе герой – Мәҙинә әбей. Ул бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерә. Әммә ҡартлыҡ көнөндә яңғыҙы ҡала. Улы ҡатыны менән бергә эсә, әсәһенән көн дә аҡса таптыра. Мәҙинә әбей быға түҙемлеге ҡалмай, сығып китергә мәжбүр була. Ә ҡыҙы әсәһен яратмай, сөнки ул фатирын улы исеменә яҙҙыра. Ейәне килгән һайын аҡса биреп ебәрә.
Был хикәйәнән күренеүенсә оло йәштәгеләрҙең икеһе лә балаларына кәрәкмәй, ә уларҙың аҡсаһы ғына кәрәк.
Нисек уйлайһығыҙ, был дөрөҫмө? -тигән һорау ҡуйыла һәм уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана.
Һығымта. Әсәйҙәргә яманлыҡ эшләп, уларҙың рәнйешен алырға ярамай. Беҙҙе наҙлап, иркәләп үҫтергән әсәйҙәребеҙгә ҡартлыҡ көндәрендә хөрмәт күрһәтеп, бәхетле йәшәүҙәрен тәьмин итергә бурыслыбыҙ. Әсә һөйөүенә лайыҡ булырға кәрәк. Сөнки әсә һөйөүе, уның әйткән һүҙҙәре беҙгә тормошта ярҙам итә, киләсәктә үҙебеҙҙә ышаныс уята.
Уҡыусылар менән “Әсә көнөнә” әсәйҙәргә бағышланған видеоҡотлау әҙерләү тураһында һөйләшеү.
Дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
В.И. Ленин исемендәге 2-се һанлы лицей-интернаты
“ Әсәй – иң яҡын кеше”.
( “Әсә көнөнә” арналған класс сәғәте.)
Башҡарҙы: тәрбиәсе
Арылбаева Г.Ф.
2021 йыл.