МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.ТАКТАГУЛОВО
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Рассмотрено и принято на заседании педагогического совета Протокол №___ от _______ 201 г. | Согласовано. Зам. дир. по УВР_____Раянова Н.Г. «_____»____________201 г. | Утверждаю. Директор школы: __________ Галлямов В.К. Приказ №____ от «___»__________201 г. |
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА ПО БАШКИРСКОЙ ЛИТЕРАТУРЕ
5 класс
ДЛЯ ОБУЧАЮЩИХСЯ ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ
Срок реализации рабочей программы: 20__-20__ учебные годы
Рабочая программа учебного предмета «Башкирская литература» составлена с учетом:
Примерные образовательные программы по предмету «Башкирская литература». Составитель: М.Б. Юлмухаметов для 5 – 11 классов общеобразовательных организаций с родным (башкирским) языком обучения . Уфа: Китап, 2017г., рекомендованной Министерством Образования Республики Башкортостан.
Составитель: Раянова Нурия Гаделяновна
Год составления рабочей программы: 20__ г
Уҡыу предметын үҙләштереүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре:
«Башҡорт әҙәбиәте» предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:
- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;
- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
- текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
- үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.
Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
- анализлай һәм синтезлай белеү; - сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү; - фекерләй белеү;
Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;
- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
- башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
- дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
- һорауҙар бирә белеү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Белем бар байлыҡтан да артыҡ.
М. Ғафури «Нурлы мәктәп».
Р. Ниғмәти «Хәйерле юл, һеҙгә!».
Әҫәрҙә уҡыусыларҙың йәйге каникулын һәм уҡыуҙың тәүге көнө беренсе сентябрҙы тасуирлау.Уҡытыусы образы. Хеҙмәткә, уҡыуға мөхәббәт тәрбиәләү яғынан әҫәрҙең әһәмиәте. Әҫәр теленең образлылығы. Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Р.Байбулатов «Ағас һәйкәл».
Уҡытыусы – ул ҙур исем!
М. Кәрим «Уҡытыусыма»
Н. Нәжми «Беренсе дәрес»
Л. Яҡшыбаева «Бәхетең үҙең менән»
Килеп етте көҙҙөң алтыны…
А. Карнай «Урманда»
Хикәйәлә көҙгө тәбиғәтте тасуирлау. Йөкмәткеһенең аллегорик характер булыуы. Төп образдар.Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү маҡсатында образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү.Тәбиғәтте тасуирларға өйрәтеү.
Әҙәбиәт теорияһы. Тасуирлау тураһында төшөнсә.
Ғ. Рамазанов «Ураҡ өçтө».
Шиғырҙа игенсе хеҙмәтен данлау, юғары баһалау, халыҡ тормошондағы әһәмиәтен аңлатыу.Игенсе образы.
Әҙәбиәт теорияһы. Сағыштырыу тураһында төшөнсә.
Ф. Аҡбулатова «Атай икмәге»
Күңел күрке – тел.
Б.Бикбай «Туған тел», «Рус теле».
Р. Ғарипов «Туған тел»
Шиғырҙа туған тел һәм рус теленең халыҡ тормошонда тотҡан әһәмиәтен, матурлығын, байлығын данлау, телгә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү, шиғыр теленең байлығы, образлылығы өҫтөндә күҙәтеүҙәр.
Х.Тапаҡов «Бибинур «улуәсәй»
Уҡып барған һәр бер юлым, һәр бер һүҙем
Була минең юл күрһәтеүсе йондоҙом.
Д. Бүләков «Яралы китап»
Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы осорҙағы тормошто, халыҡтың көрәше, фажиғәләрен,батырлыҡтарын, хеҙмәтен, ауырлыҡты еңә белеүҙәрен тасуирлау. Әҫәрҙәрҙәге төп образдар.
Я.Ҡолмой «Ҡыҙыҡлы китап», Н.Иҙелбай «Иң яҡын дуç»
Әҫәрҙәрҙе тасуири уҡырға өйрәнеү. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өсөн кәрәк булған образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү.
Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтер…
Башҡорт халыҡ ижады.
Халыҡ ижады буйынса башланғыс кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау. Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәт.
Әкиәттәрҙең халыҡ ижады әҫәрҙәренең бер төрө булыуы.Уларҙың художестволы үҙенсәлектәре.
«Алпамыша батыр» әкиәте. Әкиәттең йөкмәткеһе. Алпамыша батыр образында халыҡҡа хас физик ҡеүәт, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ғәҙеллеккә, иреккә ынтылыу кеүек сифаттарҙы дөйөмләштереү.Әҫәрҙең оптимистик характерҙа булыуы.Әкиәт теленең образлылығы.
Тормош-көнкүреш әкиәттәре.«Әминбәк»,«Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәттәре.Халыҡтың хеҙмәтте юғары баһалауы һәм хеҙмәткә өндәү идеяһы.Әкиәттәге төп образдар.
«Айыу менән бал ҡорттары» әкиәте.
Предмет-ара бәйләнештәр. Башҡорт теле, һүҙҙәрҙең тура һәм күсерелгән мәғәнәһе.Синоним, антоним һәм омонимдар.
Йомаҡтар.
Халыҡ ижадының бер төрө булыуы яғынан йомаҡтар.Уларҙа халыҡтың тапҡыр аҡылы, зирәклеге, ижади фантазияһының сағылыуы. Йомаҡтарҙың образлылығы, тематик төрлөлөгө һәм художество үҙенсәлектәре (образлылыҡ, рифмалы һәм ритмлы булыу). Боронғо һәм совет осоро йомаҡтары.
Мәҡәлдәр.
Халыҡтың зирәклеген, тапҡыр аҡылын сағылдырыусы ҡыҫҡа теҙмә әҫәр булыу яғынан мәҡәл.Мәҡәлдәрҙең сағылышы, тематик төрлөлөгө, Тыуған ил, тәбиғәт, хеҙмәт, халыҡ азатлығы өсөн көрәш, батырлыҡ, дуҫлыҡ, иптәшлек тураһында мәҡәлдәр. Мәҡәлдәрҙә дөйөмләштереү көсө, аҙ һүҙ менән тәрән мәғәнә аңлатыу, мәҡәлдәрҙең теле.Уларҙа образлылыҡ, ритмлылыҡ.
Башҡорт халыҡ йырҙары.
Башҡорт фольклорында йыр жанры. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар.Таҡмаҡтар.Уларҙың айырмаһы, художество үҙенсәлектәре. Йырҙарҙың халы һәм айырым яҙыусылар тарафынан ижад ителеүе.
Боронғонан аманат.
С. Юлаев «Ҡайтып киләм»
Ғ. Усман «Егет булһаң»
С.Яҡшығолов «Дим буйында яҙғы таң»
Я. Юмаев «Шәкерт»
Килеп етте ҡыштың һыуығы…
Н. Нәжми «Беренсе ҡар»
С.Сурина « Ҡышты ҡаршылағанда»
Әҫәрҙәрҙә ҡышҡы тәбәғәт тасуирлана.
Башҡортостан – тыуған төйәгем.
Р Ғарипов «Башҡортостан»
М.Кәрим «Өс таған».
«Өс таған» повесында балалар тормошон, улар араһындағы дуҫлыҡ тойғоһон һүрәтләү.Әҫәрҙең идеяһы һәм образдары.
Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаç,
Уралҡайҙы һөймәç тә йән булмаç.
Р. Ниғмәти «Ҡыҙымдың һорауҙарыны яуаптар».
Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея мәғәнәһе, төп образдары.
А. Йәғәфәрова «Урал иле»
Изгеләрҙән – изге әсәйҙәр.
К. Кинйәбулатова «Әсә күңеле», Х. Назар «Таҡта сәй».
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе һәм мәғәнәһе.
Ғ. Вәлиев «Әсәйем фатихаһы»
Яҙ килә, яҙ!
Р. Назаров «Яҙ башы».
Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет тураһында төшөнсә.
Д. Бүләков «Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет».
Ш. Бикҡол «Яҙғы уйҙар».
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай.
Й. Мостафин «Ыласын».
Т. Ғиниәтуллин «Миҙал».
Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы осорҙағы тормошто, халыҡтың көрәше, фажиғәләрен,батырлыҡтарын, хеҙмәтен, ауырлыҡты еңә белеүҙәрен тасуирлау. Әҫәрҙәрҙәге төп образдар.
Тәбиғәт донъяһында.
Р. Ғарипов «Һабантурғай».
А. Карнай «Турғай».
Шиғыр һәм хикәйәнең идея йөкмәткеһе, образдары, художестволы үҙенсәлектәре.Шиғырҙа тасуирланған турғай образы.
З. Хисматуллин «Урман ҡунағы».
Әҫәрҙә яҙғы урман-тәбиғәтен, йәнлектәрҙе һүрәтләү.Олатай һәм уның ейәне, уларҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте.
Т. Йосопов «Ерән ҡашҡа».
С. Агиш «Турыҡай».
Шиғыр һәм хикәйәнең идея йөкмәткеһе, образдары, художестволы үҙенсәлектәре.
Йәмле йәй килде.
Ф. Иҫәнғолов «Хәмит күпере». Хикәйәнең йөкмәткеһе, идея мәғәнәһе, образдары.
Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте.
М. Йәлил «Йырҙарым»
Дәрдмәнд «Нурый менән Зәйнәб», «Бер хазина»
Кластан тыш уҡылған әҫәрҙәр буйынса әңгәмә
Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү
Дәрес һаны буйынса тематик планлаштырыу
Темалар | Дәрестәр һаны |
Белем бар байлыҡтан да артыҡ | 3 |
Уҡытыусы – ул ҙур исем! | 2 |
Килеп етте көҙҙөң алтыны… | 4 |
Күңел күрке – тел | 2 |
Уҡып барған һәр бер юлым, һәр бер һүҙем Була минең юл күрһәтеүсе йондоҙом | 2 |
Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтер… | 4 |
Боронғонан аманат | 2 |
Килеп етте ҡыштың һыуығы… | 2 |
Башҡортостан – тыуған төйәгем | 4 |
Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаç, Уралҡайҙы һөймәç тә йән булмаç | 1 |
Изгеләрҙән – изге әсәйҙәр | 1 |
Яҙ килә, яҙ! | 1 |
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай | 1 |
Тәбиғәт донъяһында | 1 |
Йәмле йәй килде | 1 |
Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте | 1 |
Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү | 2 |
Бөтәһе | 34 |
№ | Үткәрелеү ваҡыты | Дәрестең темаһы | | Иҫкәрмә |
кален | фактик |
1 | | | Р. Ниғмәти «Хәйерле юл, һеҙгә!» | | |
2 | | | Р.Байбулатов «Ағас һәйкәл»(13-20-се б.) | | |
3 | | | Р.Байбулатов «Ағас һәйкәл»(21-27-се б.) | | |
4 | | | М. Кәрим «Уҡытыусыма». Н. Нәжми «Беренсе дәрес» | | |
5 | | | Л. Яҡшыбаева «Бәхетең үҙең менән» | | |
6 | | | А. Карнай «Урманда». Тасуирлау тураһында төшөнсә Т.ү. «Көҙгө урманда» | | |
7 | | | Ғ. Рамазанов «Ураҡ өçтө».Сағыштырыу тураһында | | |
8 | | | Ф. Аҡбулатова «Атай икмәге» (I- II бүлек) | | |
9 | | | Ф. Аҡбулатова «Атай икмәге» (III бүлек) | | |
10 | | | Б.Бикбай «Туған тел», «Рус теле».Р. Ғарипов «Туған тел» | | |
11 | | | Х.Тапаҡов «Бибинур «улуәсәй» | | |
12 | | | Д. Бүләков «Яралы китап» | | |
13 | | | Я.Ҡолмой «Ҡыҙыҡлы китап», Н.Иҙелбай «Иң яҡын дуç» | | |
14 | | | Тест һорауҙарына яуап биреү | | |
15 | | | Башҡорт халыҡ ижады .«Алпамыша батыр» әкиәте | |
16 | | | «Әминбәк» әкиәте | | |
17 | | | «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте | | |
18 | | | «Айыу менән бал ҡорттары» әкиәте | | |
19 | | | Йомаҡтар. Мәҡәлдәр. Башҡорт халыҡ йырҙары | | |
20 | | | С. Юлаев «Ҡайтып киләм».Ғ. Усман «Егет булһаң».С.Яҡшығолов «Дим буйында яҙғы таң».Я. Юмаев «Шәкерт» | | |
21 | | | Н. Нәжми «Беренсе ҡар» | | |
22 | | | С.Сурина « Ҡышты ҡаршылағанда» | | |
23 | | | Р Ғарипов «Башҡортостан» | | |
24 | | | М.Кәрим «Өс таған». «Бөркөтлө».«Башлыҡ һайлау» | | |
25 | | | М.Кәрим «Өс таған». «Өсөнсө терәү» | | |
26 | | | Р. Ниғмәти «Ҡыҙымдың һорауҙарыны яуаптар» | | |
27 | | | А. Йәғәфәрова «Урал иле».К. Кинйәбулатова «Әсә күңеле», Х. Назар «Таҡта сәй» | | |
28 | | | Ғ. Вәлиев «Әсәйем фатихаһы».Р. Назаров «Яҙ башы». Эпитет тур-да. | |
29 | | | Д. Бүләков «Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет». Ш. Бикҡол «Яҙғы уйҙар» | | |
30 | | | Й. Мостафин «Ыласын». Т. Ғиниәтуллин «Миҙал» | | |
31 | | | Р. Ғарипов «Һабантурғай»А. Карнай «Турғай».З. Хисматуллин «Урман ҡунағы».Т. Йосопов «Ерән ҡашҡа» | |
32 | | | С. Агиш «Турыҡай». Ф. Иҫәнғолов «Хәмит күпере». Характеристика тураһында | |
33 34 | | | М. Әбсәләмов «Йомағужа тирәктәре». М. Йәлил «Йырҙарым». Дәрдмәнд «Нурый менән Зәйнәб», «Бер хазина». Тест һорауҙарына яуап биреү. | |