СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Конспект урока "Жизнь и творчество башкирского народного поэта Мустая Карима"

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект урока предназначен для 7 класса по предмету "Родной язык"

Просмотр содержимого документа
«Конспект урока "Жизнь и творчество башкирского народного поэта Мустая Карима"»

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

7 класс

Дәреслек : Башҡорт теле һәм әҙәбиәт

Дәреслектең авторҙары: Тикеев Д.С., Гафаров Б.Б.

Биттәр: 86 - 88


Маҡсат: 1. М.Кәрим хаҡында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү. “Сәсән”

шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, идея – тематикаһын

асыҡлау.

2. Уҡыусыларҙың телмәрен, ижади фекрләү ҡеүәһен үҫтереү.

3. Белем һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреү.




Йыһазландырыу: китап, портрет, карточкалар, һүҙлектәр, компьютер,

интерактив таҡта.


Дәрес планы:

  • Ойоштороу моменты

  • Маҡсатҡа сығыу

  • Яңы тема

  • Йомғаҡлау

  • Өй эше биреү

  • Баһалау


Дәрес барышы


l. Ойоштороу моменты.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!


ll. Инеш әңгәмә.

(Таҡтала түбәндәге даталар яҙылған)

Слайд 1

1931 – 1895, 1895 – 1919, 1919 - 2005


  • Таҡтала кемдәрҙең йәшәү осоро яҙылған? (М.Аҡмулла, Ш.Бабич, М.Кәрим).

  • Иғтибар менән ҡарағыҙ, улар арһында ниндәй бәйләнеш бар? (Береһе үлгән йылда икенсеһе тыуған)


(Һәр дата аҫтына исеме эленә)

Слайд 2


1931 – 1895, 1895 – 1919, 1919 - 2005

М.Аҡмулла Ш.Бабич М.Кәрим

Слайды 3,4,5

  • Кем ул М.Аҡмулла, Ш.Бабич, М.Кәрим? (Сәсән, шағир)

  • Мәғрифәтсе сәсән – шағир М.Аҡмулла үлгән йылда атаҡлы сәсән-шағир Ш.Бабич донъяға килгән. Ә Ш.Бабич һәләк булған йылда әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы М.Кәрим тыуған. Улар өсөһө лә милләтебеҙҙең аҫыл улдары, бөйөк әҙиптәре. Әйтерһең дә, әллә, юғары көс тарафынан, әллә, мөғжизә менән сәсәнлек, тел оҫталығы, һәләт береһенән икенсеһенә, йәғни Аҡмулланан Бабичҡа, Бабичтан М.Кәримгә тапшырыла

Ә бөгөн, һуңғыһы, Башҡортостандың сәсән-шағиры М.Кәрим тураһында һөйләшербеҙ. Һәм сәсәндең “Сәсән” шиғыры өҫтөндә эшләрбеҙ.

- Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.


lll. Яңы тема

  • Һеҙ М.Кәримдең тормошо, ижад юлы менән танышһығыҙ. Хәҙер үҙегеҙҙе тикшереп үтегеҙ, баһа ҡуйығыҙ. Таратып бирелгән карточкаларҙы тултырып яҙығыҙ.

Карточка
  • Мостай Кәрим ... йылдың ... октябрендә Башҡортостандың ... районында тыуған.

  • 1937 – 1941 йылдарҙа .... уҡый.

  • ... һуғышында ҡатнаша.

  • Халҡыбыҙҙың оҫта һүҙле, ҡыйыу, ил күркен, батырҙарҙы данлаусы, яҡшылыҡты яҡлаусы, яманлыҡты фашлаусы, халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе ил ағабыҙ күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ..., ..., ..., ..., ..., премия лауреаттары була.

Слайд 6

(Экранда дөрөҫ яуап)

  • Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районында тыуған.

  • 1937 – 1941 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

  • Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

  • Халҡыбыҙҙың оҫта һүҙле, ҡыйыу, ил күркен, батырҙарҙы данлаусы, яҡшылыҡты яҡлаусы, яманлыҡты фашлаусы, халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе ил ағабыҙ күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ленин ордены, СССР дәүләпремияһы, Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты була.


  • Ә, хәҙер тикшерегеҙ, баһа ҡуйығыҙ.

  • Һуңғы һөйләмгә иғтибар итегеҙ әле. Бөтәһе лә аңлашыламы?

  • Был сифаттар кемгә хас, кемде тасуирлайҙар? (Сәсәнде)

  • Кем ул сәсән, ниндәй ул? Ошо һорауға яуапты һүҙлек менән эшләп тулыландырығыҙ. Сәсәнгә хас сифаттарҙы дәфтәрегеҙгә яҙып барығыҙ һәм таҡтаға ла яҙып барайыҡ. (Сылбырлап һәр береһе таҡтаға яҙып баралар.)


Слайд 7

Экранда яҡынса килеп сығасаҡ яуап:

Сәсән – шәхес, ҡыйыу кеше, оҫта һүҙле, йор кеше, зирәк, иң аҡыллы, кәңәшсе, һүҙ оҫтаһы, халыҡ шағиры, педагог, тарихсы, психолог, ил-йорт аҡһаҡалы, ойоштороусы, етәкләүсе, йәмғиәтсе, абруйлы кеше.


  • Сәсән һүҙен М.Кәрим исеме менән алмаштырырға буламы? (Эйе)

Слайд 8

Экранда:

М.Кәрим – шәхес, ҡыйыу кеше, оҫта һүҙле, йор кеше, зирәк, иң аҡыллы, кәңәшсе, һүҙ оҫтаһы, халыҡ шағиры, педагог, тарихсы, психолог, ил-йорт аҡһаҡалы, ойоштороусы, етәкләүсе, йәмғиәтсе, абруйлы кеше.


  • Сәсәндең “Сәсән” шиғыры менән танышайыҡ. Шиғырҙа бер нисә аңлашылмаған һүҙҙәр бар. Уларҙың аңлатмаһы экранда.

Слайд 9

Сәфәр – путешествие

өмөт – надежда

йыһан – вселенная

танһыҡ – желанный, редкостный

шәм - свеча



  • Хәҙер иғтибар менән тыңлап, күҙәтеп барығыҙ, шиғырҙы уҡып ишттерәм. (Уҡытыусы уҡый)

Әҫәр буйынса эш

1.

        • Беренсе строфаны беренсе уҡыусы уҡып ишеттерә.

  • Был юлдарҙа илебеҙ тарихына тәрән эҙ ҡалдырған ниндәй ваҡиға сағылдырылған? (Бөйөк Ватан һуғышы йылдары)

  • Йылдың ниндәй миҙгеле?(Яҙ)

  • Беҙҙең көндәрҙәге һымаҡ күңелле яҙмы ул? (Юҡ, ҡараңғы төн, өмөтһөҙлөк)

  • Ниндәй ҡайғы ине әсәләрҙең баш аҫтында? (Үлем хәбәре)

        • Икенсе, өсөнсө строфаны уҡыйҙар.

  • Ҡайҙа юл тота сәсән? (Ауылға)

  • Ул ошо ауылға ғына туҡталамы? (Юҡ, ул ил гиҙеп йөрөй)

        • Дүртенсе строфаны уҡыйҙар.

  • Ниндәй маҡсат менән сәсән ауылда, ниндәй йыр йырлай ул? (Кешеләргә өмөт бирә, йыуата, йылы һүҙҙәрен әйтә, яҡлай, ниндәй ҙә булһа хәбәр килтерә)

  • “Өмөт танһыҡлаған кешеләрҙең

Танһыҡтары ҡанды” – юлдарын нисек аңлайһығыҙ?

        • Бишенсе строфны уҡыйҙар.

  • Шәмдәрҙә ул ниндәй ут ҡалдырып китте? (Яңылыҡтары менән ҡараңғы төндө яҡтыртып, өмөт биреп китте)

  • Әҫәрҙең идеяһын асыҡлаусы юлды табығыҙ.

(Юҡ, шәмдәрҙә түгел! Йөрәктәрҙе

Тоҡандырып китте.

Ҡара төндә тик бер кеше күпме

Нур ҡалдырып китте.)

  • М.Кәрим менән нур ҡалдырыусы сәсән араһында уртаҡлыҡ бармы? (Эйе, М.Кәримде лә халыҡ, ил ҡайғыһы тетрәтә. Ул шиғырҙары менән халыҡҡа өмөт бирә, йыуата, дәртләндерә)

  • Шағир уҡыусыға тәьҫир итер өсөн ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланғанын тикшереп үтәйек. Схеманы тултырайыҡ.

2. Слайд 14,15


Һүрәтләү саралары



Сағыштырыу Метафора Эпитет

Йылдай оҙон елдәр ташый яҙғы ел

Ерҙәй ҡара йыр аҡты тын алыу

нур бөркөлдө ҡара төн

йөрәктәрҙә

(дәфтәрҙәрендә яҙып эшләйҙәр, тикшерелә)


3. Ижади эш.

  • Сәсән йылы һүҙәре менән халыҡты йыуатып, йөрәктәрҙе тоҡандырып китә. Юҡҡа ғына халыҡ “Һүҙ йән аҙығы” тип әйтмәй.

Слайд 16

Тағы ла ниндәй һүҙ тураһында мәҡәлдәр беләһегеҙ? (Көйҙөргән дә һүҙ, һөйҙөргән дә һүҙ, Кеше һүҙе кеше үлтерә.)

  • Ә, сәсән ниндәйерәк һүҙҙәр әйткән икән? Таҡтала ҡабыҙылмаған шәм һүрәтен күрәһегеҙ. Һеҙ һәр берегеҙ хәҙер сәсән роленә инеп ошо шәмде ҡабыҙырға тейешһегеҙ. Таратып бирелгән ҡағыҙҙарға йыуатырлыҡ, өмөт биерлек, сәсән әйткән йылы һүҙҙәрҙе яҙып шәмдең ялҡынын йәбештереп сығығыҙ.

(Ялҡын һүрәте киҫәктәргә бүленгән, ошо ҡағыҙҙарға уҡыусылар һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙып, бер ялҡын килеп сығарырлыҡ итеп шәмгә йәбештерәләр)

  • Афарин! Ауыр һүҙҙәр әйтеп яҡындарығыҙҙы рәнйетмәгеҙ, кешегә ауыр саҡта йылы һүҙегеҙ менән йыуатығыҙ, ярҙам итегеҙ, өмөт бирегеҙ. Һәр ваҡыт шулай шәмдәр янып торһон, йөрәктәрҙә өмөт булһын!


lY. Йомғаҡлау.

  • Шиғырҙың төп идеяһы нимәлә?

  • Шағир нимә әйтергә теләне инде ошо шиғыры менән?

  • Кем инде ул сәсән, башҡорт йәмғиәтендә роле нимәлә?

  • Һүҙ кешегә нисек тәьҫир итә?


Y. Өй эше.

  • Өй эше ижади эш булыр. Сәсәндәрҙең ҡобайырҙарын ҡараштырып үҙегеҙ ҙур булмаған ҡобайыр яҙып килегеҙ.


Слайд 17







Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!