СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Кластан тыш сара " Яңы йыл менән!"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Кластан тыш сара " Яңы йыл менән!"»

1-се а.б.Ниндәй матур беҙҙең шыршы

Йым-йым килеп яна ул.

Башлайбыҙ шыршы байрамын,

Ҡотло булһын яңы йыл!

2-се а.б. Ә шыршыҡай шундай матур:

Оҡшаш башҡорт һылыуына,

Сулпыларын таҡҡан төҫлө

Яңы йылдың тыуыуына


1-се а.б. Һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡупшы шыршы янында, Яңы йыл кисәһендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ!

2-се а.б. Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙҙе мәктәп директоры Гөлназ Акрам ҡыҙына бирәбеҙ.


( Әҙерләнә-әҙерләнә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сығалар)

Ҡыш бабай. Ҡыҙым, нишләп берҙә кәйефең юҡ?

Ҡарһылыу. Юҡ шул кәйефем, бәлки миңә һалҡын тигәндер.

Ҡыш бабай. И, ҡыҙым , алда бит байрамдар, балалар беҙҙе көтәләр, сирләй күрмә инде.

Ҡарһылыу. Бабаҡайым, беләһеңме ниңә мин күңелһеҙ? Һәр йылды байрам ваҡытында күңелһеҙ хәл килеп сыға. Йә таяғың, йә күстәнәс ҡапығың юғала, йә туныңды һалдыралар. Бына быйыл бөтәһен дә контролдә тотарға кәрәк.

Ҡыш бабай. Дөрөҫ һөйләйһең, ҡыҙым. Бөтәһе лә контролдә! Быйыл Кино йылы булғас, мин шыршы байрамы күңеллерәк булһын тип, әкиәт геройҙарын да саҡырғайным, балаларҙа көтәлер. Ҡыҙым,әйҙә, киттек!

Ҡарһылыу. Пилот беҙҙе көтә, бабай. Әйҙә, киттек! Балалар янына ашығайыҡ. (сығып китәләр).


(музыка_____________________________________________________________)




Зөһрә.

  • Яңы йыл байрамында, барһы ла күңел аса.

Ә мин? Һаман эш тә эш!

Апайҙарым бөгөн шыршы байрамына баралар.Уларҙың, мин теккән күлдәктәре, шундай матур булды. Билгеле, уларға бөгөн Ҡыш бабай бүләктәр бирәсәк.

Эх, белһәгеҙ ине, нисек минең дә шыршы байрамына бараһы килгәнемде.

Минең бит бер ҙә шыршы байрамында булғаным юҡ.


Үгәй әсәй. Зөһрә! Зөһрә, ялҡау ҡыҙ! Ҡайҙа һин?

Ә, бына һин ҡайҙа икән.Йырлап маташҡан була тағын. Нимә,эшең юҡмы әллә? Ялҡау!

Ҡыҙҙар. Ялҡау, Зөһрә, ялҡау, ялҡау!(бергә, көләләр)

Үгәй әсәй. Тиҙрәк булығыҙ! Ҡыҙҙарым , сибәркәйҙәрем!

Ҡыш бабай бүләк бирһен өсөн нишләргә кәрәк икәнен онотманығыҙмы?

Ҡыҙ1. Юҡ, әсәй, онотманыҡ.

Ҡыҙ2. Бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә кәрәк!

Үгәй әсәй. Ярай, Зөһрә, тырышҡанһың, күлдәктәрҙе бигерәәәк матур теккәнһең, маладис. Һин дә шыршы байрамына барырһың.

Зөһрә. ( һөйөнөп) Ысынлапмы?

Үгәй әсәй. Тик, эштәрең бөткәс кенә!

Зөһрә . Ниндәй эштәр?

Үгәй әсәй.

  1. Баҙҙан кишерләрҙе йәйып алып мен.

  2. Мәрйендәрем ҡарға һибелде, эҙләп тап, шкатулкаға һалып ҡуй.

  3. Ҡапҡа төбөндәге ҡарҙарҙы көрә.

Шуларҙы эшләһәң барырһың.

Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙарым, киттек.

(сығып китәләр)

Зөһрә. Нисек өлгөрәйем мин шул хәтлем эште эшләп? Шыршы байрамы бит инде тиҙҙән башлана.

Ҡар бөртөгө. Илама, Зөһрә, мин һиңә ярҙам итәм.

Зөһрә. Нисек? Миңә бит Үгәй әсәй шундай күп эш бирҙе.

Ҡар бөртөгө. Бөгөн бит тылсымдар көнө.

Мин ҡар бөртөгө генә булһам да

Ярҙамлашам дуҫыма.

Әкиәттәге тылсымдарҙы

Ашырайымсы тормошҡа.

( өс тапҡыр ҡул саба)

Музыка яңғырай

Ҡуянҡайым, сыҡ әле!

Эште тиҙерәк башла.

Баҙҙан алып кишерҙәрҙе

Тиҙерәк урынлаштыр әле!

Ҡошҡайым, етеҙем, тиҙерәк осоп кил әле.

Мәрйендәрҙе табып алып, шкатулкаға һал әле.

Ҡарҙы көрә айыу ағай, ҡапҡа төбө чистарһын

Беҙҙең Зөһрә йыламайһын, байрамда тик йылмайһын.


( Ҡуян сыға ) ( ҡош осоп сыға) (Айыу сыға)

Фирүзә: Ҡар бөртөгө, беҙҙең эш бөттө!

Ҡар бөртөгө. Балалар, эш бөттө, әйҙәгеҙ, бергә бейеп алайыҡ!

(Мы танцуем буги-вуги)

Зөһрә. Ләкин, минең бит байрамға барырға матур күлдәгем дә юҡ.

Ҡар бөртөгө. Мин һиңә ҡар бөртөкләренән тегелгән күлдәк бүләк итәрмен.

Зөһрә. Рәхмәт һеҙгә, дуҫларым! Мин шундай бәхетле!

Ҡар бөртөгө. Киттек, Зөһрә, Шыршы байрамына

(сығып китәләр)





(Иван менән Матроскин һөйләшә-һөйләшә керәләр) Музыка.



Иван. Һин мине тағын тыңламайһың, минең йомшаҡлыҡтан файҙаланаһың.

Матроскин. Ярар, борсолма мур-р. Мин һине хөрмәт итәм. Ванюша, кейен тиҙерәк. Государственный важный эш килеп сыҡты. Ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға кәрәк.

Иван. Яҡшылап аңлат әле, кем килә беҙгә?

Матроскин. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу киләсәк. Тиҙҙән Яңа йыл бит.

Иван. Кит әле, Матроскин, ә нисек ҡаршы алырға?

Матроскин. Эх һин, Иван - цареевич. Миннән башҡа нимә эшләр инең?

Матроскин. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡотҡарырға кәрәк!

Иван. Ҡайҙа барайым, мин кейемһеҙ?

Матроскин. Минең менән юғалмаҫһың (башына кәстрүл кейҙерә, кулына кәстрүл ҡапҡасын тоттора) киттек, һине бөйөк эштәр көтә. Әйҙә, юлға сығыр алдынан бейеп алайыҡ!


(Опа Новый год бейеү)



















(Убырлы карсык керә)

Убырлы. (сотовыйҙан һөйләшә) Алло, Горыныч, алло! Йоҡлай инде әллә. Ҡара һин уны. Кикимора урынындамы? Нимә-ә-ә мин һеҙҙе насарлыҡ эшләргә командировкаға ебәрҙем. Ә һеҙ...Домино уйнап ултыраһыҙмы?

(самолет осҡан тауыш ишетелә)

Горыныч,але, алдығыҙмы? Икеһе лә шундамы? Болай эшләйбеҙ:

Тотоп ҡара урманда

Әйләндерәйек ҙур төпкә,

Әрләмәҫкә лә һуҡмаҫҡа

Бар ҙа булһын тәртиптә.

Кемдер килә монда, уның менән үҙем разберусь.


Иван. Берәйһе бармы?

Убырлы. Ой,ой кем һин? Ҡайҙа бараһың?

Иван. Иван-цареевич. Ҡыш бабайларҙы ҡотҡарырға барам. Тик бына кайҙан эҙләргә икәнен белмәйем.

Убырлы. Конкретно һөйлә. Ниңә кәрәк улар һиңә?

Иван. Эй, ебәрҙеләр инде шунда.

Убырлы. Ярар, юлдан килгәнһең ултырып ял ит.

Иван. Һин кем менән бында йәшәйһең?

Убырлы. Ҡыҙым менән. Ул минең биктә сибәр, матур. Бәлки Ҡарһылыу урынына ул барыр? Тегеләрҙе эҙләп тә йөрөйһө юҡ.

Иван. Һин минең башымды әйләндермә, Убырлы. Мине юлдан яҙҙырмаҡсы булаһыңмы?

Убырлы. Әһә, әле һин шулаймы, проходимец...Беҙ һинең кеүектәр менән беләһеңме нимә эшләйбеҙ!?

Иван. Һин нимәәәә, Убырлы? (ҡурҡып ҡала)




Убырлы ҡыҙы йырлап керә.

Убырлы.

Мин сибәр, мин матур,

Миңә ҡарап туймайҙар.

Ниңә мине Яңы йылда

Ҡарһылыу итеп ҡуймайҙар.


Фу-фу-фу кеше иҫе килә.


Убырлы. Ужин һиңә.

Иван. Мыйығы ни тора, һине нисек Ҡарһылыу урынына ҡуярға?

Ҡыҙ. Мин уның менән яҡшы еҫ һиҙәм. Ә һин ниндәй кәңәш бирә алаһың һуң?

Иван. Мыйығыңды бөтөрөргә кәрәк, унан һуң бәлки Ҡарһылыу була алырһың.

Ҡыҙ. Тиҙ бул, Горыныч осоп ҡайта хәҙер.

Иван. Ҡайтып мине ашаһа?

Ҡыҙ. Уны булдыра ул. Нимә булһа ла уйлап табырға кәрәк.

Убырлы. Минең энекәш, тийәрмен.

Иван. Ярар, дарыу яһарға кәрәк.

Убырлы.Ярар тыңлап тор. Мин әптеккә йөгөрҙөм, бер аяғым бында, икенсеһе тегендә. (сығып китә)

Ҡыҙ. Әй, ниндәйҙер тауыш килә, ә, был бит Горыныч ҡайта.

Иван. Ҡайҙа барайым, ҡайҙа ҡасайым...

Ҡыҙ. Ҡайғырма, һин бәпес булырһың, бәпесләргә теймәй ул.( Иванның башына чепчик кейҙерә, ауызына соска, пеленкаға төрә).


Йылмай әле миңә. бына шулай.

Иван.Жратеньки хочу-у-у.

Ҡыҙ. Минең улымдың ашайһы килә.

(Горыныч, Үгәй әсәйҙе, ике ҡыҙын керә)

Горыныч. Ҡара әле, Убырлы ҡыҙы! Юлда миңә кемдәр осраны!

Ҡыҙ. Туҡта әле, Горыныч. Ебәр, һин уларҙы! Ҡара ниндәй батыр, мин һиңә ашарға әҙерләнем.

Ҡыҙ. Мин әйтәм, ҡайтыр беҙҙең геройыбыҙ, ашайһы килер, ә мин уға бында тәмле әйбер...( Иван тыңлап тора ла, ауыҙындагы сосканы төкөрә)

Иван.Бына һиңә мә, тьфү! Аша мине, бандит, тиҙерәк, озаҡҡа һуҙма

(шул ваҡыт Матроскин килеп керә).

Матроскин. Бына шулай була ул. Башың эшләмәһә. (Горынычка) Әй, һин зажигалка, мин һине көс һынашырға саҡырам.

Горыныч. Иртәнге ашҡа алты блюдо булды. Яҡшы.

Ҡыҙ.Алты блюдо?! Мине лә ашарға йыйындыңмы әллә һин?

(Пакет тотып Убырлы ҡайтып керә).

Убырлы. Һеҙ нимә бында?

Ҡыҙ. Әсәй, ул мине ашарға теләй.

Убырлы.Кем?

Ҡыҙ.Горыныч.

Убырлы. Әле һин шулаймыни? Нимә оҡшаманы һиңә? Мин Яңы йыл байрамын боҙа яҙҙым. Ә һин...

Иван.Һин нимә тураһында һөйләйһең?

Убырлы. Ә, мин бит йүнһеҙ. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы самолетын юлдан яҙҙырҙым, ошо Горыныч планы буйынса, ә ул...

Матроскин.Бына күпме насарлыҡтар эшләнегеҙ һеҙ!. Ҡыш бабайлар һуңға ҡалһа, байрам булмаясаҡ.

Убырлы. Ғәфү итегеҙ мине, хәҙер барһында төҙәтәм.

Ҡыҙ. Әсәй һин бит сихырсы, һин оҫта, эшлә тиҙерәк.

Убырлы. (уйлана) Хәҙер...

Ҡар осһон, буран туҙһын

Уҫаллыҡ юҡҡа сыҡһын

Кәйефтәр күтәрелһен

Йәмле Яңы йыл етһен.

(музыка. Ҡыш бабай керә)

Убырлы. Хуш киләһең, Ҡыш бабай!

Һине оҙаҡ көттөк беҙ,

Бик һағынып бөттөк беҙ.

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, балалар!

Ҡатнашусылар. Һаумы-һаумы, Ҡыш бабай!

Ҡыш бабай. Яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар!

Ниндәй һәйбәт бында балалар!

Кәйефегеҙ шәпме?

Ҡатнашусылар. Эйе, эйе, бик шәп, байрамса!

Ҡыш бабай. Ә бына минең кәйефем артыҡ шәп түгел әле!

Ҡыш бабай. Һеҙгә килгәндә, юлда аҙаштыҡ! Ҡайҙалыр бүләктәр-күстәнәстәр менән тоғомдо юғалттым.

Убырлы. Дааа! Сихыр подводит! Пенсияға пора!

Иван. Ҡыш бабай, ә Ҡарһылыу ҡайҙа ул?

Ҡыш бабай. Ҡарһылыу ҡыҙым гәзиттәргә иғлан бирергә китте. Моғайын, изге кешеләр бүләктәребеҙҙе табырға ярҙам итер.

(Үгәй әсә, ике ҡыҙға ҡарап)

Ә, Зөһрә ҡыҙым ҡайҙа? Мин уны ла байрамға саҡырҙым бит!

Үгәй әсә. Күлдәк һайлай, Ҡыш бабай! Хәҙеееер килеп етер!

Ҡыш бабай. Ярар!

Матроскин. Ҡыш бабай. Әйҙә әле, Ҡарһылыу килгәнсе бейеп алайыҡ.




(Танец маленьких утят)




(МузыкаОшо ваҡытта Ҡарһылыу, Зөһрә, Ҡар бөртөгө, Айыу, Ҡош, ҡуян, маймыл тоҡто күтәреп керәләр. Шатланалар, алҡыштар.)


Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, дуҫтар!

Ҡотло булһын Яңы йыл!

Ҡатнашусылар. Һаумы, Ҡарһылыу!

Иван. Әйттек бит, табыла тип! Ур-ра!!!

(Бөтәһе лә, алҡыштар)

Ҡарһылыу. Һөйөнсө! Тоҡ табылды! Тик ул ауыр. Ярар әле, дуҫтарым ярҙам итте!

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Беҙгә Иҫке йыл да килгән!

Маймыл.

Мин – Маймыл,

Мин – Маймыл,

Яратам ҡыланырға,

Һикерәм дә маймылланам,

Ваҡыт юҡ уйланырға…

(Ул балаларҙы ирештереп ҡылана.)

Туҡта әле, Ҡыш бабай. Нисек иҫке йыл? Мин – бик матур, мин – иң-иң һомғол, мин – иң-иң аҡыллы! Минең һис тә киткем килмәйсе.

Убырлы. Мин дә Маймыл йылында тыуғанмын. Минең йыл үтеп киткән!!!!

Үгәй әсә. Эйе, булды, ти, һинеке. Кино йылы булды ул, белдеңме?

Маймыл. (үпкәләп). Минең бер кемгә лә кәрәгем ҡалманы, ахырыһы…

Убырлы.. Ҡайғырма! Һинең йылда күп яҡшы эштәр эшләнде!

Маймыл. Улай булғас, мин Мадагаскарға осам! Урааа! Әйҙәгеҙ, хушлашыр алдынан, бергәләп бейеп алайыҡ!


(мадагаскар- флешмоб. Бейей –бейей Әтәс керә)







Әтәс. Кикери-күк! Бында ҡалай халыҡ кү-ү-п! Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!

Ҡыш бабай. Бына һинең йылың да тыуҙы, һаумы, һаумы, Яңы йыл!

Әтәс.

Һаумы, һаумы Ҡыш бабай! Һаумыһығыҙ, балалар!

Әтәс. 

Һеҙгә бәхет, һеҙгә шатлыҡ,

Һеҙгә яңы бәрәкәт,

Имен-аман ошо йылда

Йәшәйек бергә рәхәт!

Ҡыш бабай: Һай афарин, улым! Амин, шулай булһын!

Ҡарһылыу: Донъялар имен булһын!

Әйҙә, балалрҙы бейетеп алайыҡ!


Ҡыш Бабай: Бик күп юлдар үтеп, тау-урмандар, икһеҙ-сикһеҙ ҡырҙар аша килдек һеҙгә. Һәр ерҙә ҡыҙым менән беҙҙе ҡыуанып ҡаршы алдылар. Бик күп аҡыллы, зирәк балалар менән таныштыҡ. Әле бына ҡыуанып ҡарап торам, һеҙҙә лә бындай балалар күп икән! Афариндар!

Ҡыш бабай: Балалар, беҙ Ҡарһылыу ҡыҙым менән юлға сығайыҡ, башҡа яҡтарҙа ла балалар беҙҙе көтәләрҙер. Яңы йыл улым, ә һин балалар менән байрамды дауам ит.

Ҡарһылыу: Дуҫтар, Һеҙгә артабан да уңыштар, һаулыҡ, бәхет юлдаш булыуын теләйбеҙ! Икенсе йыл осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балалар менән һаубуллашып, сығып китәләр.






13



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!