Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа села Кинзебулатово муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан
Рассмотрено на заседание ШМО учителей ______________________________ руководитель ШМО _______________/______________./ Протокол № ___ от «___»_____2019г. . | Проверено зам.директора по УВР МБОУ СОШ села Кинзебулатово __________/Юсупова Г.З./ «___» ____________2019г. | Утверждаю Директор МБОУ СОШ села Кинзебулатово _______/Гиниатуллин Ш.С../ Приказ №___от 31.08.2019г. |
Рабочая программа
Предмет: башкирская литература
Ступень образования: начальное общее образование
Класс: 1-4
срок реализации: 4года
на 2019/2020 – 2022/2023 учебные годы
Рабочая программа разработана на основе:
Программы под редакцией Ф.Ш.Сынбулатовой, А.Т.Мавлияровой. Издательство “Китап”. 2012г.
Учитель: Таштимерова Гузель Рафисовна
2019г.
1.АҢЛАТМА ЯҘЫУ
“Туған тел” буйынса программа “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына”, уҡыу планына таянып эшләнде.
Бала үҙ телендә һөйләшә,фекер йөрөтә,уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала.Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе,байытыуҙы,камиллаштырыуҙы, баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе, формалаштырыуҙы күҙаллай.
Мәктәптә туған тел махсус предмет булараҡ өйрәнелә. Башланғыс мәктәптә уҡыусылар туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә,кешеләр араһындағы,йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе,үҙен уратып алған донъяны өйрәнә,щәхес булараҡ үҫешә.Тик үҙ телең генә ата-бабаларыңдың үткәнен белергә,киләсәккә өмөт-хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.Ошоларға ирешмәйенсә тороп,телеңдең,милләтеңдең киләсәген күҙаллау мөмкин түгелдер.Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү,белеү мотлаҡ.
Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һө ҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар- уҡыусыларҙы тормрш менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү, мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу, һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү,әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләттәрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуына , әҙәби китап уҡыуына , уҡығанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү бурысы тора. Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.
Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур. Иң төп шарттарҙың береһе- телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу. Шуға күрә балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә алып барыла. Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ –ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү , ҡағиҙә булараҡ, туған телгә нигеҙләнеп атҡарыла.
Башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа
ашырыуға йүнәтелгән:
-башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири
уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү
формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;
- уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә
һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул
итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелдә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша балаға
һәр яҡлап йоғонто яһау;
- әҙәби әҫәрҙәр, фәнни – популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы
әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа
намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүеҙемлек кеүек юғары әхләҡи
сифаттарҙы тәрбиәләү;
- туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;
- бергә уҡыу компонентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.
“ Башҡорт әҙәбиәте “ предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:
1. Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы күҙаллай.
2. Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү. Был йүнәлеш китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ унында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.
3. Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл – ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи –эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү. Был йүнәлештә мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу – әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.
4.Әхләҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән таныштырыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү. Әҙәби әҫәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора
2.Предметҡа дөйөм характеристика
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө,башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә. Программа – “Яңы сандартттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 кластары өсөн Туған тел дәреслегенә программа”. – Өфө: Китап, 2012й.
Базис уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә “Башҡорт әҙәбиәте” предметын өйрәнеүгә 1-се класта 22 сәғәт бүленә. Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: 1 - се класта“Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу),уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү,йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр.Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла.Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола.Бала тормош тәжрибәһенән сығып.теге йәки был хәл-ваҡиғаға,күренешкә,кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,эшлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.
Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен,уй-фекерҙәрен,кисерештәрен үҙ йөрәге,күңеле аша үткәреп,хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора.Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.
Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү. Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала,баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге,әҫәрҙәге тема менән таныштыра.
Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән,баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.Уҡыу техникаһы- ижекләп ( оҙон һүҙҙәрҙе ) һәм тулы һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп, йыл аҙағына минутына 25-30 һүҙ уҡыу.
2-се класта халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҙур урын бирелә. Программала 1 сентябрь-Белем байрамына бағышланған материалдарҙан һуң,фольклор жанрҙарын өйрәнеү ҡаралған.Шиғыр уҡыу,тыңлау һәм уны тасуири уҡырға өйрәтеү,яттан һөйләү күнекмәләре өҫтөндә эшләүгә лә сәғәттәр бүленгән.Тәбиғәтте күҙәтеү,уны һаҡлау, ишәйтеү проблемаларына һәм шулай уҡ әҙәп,әхлаҡ,мәҙәниле аралашыу,хеҙмәт һәм тыуған ер, ил мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәрҙе өйрәнеүгә лә программала тейешле урын бирелгән.Уҡыу техникаһы- 35-55 һүҙ уҡыу.
3- сө класта уҡыу техникаһы- 35-55 һүҙ уҡыу.
4-се класта уҡыу техникаһы- 90-100 һүҙ уҡыу . Эстән уҡығанда минутына 120 һүҙән күберәк уҡыу. Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу,уныү телен үҙләштереү,аңлата белеү,телмәрҙә ҡуллана алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалыэшләү талап ителә.
Кластан тыш уҡыу.Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә.Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала.Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу,китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ- аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат "журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.
Һүҙҙәр менән эш.Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә,аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү,уларҙың һүҙ байлығын арттырыу,һүҙбәйләнештәр,фразеологик берәмектәр,һөйләм,бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.
Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр,ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң,ундағы яңы һүҙҙәр,фразалар, һөйләмдәр аңлатыла,һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп,һайлап, ролләп ,сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
“Башҡорт әҙәбиәте” – башланғыс белем биреүҙә төп предметтарҙың береһе. Уҡыу - телмәр эшмәкәрлегенең бер төрө. Уҡыу дәрестәренең маҡсаттары-уҡыусыларҙа аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу,үҙаллы уҡыу тәжрибәһен формалаштырыу, телмәр эшмәкәрлегенең бар төрҙәрен камиллаштырыу;текст һәм китап менән эшләү оҫталығын тәрбиәләү, башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙа китап уҡырға ынтылыш тыуҙырыу, уларҙы дөрөҫ итеп китап һайларға, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализларға өйрәтеү; һүҙ сәнғәтенә дөрөҫ мөнәсәбәт формалаштырыу, әҙәби текстар аша уҡыусыларҙың әхлаҡи тәжрибәһен байытыу, ижади һәләттәрен үҫтереү. Башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәренең төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың уҡыу компетентлығын формалаштырыу һәм китап уҡыу эшмәкәрлеген үҙаллы белем алыу сараһы итеп үҫтереү тора. Ошонан сығып, уҡыу дәрестәренең бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:уҡыусыларҙы әҙәбиәт донъяһына алып инеү һәм һүҙ сәнғәтенең образлылығын, әҙәби әҫәрҙәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү;әҙәби әҫәрҙе автор менән аралашыу өсөн уҡыу, уның позицияһын, яҙылғанға мөнәсәбәтен асырға өйрәтеү;бер үк әҫәрҙе яҙыусы, уҡыусы, әҙәби критик күҙлегенән тикшерергә өйрәтеү;төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәр менән таныштырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙың хис-тойғоларын байытыу;әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу барышында уҡыусыларҙы әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә өйрәтеү, әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыу;
Шуны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәресенең төп бурысы булып уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын һәм уҡыу тиҙлеген үҫтереү тора.
Әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү уҡыусының тормош тәжрибәһенә бәйле, шуға күрә әҫәрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы ул иң элек үҙенә үлсәп ҡарай , үҙенең фекерен әҫәр геройыныҡы менән сағыштыра, донъяны аңлау кимәленә таянып образ тыуҙыра, барыһын да үҙ аңы аша үткәрә. Уҡыусыға әҫәрҙең төп фекере тәү тапҡыр уҡығанда аңлашылып та бөтмәҫкә мөмкин. Уны яңынан уҡығанда күҙ уңынан төшөп ҡалған өлөштәре лә иғтибарға алына һәм икенсерәк күҙлектән ҡабул ителә. Шуға күрә әҫәрҙе аңлау, ҡабул итеү өсөн ваҡыт кәрәк.
Тасуири уҡыу – әҫәрҙе аңлы ҡабул итеүҙә ҙур ярҙамсы, сөнки геройҙарҙың төрлө кисерештәре, авторҙың йөкмәткегә мөнәсәбәте, әҫәрҙең теле тасуири уҡыу барышында уҡыусыға тағы ла нығыраҡ тәьҫир итә, аңлауҙы еңеләйтә. Тасуири уҡырға уҡыусылар иң элек уҡытыусыһына оҡшатып уҡып өйрәнәләр, артабан был күнекмә үҙ аллы уҡыу барышында камиллаша бара.
Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың күңеле төрлө кисерештәр менән дә байырға тейеш: уҡылған әҫәрҙән баланың күңеле үҫә йәки, киреһенсә, кәйефе кителә,герой эшләгән яҡшылыҡтан ҡәнәғәтлек кисерә, яманлыҡтан йәне көйә. Шуға күрә уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә балаларҙы тирә-йүнде күҙәтергә, күргәндәрҙе анализларға, һығымта яһарға өйрәтергә бурыслы. Ошоға бәйле уҡыусылар әҙәби әҫәрҙәрҙе тормоштоң сағылышы итеп ҡабул итергә өйрәнәләр.
3.Предметтың уҡыу планындағы урыны
Беренсе класс өсөн “Башҡорт әҙәбиәтенең” эш программаһы Ф.Ш.Сынбулатованың “Әҙәби уҡыу” дәреслегенә таянып төҙөлдө. II ярты йыллыҡта, аҙнаһына 2 сәғәт, бөтәһе 22 сәғәт бүленә ( III сирек – 8 сәғәт, IV сирек – 14 сәғәт)
Базис уҡыу уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм беле биреү мәктәптәрендә “Туған тел” предметын өйрәнеүгә 2-се кластарҙа 68 сәғәт бүленә.
3 класс өсөн эш программаһы “ Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 кластары өсөн программаһына, авт.МәүлийәроваӘ.Т.“Әҙәби уҡыу “ дәреслектәренә таянып төҙөлдө Сәғәт һаны: 102 сәғ. Аҙнаға: 3 сәғәт
Базис уҡыу уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм беле биреү мәктәптәрендә “Туған тел” предметын өйрәнеүгә 4-се кластарҙа 68 сәғәт бүленә. Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт әҙәбиәтен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 1,2, 3, 4 кластарҙа 260 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт, һәр класта 34 уҡыу аҙнаһы).
4. Уҡыу предметының йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәрен һүрәтләү
Төп йүнәлештәрҙең береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу – программаның төп талаптарының береһе.
Шәхес ул:
-
башҡорт теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен белгән, үҙ теленең төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;
-
белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;
-
мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡуллана белеүсе;
-
хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;
-
үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;
-
социаль әхлаҡи ҡанундарға эйә булыусы; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белеүсе; тотороҡло рухлы, матур эске мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы кеше.
-
хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
-
башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
-
матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
-
нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
-
ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
-
текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
-
үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
-
мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
5.Предметтың шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)
Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар
«Башҡорт әҙәбиәте » предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:
Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;
төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.
Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
анализлай һәм синтезлай белеү;
сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү; фекерләй белеү;
Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы беле;
үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
һорауҙар бирә белеү.
«Туған тел» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:
әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;
уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;
уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;
аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;
текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.
таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;
тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;
текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;
текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;
тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;
геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;
телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;
уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;
уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;
асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;
проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;
нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;
уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.
Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу
Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу).
Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау.
Оҫталыҡты үҫтереү: Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу;
Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү;
Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план);
Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү;
Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү;
Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;
Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау;
Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу;
Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.
Өйрәтеү:
Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү;
Текстың төрлө өлөштәрен һайлап һөйләү;
Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү;
Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү;
Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү.
Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү.
Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу.
Башланғыс класта уҡыу дәрестәренең тағы ла бер маҡсаты булып балаларҙы нәфис әҙәбиәт уҡырға өйрәтеү, уны төп мәктәптә системалы өйрәнеүгә әҙерләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы уҡыусы тәрбиәләүҙең нигеҙен булдырыу тора. Грамоталы уҡыусы – ул уҡыу техникаһын белгән, уҡығанын аңлаған , китаптарҙы белгән һәм уларҙы донъяны танып-белеү сараһы итеп таныған кеше.
Был маҡсатҡа ирешеүҙә түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:
Уҡыу техникаһын һәм тексты аңлау алымдарын формалаштырыу – бер үк ваҡытта уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уҡыу ихтыяжын булдырыу;
Әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;
Балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу;
Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе (һүҙ байлығын), балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.
Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы.
Был технология текст менән эшләүҙең 3 этабын үҙ эсенә ала:
-
Тексты уҡығанға тиклем үткәрелгән эштәр
Текстың йөкмәткеһен күҙаллау, уның мәғәнәүи, тематик, эмоциональ йүнәлешен асыҡлау, әҫәрҙең исеменә, авторына, терәк һүҙҙәргә, иллюстрацияларға таянып төп геройҙарын билдәләү;
Дәрес маҡсаттарын уҡыусыларҙың эшкә дөйөм ( уҡыу, эмоциональ, психологик һ.б.) әҙерлек кимәленән сығып асыҡлау.
-
Тексты уҡыу барышында башҡарылған эштәр.
Тексты беренсел уҡыу: класта үҙ аллы уҡыу, уҡытыусы уҡығанды тыңлау, уҡыусылар менән сиратлашып уҡыу (текстың үҙенсәлектәренә, уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәренә бәйле). Тексты тәү тапҡыр ҡабул итеү кимәлен тикшереү. Уҡыусыларҙың күҙаллауы менән текстың йөкмәткеһе тура килеү-килмәүен асыҡлау.
Тексты ҡайтанан уҡып сығыу. Ашыҡмайынса, уйлап ҡабаттан уҡыу (бөтөн тексты йәки өлөштәрен). Тексты анализлау (алымдар: автор менән диалогҡа инеү, аңлатмалы уҡыу, уҡылған буйынса әңгәмә ҡороу, терәк һүҙҙәрҙе табыу һ.б.).Һәр мәғәнәүи өлөшкә асыҡлаусы һорауҙар биреү.
Текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү. Кәрәк булғанда, текстың фрагменттарына мөрәжәғәт итеү, тасуири уҡыу.
-
Тексты уҡып сыҡҡас башҡарылған эштәр.
Текст буйынса концептуаль әңгәмә. Уҡылғанды күмәкләп тикшереү, дискуссия. Уҡыусыларҙың әҫәргә биргән баһаһын автор позицияһы менән сағыштырыу. Текстың төп идеяһын асыҡлау.
Яҙыусы менән танышыу. Яҙыусы шәхесе тураһында әңгәмә. Өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү.
Текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау. Рәссамдың тексҡа төшөргән һүрәте менән уҡыусыларҙың күҙаллауҙарын сағыштырыу (мәҫәлән, уҡыусылар был тексҡа ниндәй һүрәт төшөрөрҙәр ине).
Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге менән бәйле ижади эштәр. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереү ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә. Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла. Бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте, тәбиғәт күренештәрен, хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте,йәғни тормошто китап, гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.
Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен, уй-фекерҙәрен, кисерештәрен үҙ йөрәге, күңеле аша үткәреп, хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора. Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.
4.Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.
Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала, баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге, әҫәрҙәге тема менән таныштыра.
Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән, баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.
5. Кластан тыш уҡыу.
Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә. Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала. Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.
Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат " журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.
6 .Һүҙҙәр менән эш.
Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә, аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектәр, һөйләм, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.
Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу, уныү телен үҙләштереү, аңлата белеү, телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эшләү талап ителә.
Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр, ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр, фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп һайлап, ролләп сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
7.Уҡыу техникаһы.
Уҡыу йылы аҙағына уҡыусының әҙерлек кимәленә талаптар.
Уҡыусы:
-
тексты аңлап , тасуири уҡый;
-
тексты эстән уҡый;
-
уҡыған әҫәрҙең темаһын һәм төп асылын, мәғәнәһен билдәләй;
-
Әҫәрҙең исемен, авторын атай;
-
Әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килерлек интонация һайлай;
-
темп һәм тонды дөрөҫ билдәләп, логик баҫым, пауза ҡуйып, тейешле тауыш менән уҡый;
-
уҡылған әҫәрҙе мәғнәүи яҡтан өлөштәргә бүлеп, планын төҙөй;
-
Әҫәҙе ентекле итеп, хәл –ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һөйләй;
-
Әҫәрҙе ҡыҫҡаса һөйләй;
Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея-тематикаһы буйынса әңгәмәләшә.
6.Программаның йөкмәткеһе
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө, башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә.
Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу), уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү, йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр. Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла. Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола. Бала тормош тәжрибәһенән сығып, теге йәки был хәл-ваҡиғаға, күренешкә, кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,э шлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.
1-се класта .
Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала.Баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге,әҫәрҙәге тема менән таныштыра.
1-се класс өсөн "Әҙәби уҡыу" дәреслегендә уҡыу материалы 5 бүлектә бирелә.
1-се бүлек "Мин уҡый беләм" ( 1 сәғәт) тип атала.Был бүлектә уҡыусылар өйрәнелгән хәрефтәрҙән торған ҡыҫҡа текстарҙы һалмаҡлап уҡыйҙар.Уҡырға өйрәнеү-ҙур ҡаҙаныш, уҡый белеү-кыҙыҡлы шөғөл икәнен төшөнәләр.Китап уҡыуға теләк тәрбиәләнә. Китап уҡыуға ылыҡтырылалар.
2-се бүлек -"Әкиәт уҡырға яратам"( 7 сәғәт).
Әкиәт тураһында төшөнсә биреү.Әкиәттәрҙең күбеһендә ҡулланылған тылсымлы предметтарға иғтибар иттереү.Был предметтарҙың иң сетерекле мәлдә - көтөлмәгәндә хасил булыуҙары, геройҙы иң ауыр ситуацияларҙа ла ҡотҡарып алып ҡалыусы тылсымлы көскә эйә булыуҙарын һәм улар булышлығында әкиәттә изгелектең яуызлыҡты еңеүен күрһәтеү.
Әкиәтте тасуири уҡырға,тыңларға һәм һөйләргә өйрәтеү.Балалар яратып ҡабул иткән әкиәттәрҙе сәхнәләштереү.
3-сө бүлек-"Атай-ғаилә башлығы"( 5 сәғәт) ,4-се бүлек -"Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр"( 5 сәғәт).
Был бүлектәрҙә шиғыр, әкиәт, хикәйәләр баланы уратып алған яҡын кешеләре: атай, әсәй,ҡартатай, ҡартәсәй, олатай, өләсәй, ағай, ҡусты, апай, һеңлеләре тураһында.Текстар ярҙамында етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләре бирә башлайбыҙ.Ошондай текстарҙың балаға тәрбиәүи йоғонтоһо ла көслө.Улар ярҙамында туғанлыҡ хистәрен тағы ла тәрәнерәк тойорға.туғандарына иғтибарлы, яғымлы, ярҙамсыл булырға өйрәтә..мәҙәниле шәхестең төп күрһәткесе,тәрбиәлелектең төп эстәлеге -туғандарыңа булған юғары мәҙәнилек.Ошоларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алып, ентекле тәрбиәүи эш алып барылырға тейеш.
5- се бүлек " Матурлыҡ донъяһына сәйәхәт"( 4 сәғәт)етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен үҫтереү,хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, уның идея- тематикаһын асыҡлау, йөкмәткеһен тексҡа яҡын итеп һөйләп өйрәнеү һәм тасуири уҡыу кеүек күнекмәләрҙе формалаштырыуға ҡоролған булырға тейеш.
Баланы үҙен уратып алған тәбиғәткә иғтибарлы, күҙәтеүсән булырға,матурлыҡты тоя белергә һәм ундағы күренештәрҙе тасуирлап һөйләргә өйрәтеү.
Уҡыу техникаһы. Һалмаҡлап, ижекләп ( оҙон һүҙҙәрҙе ) һәм тулы һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп, йыл аҙағына минутына 25-30 һүҙ уҡыу.
Текст һәм бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш
Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереүҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә.Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балағамәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла.бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте,тәбиғәт күренештәрен.хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте.йәғни тормошто китап.гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.
Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: 1 -се класта туған тел дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу),уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү,йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр.Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла.Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола.Бала тормош тәжрибәһенән сығып.теге йәки был хәл-ваҡиғаға,күренешкә,кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә.Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша.Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа.Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,эшлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.
Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен,уй-фекерҙәрен,кисерештәрен үҙ йөрәге,күңеле аша үткәреп,хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора.Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.
2-се класта .
Белем байрамы. (1 сәғәт)
Көҙгө тәбиғәт, сентябрь башын һүрәтләү. Уҡыуҙың тәүге көнө, 1 сентябрь – Белем байрамы тураһында һөйләшеү. Уҡытыусыға, мәктәпкә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Тырышып белем алыу – төп маҡсат икәнен иҫкә төшөрөү.
Халыҡ ижады менән танышыу.
Уҡыйбыҙ ҙа, уйнайбыҙ ҙа... (5 сәғәт)
Бишек йырҙары. Йәнлектәрҙең бишек йырҙары.
Бармаҡтар менән уйындар. Мөғжизәле бармаҡтар.
Һамаҡтар.
Йомро-йомро йомғағым, йомғағымда – йомағым.
Мәҡәлдәр – ололар һүҙе, ата – балалар кәңәше, өгөт – нәсихәте, аҡһаҡалдар васыяты.
Фәстереүҙәр (уйҙырма).
Уйындар. Шаярыуҙар.
Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады ҡомартҡылар менән таныштырыу. Улар нигеҙендә етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу. Һөйләмдәрҙе һәм тексты, таныш билдәләре ҡуйылған пауза яһап, тейешле интонация менән уҡыу. Шыбырлап , эстән уҡыуға күнегеү.
Әкиәттәр донъяһында (10 сәғәт)
Әкиәтте һөйләү, уҡыу, тыңлау нескәлектәре менән танышыу. Уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Хәл – ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле тасуирлап , ике – өс әкиәтте матур итеп һөйләргә өйрәнеү. Әкиәттән өҙөктәрҙе ролләп уҡыу, сәхнәләштереү, йәғни тасуири уҡыу.
Шиғыр уҡыу, яттан һөйләү (4 сәғәт)
Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү, яттан һөйләү.
Уҡыусыларҙы шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Шиғри әҫәрҙең ҡыҫҡа юлдар менән бирелешен һәм ритм, рифма, баҫым күренештәрен күҙәтеү.
Тәбиғәт күренештәре, тәбиғәт матурлығы.
Экологик мәсьәләләр.
Беҙ - тәбиғәт балалары.
Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ ( 12 сәғәт)
Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу. Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙе тәьҫирләнеп уҡыу. Уҡыған буйынса фекер алышыу, уҡығанды тасуирлап һөйләү.
Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, тормош хаҡындағы белемдәрен киңәйтеү. Тәбиғәт миҙгелен һүрәтләгән әҫәрҙәрҙә тәбиғәт күренештәренең нескәлектәрен иғтибар итеү, матурлығын тоя белеү, һоҡланыу һәм тәбиғәттән алған уй-фекерҙәрҙе белгертеү, хис – тойғоларҙы тасуирлап һөйләү күнекмәләрен биреү.
Аралашыу мәҙәниәте. Кешеләр нисек аралаша?
Әҙәп төбө – ғәҙәт ( 20 сәғәт)
Уҡылған әҫәрҙә балалар, өлкәндәр араһында булған хәл-ваҡиға, улар эшләгән эштәр, геройҙарҙың холоҡ-фиғеле, ҡылыҡтарын тураһында уйландырыу, фекер алышыу һәм баһа биреү.
Әҫәрҙәрҙәге балалар араһындағы мөнәсәбәткә күҙәтеү яһау. Ыңғай геройҙар өлгөһөндә мәҙәни аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү һәм ғәҙәти етешһеҙлектәр, насар күренештәргә ҡарата ҡарашыңда белдереү, баһа биреү, уларҙы булдырмау йәки бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күреү тураһында уйланыу.
Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ...(10 сәғәт)
Уҡыу дәрестәрендә хеҙмәт тәрбиәһе, тыуған ил һәм тыуған төйәк , ата-бабалар ере тигән тәрән мәғәнәгә эйә булған төшөнсәләр биреү әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бирелгән әҫәрҙәрҙә тыуған ергә , йәшәгән төйәккә, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата кеше мөнәсәбәте мәсьәләләре күтәреләю . Бала дәрестә уҡыған шиғыр, әкиәт, хикәйә һәм башҡа жанрҙар аша кешенең тыуған еренә булған мөхәбәтте тырыш хеҙмәте һәм файҙалы эштәре менән билдәләүенә инана.
Кластан тыш уҡыу (8 сәғәт)
Тыуған төйәк, ер – һыу, республикабыҙ. Ҡош – ҡорт, хайуандар, үҫемлектәр, уларҙы ҡайғыртыу һәм кешеләрҙең, шулай уҡ балаларҙың, уларға мөнәсәбәте. Балалар һәм өлкәндәр , бала һәм уның тиҫтерҙәре. Улар араһындағы мөнәсәбәт.
3-сө класта .
1. Әҙәби уҡыу дәреслеге менән танышыу.(1сәғ.)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – уҡыусыларҙы дәреслектең йөкмәткеһе, шартлы тамғалар системаһы менән таныштырыу. Әҙәби уҡыу дәреслегенең төҙөлөшөн белеү,шартлы тамғалар системаһын дөрөҫ ҡулланыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә дәреслектең йөкмәткеһендә кәрәкле бүлекте һәм әҫәрҙе эҙләп таба белеү, бүлектең йөкмәткеһен исеменә ҡарап күҙаллау,дәреслектең төҙөлөшө һәм биҙәлеше тураһында бәйләнешле телмәр төҙөү.
1.Белем байрамы.(1сәғ.)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат –уҡыусыларҙа үҙҙәре уҡыған мәктәптең тарихы, күренекле кешеләре менән танышыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, халыҡ ижадынан уҡыу, белем тураһындағы мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәләрен билдәләргә өйрәнеү.
Сафуан Әлибай. Өсөнсөгә күскәнбеҙ.
Һүҙлек: ҡотлайбыҙ –тәбрикләйбеҙ, ҙурлайбыҙ – маҡтайбыҙ – хуплайбыҙ.
Мостай Кәрим. Уҡытыусыма.
Һүҙлек: наҙлап –иркәләп – һөйөп – яратып, иҫемдә - хәтеремдә – күңелемдә.
-
Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар. (9 сәғ.)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – тасуири уҡыу күнекмәһен, һүҙ байлығын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, уҡылған әҫәрҙәрҙең төп йөкмәткеһен һөйләргә һәм авторҙарын билдәләргә, мәҙәниәтле итеп бәхәс ҡорорға өйрәнеү.(
-
Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә.(10сәғ..)
Маҡсаттар:педагогик маҡсат – әҙәбиәт ғилеменән цитата, йәнләндереү, һүрәтләү саралары менән таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты – был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарын сағыштырып уҡып, уларҙың үҙенсәлектәрен асыҡларға өйрәнеү, әҫәрҙәрҙең исемен, авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.
-
Әҙәптең төбө – ғәҙәт (18сәғ.)
Маҡсаттар:педагогик маҡсат –ваҡиғаларға, геройҙарҙың ҡылыҡтарына шәхси баһа биреү, әҫәр тексын файҙаланып үҙеңдең фекереңде раҫлау өсөн шарттар тыуҙырыу, әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты – был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә план ярҙамында тексты һөйләргә, әҫәрҙең йөкмәткеһен, төп фекерен билдәләргә өйрәнеү, проблемаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү.
-
Тәңкә – тәңкә ҡарҙар яуа (11 сәғ..).
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу,һөйләү телмәрен үҫтереү, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау, уҡылған әҫәрҙе автор, герой һәм уҡыусы күҙлегенән анализларға өйрәнеү.
Йортом, илем, халҡым, киләсәгем (22сәғ.)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – Рәсәйгә, Башҡортостанға һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһөнә, күренекле шәхестәренә ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙер булыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә үҙеңде йәмғиәттең, халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү, уҡылған әҫәрҙәрҙең авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.
-
Әкиәт уҡырға яратам (15 сәғ..)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – әкиәттәрҙең төҙөлөшөн, башҡа жанрҙарҙан айырмаһын, һөйләү үҙенсәлектәрен асыҡлау, текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әкиәттәрҙе тасуири уҡыу, фәлсәфәүи асылын төшөнөү, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән һөйләү, сәхнәләштереү оҫталығына эйә булыу. (өҫтәргә)
-
Илде иңләп йәмле яҙ килә (19сәғ..)
Маҡсаттар: педагогик маҡсат – нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты - ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләргә өйрәнеү.
4-се класта .
Һаумы, мәктәп. (1 сәғәт).
1 сентябрь – Белем байрамы. Мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.
Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү) . Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере. Балаларҙа уҡыу эшенә етди ҡараш, уҡыу дәрте, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу. Әҫәр уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу, уҡыуҙан алған тойғоларҙы, кисерештәрҙе кинәйтеү һәм тәрәнәйтеү, яҙыусынын әйтергә теләгән төп фекерен билдәләү.
Мостай Кәрим (6 сәғәт).
“ Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса. « Беҙҙең өйҙөң » повесы аша уҡыусыларҙың алдында “ ябайлыҡтың матурлығы”, “ матурҙың-ябайлығы” н асыу күҙаллана. Алты-ете йәшлек бала ауыҙынан һөйләтелгән был әҫәрҙә Бөйөк Ватан Һуғышының башҡорт ауылдарына алып килгән ауырлыҡтарын, ир-аттар фронтҡа киткәс, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йәш-үҫмерҙәрҙең, ҡарттарҙың колхоздағы бөтә эште үҙ елкәләренә йөкмәп ҡалыуын, яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһын һәм еңеү шатлығын уҡыусыларға аңларлыҡ һәм зиһененә һеңеп ҡалырлыҡ итеп еткереү. Дәһшәтле һуғыш йылдарында илебеҙҙең халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты тағы ла нығытып, дуҫлыҡ-туғанлыҡты ябай итеп күрһәтеү. Әҫәрҙә балалар менән өлкәндәр мөнәсәбәтен күрһәтеү: оло кешеләрҙең һәр бер хәрәкәте, эш- ҡылыҡтары, үҙ-ара мөғәләмәләре, донъяға ҡараштары йәш быуынды тәрбиәләй.
Зәйнәб Биишева(5 сәғәт)
Балаларҙа ижтимағи тормошҡа, файҙалы хеҙмәткә ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләү. Уларҙың уҡыуы, уйыны, бергәләп эшләүҙәре, эҙләнеүҙәре процесында коллектив булып ойошоуҙарын иғтибар үҙәгендә тотоу. Балалар образын тыуҙырғанда, уларҙың эске донъяларына, тәрән кисерештәренә, характерҙың үҫешенә айырыуса иғтибар итеп, теләк ынтылыштарына бәйләп күрһәтеп, мәҫәл жанры менән таныштырыу. Тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Йомғаҡлау дәресе.
Ҡыш баһадир.
Ҡышҡы тәбиғәттең матурлығын асыу. Сағыштырыу, йәнләндереү алымдарына иғтибар итеү. Картина буйынса эш алып барыу.
Динис Бүләков(8 сәғәт)
Әҫәрҙә ысын хеҙмәттең тәме, ялған һәм хаҡлы дан, ысын батырлыҡ һәм тышҡы ялтырау, тәкәбберлек һәм баҫалҡылыҡ кеүек сифаттар конкрет персонаждарҙың образдары асыла һәм халыҡтың тәжрибәләр менән һыналған тапҡыр һүҙҙәре, мәҡәлдәр менән нығытыла.
Яныбай Хамматов(5 сәғәт)
“Салауат”, “Һырдаръя” романдарынан өҙөктәрҙе өйрәнеү үрнәгендә жанр( роман) тураһында әҙәби-теоретик төшөнсә биреү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән тарихи осор, Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси хәл тураһындағы мәғлүмәттәрҙе уҡыусыларға еткереү шарт. Ваҡиғаларҙы, факттарҙы , геройҙарҙың эштәрен сағыштырыу, баһа биреү, әҫәрҙең төп фекерен табыу, һығымталар яһау- быларҙың бөтәһе тарихи материалды аңлап үҙләштерегә ярҙам итә. Инеш әңгәмәлә геройҙарҙың кем булыуын, баларҙың улар тураһында нимәләр белеүен, ниндәй әҫәрҙәр уҡығанын асыҡлау. Әҫәрҙе уҡып һөйләтеү, план төҙөү, геройҙарға характеристика биреү, уларҙың тарихта тотҡан урынын билдәләү. Тарихи әҫәрҙәр уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Абдулһаҡ Игебаев (2 сәғәт)
Поэма жанры поэзияның иң ҡатмарлы формаларынан һанала. Шуның өсөн жанрҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе, шиғыр һәм мәҫәлдәр менән сағыштырып , 4-се класта уҡ өйрәнә башларға мөмкин.
Әҫәрҙең сюжеты лирик геройҙың уй-фекерҙәренән, кисерештәренән, һоҡланыуҙарынан тора. Һәр һүрәтләү әҫәрҙең йөкмәткеһен һәм идеяһын төрлө яҡлап аса: сағыштырыуҙар һәм йәнләндереүҙәр Урал тәбиғәтенең матурлығын, Уралдың мөһабәтлеген ҡабатлауҙан поэманың төп идеяһын тәрәнәйтеп, күҙ алдына баҫтыра.
Был жанрҙың теле ифрат үҙенсәлекле, халыҡсан. Әҫәрҙе уҡығанда тел байлығына иғтибар итергә, конкрет миҫалдарҙа күрһәтергә кәрәк.
Поэманың тексы өҫтөндәэшләгәндә түбәнге эш этаптарына иғтибар итергә: һүҙлек, фразеологик эш, уҡыусының тасуири уҡыуы һәм аңлатып биреү, әңгәмә, әҫәрҙең төп идеяһын билдәләү, уҡыусыларҙың аллы эштәрен ойоштороу.
Ноғман Мусин(6 сәғәт)
Кескәй уҡыусыларҙы ғаләмдең, тәбиғәттең әлегә улар өсөн сер булып ҡалған төрлө яҡтары менән таныштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйылған әҫәрҙәр урын алған.
Әҫәрҙә тәбиғәт донъяһы менән таныштырыу кешеләрҙең шул тәбиғәткә һәм бер-береһенә мөнәсәбәтенә ҡағылған әхлаҡи проблемалар менән дә тығыҙ бәйләп алып барыла.
Хикәйәләрҙә хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең насар бәндәләрҙән күргән йәберҙәрен уларҙың кисерештәре аша күрһәтеү балаларҙың тойғоһона тәьҫир итеү һәм тәбиғәткә һаҡсыл, мәрхәмәтле мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсаты ҡуйылған.
Фәрит Иҫәнғолов(6 сәғәт)
Хикәйәләрҙә балаларҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте уның ябай ғына серҙәрен асыуҙа, ҡоштарҙы, хайуандарҙы тәрбиәләүҙә күрһәтелә. Әҫәрҙә үҫмерҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы кеүек көндәлек ваҡиғаларҙан алып, илһөйәрлек тойғоларын сағылдырыусы ситуацияларға тиклем, йәш геройҙарҙың рухи- әхлаҡи йөҙөн асыусы төрлө ваҡиғалар яҡтыртыла. Үҙ аллы уҡыу күнекмәләрен нығытыу.
Кәтибә Кинйәбулатова(4 сәғәт)
Әҫәрҙәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл тормошо, унда балаларҙың, үҫмерҙәрҙең яҙмышы сағылдырыла .Йәш үҫмерҙәрҙең алдарында торған бурысты дөрөҫ аңлауҙары, өҫтәренә төшкән ауырлыҡтарҙы ғорур күтәреүҙәре, киҫкен һынауҙарҙа характерҙары сынығыуы күрһәтелә.
Сафуан Әлибай(3 сәғәт)
Балалар был бүлеккә ингән әҫәрҙәрҙе уҡып, уларға анализ яһап, тылсымлы ҡыш һәм алтын көҙ тәбиғәтенең үҙенсәлекле күренештәре менән таныша.Ике миҙгелдең тәбиғәтен сағыштырыу, айырмалыҡтарын билдәләү аша һәр миҙгелдең үҙенә генә хас күркәмлегенә баҫым яһау. Балаларға эстетик тәрбиә биреү, уларҙа тыуған яҡтың тәбиғәтенә, туған телгә мөхәббәт тәрбиәләү- әҫәрҙе өйрәнеүҙә төп маҡсат булып тора. Тасуири һәм һайлап уҡыу күнекмәләрен нығытыу.
Фәүзиә Рәхимғолова(5 сәғәт)
Хикәйәләрҙә хеҙмәттең тормоштағы бөйөк ролен аңлауҙа өлкәндәрҙең шифалы йоғонтоһо һәм кесе йәштәге геройҙарҙың эш өҫтөндә тәрбиәләнеүе һүрәтләнә. Әҫәрҙә ыңғай геройҙар һәм уларҙың күркәм эштәре, тормош сынығыуҙары күрһәтелә. Балаларҙың ата-әсәләренә, өлкәндәргә ярҙамлашыуы, хеҙмәт барышында тыуған һәм нығынған уй-фекерҙәре сағыу буяуҙар аша бирелә.
Кирәй Мәргән(2 сәғәт) Бөркөт ҡанаты.
Фаҡиһа Туғыҙбаева(1 сәғәт)
Шиғырҙарҙа ысын хеҙмәттең еңел булмауын, кешеләрҙән тырышлыҡ, оло көсөргәнеш, түҙемлек, таҫыллыҡ талап итеүенкүрһәтә, хеҙмәт кешеһенең бөйөклөгөнә инандыра, хеҙмәткә мөхәббәт темаһы уның емешенә, бигерәк тә игенсе тире менән дә берләштерелә.
Наил Ғәйетбай(3 сәғәт)
Әҫәрҙәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе балалар аңларҙай төшөнсәләр һәм образдар аша бойомға ашырыла. Был тема балаларҙың физик һәм аҡыл эшенә төрлөсә мөнәсәбәтен сағылдырыу ярҙамында хәл ителә. Балалар характерындағы ыңғай һәм кәмселекле яҡтары уларҙың хеҙмәтенә, өлкәндәргә ҡарашы аша һүрәтләнә.
Гөлфиә Юнысова(2 сәғәт)
Әсә һәм Ватандың бөйөклөгө, гүзәллеге, улар менән ғорурланыу- шиғырҙарҙың төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Әсәгә һәм Тыуған илгә һөйөү, шатланыу, шул ерҙә тыуып үҫеү менән ҡыуаныу тойғолары баланың күңеленә ғүмерлеккә һеңеп ҡалған “киң туғайҙар”, “алтын бешә торған баҫыуҙар”, “түңәрәк күл”, ”күкһел тауҙар” аша сағыла.
Раил Байбулатов(5 сәғәт)
Хикәйәләрҙә балаларҙың уйындары, ҡыҙыҡһыныуҙары, үҙ-ара дуҫлыҡтары менән бәйле төрлө ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ваҡиғалар һүрәтләнә.
Балалар араһындағы берсә ҡаршылыҡлы, берсә эскерһеҙ йылы мөнәсәбәттәр, дуҫлыҡтың нисек нығыуы, батырлыҡҡа ынтылыуы үҙенсәлекле итеп һүрәтләнә. Яҙыусы уларҙың эске донъяларына, тәрән кисерештәренә айырыуса иғтибар итә, характерҙарының үҫешен конкрет ситуацияларҙа күрһәтә.
Рәис Ғабдрахманов(6 сәғәт)
Яҙыусы балаларҙың ижтимағи тормошҡа, файҙалы хеҙмәткә ҡатнашырға ынтылыштарын мажаралы ваҡиғалар ярҙамында һүрәтләй.
Әҫәрҙәрҙә төрлө ситуацияларҙа балалар характерында булған тиҫкәре сифаттар тәнҡит ителә; ысын хеҙмәттең тәме, ялған һәм хаҡлы дан, дуҫлыҡ ҡәҙере кеүек сифаттар конкрет персонаждарҙың хәрәкәттәре менән һыналған тапҡыр һүҙҙәре, мәҡәлдәре менән нығытыла.
Марс Әхмәтшин(4 сәғәт)
Хикәйәләр балаларҙың эштәре, уй-хыялдары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре, үҫмерҙәрҙең үҙ ҡылығы, тормоштағы урыны һәм яуаплылығы хаҡында мәжбүр итә. Үҫмерҙәрҙең йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы кеүек көндәлек ваҡиғаларҙан алып, романтик ынтылыштарын, илһөйәрлек тойғоларын сағылдырыусы ситуацияларға таянып , йәш геройҙың рухи-әхлаҡи йөҙөн асыусы төрлө факттар яҡтыртыла.
Фәрзәнә Аҡбулатова(3 сәғәт)
Был әҫәрҙәр балаларҙың тормошто аңлау, эстетик ҡабул итеү ҡеүәһенә тәрбиәүи маҡсаттан сығып бирелә. Уларҙа һүҙ балалар уыҙынан алып барыла, сабыйҙарҙың тормош күренештәренә үҙ ҡарашы, тойғолары, эске кисерештәре сағылдырыла.
8.Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
Материаль-техник ҡулланмалар
-медиапроектор CD. DWD
- ноутбук; Плакаттар
-интерактив таҡта. Таратма материал
-документкамера
Өҫтәлмә әҙәбиәт.
1.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
2.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
3.Әбүбәкирова З.Ф., Әбүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
4.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
5.«Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары; “Йәншишмә”, гәзиттәре.
6.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
Уҡыусы өсөн.
Сынбулатова Ф.Ш., Атнағолова С.В., Кәримов С.Ғ. Әҙәби уҡыу. Дөйөм белем биреү учреждениеларының беренсе класы өсөн уҡыу китабы. Яңыртылған 2-се баҫма.– Өфө: Китап, 2012.
Сынбулатова Ф.Ш., Мараканова Р.Й. “Әҙәби уҡыу”дәреслегенә эш дәфтәре. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 1-се класы өсөн.- 2-се баҫма.- Өфө Китап, 2013.
Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Латипова Д.Р. Уҡыу китабы. Башҡорт мәктәптәренең 1-се класы өсөн.- Өфө: Китап, 2009.
1.“Әҙәби уҡыу “ дәреслеге.Башланғыс мәктәптең 4- класы өсөн уҡыу китабы.Төҙ.авт. Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т.,Дәүләтшина М. С. Өфө:Китап, 2011
2.“Әҙәби уҡыу “ дәреслегенә эш дәфтәре.4- класы өсөн.(1,2 )Төҙ.авт. Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т.,Дәүләтшина М. С. Өфө:Китап, 2011
3. “Уҡыу китабы” . Төҙөүселәре Ә.Т. Мәүлийәрова, Ишембәтова С.Т., С.Б. Акъюлова.
Уҡытыусы өсөн әҙәбиәт.
1. Сынбулатова Ф.Ш., Атнағолова С.В., Кәримов С.Ғ. Әҙәби уҡыу. Дөйөм белем биреү учреждениеларының беренсе класы өсөн уҡыу китабы. Яңыртылған 2-се баҫма.– Өфө: Китап, 2012.
2. Сынбулатова Ф.Ш., Мараканова Р.Й. “Әҙәби уҡыу”дәреслегенә эш дәфтәре. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 1-се класы өсөн.- 2-се баҫма.- Өфө Китап, 2013.
3.Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Латипова Д.Р. Уҡыу китабы. Башҡорт мәктәптәренең 1-се класы өсөн.- Өфө: Китап, 2009.
4. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996..
5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.
6. Һүҙлектәр.
7 .Дәүләтшина М.Сю, Янышева З.Ф.“Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма Өфө:Китап, 2010