СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 20.05.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по башкирскому языку для 5-9 классов для башкирских школ

Нажмите, чтобы узнать подробности

рабочая программа башкирской литературе  для 5-9 классов в башкирской школе

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по башкирскому языку для 5-9 классов для башкирских школ»

Башҡортостан Республикаһы

Мәсетле районы муниципаль районы

Оло Ыҡтамаҡ ауылы 1-се һанлы лицей муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ужреждениеһы филиалы

Теләш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе





ҠАРАЛҒАН

филология бүлеге

уҡытыусыларының

ММБ ултырышында

2018 й. «___» авгусы

«____» һанлы протокол

КИЛЕШЕЛГӘН

уҡыу-уҡытыу буйынса

мөдир урынбаҫары

Шарапова Р.Т._______

2018 й. «_____» ______


РАҪЛАЙЫМ

Филиал мөдире

Азизова Г.И._________

2018 й. «_____» ______

.





5-9 кластар өсөн

төп белем биреү буйынса

башҡорт әҙәбиәтенән эш программаһы

(Икенсе быуын стандарттары)

Базис кимәл


Эш программаһы 5 йылға төҙөлдө


Башҡорт әҙәбиәте” предметы буйынса белем биреү

өлгө программа авторы М.Б.Юлмөхәмәтов



Төҙөнө: Юғары категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Хатмуллина

Зимфира Альберт ҡыҙы








2018 й.

Теләш ауылы


БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ” ПРЕДМЕТЫ БУЙЫНСА ПРОГРАММА


Программаға дөйөм характеристика


Дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса эш программаһы дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге һәм федераль дәүләт стандарттарында һөҙөмтәләргә ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп идеялары һәм положениелары, дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары күҙ уңында тотолдо.

Эш программаһында уҡыусыларҙың төп эшмәкәрлеге төрҙәрен үҫтереү ҡаралған, уларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған.


Программа кимәле: базис

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү оәошмаларының 5-11 кластары өсөн “Башҡорт әҙәбиәте” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары” нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүсеһе: М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө. 2017.


Тәҡдим ителгән программа Оло Ыҡтамаҡ ауылы 1-се һанлы лицей муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ужреждениеһы филиалы Теләш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.


Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль Законы (29 декабрь 2012 йыл, №273-ФЗ);

  • Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» Законы (11 июль ,2013 йыл, № 696-з);

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Рәсәй Федерацияһы Законы (25 октябрь, 1991 йыл, №1807-1);

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһыны Законы (17 март 2003 йыл, № 482-з, 28 декабрь 2009 йыл, № 192-з);

  • Төп белем биреү федераль дәүләт стандарттарының фундаменталь нигеҙе. –М: Просвещение, 2011;

  • Төп белем биреү федераль дәүләт стандарттары. –М: Просвещение, 2011;

  • Оло Ыҡтамаҡ ауылы 1-се һанлы лицей муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ужреждениеһы филиалы Теләш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Эш программаһы тураһында» положение .



Программа өс бүлектән тора:

  1. Аңлатма яҙыу»ҙа һәр бүлектең үҙенсәлеге күрһәтелә, башланғыс белем биреү программаларының йөкмәткеһе, норматив документтарар күсәгилешлеге асыла: әҙәбиәт курсына дөйөм характеристика бирелә, базис уҡыу планында уның урыны бирелә.

Әҙәбиәт курсын өйрәнеүҙең маҡсаттары дөйөм белем биреү системаһында төп педагогик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур роль уйнай. Ошо белем биреү йылдарында уҡыусыларҙыңәҙәбиәттәнүҙләштереүгә тейеш белем һәм күнекмә һөҙөмтәләрек асыла.

Маҡсат һәм белем һөҙөмтәләре бер нисә кимәлдә бирелә- шәхес, метапредмет, предмет йүнәлешендә. Үҙенең сира­тында предмет һөҙөмтәләре кеше эшмәкәрлегенең төп сферала­рына ярашлы күрһәтелә: танып белеү, ҡиммәт ориентацияһы, хеҙмәт, физик, эстетик тәрбиә.

  1. «Төп йөкмәтке» берләштерелгән блоктарҙы, белем биреүсе экскурсияларҙың исемлеген үҙ эсенә ала.

Программала кластан тыш уҡыу һәм ятлау өсөн әҫәрҙәр исемлеге бирелә.

  1. «Тематик планлаштырыу» бүлегендә әҙәбиәт кур­сының темалар исемлеге һәм һәр бүлекте өйрәнеү өсөн сәғәттәр һаны, темаларҙың төп йөкмәткеһенә һәм уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә уҡыу эшмәкәрлеге кимәлендә характеристика бирелә.


Программа 5-9-сы кластарҙа башҡорт яҙыусыларының йөкмәткеле әҫәрҙәре менән таныштырыуҙы, нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәрен уҡыуға ихтыяж тыуҙырыуҙы, дөрөҫ, грамоталы һөйләүҙе һәм яҙыуҙы ғына бурыс итеп ҡуймай. Әҙәби әҫәрҙәрҙең темаһын һәм идеяһын аңлау, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡ­тарына дөрөҫ баһа биреү, художестволы әҫәрҙәрҙе айыра, улар­ҙың теле менән һоҡлана белеү, образлы һөйләү һәм яҙма телмәр формалаштырыу, әҙәбиәт фәне өлкәһендә белем биреү, шәхес булараҡ тейешле кешелек сифаттары тәрбиәләү, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү - программаның төп йүнәлештәре булып тора.


  1. Аңлатма яҙыу

  1. Төп дөйөм белем биреүҙең маҡсатына өлгәшеүҙә

«Әҙәбиәт» предметының өлөшө


Әҙәбиәт һүҙ образы сәнғәте булараҡ - тормошто танып белеү­ҙең, донъяның художестволы моделен аңлауҙың үҙенсәлекле алымы.

Әҙәбиәт Рәсәй мәктәптәрендә төп гуманитар уҡыу фәне булараҡ, һәр яҡтан үҫешкән, гармоник шәхесте формалаш­тырыуға, гражданин һәм патриотты тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Мәҙәниәттең гуманистик ҡиммәттәренә мөрәжәғәт итеү һәм ижади һәләтлеген үҫтереү - эмоциональ бай һәм интел­лектуаль үҫешкән, үҙенә конструктив һәм шул уҡ ваҡытта тирә-йүндәге донъяға тәнҡит күҙлегенән ҡарарга өйрәнгән шәхес тәрбиәләүҙең кәрәкле шарты.

Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусының һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре менән танышыуы - ул ысын художество ҡиммәттәре менән генә танышыу факты түгел, ә аралашыу (коммуникация), яҙыусы­лар менән диалог (башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың яҙыусы­лары, беҙҙең замандаштар, икенсе дәүер вәкилдәре) тәжрибәһе лә. Был халыҡ ижадында һәм башҡорт классик әҙәбиәтеңдә сағылдырылған дөйөм кешелек ҡиммәттәре һәм шул нигеҙҙә башҡорт халҡының рухи тәжрибәһе менән таныштырыу. Ул бөтә донъя мәҙәниәте тарихына яҙылған һәм, һис шикһеҙ, милли үҙенсәлекле ҡиммәттәр менән таныштырыу. Илебеҙ халыҡтарының һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре менән танышыу уҡыусы­ларҙың аңында художестволы мәҙәниәттең байлығы һәм күп төрлөлөгө, күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхлаҡ потенциалы тураһында ҡараштарын киңәйтә.

Һүҙҙәр, тел билдәләре менән әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормоштоң художестволы картинаһы тойғолар (эмоция) ниге­ҙендә генә ҡабул ителмәй, ә интеллектуаль аңлау итеп ҡабул ителә (рационально).

Әҙәбиәтте юҡҡа ғына философия, психология менән сағыш­тырмайҙар, уны «художестволы тикшеренеү», «кешене өйрә­неү фәне», «тормош дәреслеге» тип тә атайҙар.

Әҙәбиәт буйынса белем биреү уҡыусыларҙың эмоцияларына ла, фекерҙәренә лә йоғонто яһау юлы менән тормошҡа ашы­рыла. Аныҡ фәндәрҙе уҡытҡанда логик төшөнсәләрҙе, ҡағиҙә­ләрҙе аңлатыу юлы менән белем биреп, уҡыусыларҙың фекере, донъяға ҡарашы формалаштырыла. Ә әҙәбиәт дәрестәрендә белем һәм тәрбиә биреүҙә һүҙ сәнғәте саралары менән уҡыусы­ларҙың тойғоларына ла, фекерҙәренә лә йоғонто яһап, образлы фекерләүе байытыла, донъяға эстетик ҡараш тәрбиәләнә.

Бөтә яҡлап гармоник үҫешкән яңы кешене формалаш­тырыуҙа белем һәм тәрбиәнең төрлө компоненттарын диалек­тик берҙәмлектә, үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнештә хәл итеү талап ителә.

Әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеү процесында тәрбиә биреү йәш кеше­нең әхлаҡ йөҙөн формалаштыра, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт тәрбиәләй.

Әҙәби әҫәрҙәр уҡыусыларҙа ижтимағи күренештәргә, кеше тормошона, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә ҡарата эмоциональ ҡыҙыҡһыныу уята. Шуның өсөн ул кеше күңеленә тәьҫир итеп, әхлаҡ нормаларын формалаштырыуҙа ҙур урын тота.

Тыуған ерҙе, халҡыңды һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо туған телең, тыуған йортоң, урамың, ауылың һәм республикаңа, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тойғоһонан башлана. Ул үҙ әсенә халыҡтың үткән данына, хеҙмәт һәм хәрби традицияларына, йыр-моңона, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә, атик-эстетик ҡараштарына ихтирам, ата-бабаларҙан ҡалған аманатҡа, уларҙың яҡты идеалдарына дуҫлыҡ, берҙәмлек, тоғролоҡ кеүек һыҙаттарҙы ла берләштерә. Тыуған йортоңдо һөйөүҙән тамырланған был тойғо Тыуған илеңә, дөйөм кешелеккә һөйөү булып әүерелә.

Әҙәбиәт уҡытыу алдында торған белем һәм тәрбиә биреү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу һәм телмәр үҫтереү бурыстары, шул рәүешле, художестволы әҙәбиәттең үҙенсәлек­тәрен иҫәпкә алыу нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Әҙәбиәтте уҡытыу процесында донъяға фәнни ҡараш формалаштырыуҙа кешенең аңы ғына түгел, тойғоһо, ижади хыялы, илһам һәм эстетик идеалы ла ҙур әһәмиәткә эйә.

Һүҙ сәнғәте булған әҙәбиәттең тәрбиә биреү бурыстарын комплекслы хәл итеү мөмкинлектәре ғәйәт ҙур.

Фекерҙәр һәм тойғолар синтезы булған әҙәбиәт кеше аңы­ның, кеше рухының бөтә сфераларына: уның аҡылына, тойғо­ларына, хәтеренә, хыялдарына комплекслы йоғонто яһап, уның бөтә яҡлап үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙыра.

Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың бурыс һәм маҡсаттары уның донъяны танып белеү һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсә­лектәренән сығып билдәләнә.

Мәктәптә уҡытыу фәне булараҡ, әҙәбиәт үҙе өс элементтан тора. Ул, беренсенән, әҙәби әҫәрҙең үҙен уҡып үҙләштереү өсөн һайланған текстарҙы, яҙыусылар ижадын, икенсенән, әҙәбиәт тарихы һәм теорияһын, өсөнсөнән, тел ғилеме буйынса мәғлү­мәттәрҙе үҙ эсенә ала. Уларҙы ойоштороп белем биреүҙә донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, эстетик тәрбиә биреү, логик һәм образлы фекерләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү бурыстары хәл ителә. Йәш быуынды халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт традицияларына тоғролоҡ рухында тәрбиәләүҙә, эстетик зауыҡ, хеҙмәткә дөрөҫ ҡараш, үҙ-ара аралашыу, милләт-ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәте булдырыуҙа тел һәм әҙәбиәт дәрестәре төп һәм мөһим урынды тота.

Уҡыусыларҙы рухи байлығыбыҙҙың иң ҙур ҡаҙанышта­рының береһе — нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, шуның менән дөйөм мәҙәни кимәлдәрен күтәреү бурыстары хәл ителә. Әҙәбиәтте уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға әмоциональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһы буйынса белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, логик һәм образлы фекерләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү маҡсаттары тормошҡа ашырыла.

Был йәһәттән түбәндәге маҡсаттар күҙ уңында тотола:

  • Дәрестә эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүсе ыңғай психоло­гик мөхит, матди шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырыу.

  • Уҡыусыла үҙенә ышаныс булдырыу һәм теләһә ниндәй ҡатмарлы, сетерекле ситуацияларҙа проблеманы хәл итеү ысулдарын таба белеү, эшмәкәрлек сифаттарын башҡа шарт­тарҙа һәм бүтән сфераларҙа ҡулланыу.

  • Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолала­рын, ырымдарын, юрау-һынамыштарын, традицияларын өйрәнеү.

  • Уҡыусыла милләте, халҡы, тыуған ере, республикаһы, уның мәҙәниәте менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Хәҙерге заман шарттарында әҙәбиәт фәнен өйрәнеү баланы уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеүсе уҡытыу технологияһына нигеҙ­ләнә.

Аҡыл эшмәкәрлеген эҙмә-эҙлекле формалаштырыу түбән­дәге этаптарҙан тора:

  • эшмәкәрлеккә этәргес биреүсе мотив (эске ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тойоу, өйрәнеүсе объектҡа ҡарата маҡсатлы йүнәлеш, теләк һ. б.) тыуҙырыу;

  • системалы эшмәкәрлектең йөкмәткеһен, йүнәлешен билдәләү; эшмәкәрлекте бойомға ашырыу, матди кәүҙәләнешен күреү һәм ғәмәли эштәр;

  • башҡарылған эштәрҙе, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барлау, эш сифатын үҙеңә контролләү һәм баһалау.

Аҡыл эшмәкәрлеген теоретик белем биреү, белем алыуҙы фәнни материалға нигеҙләнеп ҡороу тип аңлау ғына дөрөҫ булмаҫ ине. Ул мәҙәни аралашыуға, кеше психологияһын иҫәпкә алып ҡоролған мөнәсәбәткә нигеҙләнгән эшмәкәрлек.


2. Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы

«Филология» буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, «Әҙәбиәт» фәне «Башҡорт теле» менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт әҙәбиәте уҡыусыларҙың телмәрен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү уҡыусыларҙы һүҙҙең эстетик мәғәнәһен, башҡорт теленең стилистик матурлығын аңларға булышлыҡ итә.

«Әҙәбиәт» уҡыу фәненең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙәренең (әҙәбиәтте өйрәнеү) берҙәмле­ген тәшкил итә.

Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора.

Башланғыс кластарҙа белем һәм күнекмәләр биреү аңлат­малы уҡыу аша алып барыла. Был кластарҙа программаларға индерелгән әҙәби әҫәрҙәр, фәнни темаларға яҙылған мәҡәлә­ләрҙе өйрәнеү уҡыусыларҙың аңлы уҡыу, яҙыу, һөйләү күнек­мәләрен үҫтереү, тормош тураһында белемдәрен киңәйтеү, идея-эстетик, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, әҙәбиәткә һөйөү уятыу маҡсаттары менән бәйләп алып барыла. Әҙәбиәт өйрәнеүҙең был баҫҡысында әҙәбиәт теорияһынан бер ни тиклем элементар мәғлүмәттәр биреү күҙ уңында тотолһа ла, аңлатмалы уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларға әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса системалы белем биреү төп маҡсат итеп ҡуйылмай.

Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабы - 5 - 8-се кластарҙа әҙәбиәттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме (әҙәбиәт теорияһы менән тарихы) буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.

Урта мәктәптең юғары - 9-11-се кластарында әҙәбиәт тарихы өйрәнелә.

Яңы быуын дәүләт стандарттары иң тәүҙә башҡорт әҙәбиә­тенән белем биреүҙең күләмен билдәләүҙе талап итә.

Шулай итеп, 5—8-се кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеү айырым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү принцибына нигеҙләнә. Шуның өсөн дә программала төп иғтибар әҙәби әҫәрҙәрҙе һайлауға, уларҙы өйрәтеүҙең системаһын, принциптарын билдәләүгә йүнәлтелә. Йөкмәткеләре яғынан бай, художестволы формаһы менән камил, уҡытыу-тәрбиә талаптарына яуап бирерлек әҫәрҙәрҙе һайлап алғандан һуң, уларҙы урынлаштырыу - яңы система төҙөү, әҫәрҙәргә аннотация биргәндә әҙәби мираҫты яңыса баһалау, сәғәттәр һанын һәм башҡа нормативтарҙы билдәләү мөһим урын тота.

5-8-се кластарҙа әҙәбиәт курсы нигеҙҙә концентр, тарихи-хронологик һәм проблемалы-тематик принциптар, ә инде 9-сы кластан алып әҙәбиәт тарихы хронологик принципта өйрәнелә (боронғо дәүерҙән алып ХХI быуат башына тиклем

Был программа яҙыусыларҙың ижады тураһында белешмә биреүҙе күҙ уңында тотмай. Әгәр программала махсус күрһә­телмәһә, уҡытыусы теге йәки был яҙыусы ижады тураһында-ҡыҫҡаса әйтеп китеү менән генә сикләнә. Ә инде айырым тәҡдим ителһә, ентеклерәк мәғлүмәт бирә. Әгәр ҙә уҡытыусы тейешле тип тапһа, айырым яҙыусылар тураһында өҫтәлмә материалдарҙан файҙалана, махсус дәрестәр, өҫтәлмә саралар уҙғара ала.

Бөгөнгө әҙәбиәтте киңерәк өйрәнеү ниәте менән, ҡайһы бер әҫәрҙәр һәм яҙыусылар ижады вариант тәртибендә тәҡдим ителде. Авторҙың бер нисә әҫәренең ҡайһыһына туҡталыу уҡы­тыусы һәм уҡыусылар ҡарамағына ҡалдырылды, йәғни дәрестә улар күңеленә хуш килгән әҫәрҙәр өйрәнелә, ҡалған­дарын белеү мәжбүри түгел. Шул уҡ ваҡытта уларҙы уҡыу һәм өйрәнеү сикләнмәй. Һайлап алыу эшенә балаларҙы ҡатнашты­рыу, фекерҙәрен иҫәпкә алыу, уларҙың әүҙемлеген уятыу мөһим. Имтиханда уҡыусыға үҙе белгән, үҙе өйрәнгән ижад йәки әҫәр тураһында һөйләү хоҡуғын бирергә кәрәк.

Программала әҫәрҙәрҙең жанрын, төп идеяһын аңларлыҡ, матур әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен төшөнөрлөк кимәлдә әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса төшөнсәләр тәҡдим ителде. Юғары кластарҙа улар тәрәнерәк өйрәнелә.

Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарт­тарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ошоға ярашлы, мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтә. Шуға күрә унда телмәр үҫтереү буйынса махсус бүлек, һәр класта үткәрелә торған эштәр һәм биремдәр күрһәтелгән.

Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса йәки тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләү һәм яҙыу, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола.

Һөйләү телен һәм тасуири уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү маҡса­тында бирелгән эш төрҙәрен уҡытыусы әҙәби текстарҙың идея-тематик, жанр, композиция һәм тел үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп, әҫәрҙе өйрәнеү өсөн бүленгән дәрес сәғәттәре эсендә үткәрә.

Программала телмәр үҫтереү буйынса төп эштәр менән бергә ярҙамсы эштәр ҙә күрһәтелгән. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусы­ларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә бәйләп, әҙәби текстарҙы тасуири һөйләү күнегеүҙәре үткәрелә; уның өсөн махсус ваҡыт бүленә. Телмәр үҫтереү өсөн бирелгән был сәғәттәрҙә әҙәби текстағы һүҙҙәрҙе асыҡ итеп, логик баҫым­дарҙы, паузаларҙы һәм тейешле темпты һаҡлап уҡырға өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла, төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән таныштырыла. Тасуири уҡыу, уҡығанды һөйләп бирә белеү, сағыштырыу, мәҡәл, әйтемдәрҙе һ. б. образлы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе телмәрҙә урынлы ҡулланыу, яҙғанда һәм һөйләгәндә цитаталар файҙаланыу, тәбиғәтте күҙәтеү һәм күҙәткәнде яҙып, һөйләп бирә белеү кеүек эштәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыусыларҙа был күнекмәләрҙе булдырыу - һәр уҡытыу­сының бурысы. Юғарыраҡ кластарға күскән һайын был эштәр ҡатмарлана бара.

Программала яңы быуын стандарттары нигеҙендә әҙәбиәт теорияһы буйынса поэтик телдең саралары булған сағышты­рыуҙар, эпитеттар, йәнләндереүҙәр тураһында төшөнсәләр биреү күҙ уңында тотолдо. Уҡыусылар был төшөнсәләрҙе ғәмәли үҙләштерһен өсөн, бөтә йыл буйы әҙәби текстарға бәйләп күҙәтеүҙәр һәм күнегеүҙәр алып барыла. Был бигерәк тә шиғри телмәргә ныҡ ҡағыла. Уҡыусылар шиғри телмәрҙең үҙенсәлек­тәрен, шиғыр үлсәүҙәрен, теге йәки был шиғри әҫәрҙең рифма үҙенсәлектәрен ныҡлы үҙләштерһен әсен, эҙмә-эҙлекле күнегеүҙәр алып барыу кәрәк.


  1. «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеүҙең төп маҡсаттары булып түбәндәгеләр тора:

  • донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;

  • шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ-үҙен реализа­циялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү;

  • башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи булыуын аңлау;

  • художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализ­лау күнекмәләрен этап менән эҙмә-эҙлекле формалаштырыу;

  • художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу, үҙең­дең тексыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;

  • дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү, уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, Интернет менән файҙаланыу һ. б.).

Әҫәрҙе өйрәнеүҙең эҙмә-эҙлелеген тәьмин итеүсе тематик, хронологик һәм жанр принциптары алынды. Улар мәктәп практикаһында оҙаҡ йылдар ҡулланыу осоронда үҙ-үҙен аҡлай килә.

5-6-сы кластарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе урынлаштырыуҙа тематик, 7-8-се кластарҙа тарихи-хронологик принцип, халыҡ ижадын өйрәнеүҙә жанрҙар принцибы ҡабул ителде.

5-6-сы кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеүҙе тематик принципҡа ҡороуҙа төрлө тема, төрлө жанрҙарға ҡараған әҫәрҙәр һайлап алынды.

7—8-се кластарҙа халыҡ ижадын һәм әҙәбиәтте жанрҙарға бүлеп, тарихи-хронологик принципта өйрәнеү уҡыусыларға әҫәрҙәрҙе үҙ-ара сағыштырып, уларҙың йөкмәткеләрен конкрет тарихи ваҡиғалар менән бәйләнештә төшөндөрөү яғынан айырыуса уңайлы булыуы күҙ уңында тотолдо.ә инде 9-сы класта әҙәбиәт тарихын системалы өйрәнеү башлана.

Халыҡ ижадының программаға ингән бай йөкмәткеле әҫәр­ҙәре халыҡ тормошон, көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, әхлаҡ нормаларын, азатлыҡ өсөн көрәшен, патриотизм һәм халыҡтар дуҫлығы тойғоларын, эстетик ҡараштарын сағылдырып, гармоник үҫкән шәхесте формалаштырыуға хеҙмәт итәләр.

5-8-се кластарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙең айырым темаларға төркөмләп бирелеүе менән бергә, унда индерелгән проза, поэзия, драма әҫәрҙәренең үҙ-ара сиратлашып килеүе лә бик мөһим. Уларҙы үҙ-ара сағыштырып өйрәнеү, шуның менән уҡыусыларҙың ассоциатив хәтерҙәрен байытыу, әҙәбиәткә булған ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеү өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла.

5-6-сы клас­тарҙа өйрәнелә торған әҫәрҙәр мәктәп тормошо, балаларҙың тәүге уҡыу көнө, рус теле, туған тел, көҙгө, ҡышҡы, яҙғы, йәйге тәбиғәт, халыҡ ижады әҫәрҙәре, халыҡтың ауыр тор­мошо, героик көрәше, Ватанды һаҡлау, тыныслыҡ өсөн көрәш һәм әхлаҡи-этик темаларға төркөмләп бирелгән. Был тема­ларҙы урынлаштырыуҙағы эҙмә-эҙлелек, бер тема менән икенсеһенең сиратлашыуы шулай уҡ педагогик маҡсаттарҙы үтәүгә йүнәлтелгән.

Телмәр үҫтереү буйынса программала ҡаралған эштәр күҙәтеү һәм монографик темалар өсөн бирелгән сәғәттәр эсендә үткәрелә. Телмәр үҫтереү өсөн махсус сәғәттәр ҙә булғанлыҡ­тан, улар, ғәҙәттә, яҙма эштәр үткәреү өсөн файҙаланыла.

Уҡыусыларҙың художестволы әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуы, китап һөйөү һәм уның менән эш итә белеү, әҙәби әҫәрҙе үҙ аллы аңлай, баһалай белеү күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә айырыуса ныҡлы эш алып барырға кәрәк. Уҡыусының тор­мош, әҙәбиәт, образдарҙан сығып кешеләр хаҡында үҙ аллы фекерләүен үҫтереүгә әһәмиәт итеү бик мөһим.


  1. «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Төп урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтә­ләре түбәндәгеләр:

  • шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;

  • танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет-ресурс һ. б.).

Төп урта мәктәптә “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

• проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материал­дарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;

  • «эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;

• төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтә­ләре булып түбәндәгеләр тора:

1) танып белеү сфераһында:

  • башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусы­ларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;

  • художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәкн бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;

  • әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);

• әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;

2) ҡиммәт-ориентация сфераһында:

  • башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәт­тәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;

  • башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;

  • өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булды­рыу (айырым осраҡтарҙа); (

  • автор позицияһын аңлау, уға ҡарата уҙ ҡарашын булдырыу;

3) коммуникатив сферала:

  • төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;

  • проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулла­нылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларың һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;

  • тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;

  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм ейҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйәм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;

4) эстетик сферала:

  • һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ форма­лаштырыу;

  • башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.



  1. Әҙәбиәт курсының базис уҡыу (белем биреү) планындағы урыны.

Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы әҙәбиәтте 280 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класта - 70 сәғәт, 6-сы класта - 70 сәғәт, 7-се класта - 35 сәғәт, 8-се класта - 35 сәғәт, 9-сы класта - 70 сәғәт.


Укыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

«Башҡорт әҙәбиәте» курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:

1. Шәхси сифаттар:

1. Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;

2. Этник һәм милли сағылышын таныу:

  • үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

  • мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;

  • һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;

  • атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;

3. Ғайлә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;

4. Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;

5. Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау;

6. Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;

7. Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ-әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;

8. Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;

9. Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.

2. Метапредмет һәләттәре:

Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив).

  1. Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәр­леген ойошторорға һәләтле булыу;

  2. Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү;

  • уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

  • әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусы һәм художестволы әҫәр буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙерләнеү эше алып барырға, уның буйынса преэентация эшләй белеү;

  • билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана бел еү;

  1. Үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып компьютер грамо-талылыгына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны төҙәтә һәм техник эшкәртә белеү;

  2. Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү;

  3. Сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшаш­лыҡты булдырыу;

  4. Әңгәмәсеһенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикше­релгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү;

  5. Объекттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.

  1. Предмет һәләттәре:

  1. Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау;

  1. Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федера­цияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау;

  2. Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;

  1. Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сарала­рына эйә булыу;

  2. Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ-ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау;

6. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү;

7. Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү;

8. Уҡыу компонентына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу, йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар алымдарың, элементар әҙәбиәт тәшөнсәләр менән художестволы, фәнни-популяр һәм уҡыу текстарын үҙгәртеп ҡора белеү;

9. Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу;

10. Һөйлөмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм торөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;

11. 70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белеү;

12. Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:

  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең исемен һәм авторын белеү;

  • әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен) аңлау;

• әҫәрҙәрҙең композицияһын аңлата белеү;

  • юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белеү;

  • портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;

• ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү

  • өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

• әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;

• яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;

• әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;

  • өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея-художество урынын билдәләү;

  • телдең һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән метафораның) контекстағы идея-художество урынын билдәләү;

  • уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын характерлау;

  • авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын үҙ-ара сағыштырыу;

  • эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

  • эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план төҙөү;

  • телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;

  • үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;

  • һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) характеристика биреү;

  • өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;

  • художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

  • эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);

  • эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

  1. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:

  • уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

  • теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презеитация эшләй белеү;

  • мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, әҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү;

  • билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фрааеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.


II. Төп йөкмәтке

Эш программаһында түбәндәге бүлектәр тәҡдим ителә.

  1. се бүлек. Халыҡ ижады.

  2. се бүлек. Ауыҙ-тел әҙәбиәте

  3. се бүлек. Боронғонан алып XХIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте.

  4. се бүлек. XIX быуатта башҡорт әҙәбиәте.

  5. се бүлек. XX быуат башы башҡорт әҙәбиәте.

  6. сы бүлек. XX быуаттың 20-30-сы йылдарындағы башҡорт әҙәбиәте.

  7. се бүлек. XX быуаттың 40-50-сы йылдарындағы башҡорт әҙәбиәте.

  8. се бүлек. XX быуаттың 60-80-сы йылдарындағы башҡорт әҙәбиәте.

  9. сы бүлек. XX быуаттың 90-сы йылдарындағы - XXI быуат башы башҡорт әҙәбиәте.

10-сы бүлек. Рус әҙәбиәте.

11-се бүлек. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте.

12-се бүлек. Әҙәбиәт теорияһы һәм тарихи мәғлүмәттәр.

13-сө бүлек. Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау

контроле.

14-се бүлек. Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу.

15-се бүлек. Уҡыусыларҙың тасуири ятҡа һөйләүен ойоштороу.

1-11-се бүлектәрҙә художестволы әҫәрҙең исемлеге һәм ҡыҫҡаса уларҙың төп проблематикаһы һәм художество үҙенсәлеген күрһәтеүсе ҡыҫҡаса аннотация бирелә. Әҫәрҙәрҙе өйрәнеү алдынан яҙыусының ҡыҫҡаса тормошона һәм ижадына күҙәтеү яһала.

Әҙәбиәт тарихы һәм әҙәбиәт теорияһы буйынса мәғлүмәттәр программаның һәр бүлегендә бирелә, ләкин 12-се бүлек үҙенсәлекле, бында уҡыусыларҙың әҙәбиәт теорияһы буйынса белемдәрен ғәмәли үҙләштереү һәм системаға һалыу өсөн махсус сәғәттәр биреү ҡарала. Был мәсьәләләр шулай уҡ әҙәби процесс, айырым әҙәби осорҙарҙың, йүнәлештәрҙең һәм ағым­дарҙың характеристикаһы менән бәйле ҡарала.

13-сө бүлектә әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлауконтролен тормошҡа ашырыу маҡсатында дәрестәрҙең өлгө йөкмәткеһе бирелә


1-се бүлек. Халыҡ ижады

Йола фольклоры. Халыҡ йолалары менән бергә тыуған һүҙ сәнғәте булараҡ йола фольклоры. Башҡорт халҡының йолаларға бай булыуы. Йолаларҙы башҡарыуға арналған шиғри әҫәрҙәрҙең төрҙәре һәм жанрҙары. Йола фольклорының синкретик йөкмәт­келе булыуы, йәғни ниндәй ҙә булһа йоланы башҡарыу мәлендә ҡулланыла торған шиғри һүҙҙәр.

Йолаларҙың башҡарылыу маҡсатынан өс төргә бүленеүе: хөрәфәт; тәбиғәткә бәйле; ғаилә, көнкүреш йолалары. Им-томдар, арбауҙар, теләк-һынамыштар, ырым-юрауҙар, алғыш-ҡарғыштар менән бәйле шиғри әйтемдәр (ҡот ҡойоу, арҡа имләү, бүҫер ҡыуыу, йөрәк һылау һ. б.).

Тәбиғәт, йыл миҙгелдәренә бәйле байрамдар, йыйындар, яу ҡайтарыу йолалары, әйләнеү, туй йолалары, бала тыуыу.

Сеңләүҙәр. Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән бу­лыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙының ауыр яҙмышы, хоҡуҡһыҙ хәле һәм ризаһыҙлығы сағылышы. Ижтимағи шарт­тар үҙгәреү менән бергә сеңләү жанрының бөтәүе. Үткән тормош ҡомартҡыһы булыу яғынан сеңләүҙәрҙең әһәмиәте.

Эпостар. Башҡорт эпостарының тематик төркөмдәре. Эпос­тың поэтик үҙенсәлектәре. Ҡырҡыу хәл-ваҡиғалар һәм мажара-лыҡ. Әҫәрҙең композицияһы. Теле һәм стиле. Идея йүнәлеше. Туған тәбиғәткә булған һөйөү, азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелеклек. Эпостарҙың телмәре. Эпостарҙың халыҡ ижады­ның башҡа жанрҙарына йоғонто яһауы.

Ҡобайырҙар. Башҡорт халыҡ поэзияһының эпик жанры -ҡобайыр. Унда халыҡтың фантазияһы, тапҡыр аҡылы һәм тормош тураһында фәлсәфәһе сағылышы. Сәсәндәр тарафынан ижад ителеүе. Ҡобайырҙарҙа, нигеҙҙә, ХУ1-ХУШ быуаттарҙағы ваҡиғаларҙың сағылышы. Халыҡты хандарға, бейҙәргә ҡар­шы көрәшкә өндәү идеяһы. «Ай Уралым, Уралым», «Салауат батыр» ҡобайырҙарында тыуған ере һәм уның азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙы данлау. «Бейек тауҙың үлгәне», «Ил ти­гәндең кеме юҡ», «Бер тигәс тә ни яман» ҡобайырҙарында ха­лыҡтың йәш быуынды тәрбиәләү тураһындағы ҡараштарының сағылышы.«Уралтау - ете ырыуҙың атаһы». Бында халыҡтың тыуған төйәккә булған һөйөүе, уның менән ғорурланыуы, тради­цион алымдарҙың ҡулланылышы.

Әкиәттәр (батырҙар тураһында, тылсымлы, тормош-көн­күреш, хайуандар тураһында). Әкиәттәрҙә халыҡ аҡылының һәм әхлаҡ ҡараштарының сағылышы. Әкиәттәрҙең төрө: батырҙар ту­раһында, тылсымлы, тормош-көнкүреш, хайуандар тураһында. Хыялдың һәм ысынбарлыҡтың ҡаршылығы, әкиәттәрҙә изгелек һәм яуызлыҡ. Ыңғай герой һәм уның дошмандары. Хайуан-персонаждар, әкиәттәрҙә мөғжизәле предметтар. «Алпамыша батыр», «Ҡамыр батыр». Ҡамыр батыр образында халыҡҡа хас физик көс, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ғәҙеллеккә, иреккә ын­тылыу кеүек сифаттарҙы дөйөмләштереү. Традицион алымдар менән башланыуы. Әкиәт теленең образлылығы. «Әминбәк», «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән». Халыҡтың хеҙмәт­те юғары баһалауы. Хеҙмәткә өндәү идеяһы. Әкиәттәге төп об­раздар. «Урал батыр», «Аҡъял батыр», «Ҡариҙел». Урал батыр менән Аҡъял батыр образдарында халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡҡа хеҙмәт итеү идеяһының сағылышы. Әкиәттәрҙең художество үҙенсәлектәре (эпитет, гипербола, ҡабатлауҙар), теленең байлығы, образлылығы. «Айыу менән бал ҡорттары». Хайуандар тураһында әкиәттәрҙең үҙенсәлеге. Хайуандар обра­зы. Был образдарҙа уларҙың төп характерҙарының сағылышы. «Ерәнсә сәсән». Әкиәттең йөкмәткеһе. Ерәнсә сәсән образы.

Риүәйәттәр һәм легендалар. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, тәбиғәт тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Зөлхизә», «Ғилмияза», «Таштуғай». Башҡорт ҡатын-ҡыҙының хоҡуҡһыҙ хәлен, фа­жиғәле яҙмышын, иҫке ырыу йолаларын күрһәтеү. Легендала кәүҙәләнгән образдар. Легенданың художество көсө, поэтик үҙенсәлектәре, теле.

Тематик төркөмдәре:

1. Боронғо ырым-ышаныуҙарға нигеҙләнгән легендалар («Етегән йондоҙ - ете ҡыҙ»);

2. Башҡорттарҙың килеп сығышы, ырыу, аймаҡ, ара атама­ларына бәйле легендалар, риүәйәттәр;

3. Топонимик (ер-һыу атамаларына бәйле) легендалар, ри­үәйәттәр;

4. Тарихи риүәйәттәр;

5. Тормош-көнкүреш риүәйәттәре.

Йырҙар һәм таҡмаҡтар. Фольклор әҫәренең бер төрө булыу яғынан йыр. Көйҙәрҙең характерына ҡарап, башҡорт халыҡ йырҙарының икегә бүленеүе. Оҙон йырҙар һәм ҡыҫҡа йырҙар. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың бер нисә төр­көмгә бүленеүе. Йырҙарҙың сығарылыуына бәйле риүәйәттәр. Тарихи ваҡиғалар, хәрби поход, һуғыш тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Урал», «Эскадрон», «Йәйләүлек», «Азамат», «Салауат телмәре», «Салауат», «Икенсе әрме», «Любизар», «Әхмәт Байыҡ», «Ҡаһым түрә». Баструкка йәки һөргөнгә ебәрел­гән кешеләр тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Буранбай» риүәйәте, «Буранбай» йыры, «Бейеш» риүәйәте, «Бейеш» йыры. Түрәләр тураһындағы йырҙар. Власть кешеләренән зарланыу, уларға нәфрәт белдереү йырҙары: «Ҡолой кантон», «Абдулла ахун», «Тәфтиләү». Тормош-көнкүреш йырҙары, мөхәббәт йыр­ҙары. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың фажиғәле тормошона арналған йыр­ҙар. «Егеттәр» таҡмағы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт егеттәренең батырлығы, рух күтәренкелеге.

Бәйеттәр. Халыҡ ижадының бер төрө булыу яғынан бәйет. Уларҙың тарихи ерлеге, тематикаһы. Бәйеттәрҙең үҙенсәлектәре: сюжетлы булыуы, йырҙар менән оҡшашлығы, традицион алымдар менән башланыуы һәм тамамланыуы. Герман һуғышы бәйеттәре. Беренсе Бөтә донъя һуғышын сағылдырыу, һалдаттар араһында ризаһыҙлыҡ, революцион фекерҙең тарала барыуы. «Д он далаларында», «Мәскәүҙән киттек, Берлинға еттек». Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалдаттарҙың аяныслы яҙмышы. Бәйеттәрҙә яңы йөкмәтке һәм яңы идеяларҙың сағылышы.

Көләмәстәр. Көләмәстәрҙә халыҡҡа хас үткер аҡыл, тапҡыр­лыҡтың сағылышы. Уларҙың тематик төрлөлөгө.

Мәҡәлдәр, әйтемдәр һәм йомаҡтар. Халыҡтың зирәклеген, тапҡыр аҡылын сағылдырыусы ҡыҫҡа теҙмә әҫәр булыу яғынан мәҡәл. Мәҡәлдәрҙең тематик төрлөлөгө. Мәҡәлдәрҙең афористик һәм фәһемле характерҙа булыуы. Уларҙа образлылыҡ, ритм-лылыҡ. Әйтемдәрҙең образлы сағылышы. Халыҡ ижадының бер төрө булыуы яғынан йомаҡтар. Уларҙа халыҡтың тапҡырлығы, ижади фантазияһының сағылыуы. Йомаҡтарҙың метафора, һүҙ уйынының төрө булыуы.

«Урал батыр». Эпостың телмәре, шиғри төҙөлөшө, ритми­каһы. Дидактик һәм фәлсәфәүи ҡобайырҙар менән сағыштырыу. Уның боронғолоғо, мифологик нигеҙе. Төп идеяһы - халыҡ бәхе­те хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы көрәште дан­лау. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының сағылышы. Халыҡ фәлсәфәһе. Боронғо йолаларҙа халыҡ педагогикаһының үҙенсәлекле һүрәтләнеше. Самрау бат­ша иле һәм халыҡтың ижтимағи идеалы. Әҫәрҙә фантастика һәм реаллек. Урал батыр образында халыҡтың идеалы сағылышы. Урал һәм Шүлгән образдары. «Урал батыр» эпосының донъя мәҙәниәтендә тотҡан урыны.

«Иҙеүкәй менән Мораҙым». Әҫәрҙә нуғай осоро тарихының сағылыш дәрәжәһе. Азатлыҡты яҡлап хандарға ҡаршы көрәш темаһы. Иҙеүкәй образы. Уның йөҙөндә халыҡ батырын, ил башлығын күрергә теләүе. Иҙеүкәй менән Мораҙым - ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ традициялары. Ьабрау - башҡорт халыҡ йырауы. Уның аҡһаҡаллығы. Ватансылыҡ тойғоһо. Туҡтамыш хан. Хандар, әмирҙәр араһында тәхет өсөн тартыш, янъял. Эпос сюжетында Аҡһаҡ Тимер яуының бирелеше.


2-се бүлек. Ауыҙ-тел әҙәбиәте

Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттән тыш, ауыҙ-тел әҙәбиәте тигән ижади йүнәлештең барлыҡҡа килеүе. Ауыҙ-тел әҙәбиәте - про­фессиональ һүҙ оҫталарының ижады. Уның шиғри формала бар­лыҡҡа килеүе.

Иң боронғо ауыҙ-тел ижадсыларының һынсы, артабан баҡсы, йырау тигән исемдәр менән йөрөтөлөүе.

Ваҡыт үтеү менән уларҙың сәсән тигән мәшһүр исем менән билдәле булыуы. Йырауҙар һәм сәсәндәрҙең эпос, ҡобайыр, йыр жанрҙарында мөһим темаларҙы күтәреүе.

Ауыҙ-тел әҙәбиәтендә иң мөһим темаларҙың береһе яу, көрәш хаҡында булыуы. Был теманың өс йүнәлешкә бүленеүе: батыр­ҙарҙы, батырлыҡты, хәрби юлбашсыларҙы данлау; дошманға мөрәжәғәт - уны фашлау, мыҫҡыллау; тыуған тупраҡты ил-

баҫарҙарҙан һаҡлау. Аҡмырҙа менән Ҡобағош әйтешендә был өс йүнәлештең дә сағылыш табыуы.

ХIV-XVI быуаттар йырауҙары. XIV-XVI быуаттарҙа йәшә­гән Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған, Шалғыйыз йырауҙарҙың ижады башҡорттар, ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар һәм нуғайҙар өсөн уртаҡ булыуы. Уларҙың ижадында ошо халыҡтарҙы борсоған мәсьәләләрҙең күтәрелеүе.

Һабрау йырау (XIV-XV быуаттар). «Иҙеүкәй менән Мора­ҙым» эпосын ижад итеүе хаҡында фаразлауҙар.

Асан Ҡайғы йырау (XIV-XV быуаттар). Уның сығар-маларында өс тематик төркөмдөң күҙәтелеүе: 1) Йәнебәк ханға төбәп әйткән шиғри мөнәжәттәре; 2) тормош-көнкүреш хаҡында фәлсәфәүи уйланыуҙары; 3) әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре буйынса өгөт-нәсихәттәре.

Асан Ҡайғының ижадында ер-һыу атамаларының Баш­ҡортостан ерҙәре менән бәйле булыуы (Уйыл, Иҙел, Яйыҡ һ. б.).

Ҡаҙтуған Һөйөнөс улы. Өс импровизацияһындағы образдар. Импровизацияларында «мин»лек тойғоһо, кешелек, авторлыҡ бәҫе. Уның ғәскәр башлығы, ырыу юлбашсыһы бул ыуының сағылышы. Әҫәрҙәрендә яугирлыҡ рухы, тыуған ер хозурлығы һүрәтләнеше.

Шалғыйыз Теләнес улы (ХV-ХVI быуаттар). Арҙаҡлы яугир һәм данлыҡлы йырау. Тимер бейгә әйткән мөрәжәғәттәре, фәлсәфәүи йөкмәткеле лирик сығармалары, «Ир Шобан» әҫәре.

XVI-XVIII быуаттар сәсәндәре. Ерәнсә. Йәшәгән йылдары тураһында фараздар. Ике импровизацияһы: 1) ҡаҙаҡ ханы Абулхайырға ҡобайыр формаһында әйтелгән мөрәжәғәт; 2) ҡо-байырҙарҙағы «Бейек тауҙың үлгәне...» мотивының бер варианты. Ерәнсә исеменә бәйле көләмәстәр, легендалар, риүәйәттәр, әкиәттәр.

Аҡмырҙа менән Ҡобағош (XV быуат аҙағы - XVI быуаттың беренсе яртыһы). Аҡмырҙа менән Ҡобағош сәсәндәрҙең әйтеше -башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте ҡомартҡыларының иң юғары өлгөһө.

Ҡарас (XVII быуаттың икенсе яртыһы - XVIII быуаттың беренсе яртыһы). Ҡаҙаҡ батыры Аҡша менән әйтеше, 1738-1740 йылдарҙағы ихтилал юлбашсыһы Ҡараһаҡалға әйткәне.

Байыҡ Айҙар (1710 - 1814 йылдар тирәһе). Сәсәнлек оҫталы­ғы менән танылыуы. «Айҙар» тигән ҡушаматы. Байыҡтың өс импровизацияһы: 1) Ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтеше;2) Салауат Юлаевҡа мөрәжәғәте; 3) 1812 йылғы Ватан һуғышы айҡанлы халыҡҡа әйткәне.

Мәхмүт (XVIII быуат). Байыҡ Айҙарҙың шәкерте. Атаһының мәжлесендә халыҡҡа йомаҡ рәүешендә биргән мөрәжәғәттәре.

Салауат Юлаев (1754 - 1800). Биографияһы. Пугачев етәк­селегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы дәүерендәге юлбашсылыҡ эш­мәкәрлеге. Поэтик ижады. «Яу», «Уҡ», «һандуғас», «Зөләйха», «Тыуған илем», «Уралым», «Егеткә», «Тирмәмдә», «Ҡайтып ки­ләм...», «Яуҙа яраланғас...», «Йырҙарҙан» шиғырҙары. Шиғриә­тендә тәбиғәт, мөхәббәт лирикаһы. Героик лирика. Телдән ижад ителгән импровизациялары: «Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып...», «Йүрүҙән, һин беҙҙең тыуған йылға...», «Сәстәреңдең толом сул­пылары...» «Ағиҙелкәй аға ҡая аралап...», «Һауаларҙа осҡан, ай, яғылбай...» һ. б. «Бүгәсәүгә ҡушылып...» ҡобайыры. Уның идея йөкмәткеһе. Дүртәр юллыҡ йырҙары. Документаль-публицистик яҙмалары (хаттары, бойороҡтары һ. б.). Халыҡ ижадында һәм әҙә­биәттә Салауат образы.


3-сө бүлек. Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте

Ҡол Ғәли. XII быуаттың икенсе яртыһы - XIII быуаттың беренсе «Йософ ҡиссаһы» сығанаҡтары. Төп образдары. Идея-проблематикаһы.

XIV быуат төрки-ҡыпсаҡ дастандары. Дөйөм төрки әҙәбиәте­нең артабанғы үҫеше, уның классик традициялары нығына бары­уы. Гуманистик йөкмәткеле дастандарҙың ижад ителеүе: Ҡотбтың «Хөсрәү вә Ширин» (1340-1342), Харәзмиҙең «Мөхәббәтнамә» (1353-1354), Хөсәм Кәтибтең «Жөмжөмә солтан» (1369-1370), Соиф Сарайҙың «Гөлстан бит-төрки» (1391-1392).

Башҡорт әҙәбиәтендә иң тәүге үҙ аллы ҡулъяҙма әҫәрҙәрҙең күренә башлауы («Һуңғы Һартай» хикәйәте, шәжәрәләр, тәүарих-тар, сәйәхәтнамәләр һ. б.).

ХIVVIII быуаттар ҡулъяҙма шиғриәте. Ҡулъяҙма аноним шиғриәт. ХУ1-ХУШ быуаттарҙа ҡулъяҙма аноним шиғриәт. Урта быуаттар традицияларындағы ғәрәп, фарсы һәм дөйөм төр­ки телдәрендәге бәләкәй күләмле шиғри текстарҙан тыш, саф башҡорт ерлегендә тыуған, урындағы халыҡтың ихтыяждарына һәм зауығына иҫәпләнгән әҫәрҙәр.

Ғәрәп графикаһында типографиялар барлыҡҡа килгәнсе, шиғри әҫәрҙәр халыҡ араһында әүҙем рәүештә ҡулдан күсереп таратылған, ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡылған. Иң тәүҙә уның йөкмәткеһе, эстетик ҡиммәте менән ҡыҙыҡһынған уҡыусы йыш ҡына авторына иғтибар итеп тормаған, текстың үҙен генә күсе­реп алған. Шуға күрә, төрлө сығанаҡтарҙа һаҡланған ХУ1-ХУШ быуаттар ҡулъяҙма шиғриәтенең байтаҡ өлөшө беҙҙең көндәргә авторҙарҙың исемдәре теркәлмәйенсә килеп еткән. Улар араһын­да өйрәнсек, һәүәҫкәр авторҙарҙыҡы ла, ысын мәғәнәһендә про­фессиональ һүҙ оҫталары тарафынан сығарылғандары ла осрай. Бөтәһе бергә аноним шиғриәт тип исемләнеп йөрөй.

Мәүлә Ҡолой (XVII быуат). Йөҙгә яҡын хикмәте һәм ике поэмаһы билдәле. Мәүлә Ҡолой ижадында донъяуи һәм суфый­сылыҡ идеяларының бергә үрелеп килеүе.

Утыҙ Имәни (Ғәбдерәхим Усман) (1752-1836). Утыҙ Имә-ниҙең әҙәби һәм ғилми мираҫы. Төп тематик йүнәлеше - халыҡты аң-белемгә саҡырыу.

ХVIVIII быуаттар прозаһы. «Һуңғы Һартай» (XIV быуат аҙағы). Башҡорт ерлегенә хас үҙенсәлектәрҙең күренә башла­уы. Саф башҡорт әҙәбиәтенең шишмә башындағы ҡомартҡы -«Һуңғы Һартай» әҫәре. Унда элекке башҡорт ерҙәрендә булып үткән дәһшәтле яуҙар, урындағы халыҡты оло фажиғәләргә кил­тергән хәл-ваҡиғалар сағылышы. Төп геройҙың сәсәндәргә хас һүҙ оҫталығы сифаттары. Әҫәрҙең төп идея-проблематикаһы.

XVI-XVIII быуаттарҙан алып башҡорт яҙма әҙәбиәтенең мил­ли үҙенсәлек һыҙаттары көсәйә башлауы. Прозала синкретик йөкмәткеле, йәғни бер үк текст әҙәби әҫәр ҙә булған, шуға өҫтәп, башҡа төрлө вазифа ла үтәй алған яҙмалар - шәжәрәләр, тарих-намәләр, сәйәхәтнамәләр, эпистоляр публицистика.

Шәжәрәләр. Шәжәрә традицияларының сағыу өлгөләре. Үҫәргән, Ҡарағай-ҡыпсаҡ, Юрматы, Ҡара табын, Әйле, Ялан бөрйән ырыуҙарының шәжәрәләре.

Тәүарихтар һәм тарихнамәләр. Тажетдин Ялсығол әл-Баш-ҡорди. Башҡорт әҙәбиәтендә һүҙ сәнғәтендә тәүарих һәм тарих-намә жанрҙары барлыҡҡа килеүе. Боронғо һәм урта быуаттар фарсы, ғәрәп телдәрендәге тарих яҙмалары традициялары. «Башҡорт тарихы», «Үҫәргән тарихы», «Сыңғыҙнамә дәфтәре», Х. Мөслимиҙең «ТәүарихиБолғария», Т. Ялсығоловтың «Рисәлә-и Ғәзизә», «Тарихнамә-и Болғар» әҫәрҙәре ижад ителә.

«Сыңғыҙнамә дәфтәре» - башҡорт ерлегендәге тәүарих жан­рының иң сағыу өлгөһө.

Сәйәхәтнамәләр. Мортаза Ғәли Ҡотлоғош, Исмәғил Бикмөхә­мәт улы һәм Мөхәмәт Әмин Ғүмәр улы сәйәхәтнамәләре. Миндияр Биксуриндың Рәсәй экспедицияһы составында Ырымбурҙан Бохараға ойошторолған экспедициялағы көндәлек яҙмалары.

Эпистоляр публицистика. Батырша Әлиевтең императрица Елизавета Петровнаға яҙған хаты. Хаттың әҙәби әҫәргә хас билгеләре. Туҡтамыш Ишбулатов менән Баҙарғол Юнаевтың 1767 йылғы Закондар сығарыу палатаһына яҙған наказдары. Башҡорттарҙың 1793 йылда Екатерина Икенсегә яҙған хаты.





4-се бүлек. XIX быуатта башҡорт әҙәбиәте

XIX быуаттың беренсе яртыһында Рәсәйҙәге һәм Башҡорт­остандағы ижтимағи тормош. Башҡорт йәмғиәтендәге мәҙәни -өҙәби хәрәкәт. Әҙәбиәттә ике ҡапма-ҡаршы йүнәлештең барлыҡҡа килеүе. Мәғариф эшенең башҡорт йәмғиәтендәге торошо һәм уның әҙәби процесҡа йоғонтоһо. Башҡорт мәҙәни-әҙәби тормошоноң йөнләнеүендә рус әҙәбиәтенең роле. Рус әҙиптәренең ижадында Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының тормошо яҡтыртылы-уы. Мәғрифәтселек идеяларының үҫеше һәм уның күренекле вәкилдәре. Дини-мистик йүнәлештәге башҡорт шиғриәте һәм уның вәкилдәре.

XIX быуаттың икенсе яртыһында ижтимағи тормош һәм мәҙә­ниәт араһындағы үҙгәрештәр. Мәғариф системаһындағы һәм мәҙә-циөттәге үҫеш-үҙгәрештәр. Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең башҡа әҙәбиәттәр һәм мәҙәниәттәр менән бәйләнеше. XIX быуат­тың икенсе яртыһында башҡорт әҙәбиәтенең төп үҫеш тенден­циялары.

Мифтахетдин Аҡмулла. Тормош юлы. «Башҡорттарым, укыукәрәк!», «Дуҫлыҡ», «Нәфсе», «Аттыңниһенмаҡтайһың?», «Өлгөрһүҙ», «ШиһабетдинМәржәнимәрҫиәһе», «Урыным-зин­дан...», «Инсафлыҡ», «Мәжлесенә ҡарай ғына...», «Нәсихәттәр». Халыҡты мәғрифәткә өндәү, иҫкелеккә, дини фанатизмға ҡаршы көрәш. Поэзияһының төп идеяһы, йөкмәткеһе. Халыҡ педагоги­каһының сағылышы, социаль мотивтар. Шағирҙың сатираһы. Шиғырҙарының идея-эстетик көсө. Аҡмулланың әҙәбиәт та­рихында тотҡан урыны.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Тормош юлы. Ижади таланты үҫе­ше. Хеҙмәте һәм ижтимағи эшмәкәрлеге. «Йомраниле», «Ҡайыш илә Йүкә», «Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылы-уы». Шиғырҙарының тематикаһы. Поэтик эшләнеше. Башҡорт йәмғиәте тормошон сағылдырыу күҙлегенән «Йомран иле» шиғыры. Этнографик традицияларҙың сағылышы. «Ҡайыш илә Йүкә» мәҫәленең идея-художество ҡиммәте. Ҡайыш һәм Йүкә образдарының аллегорик мәғәнәһе. Лирик шиғырҙары. М. Өмөтбаев - публицист һәм тәржемәсе.

Ризаитдин Фәхретдин. Тормош юлы. Р. Фәхретдинов - мәғри-фәтсе-педагог. «Нәсихәттәр» серияһы. «Аҫар» китаптар серияһы. Р. Фәхретдинов - тарихсы, тел һәм әҙәбиәт белгесе. Уның әҙәби эшмәкәрлеге. «Сәлимә» повесы. Уҡымышлы ҡыҙ Сәлимә һәм шә­керт образдары. Әҫәрҙең теле һәм стиле. Мәғрифәтселек идеяла­рының сағылышы. «Әсмә» повесы. Повестың сюжеты. Образдар системаһы. Төп идеяһы. Р. Фәхретдинов ижадының әһәмиәте.

Шафиҡ Әминев-Тамъяни.

«Урал», «Башҡорт бабаларының тарихы». Үҙе йәшәгән ер-һыуҙы, Тыуған илен һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлау.


5-се бүлек. XX быуат башы башҡорт әҙәбиәте

1905 йылғы буржуаз-демократик революцияның милли мәҙә­ниәткә һәм әҙәбиәт үҫешенә тәьҫир итеүен күрһәткән күренеш­тәр. XX быуат башында башҡорт әҙәбиәтендә күтәрелеп сыҡҡан шағир һәм яҙыусылар (М. Ғафури, С. Ҡудаш, Б. Ишемғолов, Х. Ғәбитов, Ш. Бабич, Ғ. Ибраһимов, Н. Иҫәнбәт, Х. Туфан һ. б.). Әҙәби бәйләнештәрҙең әүҙемләшеүе. Рус әҙәбиәтендә - башҡорт, башҡорт әҙәбиәтендә рус темаһының сағылышы, үҙенсәлектәре. Әҙәби бәйләнештәрҙең әһәмиәте. XX быуат башы башҡорт әҙәбиә­тенең төп үҫеш тенденциялары.

Сафуан Яҡшығолов. Тормошо менән ижады араһындағы бәйләнеш. «Дим буйында яҙғы таң», «Башҡорт хәлдәре», «Дим буйы» шиғырҙар йыйынтыҡтары. Шағирҙың 1905-1907 йыл­дарҙағы революцияны шатланып ҡаршылауы, ҙур өмөттәренең сағылышы. Башҡорттарҙың хәле, ер мәсьәләләре, мәғрифәт эше тураһында уйл айыуҙары.

«Башҡорт ағаларыма хитап» шиғыры. Туған халҡының вайымһыҙлығы, наҙанлығы хаҡында борсолоуы. Шағирҙың мәғрифәтселек ҡараштары. Был осорҙа башҡорт әҙәбиәтендә­ге хитап жанры традицияларының дауам итеүе. «Дим буйы» шиғыры. Туған тәбиғәттән, башҡорттарҙы ерҙәренән яҙҙырыуға ҡаршы мотивтар.

Шағир поэзияһында башҡорт халҡының боронғо тормошон һәм хәҙерге хәлен тасуирлау үҙенсәлектәре. Поэзияһындағы төр­лө жанрҙар. Мәҫәлдәр. Ижадының жанр тәбиғәте. Халыҡ ижады менән бәйләнешле яҡтары. Рус поэзияһы өлгөләренән өйрәнеүе.

Закир Һаҙи. «Бәхетле ҡыҙ», «Бәхетһеҙ ҡыҙ», «Мәғсүм», «Яңы әсхәбе кәһәф» («Мәмерйәнең яңы хужалары») хикәйәләре, «Йыһанша хәҙрәт» повесы. Тормош юлы. Тормошо менән ижады араһындағы бәйләнештәр. Уның ижадында мәғрифәтселек идеялары. Мәҙрәсә мөхитенә бәйле геройҙар. Уҡымышлы һәм наҙан мулла образдары. Кеше яҙмышында ижтимағи мөхиттең роле. Бәхетһеҙ шәкерт. Белемле һәм белемһеҙ кешеләр араһын­дағы конфликт. Дини ҡанундарға йәшеренгән ришүәтселекте, ҡомһоҙлоҡто, ике йөҙлөлөктө тәнҡитләү, сатирик алымдарҙы ҡулланыу.

«Бәхетле ҡыҙ» әҫәрендә үҙенең күркәм сифаттары, тырыш­лығы арҡаһында бәхеткә ирешкән, өлгө булырлыҡ ҡатын-ҡыҙ образы. «Бәхетһеҙ ҡыҙ» хикәйәһендә геройҙы фажиғәгә илткән сәбәптәр. Наҙанлыҡтан, тәрбиәһеҙлектән, иҫке тәртиптәрҙән арынырға өндәү.

«Яңы әсхәбе кәһәф» («Мәмерйәнең яңы хужалары») хикә­йәһендә тәнҡитле реализм алымдарының, сатирик аһәңдең көсөйеүе. Социаль мотивтар. Дин әһелдәренең социаль йөҙөн реа­листик планда асып биреү.

«Йыһанша хәҙрәт» повесында яҙыусының художестволы фекерләү ҡеүәһе, әҙәби оҫталығының үҫеше. Йыһанша обра-иын тыуҙырыуҙа 3. һаҙиҙың оҫталығы. Хәсән мулла образында яңы ҡарашлы, белемле мулла булыуын күрһәтеү. Яҙыусының башҡорт әҙәбиәтендә тәнҡитле реализм, реалистик ижад методы, сатирик пафостың нығыныуына аҙым яһауы.

Фәтхелҡадир Сөләймәнов. Тормош юлы. Башҡорт хәрәкә­тендә ҡатнашыуы. Шиғриәтендә башҡорт темаһының сағы­лышы. «Башҡорт моңо» шиғыры. Туған халҡының ауыр яҙмышы хаҡында уйланыуҙары. «Башҡорт йәйләүендә» нәҫере.

Башҡорттарҙың тарихы һәм XX быуат башындағы тормошо тураһындағы хикәйәләре: «Ил өсөн», «Ҡасҡын», «Үләт» һ. б. Фольклорҙан килгән мотивтар. Романтик элементтар.

«Тимербай ҡурайсы» хикәйәһе. Тимербайҙың аяныслы яҙ­мышы. Уның аша башҡорт халҡы яҙмышына ишара яһау. Пессимистик уй-тойғоларҙың сәбәбе. Халыҡ һәләкәттән ҡотолор өсөн хәрәкәтләнергә, үҙ азатлығы өсөн көрәшергә тейеш тигән идеяның бүтән хикәйәләрендә ҡуйылышы («Ил өсөн» һ. б.).

«Салауат батыр» драмаһында азатлыҡ идеяһы. Башҡорт хәрәкәттәрен һүрәтләү йүнәлешендә әһәмиәте. Милли батыры­быҙ образын сәхнәгә сығарған тәүге пьеса булараҡ әһәмиәте. Уның артабанғы традициялары.

Фәтхелҡадир Сөләймәнов - Абдулҡадир Инандың әҙәби-ғил-ми мираҫының халыҡ-ара әһәмиәте.

Мәжит Ғафури. «Себер тимер юлы йәки милләттең хәле», «1906 йылдан 1907 йылға васыят», «1907 йылдың яуабы», «Бөтһөн һуғыш!», «Икмәк!..», «Ант», «Аждаһа», «Бир ҡулың­ды» шиғырҙарында һәм «Шағирҙың алтын приискыһында» по­весында мәғрифәтселек идеяларының сағылышы.

«Фәҡирлектә үткән тереклек». Ҡала һәм ауыл ярлыларының фәҡир тормошон реалистик сағылдырыу.

«Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын». Социаль тигеҙһеҙлекте, бур­жуаз йәмғиәттең мораль йөҙөн бөтә дөрөҫлөктә асып биреү.

«Һарыҡты кем ашаған?», «Ат менән эт» мәҫәлдәренең мәғәнәһен аңлау, уларҙың әһәмиәте. Әҫәрҙәрҙең жанр үҙенсәлек­тәре. Әҫәр теленең образлылығы. Тасуири уҡыу күнекмәләре биреү.

Проза әҫәрҙәре: «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары» повес-тарында үткән тормошто киҫкен идеологик көрәш күҙлегенән һүрәтләү.

«Шағирҙың алтын приискыһында» повесы, уның автобио­график характерҙағы әҫәр булыуы. Повеста иҫке йәмғиәт шарт­тарында йәшәгән эшселәрҙең, шәкерттәрҙең ауыр тормошон сағылдырыу. Әҫәрҙең образдар системаһы. Зиннәт, Мәжит, Фәйзулла, Шакир, Лотфулла кеүек шәкерттәрҙең белемгә ын­тылышы, ауырлыҡтар алдында баш эймәүе. Сәлим, башҡорт эшсеһе, ҡаҙаҡ егеттәре образдары. Ауыр тормош һөҙөмтәһендә һаулыҡтары ҡаҡшаған, физик яҡтан зәғифләнгән эшселәрҙең рухи ныҡлығын, киң һәм саф күңелле кешеләр булыуын асыу. Прииск хужалары Закир һәм Шакир Рәмиевтәр, управляющий­ҙар, штейгерҙарҙың тупаҫлығы, эрелеге, кешеләр ғүмере менән иҫәпләшмәй байлыҡ артынан ҡыуыуҙары. Әҫәрҙә синфи көрәш юлы менән генә эшселәрҙең үҙ хоҡуҡтарын яулап алыуы мөмкин тигән идея үткәрелеүе. Повестың композицион үҙенсәлектәре, сюжеты, контраст алымының уңышлы ҡулланылыуы. Тел-стиль сараларының байлығы.

Шәйехзада Бабич. «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?», «Бер ми­нут», «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде», «Көтәм», «Йәшәһен ошселәр!», «Ҡурайҡайға», «Башҡортостан», «Салауат батыр», «Көтмәҫтән», «Яҙғы йыр», «Башҡорт халҡына көйлө хитап», «Беҙ».

Шағирҙың программаһы әһәмиәтендәге «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?» шиғырҙары, «ярлы, меҫкен, ҡыҙғаныс» халыҡҡа теләктәшлек күрһәтеү яғынан «Бай һәм ярлы» шиғыры.

Бабич - романтик. «Бер минут», «Әйҙә, милләт!», «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде» шиғырҙарының төп идея мотивтары -халыҡты аң-белемле итеү теләге, уны тиҙҙән яҡты тормошло итеп күреү идеяһы менән яныу. Шағир поэзияһында романтизм.

Һуғыш осоронда шағирҙың күңел төшөнкөлөгө күренештәре («Аптыраған минуттарҙа», «Әйҙә, күңелем»).

Бабич - сатирик. Уның революцияға тиклем яҙылған сати­рик әҫәрҙәренән «Ҡандала» балладаһы, «Ғазазил» поэмаһы һәм «Китабеннас» эпиграммалары. Уларҙың идея йөкмәткеһе һәм художество формаһы.

Февраль революцияһынан һуңғы поэзияһы. Иҙелгән башҡорт халҡына тиҙҙән аҡ көндәр тыуыуына ышаныу («Көтәм»), рево­люцион эшселәргә дан йырлау («Йәшәһен эшселәр!»). Шәйехзада Бабичтың Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһындағы шиғырҙары («Башҡортостан», «Салауат батыр», ♦ Көтмәҫтән», «Яҙғы йыр»). «Башҡорт халҡына көйлө хитап», «Беҙ» әҫәрҙәре.

Бабич - шиғыр оҫтаһы. Поэзияһының төп үҙенсәлектәре: ха­лыҡсанлыҡ, тәрән мәғәнәлелек, юғары художестволылыҡ, поэ­тик теленең, шиғыр төҙөлөшөнөң ябайлығы һәм еңеллеге.

Шәйехзада Бабич ижадының башҡорт әҙәбиәте тарихында тотҡан урыны.



6-сы бүлек. XX быуаттың 20—30-сы йылдарындағы башҡорт әҙәбиәте

Дауыт Юлтый. Тормошо һәм ижад юлы. «Көҙ» шиғыры. «Көҙ» шиғырында тәбиғәт матурлығы.

«Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһе. Әҫәрҙә ябай кешенең фажи­ғәле яҙмышын, эске донъяһын, уй-кисерештәрен сағылдырыу. Тимеркәй образы. Уның донъя тураһындағы уй-тойғоларын, һуғышҡа ҡаршы протесының үҫә барыуын кәүҙәләндереү. Сәми образы. Ауыл байы Ҡотлояр образында кешелекһеҙлек һыҙатта­рын күрһәтеү.

Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижад юлы. «Айбикә» хикә­йәһендә ауылдарҙы социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу өсөн алып барылған көрәштә әүҙем ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙ образын һүрәтләү. Хикәйә теленең байлығы. Образдарға характеристика.

Әҙәбиәт теорияһы. Әҙәби әҫәрҙәрҙә образ, персонаждарҙың ха­рактерын асыу саралары тураһында төшөнсә (герой тураһында автор характеристикаһы һәм геройҙарҙың эше, телмәре менән үҙ-үҙен характерлауы).

Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады. «Шоңҡар» поэмаһының темаһы, идея йөкмәткеһе. Әҫәрҙә кешенең яңынан тыуыу темаһы. Төп образдар (Әхмәт, Гөлнур, шағир, архитектор, ка­питан, Миңьян). Композиция үҙенсәлектәре, теленең байлығы, образлылығы.


7-се бүлек. XX быуаттың 40 — 50-се йылдарындағы башҡорт әҙәбиәте

Рәшит Ниғмәти. Тормош һәм ижад юлын өйрәнеү. «Хәйерле юл һеҙгә!», «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар», «Йәйге ямғыр» шиғырҙары.

«Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһы. Ағиҙел образында баш­ҡорт халҡының данлы тарихи үткәндәрен, ауыр яҙмышын, үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы көрәшеүен һәм бәхетле тормошҡа сығыуына ышанысын тасуирлау. Поэманың художестволы үҙен­сәлектәре. Халыҡ ижады традициялары.

Баязит Бикбай. Тормош һәм ижад юлын өйрәнеү. «Туған тел», «Рус теле» шиғырҙары. «Ер» поэмаһында халыҡтың үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы алып барған көрәшен һәм азатлыҡ яулауын һүрәтләү. Халыҡ һәм тыуған ер образдарының кәүҙәлә­неше. Лирик герой образы. Поэманың художество үҙенсәлектәре.

«Ҡаһым түрә» драмаһында башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү. Драманың идея йөкмәткеһе. Рус халҡы менән башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡты сағылдырыу. Халыҡ образы. Реакцион офицерҙар образдары. Әҫәрҙәге төп конфликт. Драманың композиция үҙенсәлектәре.

Зәйнәб Биишева. Тормош һәм ижад юлын өйрәнеү. «Дуҫ бу­лайыҡ». Әҫәрҙә балалар тормошон, уларҙың дуҫлыҡҡа, хеҙмәткә мөнәсәбәттәрен сағылдырыу. Юлдаш, Ҡыҙырас образдары.

«Һәнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәренең идея-тематик йөкмәт­кеһе. Һәнәрсе менән Өйрәнсек образдарының художестволы ошләнеше.

«Игенсе», «Башҡорт теле» шиғырҙары.

Мәлих Харис. «Хат», «Онотмаһын мине Тыуған ил!» шиғыр­ҙарында Ватан һуғышы яугирҙарына хас батырлыҡ, Тыуған илгә бирелгәнлек сифаттарын кәүҙәләндереү.

Назар Нәжми. «Беренсе дәрес», «Тыуған ҡалама йыр», «Тыуған ауылым», «Аҡ йылғалар», «Яҡты яҙ», «Ҡар», «Баш­ҡортостан», «Аҡ шишмә» шиғырҙарында тыуған илебеҙ Башҡортостандың бөйөклөгөн һәм тыуған ҡаланың матурлығын данлау. Тыуған ил, тыуған ҡала һәм тыуған ауыл образдарына характеристика биреү.

Али Карнай. «Турғай», «Урманда» хикәйәләре. «Урманда» хикәйәһендә көҙгө тәбиғәтте тасуирлау. Йөкмәткеһенең аллего­рик характерҙа булыуы. Төп образдар. Уҡыусыларҙың һөйләү Һәм яҙыу телмәрен үҫтереү маҡсатында образлы һүҙ һәм һөй­лөмдәрҙе үҙләштереү. Тәбиғәтте тасуирларға өйрәтеү.

Сәғит Агиш. «Эш самауырҙа түгел», «Ҡунаҡ һәм намыҫ» хикәйәләрендә халыҡ характерына хас күңел күркәмлеген, ке­шеләр араһындағы матур ғәҙәттәрҙе тасуирлау.

«Турыҡай» хикәйәһендә күтәрелгән тема. Турыҡайҙың бүреләр менән алышы, еңеп сығыуы.

Әнүәр Бикчәнтәев. «Бөркөт һауала үлә» романынан өҙөк-твр. Александр Матросов - Шакирйән Мөхәмәтйәновтың батыр­лы гын һүрәтләү. Иптәштәренә юл асыу өсөн үҙен ҡорбан итеүе.


8-се бүлек. XX быуаттың 60 — 80-се йылдарындағы башҡорт әҙәбиәте

Фәрит Иҫәнғолов. «Хәмит күпере», «Йылмайыу» хикәйә­ләренең йөкмәткеһе, идея мәғәнәһе, образдары.

Мостай Кәрим. «Ләйсән», «Йәшәйһе бар», «Уҡытыусыма», «Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Айһылыуҙың күҙ йәштәре», «Ҡорол­тайға ҡотлау».

«Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Йәшәйһе бар» шиғырҙарында ҙур хеҙмәт башҡарған, оло хеҙмәткә лайыҡ кешеләрҙе һүрәтләү, кеше ғүмере, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙар.

«Айһылыуҙың күҙ йәштәре» шиғырында кешелеклелеккә, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.

«Өс таған» повесында балалар тормошон, улар араһындағы дуҫлыҡ тойғоһон һүрәтләү. Әҫәрҙең идеяһы һәм образдары.

«Ғүмер миҙгелдәре» китабынан «Ап-аҡ мөғжизә» хикәйәһен­дә ышанысҡа тоғролоҡ миҫалы булған Аҡсал образы. Балаларҙа хайуандарға ҡарата иғтибарлылыҡ, шәфҡәтлелек һәм һөйөү тәрбиәләү.

«Айгөл иле» драмаһының йөкмәткеһе, темаһы, идеяһы. Драмалағы Айгөл, Ричард Галин, Йәғәфәр образдарында ха­лыҡҡа хас гүзәл сифаттарҙың сағылышы. Драманың художество үҙенсәлектәре.

«Үлмәҫбай» поэмаһы. Әҫәрҙә башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү. Поэманың идея йөкмәткеһе. Халыҡ ижады алымдарын оҫта фай­ҙаланыу. Юмор һәм сатираны һуғыш картиналарын һәм башҡорт яугирҙарындағы хәрби традицияларға тоғролоҡ, уларҙы яңы шарттарҙа үҫтереүҙе сағылдырыу өсөн оҫта файҙаланыу. Поэманың оптимистик рухта булыуы, юмористик алымдарҙың әһәмиәте.

Рәми Ғарипов. «Туған тел», «Һабантурғай», «Һағыш», «Ялан сәскәләре», «Урал йөрәге», «Аманат», «Уйҙарым», «Кеше ғүме­ре», «Башҡортостан» шиғырҙары. Туған телдең матурлығын, байлығын данлау, телгә хөрмәт тәрбиәләү. Шиғырҙарҙың тел байлығы, образлылығы. Тыуған ерҙе һағыныу, уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы.

Ғайса Хөсәйенов. «Һуңғы тарпан» хикәйәте. Ҡырағай аттар -тарпандарҙың ҡырылып бөтәүен күрһәтеү. Кейек-хайуандарға, аттарға рәхимле булырға, уларҙы һаҡларға өндәү.

«Ете ырыу», «Алдар батыр» ҡиссаһы. Аҡһаҡалдар, ил батыр­ҙары, Алдар батыр образын һүрәтләү. Кире образдар.

Рауил Бикбаев. «Уралыма», «Салауат ҡылысы», «Бөтә донъя башҡорттары, берләшәйек!», «Хәҙистәр», «Башҡортостан бын­да башлана», «Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда», «Дауыл», «Барып етһен ине хаттарым», «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта».

Халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәшен, Салауат исеменең үлемһеҙ­леген, халыҡ тарихындағы көрәшен күрһәтеү.

Шиғырҙарҙа тыуған ергә мөхәббәт, уның именлеге, тәбиғәт­те һаҡлау, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоу, кешеләр араһындағы дуҫлыҡ, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт проблемалары.

Ноғман Мусин. «Атайымдың ос һәнәге». Хикәйәлә Бөйөк Иатан һуғышынан һуңғы осорҙағы тормош, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, балаларҙың ауыр хеҙмәте һүрәтләнеүе.

«Йыртҡыс тиреһе». Әҫәрҙә Һолтанбайҙың ауыр яҙмышы. Йәмғиәттә хөкөм һөргән шәхес культы осоро эҙемтәләрен, камайыбыҙҙың законһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек күренештәрен, фажиғәләрен тасуирлау.

Раил Байбулатов. «Ағас һәйкәл», «Ҡар операцияһы» («Ки­сеүҙә гармун тауышы» романынан өҙөк). Малайҙарҙың дуҫлығы.

Нәжип Иҙелбай. «Дүрт миҙгел». Тыуған яҡтың тәбиғә­те! һәм уның һәр миҙгеленең матурлығын тасуирлау. Фәүзиә Рәхимғолова. «Ҡыш». Тәбиғәттең матурлығын күрһәтеү. Ҡыштың үҙенә генә хас матурлығын тасуирлау.

Рәшит Солтангәрәев. «Осто бөркөт». М. Ямалетдинов. «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым». Әҫәрҙәрҙә Граждандар Һуғышы осоронда хәрби етәксе - комбриг Муса Мортазиндың батырлығын, ил алдындағы хәрби данын, фажиғәле һәләкәтен тасуирлау.

Шакир Янбаев. «Йәнекәй ҡарт». Хикәйәлә Бөйөк Ватан Һугышы йылдарында тылдағы кешеләрҙең героик хеҙмәтен типуирлау.

Әнғәм Атнабаев. «Салауат менән һөйләшеү». Муса Ғәли. «Ҡайт, Салауат!» Башҡорт халҡының милли геройы, уның Керәше һәм маҡсаттары тураһында һөйләшеү. Салауат исеменең уломһеҙлеген, уның азатлыҡ өсөн көрәштәге ролен һүрәтләү.

Динис Бүләков. «Яралы китап» хикәйәһе. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда берҙәмлек, ил азатлығын һаҡлау өсөн бөтә ха­лыҡтың күтәрелеүен һүрәтләү.

Әнүр Вахитов. «Өс бөртөк бойҙай», «Ир ҡанаты». Һуғыштан һуң кешеләрҙең ярҙамсыл, изгелекле булыуын тасуирлау.

Хәсән Назар. «Таҡта сәй». Әсәй образын тыуҙырыуҙағы уңышы. Таҡта сәй деталендә әсәйҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

Ғәли Ибраһимов. «Кинйә». Пугачёвтың көрәштәше Кинйә Арыҫлановтың образы. Башҡорт халҡының колонизаторҙарға ҡаршы көрәшкә күтәрелеүе.

Яҡуп Ҡолмой. «Ҡыҙыҡлы китап». Нәжип Иҙелбай. «Иң яҡын дуҫ». Шиғырҙарҙа бала ғүмерендә китаптың роле, уның әһәмиәте һүрәтләнә. Балаларҙа китапты яратыу, ҡыҙыҡһыныу тойғоларын тәрбиәләү.

Кәтибә Кинйәбулатова. «Көҙ еткәс», «Әсә күңеле», «Дуҫлыҡ төйәге». Башҡортостан тәбиғәтенең бар матурлығын һүрәтләү. Әсәй образына мөрәжәғәт итеү. Башҡортостандың дуҫлыҡ төйәге булыуын күрһәтеү, халыҡтар дуҫлығына дан йырлау.

Зөлфәр Хисмәтуллин. «Урман ҡунағы». Рәшит Низамов. «Ҡашҡарым минең». Хикәйәләрҙә яҙғы урман тәбиғәтен, йән­лектәрҙе һүрәтләү. Олатай һәм уның ейәне, уларҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте. Тимер Йосопов. «Ерән ҡашҡа» шиғырының идея йөкмәткеһе, образдары, художество үҙенсәлектәре.

Яныбай Хамматов. «Төньяҡ амурҙары» романынан өҙөк. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәренең күрһәт­кән батырлыҡтарын сағылдырыу.

Рәшит Шәкүр. «Урал батыр иле - сал Урал». Шағирҙың Урал менән һоҡланыуы, ғорурланыуы. Сал Уралдың тарихи үткәнен һүрәтләү. Урал батыр иленең данын тасуирлау.

Талха Ғиниәтуллин. «Мәтрүшкә еҫе», «Әсә һәм бала» хикәйә­ләре. Һуғыш темаһы, һуғыш ваҡытында ауылдағы кешеләрҙең тормошо, үҙ-ара мөнәсәбәттәр. «Атака», «Ике аҙна», «Бына һуғыш бөтөр» повестары, «Туннель» романы.


9-сы бүлек. XX быуаттың 90-сы йылдарындағы —

XXI быуат башы башҡорт ҙәбиәте

Ҡәҙим Аралбай. «Башҡорт теле», «Кисер, әсәй», «Әсәйҙең сәй япраҡтары». Башҡорт теленә дәүләт теле статусы бирелеүе, уның хоҡуҡтары хаҡында образлы һүрәтләүҙәр. Әсәй образына морөжәғәт итеүе. Әсәй образын тыуҙырыуҙа уңыштары.

Гөлфиә Юнысова. «Әсәй һыйыр һауа», «Умырзая». Хеҙмәтте ыратҡан әсәй образы. Уның донъя көтөргә ынтылышы. Яҙғы тә­би гөт матурлығы.

Рәшит Назаров. «Башҡорт», «Бәхет», «Офоҡтағы ҡояш», «Йәшен». Шиғырҙарҙа тыуған ерҙе һағыныу, уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы. Мөхәббәт темаһы.

Рәүеф Насиров. «Ҡайҙан һин, Матросов?» Александр Матро-сов - Шакирйән Мөхәмәтйәнов хаҡында яңы мәғлүмәттәр. Уның тормошо менән бәйле ваҡиғалар, характер үҙенсәлектәре. Исеменең үлемһеҙлек яулауы.

Мирас Иҙелбаев. «Төш» («Юлай улы Салауат» романынан оҙок). Салауаттың бала сағы образы бирелеше.

Мәүлит Ямалетдинов. «Көрәш, кеше!» шиғыры. Йәмғиәтте яңыртып ҡороу, торғонлоҡтан ҡотолоу өсөн көрәшкә саҡырыу идеяһы. «Ҡөрьән сүрәләре» шиғыры дини мотивтарҙы дауам итеүе.

Ринат Камал. «Таня-Таңһылыу» повесы. Туған телгә, мил­ләткә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Таңһылыуҙың фажиғәле иҙ мышы.

Әмир Әминев. «Ҡытай-город» повесы. Ер һатыуҙың фа­жиғәләре хаҡында уйланыу.

Фәрзәнә Аҡбулатова. «Атай икмәге». Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылдағы балаларҙың әсе яҙмышы.

Салауат Әбүзәров. «Мөхәммәт пәйғәмбәр» шиғри романы. «Орден», «Атайһыҙлыҡ», «Ир ҡанаты» һ.б. поэмалары. «Хыя­лый», «Әсир» һ. б. драмалары.

Айһылыу Йәғәфәрова.«Урал иле». Арҡайым хаҡында әкиәт, уның барлыҡҡа килеүе. Әкиәт батырҙарының ҡыйыу аҙымдары, Арҡайымды һаҡлап ҡалыу өсөн алып барған көрәш.

Һайлап алып өйрәнеү өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр

Факиһа Туғыҙбаева. «Эй яҙмышым минең!», «Аҡмулла», «Ҡыңғырау».

Рәмзилә Хисаметдинова. «Эй бала саҡ!».

Фәниә Чанышева. «Мәрхәмәтле ерҙә табаным», «Икмәк еҫе».

Абдулхаҡ Игебаев. «Яҙ башында», «Яңы йылға аҡ теләктәр».

Тимер Йосопов. «Күңел тула».

Ғәлим Дәүләди. «Ҡоролтайға барам».

Булат Рафиҡов. «Эйәрләнгән ат».

Сабир Шәрипов. «Яҙмыш менән алыш».

Әмир Моратов. «Башҡортлоҡ».

Хәйҙәр Тапаҡов. «Бибинур «улуәсәй».

Лира Яҡшыбаева. «Бәхетең үҙең менән».

Зөһрә Ҡотлогилдина. «Игенсе».


10-сы бүлек. Рус әҙәбиәте

Виталий Бианки. «Тәүге һунар», «Кем нисек йырлай?», «Ҡырмыҫҡа балаһы нисек өйөнә ашыҡты?», «Йәнлек тотоусы­ның әкиәттәре», «Ҡоторған тейен» хикәйәләре. Яҙыусының тә­биғәт һәм хайуандар тураһында ижад итеүе.

Валентин Распутин. «Мария өсөн аҡсалар», «һуңғы ваҡыт», « Йәшә һәм иҫеңдә тот », « Матёра менән хушлашыу », « Янғын ».

«Француз теле дәрестәре» повесы. Һуғыштан һуң ауыр тормоштоң һүрәт ләнеүе. Йәш геройға хас булған ғорурлыҡ һәм ныҡлыҡ. Уҡытыусының йөрәк йылыһының малай тормошон­дағы роле. Әхлаҡ проблемаһы.

Михаил Шолохов. «Кеше яҙмышы» хикәйәһе. Ватан яҙмы­шы һәм кеше яҙмышы. Андрей Соколов образы. Хикәйәнең композицияһы. Кешенең азатлыҡҡа ынтылыуы, батырлығы, еңелмәҫлеге. Хикәйәлә автор һәм уның һөйләүе.

Роберт Паль. «Уралым» шиғыры. Шағирҙың тыуған Баш­ҡортостанына булған һөйөүе, уның менән ғорурланыуы.


11 -се бүлек. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте

Ғабдулла Туҡай. «Шүрәле». Шиғырҙа халыҡ аңында йәшә­гән сихри образдар. Тәбиғәт күренештәрен тасуирлау. Ауыл тәбиғәте. Кешенең яуыз көстәргә ҡаршы көрәше һәм уларҙы еңеп сығыуы.

«Иҫемдә ҡалғандар». Әҫәрҙең автобиографик характерҙа бу­лыуы. Шағирҙың ғазаплы бала сағы, ауыл һәм ҡала ярлылары­ның ауыр тормошо кәүҙәләнеше.

Муса Йәлил. «Йырҙарым» шиғыры. Шағирҙың тормош юлы һәм ижады. Шиғырҙарының яҙмышы, Моабит концентрацион лагерҙа яҙылыуы.

Дәрдмәнд. «Нурый менән Зәйнәб» хикәйәһе. Авторҙың тәрбиә мискәлеһенә мөрәжәғәт итеүе. Балаларҙың эшләгән ҡылыҡтары­ңа баһа биреү.

Мәхмүт Хөсәйен. «Башҡорт теле ғорур яңғырай» шиғыры. II 1итирҙың башҡорт теленең байлығы, уның аһәңлелеге менән трурланыуы.

Ибраһим Йосопов. «Ҡара бүрек хаҡында һүҙ» шиғыры. Ҡа ра галпаҡ халҡының йолаһы тураһында. Ҡара бүрек символы.

Сабит Моҡанов. «Минең республикам» шиғыры. Шағирҙың ТЫ у ти республикаһын данлауы, уның менән ғорурланыуы.

Рәсүл Ғамзатов. «Туған тел» шиғыры. Туған телдең байлығы, уның нәфислеге. Телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү. Шиғырҙың тп 1|ом; поэтик үҙенсәлектәре.

Сыңғыҙ Айытматов. «Беренсеуҡытыусы» повесы. Уҡытыусы образын тыуҙырған тәүге әҫәрҙәрҙең береһе булараҡ, повестың әһәмиәте. Тел, стиль үҙенсәлектәре.


12-се бү лек. Әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса мәғлүмәттәр

Образлы һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәт. Әҙәбиәт һәм мифология, Әҙәбиәт һәм фольклор.

Художестволы образ. Персонаж. Әҙәби герой. Героик харак­тер. Тон һәм ярҙамсы персонаждар. Лирик герой. Ваҡыт һәм ара­уыҡ образдары. Тәбиғәт образдары. Предмет образдары. Әҙәбиәттә “мәңгелек” образдар.

Әҙәби уйланыуҙар. Ысынбарлыҡ һәм фантастика.

Сюжет һәм композиция. Конфликт. Эске конфликт. Эпизод. Иейиаж. Портрет. Диалог һәм монолог. Эске монолог. Көндәлектәр, МИТТйр һәм геройҙарҙың төштәре. Лирик сигенеүҙәр. Эпилог. Лирик сюжет.

Автор позицияһы. Әҫәрҙең исеме. Эпиграф. Әҫәрҙең финалы. Тематика һәм проблематика. Әҫәрҙең идея-эмоциональ йөкмәткеһе.

Художестволы телмәр. Поэзия һәм проза. Тасуири-һүрәтләү саралары (эпитет, метафора, йәнләндереү, сағыштырыу, гипербола антитеза, аллегория). Символ. Гротеск. Художество детале. Шигырҙың төҙөлөш системаһы. Ритм, рифма. Строфа.

Әҙәби төрҙәр һәм жанрҙар. Эпос. Лирика. Драма. Эпик жанр­ҙар (нәҫер, хикәйә, хикәйәт, повесть, роман, шиғри роман). Лирик жанрҙар (шиғыр, ода, элегия). Лиро-эпик жанрҙар (басня, балла­да, поэма). Драматик жанрҙар (драма, трагедия, комедия).

Әҙәби процесс. Әҙәбиәттә традициялар һәм новаторлыҡ. Әҙәби йүнәлештәр (классицизм, сентиментализм, романтизм, реализм, модернизм).

Әҙәбиәттәге ике йүнәлеш. Халыҡсан әҙәби йүнәлеш. Дини-рухани йүнәлеш. Дини-рухани йүнәлештең электән килгән та­мырҙары. Уның тарихи-социаль ерлеге. Суфыйсылыҡтың был осорҙағы сағылышы. Уның күренекле вәкилдәре. Поэтикалағы традициялыҡ, поэтик ҡанундар.


13-сө бүлек. Әҙәби белем кимәлен диагностикалау,

ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле

Уҡыу йылы башында уҡыусыларҙың әҙәбиәт буйынса белем кимәлен төркөмдә һәм индивидуаль диагностикалау, уның арта­банғы үҫешен асыҡлау.

Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереүҙе тикшереү (шул уҡ ваҡытта яттан һөйләүҙе), әҫәрҙе ятҡа һөйләгәндә башҡа­рыу интерпретацияһының үҫеше, ролләп уҡығанда тексты сәхнәләштереү.

Һөйләгәндә монологик телмәр күнекмәләрен асыҡлау, әҫәрҙең сюжетын һәм персонаж-геройҙарҙың характерын аңлау.

Әҙәбиәттән әхлаҡи-этик проблема буйынса иншалар - яҙма телмәр мәҙәниәтенең кимәлен һәм әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлауҙы диагностикалауҙың төп формаһы. Әҙәби һәм публи­цистик темаларға иншалар.

Уҡыусыларҙың проект эшмәкәрлеге менән етәкселек итеү буйынса дәрес-консультациялар. Әҙәбиәт буйынса уҡыусы­ларҙың белем сифатына һәм үҫешенә үҫтерешле контроль булып зачет, семинар, коллоквиумдар һәм башҡа формалар тора.


14-се бүлек. Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу

Икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптарҙан сығып, ижади характерҙағы эштәргә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҙ иптәштәре алдында, халыҡ араһында сығыш й һа й болеүҙәренә, ятҡа һөйләү, тасуири уҡыу оҫталыҡтарын үҫ-тррпүгө иғтибар көсәйҙе. Уҡыусыларҙың кластан тыш уҡыуы М(Чти етәкселек итеү, айырыуса әһәмиәтле әҫәрҙәргә анализ яһау м(нш махсус сәғәттәр бирелә.

Китап уҡыу уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын дөрөҫ яҡҡа йүнәлтергә ярҙам итә. Системалы рәүештә матур әҙәбиәт уҡыу уҡыусыларҙың характерын, уларҙың әхлаҡи йөҙөн формалаштыра.

Уҡыған китаптар тураһында әңгәмә яһау өсөн махсус сәғәттәр бүлонә. һөр уҡыу йылы яртыһының тәүге дәресе уҡыусыларҙың нимә уҡыуҙарын асыҡлауға һәм яңы китаптар тәҡдим итеүгә йүнәлтелә.

Уҡытыусы китаптарға күҙәтеү яһай, бындай эштәргә ул шу­лай уҡ алдан әҙерләнеп килгән уҡыусыларҙы ла йәлеп итә ала. Кластан тыш уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларҙың үҙаллылығын уутпроүгө, әҫәрҙәр тураһында уларҙың сығыштарын тыңлауға, фтсор алышыуҙар, яттан һөйләүҙәр, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса инсценировкалар, күргәҙмәләр ойоштороуға ҙур иғтибар бире-лиргә тойеш.


Кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге

V класс

«Алтын тамсы», «Етем төлкө» әкиәттәре. Мәҡәлдәр, йомаҡтар, йырҙар.

Ә. Вахитов. «Урал толпары».

К. Мәргән. «Командарм бүләге», «Бабайым балтаһы».

М. Горький. «Мин нисек уҡырға өйрәндем».

М. Гафури. «Беҙ бәләкәй саҡтарҙа».

Н. Мусин. «Ғүмерҙең бер мәле».

С. Агиш. «Атлы Илмырҙа», «Петька Якушин һәм Петька Вяйрамголов».

Ә. Бикчөнтәев. «Илсеҡыҙы».

Ф. Иҫәнғолов. «Быйыл йәй».

Яр. Вәлиев. «Хәйерле иртә, Исмәғил!»

Ф. Рәхимғолова. «Һаумы, яҙ!»

Р. Низамов. «Ят кешеләр».

Р. Байбулатов. «Иң ауыр фән».

К. Кинйәбулатова. «Турғайҙаррәхмәте».


VI класс

« Башҡорт халыҡ әкиәттәре » (төҙөүсеһе Ғ. Ишбулатов), «Һинд әкиәттәре», «Венгр халыҡ әкиәттәре», «Бейеү таҡмаҡтары», «Кавалеристар бейеүе таҡмағы». Көләмәстәр.

М. Горький. «Бала саҡ».

И. Крылов. «Мәҫәлдәр».

М. Ғафури. «Һунарсы ҡарт».

Ш. Насыров. «Серле ҡая».

Ә. Бикчәнтәев. «Ҙур оркестр», «Яр буйы малайҙары».

Ф. Иҫәнғолов. «Тәүгеһынау», «Юлдыбайхикәйәләре», «Кисеү».

Ш. Бикҡол. «Һикәлтәләр аша».

Ф. Чанышева. «Һаумы, яҡты көн».

Р. Низамов. «Икмәк тәме».

Ш. Янбаев. «Был донъяның кеме юҡ».

Б. Вәлид. «Ирәндек буйында».

Я. Хамматов. «Тыуған көн».

Р. Ғарипов. «Ҡурай».

Ғ. Хөсәйенов. «Ҡурайсы».


VII класс

М. Ғафури. «Тормош баҫҡыстары», «Ант».

С. Агиш. «Әхмәҙулла».

К. Мәргән. «Ҡариҙел».

Ғ.Хөсәйенов. «Батырҙарҡиссаһы».

3. Биишева. «Салауаттың һуңғы монологы».

И. Ғиззәтуллин. «Яңынан сафта», «Үлгәндән һуң утыҙ йыл».

А. Игебаев. Шиғырҙар. Поэмалар.

Ә. Вахитов. «Шәжәрә».

Д. Бүләков. «Ауылымдың аҡ өйҙәре», «Упҡын ситендә бейеү».

М. Иҙелбаев. «Юлдаштар».

Ш. Анаҡ. «Моңдар иле».

С. Злобин. «Салауат Юлаев».

Я. Хамматов. «Төньяҡ амурҙары».

Н. Мусин. «Кеше һуҡмағы».


VIII класс

С. Юлаев шиғырҙары (йыйынтығы), Салауат тураһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм художестволы әҫәрҙәрҙән өҙөктәр.

Р. Ниғмәти. «Ағиҙел ярында».

С. Кулибай. «Күңелле хикәйәләр», «Яҙһылыу»

Б, Бикбай. «Тере шишмәләр».

М, Кәрим. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау».

З. Биишева. «Уйҙар, уйҙар...», «Мөхәббәт һәм нәфрәт».

Ж. Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар».

Я. Хамматов. «Башҡорттар китте һуғышҡа».

Ә. Атнабаев. «Тыуған тупраҡ», «Мөхәббәт юлы».

Р. Сафин. «Яҙҙар көтәм».

Ф. Рәхимғолова. «Тамсылар йырлай».

Ә. Хәкимов. «Ҡош юлы».

С. Айытматов. «Беренсе уҡытыусы».

Ә.-3. Вәлиди. «Хәтирәләр».

Ғ. Ибраһимов. «Кинйә».

Н. Мусин. «Мәңгелекурман».

Н. Нәжми. «Атай йорто», «Тарафтар».

Р. Гарипов. «Минең антологиям», «Алырымҡош менән Бир-мәмҡош».

Ҫ. Дәүләди. «Мөхәббәтғазабы».

Й. Солтанов. «Ҡырҡбыуын».

М. Ғәли. «Аҡ ямғыр», «Ҡояшлы шишмә».

Ҡ. Аралбай. Поэмалар.

Р. Бикбай. «Яҙмышым», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!».

Х. Назар. «Асманға ашыу».

М. Иҙелбаев. «Декабрь йондоҙҙары».

Ф. Туғыҙбаева. «Фатихамды бирәм һиңә».

Б. Ноғоманов. «Дәүер шаңдауҙары».


IX класс

Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 1-се китап. Өфө, 1973. III, IV томдар, 1998, 1999.

С. Юлаев. Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар. Өфө, 1994.

М. Иҙелбаев. Юлай улы Салауат. Өфө, 1994. Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө, 2001.

Башҡорт әҙәбиәте XX быуат башында, 1-се, 2-се китаптар. Өфө, 1983.

Ф. Сөләймәнов. Башҡорт йәйләүендә. Өфө, 1994.

М. Буранғолов. Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1994.

Л. Толстой башҡорттар араһында. Өфө, 1970.

М. Аҡмулла. Шиғырҙар. Өфө, 1984.

М. Өмөтбаев. Йәдкәр. Өфө, 2000.

Ш. Бабич. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар. Өфө, 1994.

Ғ. Хөсәйенов. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Өфө, 1992.

Ә. Вилданов. Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө, 1981.


15-се бүлек. Уҡыусыларҙың ятҡа тасуири һөйләүен ойоштороу

Шулай уҡ программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге лә бирелә. Был әҫәрҙәр, барыһынан да элек, уҡыу­сыларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү өсөн мөһим. Исемлек шиғыр һәм проза әҫәрҙәренән өҙөктәр ятлатыуға иғти­барҙы көсәйтеү, уларҙы дәрестә әҫәрҙе анализлағанда цитата итеп килтерә белергә өйрәтеү мөмкинлеген бирә.


Ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге


V класс

Р. Ниғмәти. «Хәйерле юл һеҙгә!» шиғырынан «Мәктәпкә» бүлеге.

Д. Юлтый. «Көҙ».

Р. Ғарипов. «Туған тел».

Б. Бикбай. «Туған тел», «Рус теле».

Мәҡәлдәр, йомаҡтар, йырҙар (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Р. Ниғмәти. «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» (өҙөк).

Р. Ғарипов. «Һабантурғай».


VI класс


3. Биишева. «Башҡорт теле».

Әкиәттәр, таҡмаҡтар (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Ш. Бабич. «Башҡортостан».

Г. Туҡай. «Шүрәле» (беренсе бүлеге).

Ҡ. Даян. «Шайморатов генерал».


VII класс


Башҡорт халыҡ йырҙары: «Урал», «Салауат», «Азамат», «Илсе Ғайса», «Ҡолой кантон».

С. Юлаев. «Тыуған илем», «Уралым».

М. Ғафури. «Мин ҡайҙа?», «Үҙем һәм халҡым», «Гөлдәр баҡсаһында».

Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Аттың ниһен маҡтайһың?»

Һ. Дәүләтшина. «Айбикә» хикәйәһенән өҙөк (уҡытыусы һайлауы буйынса).

М. Кәрим. «Айгөл иле» драмаһынан өҙөк (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Р. Ниғмәти. «Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһынан өҙөк.

Р. Өмөтбаев. «Атлы башҡорт» әҫәренән өҙөк.


VIII класс


“ Бер тигәс тә ни яман...», «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше».

В. Бикбай. «Ер» поэмаһынан өҙөк.

Г, Сәләм. «Шоңҡар» поэмаһынан өҙөк.

М. Кәрим. «Йәшәйһе бар».

Р. Назаров. «Башҡорт».

3. Биишева. «Һәнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәренән өҙөк (уҡы­тыусы һайлауы буйынса).

Р. Ғарипов. «Урал йөрәге», «Аманат», «Уйҙарым».

Р. Бикбаев. «Башҡортостан бында башлана».


IX класс

“Урал батыр» эпосынан өҙөк (Аҡбуҙатты тасуирлаған урын).

Салауат Юлаев. «Яу», «Уҡ», «Егеткә».

М. Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Инсафлыҡ», “Тиһеңме?».

Ш. Бабич. «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?», «Салауат батыр».


Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

«Башҡорт әҙәбиәте» курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:

I. Шәхси сифаттар:

1) үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;

2) этник һәм милли сағылышын таныу:

• үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

• мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡ­сыл ҡарау;

• һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;

• атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;

3) ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;

4) ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;

5) динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау;

6) әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;

7) һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоцио-наль-әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;

8) өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәл-дәрҙән сыға белеү;

9) сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.

II. Метапредмет һәләттәре:

уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив);

1) уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу;

2) үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү;

• уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

• әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусы һәм художество­лы әҫәр буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙерләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү;

• билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү;

3) үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып, компьютер грамо­талы лығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, ипнсортеү маҡсатында интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны төҙәтә һәм техник эшкәртә белеү;

4) аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү;

5) сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек ло­гик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса клас­сификациялау, сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу;

6) әңгәмәсеһенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикше­релгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү;

7) объекттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйлә­нештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.

III. Предмет һәләттәре:

1) телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау;

2) башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федера­цияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау;

3) дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позиция­һы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;

4) телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сарала­рына эйә булыу;

5) әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ-ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау;

6) уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәт­кеһен аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү;

7) танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү;

8) уҡыу компонентына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә бу­лыу, йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөнсәләр менән художестволы, фәнни-популяр һәм уҡыу текстарын үҙгәр­теп ҡора белеү;

9) уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу;

10) һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөй­ләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;

11) 70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү; тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белеү;

12) уҡыусылар белергә тейеш талаптар:

• өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең исемен һәм авторын белеү;

• әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен) аңлау;

• әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;

• юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп бил­дәләрен белеү;

• портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;

• ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;

• өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

• әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;

• яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;

• әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;

• өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея-ху­дожество урынын билдәләү;

• телдең һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән метафораның) контекстағы идея-художество урынын билдәләү;

• уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең ге­ройын характерлау;

• авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын үҙ-ара сағыштырыу;

• эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

• эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план тоҙөү;

• телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;

• үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;

• һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) характеристика биреү;

• өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекер­ләү характерындағы инша яҙыу;

• художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

• эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);

• эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.


Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:

• уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште план­лаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

• теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙлә­неү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү;

• мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү;

• билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик ми­нимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.


33



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!