Башҡортостан Республикаһы
Саҡмағош районы муниципаль район хакимиәте Аблай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеһы
“Уйнайбыҙ ҙа, йырлайбыҙ ҙа”
Урта төркөм өсөн фольклор байрам .
Төҙөүсе: Зәйнетдинова Рәсимә Дамир ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

2015 – 2016 уҡыу йылы.
Уйнайбыҙ ҙа, йырлайбыҙ ҙа.
“Әссәләмәғәләйкүм” йыры яңғырай.
Ҡарап тормай ара йыраҡҡа,
Дуҫтар килгән беҙгә ҡунуҡҡа.
Дуҫлыҡ бит ул – тормош үҙәге,
Дуҫтар бит ул – байрам биҙәге.
Байрамһыҙ күңелһеҙ бит
Күңелһеҙҙер һеҙгә лә.
Байрамдар кәрәк һеҙгә лэ,
Кәрәк һәммәбеҙгә лә.
Халҡым күңеле – серле һандыҡ,
Ҡарап баҡһаң иҫең китерлек.
Һанһыҙ унда уйын, тамашалар,
Йыл буйыны байрам итерлек.
Йыраҡ йылдар түгел, ҡайта беҙгә
Йылдар аша изге йолалар.
Йыр-бейеүҙәр йыя бар халыҡты,
Байрам итә бөгөн балалар.
Эйе, байрамдар бик күп былай ҙа,
Ә шулай ҙа, ә шулай ҙа
Халҡыбыҙҙың йолаларын
Иҫкә төшөрәйек әле,
Күңелле итеп бөгөн.
“Уйын” үткәрәйек әле.
Залдың алғы өлөшөндә ауыл өйөнөң ҡайһы бер күренештәре һүрәтләнгән. Өй алдында ултырғыс. Пәрҙә эленгән асыҡ тәҙрәнән бала бишеге күренә. Яҡында ғына үрелгән ситән ҡойма. Залдың икенсе өлөшөндә шишмә буйы, бәләкәй генә алан, сәскәләр үҫә.
Ҡыҙҙар шау-шыу килеп йүгерешеп инәләр һәм өй эргәһендәге ултырғысҡа ултырылар.

1 ҡыҙ: Әйҙәгеҙ Илнараны киске уйынға саҡырабыҙ.
2 ҡыҙ:Әйҙә
(Бишек йыры ишетелә. Ҡыҙ өйҙәге бишекте һелкетеп йылай).
3 ҡыҙ:Илнара, бөгөн киске уйынға сығаһыңмы?
Илнара (өйҙән дәшә) Хәҙер сығам. (Сыға). Сәләм ҡыҙҙар.
Ҡыҙҙар: Сәләм!
(Ситән артына ҡасҡан малайҙар һикереп торалар).
1 малай: Егеттәр, ҡыҙҙар бында икән!
2 малай: Иҫәнмеһегеҙ, һаумыһығыҙ?
Ниңә кәзә һаумайһығыҙ?
Әтәсегеҙ күкәй һалған,
Ниңә сығып алмайһығыҙ?
1 ҡыҙ: Әй Әпсәләм, Әпсәләм!
Сәләм бирҙем әссәләм!
Һинән беҙгә тейештер бит,
Бергә: Вәғәләйкүмәссәләм!
2 ҡыҙ: Шунан?
2 малай: Туғыҙ кәм ундан.
2 ҡыҙ: Шунан?
2 малай: Ултырған да шыуған.
1 ҡыҙ:Шунан?
2 малай: Кишер менән һуған.
1 ҡыҙ: Шунан?
2 малай: (юғалып ҡала) Егеттәр, ярҙам итегеҙ әле миңә!
Малайҙар:
Беҙ йырлайбыҙ шыян йырҙар
Ә һеҙ тыңлап тороғоҙ
Әнә килә автомобиль
Булыр беҙҙең йырыбыҙ.
Ҡыҙҙар:
-Әнә килә автомобиль
Төйәгәндәр ҡалайҙар
Беҙҙең ауыл малайҙары
Туҡһан йәшлек бабайҙар.
Малайҙар:
-Әнә килә автомобиль
Төйәгәндәр ҡапсыҡтар
Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары
Туҡһан йәшлек ҡарсыҡтар.
Ҡыҙҙар:
-Әнә килә автомобиль
Төйәгәндәр бүрәнкә
Беҙҙең ауыл малайҙары
Йыйыныһы бер тәңкә.
Малайҙар:
-Әнә килә автомобиль
Төйәгәндәр гөлйемеш
Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары
Илаҡ- һытыҡтар имеш.
Ҡыҙҙар:
-Әнә килә автомобиль
Ағып бара майҙары
Шәп йырлай беҙҙең малайҙар
Йырлай торған саҡтары.
Малайҙар:
-Әнә килә автомобиль
Һеҙ ниңә ултырмайһыгыҙ?
Башҡа ҡыҙҙар тиҙ онтола
Һеҙ ниңә онтолмайһыҙ?
2 ҡыҙ: Ҡыҙҙар, егеттәр, беҙ бирелә бик шаулашабыҙ. Әйҙәгеҙ, шишмәгә һыуға барабыҙ.
Бергә: Әйҙәгеҙ, әйҙә.
(көйәнтәләрен аҫып һыуға китәләр. Шишмәгә килеп етәләр. Туҡтап силәктәрен ҡуялар, матурлыҡҡа һоҡланалар.)
2 малай: Бигерәк йәмле бында.Дуҫтар, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ. (ярым түңәрәк яһап, сирәмгә ултырылар )

3 малай: Мин һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләйем әле.
Ектем өйрәк
Киттем үрләп
Ектем күркә
Бағананан өркә
Санам ҡабыҡ
Төйәнем сыбыҡ- сабыҡ
Барам сабып
Киттем ауып
Тәртәһе һалам
Төшәм дә ҡалам.
Төшәм дә ҡалам.
Нисек ҡайтып етергә?
Аптыратты бит тамам.
4 малай: Әйе шул, дуҫ!
-Эх, бар ине шәп саҡтар
Кеҫә тулы борсаҡтар
Һаламдан тәртә ҡайырып
Ҡырмыҫҡа еккән саҡтар.
2 ҡыҙ: -Ниндәй йәмле шишмә буйы!
3 ҡыҙ: -Әй, ҡояшҡай, зәп-зәңгәр күк
Беҙгә ҡарап көләһегеҙме?
Һайрар Ҡоштар, саф шишмәләр
Беҙҙең йырҙы ишетәһегеҙме?
(Ҡыҙҙар көлгән тауыш ишетелә)
2 ҡыҙ:Сеү! Ниндәй тауыш ул?
1ҡыҙ: Был теге остоң бейеүсе ҡыҙҙары килә түгелме?
3 ҡыҙ: Эйе шул, шулар, шулар.
Ҡыҙҙар: Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар, егеттәр! Беҙ ҙә һыу буйына уйынға тип төшкәйнек.
Ҡыҙҙар: Беҙҙең күстәнәсебеҙ ҙә бар! Бейеп күрһәтәйекме?
Ҡыҙҙар, егеттәр: Әйҙәгеҙ, әйҙә! Бик шәп булыр.
(Ҡыҙҙар “Ете ҡыҙ” бейеүен башҡара).
4 ҡыҙ: Күңелдәр күтәрелеп китте. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп тә бейеп- йырлап алабыҙ.
(“Кәриә- Зәкәриә”йырлы-бейеү).
2 кыз: Ҡыҙҙар, егеттәр, үҙҙебеҙең “Сыраҡ яндыру” уйынын онотҡанбыҙ бит.
Әйе шул,әйҙәгеҙ уйнайыҡ әле.
-Әйҙәгеҙ, әйҙә.(Түңәрәккә ултыралар. Бер уҡыусы иптәшенең артына ҡулъяулыҡ ырғыта, ул һиҙеп ҡалырға тейеш. Һиҙгән осраҡта ҡулъяулыты алып йүгерә, икенсе иптәшенә һала, әгәр һиҙмәй ҡалһа, яза бирелә).
Яҙа:- бейеү
- әтәс булып ҡысҡырһын
-йырлаһын….
-баянда уйнаһын

3 ҡыҙ: Сылтырап аҡҡан шишмәгә
Һыуға тип килгән инек
Тиҙ генә әйләнеп өйгә
Ҡайтырбыҙ тигән инек
4 ҡыҙ: - Дуҫтар, йырланыҡ та, уйнаныҡ та.Әсәй өйҙә һыу көтә, әйҙәгеҙ ҡайтайыҡ инде.
( көйәнтәләрҙе егеттәр тота, шишмәнән һыу алып ҡайтып китәләр).
