СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Конспект урока по "Әҙәби уҡыу" для 2 класса на тему "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар" А.Йәғәфәровой

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект урока  для второго класса по учебнику "Әҙәби уҡыу " Сынбулатовой на тему "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар" Айсылу Ягафаровой.

Просмотр содержимого документа
«Конспект урока по "Әҙәби уҡыу" для 2 класса на тему "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар" А.Йәғәфәровой»

Дата:_____________________

Класс: 2

Предмет: әҙәби уҡыу

Тема: А.Йәғәфарова “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар”

Дәрес төрө: уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Әҙәби уҡыу” (авт. Сынбулатова Ф.Ш.,).

Маҡсат:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш:

-дуҫтарыңа ярҙамсыл булырға, үҙеңдә уларға иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләргә, дуҫлыҡты һаҡларға, дуҫ ҡәҙерен белергә өйрәнергә;

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш:

Әҫәрҙең исеме һәм бирелгән асҡыс һүҙҙәр ярҙамында әҫәрҙең йөкмәткеһен күҙалларға өйрәнергә, уҡыу диалогында ҡатнашырға;

Предмет өлкәһендәге үҫеш:

Тасуири уҡыу техникаһын камиллаштырыу, текстан геройҙы ҡылыҡһырлаған өҙөктө табырға, уҡылғанға үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдерергә өйрәтеү;

Дәрес барышы:

Психологик комфорт булдырыу:Сәләмләү. Танышыу.

СЛАЙД 1.

-Хәйерле көн, балалар. –хәйерле көн

-Кәйефтәрегеҙ нисек? -яҡшы.

-Афариндар. Яҡшы кәйеф менән бөгөнгө дәресебеҙҙе башлайыҡ.

-Танышып үтәйек, мин-Айгөл Рәшит ҡыҙы булам.

-Һеҙҙе Белем донъяһының серҙәрен асырға, яңы әҫәр менән танышырға саҡырам.



Артикуляцион күнегеүҙәр:

-Дәрестә һеҙгә уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә, үҙ фекерегеҙҙе әйтергә тура киләсәк. Шуға күрә,эшкә телебеҙҙе әҙерләп алайыҡ әле.

-шар тултырыу

-ат сабыуы (телдәр менән)

-бал ҡортоноң геүләүе (ҙ)




Белемдәрҙе актуалләштереү: - Балалар, кем уйын уйнарға ярата, шулар ҡулдарын күтәрһен әле.

-Беҙ ҙә “Эйе, юҡ” уйынын уйнап алайыҡ. Һеҙгә үтелгән дәрес әҫәре буйынса һорауҙар бирәм,әгәр был һорауға “эйе” тип яуап бирергә мөмкин булһа, сәпәкәйләйбеҙ, “юҡ”тигән яуапҡа-аяҡтар менән тыпырлатабыҙ. Килештекме?



-“Кем маҡтансыҡ?” хикәйәһе йәнлектәр тураһындамы?

-Камил ташты күршеләрҙең ҡоймаларына тейҙерәм ,ти.

-Әхмәт ташты икенсе булып бәрҙе.

-Азаттың бәргән ташы тәҙрәне ватты.

-Әхмәт Нәсимә өләсәйҙән ғәфү үтенде.

-Камил һәм Азат-яҡшы малайҙар.

-Афариндар. Әҫәрҙе яҡшы беләһегеҙ икән.



Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу:

- Балалар, тағы ла бер уйын уйнап алайыҡ. Уйын “Серле шифр ”, тип атала. Ҙур ҡағыҙҙа һандар аҫтында хәрефтәр яҙылған ошо шифрҙы ҡулланып, карточкалағы һандар аҫтына буш шаҡмаҡҡа ниндәй хәреф тура килгәнен яҙып сыҡһағыҙ, бөгөн уҡыясаҡ әҫәрҙең исемен табырбыҙ.

-Ниндәй исемле әҫәр уҡырбыҙ ? Хор менән әйтегеҙ әле.(“Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар”). Шулай итеп, ни өсөн әҫәр шулай аталған икән, тигән һорауға яуап эҙләргә кәрәк булыр.

Был әҫәрҙең авторы- Айһылыу Йәғәфәрова. Слайд 2

Дәфтәрҙе астыҡ. Бөгөнгө датаны яҙайыҡ. 4 февраль. Айһылыу Йәғәфәрова. Ручканы һалдыҡ.Тыңлайбыҙ.

Айһылыу Йәғәфәрова Әбйәлил районының Әхмәт ауылында тыуған. Ул кескәй балаларға һәм мәктәп уҡыусыларына шиғырҙар,әкиәттәр,хикәйәләр яҙған.Тәүге шиғырын яҙғанда уға ни бары 5 йәш кенә була.

Дөйөм алғанда балалар өсөн 15-тән ашыу китап йыйынтығы баҫтырылған. Уның һәр бер шиғыры йырлы юлдарҙан тора, шуға күрә ятлап алыуы бер ҙә ҡыйын түгел.

Шулай уҡ рус әҙәбиәтенең бөйөк шағиры А.С.Пушкиндың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә.

Cлайд 3

-Бына уның бер-нисә китабын алып килдем. Тәнәфестә ҡарарһығыҙ.



-Ә хәҙер бирелгән һүҙҙәрҙе хор менән уҡыйыҡ та әҫәрҙең йөкмәткеһен фаразлап ҡарайыҡ. Кем һәм нимә тураһында булыр был әҫәр?

Слайд 4

Күңелсәк Терпе

- Күңелсәк һүҙен нисек аңлайһығыҙ? –шат күңелле, яҡшы кәйефле

Ҡыҫҡағойроҡ- Ниндәй йәнлекте ҡыҫҡа ҡойроҡ тип әйтәләр.(Аҡ ҠУЯН)

һүҙ ҡуйышҡандар? - килешкәндәр, һөйләшкәндәр(договорились)

һынап ҡарарға булған- тикшереп ҡарау, испытать, проверить

соҡорға төшкән -

юрамал ысҡындыра-

баш түбән тәкмәсләгән- кувырок

Көс-хәл менән тартып сығарған-

Күңелһеҙләнгән- кәйефе төшкән,



- Шулай итеп, әҫәрҙең геройҙары кемдәр, тип уйлайһығыҙ? Слайд 5.

Терпе менән ҡуянды нимәләр тип әйтергә мөмкин? (ҡуян, терпе, төлкө-нимәләр?)

-Йәнлектәр булғас, был әҫәр ниндәй жанрҙа яҙылған?

- Афариндар, беҙ әкиәтте түңәрәк менән тамғалайбыҙ. Геройҙары йәнлектәр булғас һоро төҫ менән эсен буяйбыҙ. СЛАЙД 6



Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү:

- Фаразлап ҡарайыҡ. Фаразлауҙарҙы тикшереп ҡарар өсөн әкиәтте тыңлағыҙ әле. Иркенләп ултырҙыҡ. Иғтибар менән тыңларға әҙерләнәбеҙ.

-Уҡытыусының уҡыуы. (1-се бүлектән һуң: тимәк кем тураһында һүҙ бара?)

Артабан тыңлайбыҙ.

-Шулай итеп, фараздарыбыҙ дөрөҫ булдымы?

Ял минуты :

-Беҙҙең урмандарҙа ниндәй йәнлектәр бар? Һанап үтегеҙ әле. Слайд 7

Әйҙәгеҙ, йәнлектәр тураһында физминут үткәрәйек әле.



Ҙур аҡланда ҡаршыбыҙға

Һикереп сыҡты ҡуян(һикереү)

Лап-лоп баҫып артынан

Күренде тайыш табан.(атлау)

Һаҡ ҡына баҫып төлкө

Эргәнән үтеп китте(ҡыланып атлау)

Һауала осто ҡоштар-(ҡанат ҡағыу)

Бик бай беҙҙә урмандар.



-Тынысландыҡ. Урындарға ултырҙыҡ. Эшебеҙҙе дауам итәйек.



-Китаптарҙы астыҡ.

- Ә хәҙер һеҙ әкиәтте уҡып күрһәтегеҙ. Тәүҙә ҡулдарға ҡәләм алдыҡ. Минең “башланыҡ” тиһәм үҙ аллы уҡый башлайһығыҙ, “туҡтағыҙ” тиһәм, туҡтаған ергә ҡәләм менән билдә-һыҙыҡ ҡуйырһығыҙ. Әҙерләндек, башланыҡ.

-Афариндар. Инде сынйыр буйынса уҡып алайыҡ. Беренсе һөйләмде таптыҡ. Сиратлап берешәр һөйләм уҡыйбыҙ. Күҙәтеп барабыҙ.



-Әҫәр йөкмәткеһе өҫтөндә эш: СЛАЙД 8-14 буйынса эш.

- Ҡыҫҡағойроҡҡа әсәһе нимә тип өйрәткән?

-Ҡыҫҡағойроҡ кем менән дуҫлашҡан?

-Ҡуян дуҫын нисек һынап ҡарарға булған?

-“Соҡорға төштөм, ҡотҡар”,-тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, Терпе ни эшләй?

-Әкиәттә кем оҡшаны? Ни өсөн? ( сөнки Терпе- эшсән,ярҙамсыл. Дуҫы бәләгә тарыу менән ярҙамға ташлана һәм уны ҡотҡара). Терпегә ниндәй ҡылыҡһынамә бирергә була? Ниндәй сифаттар хас?

Схема





күңелсәк





Терпе ярҙамсыл



эшһөйәр





тоғро



-Ә ни өсөн ҡуян оҡшаманы? (Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белмәй.Дуҫының ышаныслымы-юҡмы икәнен тикшереп ҡарай. Ҡыҙыҡ өсөн генә эшләй.)

-Ни өсөн Терпе күңелһеҙләнә? (Дуҫы ышанмай)



Рефлексия: Әкиәтте аңланығыҙмы икән, тикшереп ҡарайыҡ. Слайд 15--19

Төркөмдәрҙә эш. Тест.Мин һорауҙар уҡыйым, һеҙ дөрөҫ яуап яҙылған карточканы табып күтәрәһегеҙ. Башланыҡ . 


1. Әкиәттең авторы кем? 
а) М. Кәрим 
б) А. Йәғәфәрова 
в) З. Биишева


2. Әкиәттең геройҙарын тап. 
а) бүре, ҡуян 
б) бесәй, терпе 
в) ҡуян, терпе


3. Әкиәт нимә тураһында 
а) ғаилә 
б) дуҫлыҡ
в) мәктәп


4. Терпе ниндәй дуҫ? 
а) ышаныслы, тоғро 
б) алдаҡсы, ярҙамсыл 
в) маҡтансыҡ, ҡыйыу


5. Ҡуян ниндәй дуҫ? 
а) тоғро, ҡыйыу 
б) шаян, матур 
в) ышанысһыҙ



  • Был әкиәт нимәгә өйрәтә? Ниндәй фәһем алдығыҙ? (Дуҫҡа ышаныр кәрәк.Уны һынап ҡарау кешене үпкәләтә.)

Дуҫлыҡ ул – ҙур төшөнсә. Халҡыбыҙҙың “Дуҫ яуҙа һынала”, -тигән һүҙе лә бар. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй.

Слайд 20 “Дуҫлыҡ ололарға ғына түгел, балаларға ла бик кәрәк.Бәләкәйҙән башланған дуҫлыҡ ғүмергә дауам итә, ундай кешеләр иң бәхетлеләрҙән иҫәпләнә”,-ти Фәүзиә Рәхимғолова.

Үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ, үпкәләтмәгеҙ һәм һеҙ иң бәхетле кеше булырһығыҙ, тигән теләк менән дәресебеҙҙе тамамлағым килә.

Бөгөнгө дәрестән үҙегеҙгә күп фәһемле фекерҙәр алғанһығыҙҙыр тип ышанғым килә.



-Өй эше биреү: Б 16-18, 1,2-се бүлектең йөкмәткеһен һөйләргә

-Кемгә бөгөнгө дәрес оҡшаны баҫабыҙ. Кем үҙен дәрестә һәйбәт эшләне , тип уйлай сәпәкәйләй.

-Һеҙҙең менән дәрестә эшләүемә бик шатмын. Рәхмәт, балалар.













А

Б

В

А

Б

В

А

Б

В

А

Б

В











6

27

25

16

37

15


17

9

18

40

18


34

1

42

23

17

1

13

7

1

23



























1


2

3

4

5

6

7

8

А

Б

В

Г

Ғ

Д

Ҙ

Е




9


10

11

12

13

14

15

16









Е

Ж

З

И

Й

К

Ҡ

Л




17


18

19

20

21

22

23

24









М

Н

Ң

О

Ө

П

Р

С




25


26

27

28

29

30

31

32









Ҫ


Т

У

Ү

Ф

Х

Һ

Ц




33


34

35

36

37

38

39

40









Ч

Ш

Щ

Ъ

Ы

Ь

Э

Ә




41


42















Ю

Я













Терпе

Күңелсәк

Ярҙамсыл

Тоғро

эшһөйәр


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!