Стихи на моем родном языке
Серләшәйек
Ҡараңғы төндә йондоҙ ҙа
Күренә беҙгә яҡын.
Килсе, иркәм, hөйләшәйек,
Ултыр эргәмә тағын...
______________________
Уңған бал ҡорттары
Беҙҙең бал ҡорттарыбыҙ
Бик уңған булып сыҡты.
Яландарҙан, болондарҙан
Йыялар сәскә һуты.
______________________
Башҡортомдоң даны
Олатайым бал айыра,
Дуҫ ул бал ҡорто менән.
Беҙгә лә өлөш сығара,
Тәмле бал кәрәҙенән.
______________________
АТЛАЙЫМ!
Тып-тып-тып-тып,
тәпәй баҫтым,
Мин атлайым, атлайым!
Уң ҡулымдан тотҡан әсәй,
Һул ҡулымдан атайым.
ЙӘЙЕН
Бик ҙур үҫте
Йәйен
Һыу тѳбѳндә
Йәйен.
ЕЛӘК
Баҙарҙа үҫә еләк,
Урманда үҫә еләк.
Урманда үҫкән еләк
Ни ѳсѳндѳр тәмлерәк.
______________________
ЗИНҺАР!
- Миңә дарыу бирегеҙ! – тип,
Эй аҡыра бер бәрәс
Аптекала аптырай ул,
Бер кем дарыу бирмәгәс.
Шунан матур ғына итеп,
Былай тиеп ѳндәшә:
- Дарыу бирегеҙсе, зинһар!
- Бына алсы! Һау йәшә!
______________________
РӘХМӘТ!
Атаһы-әсәһе менән
Кәзә бәрәсе йәшәй.
Ашаған һайын әйтә ул:
- Ҙур рәхмәт, атай-әсәй!
______________________
ҒӘФҮ ИТ!
Быҙау баҫты ауырттырып
Тәпәйенә тауыҡтың.
- Ғәфү ит, зинһар, - тине ул.
Тауыҡ йырлап яуапланы:
_ Шифа һүҙҙән һауыҡтым!
______________________
ЯҘ
Оҙон муйынын һуҙып,
Һѳйѳнсѳләй ата ҡаҙ:
«Урамға сығығыҙ әле,
Килде беҙгә яҙ, яҙ, яҙ!»
ҠЫШ
Бѳгѳн урамға сыҡмайым,
Урамда буран олой.
Буран олой, буран илай.
Мин дә илайым юрый.
СЕБЕШ
Ѳйѳрѳлә-сѳйѳрѳлә,
Сип-сип йырлап, бер себеш,
Берәүҙең күлдәге һары,
Бигерәк матур, имеш.
ҠУЯНДЫҢ ХӘСТӘРЛЕГЕ
Мин кишер үҫтерҙем,
Телеңде йоторлоҡ.
Тамаҡ туҡ –
Бурандар
Торһа ла ҡотороп.
ҺЫЙЫР
Һағыҙ сәйнәй һыйырыбыҙ,
Сәйнәй-сәйнәй – туҡтамай,
Кѳтѳүгә ҡыуырға кәрәк,
Алып ҡайтһын бал да май.
ӘТӘС
Әтәс ҡысҡыра иртүк,
Кикерикүк тә кикерикүк:
«Киттек, тауыҡ ҡунаҡҡа
Күрше эте Муйнаҡҡа!»
БЕСӘЙ
Эсеп ала ла һѳт, сәй,
Йоҡлай ҙа йоҡлай бесәй,
Ә сысҡан күреп ҡалған,
Ҡолағын тешләп алған.
КѲСѲК
Ѳрә лә ѳрә кѳсѳк
Әллә кемгә үсегеп.
Маһ-маһ, тип тә ҡарайым,
Ѳрә һаман Аҡбайым.
БӘРӘС
Бѳҙрә генә бер бәрәс,
Ҡысҡыра, һѳт бирмәгәс,
«Кәрәк, - ти ул, - мә-мә-мәм,
Юҡ ашарға бер нәмәм».
БЫҘАУ
Быҙау әйтә: «Мѳ-мѳ-мѳ,
Инәй, эшең бѳттѳмѳ?
Мин асыҡтым, инәйем,
Тиҙерәк һѳт имәйем».
ҠОЛОН
Ҡолон йыр алған отоп,
Йырлай ғына: тып та тып,
Бейей генә тып та тып.
Булмай бер ҙә туҡтатып!
Сказки на родном языке
Айыу менән бал ҡорттары
Борон-борон заманда, өйрәк үрәтник, һайыҫҡан дисәтник саҡта, булған, ти, бер тайыш
табан айыу. Уның ҡойроғо, төлкө ҡойроғо кеүек үк, оҙон да, йөнтәҫ тә булып, өрпәйеп торор
булған ти.
Айыу бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да йөрөгән. Бал
ҡорттары мыжлап торған ағас ҡыуышын күрҙеме, айыуҙың шатлығы эсенә һыймай башлай
икән. Ул, аушаңлап, ағас башына менә лә, умартаны пыр туҙҙырып, бал ашарға тотона икән.
Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар ҙа сағырға маташалар, әммә булдыра алмайҙар. Сөнки
айыуҙың йөнө оҙон, ә бал ҡорттарының ҡаяуҙары ҡып-ҡыҫҡа. Улар, айыуҙың тәненә
яҡынлашырға тырышып, йөн араһына инәләр-инәләр ҙә шунда сырмалып бөтәләр. Ә айыуға
шул ғына кәрәк тә. Ул ағастан төшә һала ла ерҙә аунай башлай. Йөн араһында буталып
ҡалған бал ҡорттары иҙеләләр ҙә бөтәләр. Улай ҙа булмаһа, һыуға барып бер сумып ала, ти,
был, бал ҡорттары шунда сыланып, ҡойолоп төшәләр. Шунан һуң айыу йәнә ағас башына
менеп китеп, солоҡтағы бал бөткәнсе, үҙенең эсе күпкәнсе, һыйлана икән, ти.
Бер ваҡыт урманға утын алырға бер кеше килгән икән. Ипләберәк ҡараһа, ағас башында
бал ашап ултырған айыуҙы күреп ҡалған. Үҙе бал ашай, ти, айыу, ә йөнтәҫ оҙон ҡойроғо
менән бал ҡорттарын ҡыуа икән, ти.
– Әх, һин, тайыш табан, тайыш табан! Ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән
әле! Муйыныңды өҙмәһәмме, бына күр ҙә тор!– тип, теге кеше ағас башына менеп киткән.
Ул айыуға ҡарап балтаһын һелтәгән. Әммә балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона
тап килеп, уны сабып өҙгән. Шулай итеп, тайыш табан айыу оҙон йөнтәҫ ҡойроғо менән
бөтөнләйгә хушлашҡан. Айыу ағастан төшкән дә, башын түбән баҫып, урман араһына инеп
юғалған.
Шунан бирле айыуҙар сонтоҡ ҡойроҡло булып ҡалғандар, ти.
Теге кеше солоҡто яҡшылап ҡарап, юнәтеп сыҡҡан, кәрәҙҙәрҙе үҙ урынына ҡуйған да
ҡайтып киткән.
Бал ҡорттары быны күреп, башта ғәжәпләнгәндәр. Улар инә ҡорттан:
– Ниңә был кеше беҙҙең балыбыҙҙы ашап ботөрөп китмәне икән? – тип һорағандар. Инә
ҡорт ни тип яуап ҡайтарырға белмәгән. Шулай ҙа ул бал ҡорттарына:
– Барығыҙ, осоп етегеҙ ҙә ул кешенән беҙҙең балыбыҙҙы ниңә ашамауын һорағыҙ,– тигән,
ти.
Бал ҡорттары теге кешене ҡыуып етеп һорағас, ул:
– Әгәр мин балығыҙҙы ашаған булһам, үҙегеҙгә ҡыш ашауға нимә ҡалыр ине? Һеҙ ҙә астан
үлер инегеҙ, йәренгә мин дә балһыҙ ҡалыр инем, – тип яуап биргән, ти.
Бал ҡорттары солоҡҡа әйләнеп ҡайтҡандар ҙа инә ҡортҡа теге кешенең һүҙҙәрен әйтеп
биргәндәр. Шул саҡта инә ҡорт кәңәшкә бөтә ҡорттарҙы йыйған. Бал ҡорттары, ул кешегә
күмәкләп барырға ла, үҙҙәрен айыуҙан һаҡлауын һорарға, тип кәңәш иткәндәр, ти.
Ҡорттар ауылға, теге кеше янына барып:
– Беҙҙе яуыз айыуҙан ҡотҡара күр, үҙ эргәңә ал. Ә беҙ һиңә бының өсөн рәхмәт әйтербеҙ, –
тигәндәр, ти.
– Яҡшы! Мин һеҙгә бик һәйбәт итеп умарта эшләрмен. Һеҙ шунда йәшәрһегеҙ, бал
йыйырһығыҙ,– тип яуап биргән ти, кеше.
Шул көндән бирле бал ҡорттары кешеләрҙе бал менән һыйлай башлаған, ти.
Алдар төлкө
Бер төлкө юл буйлап китеп барғанда, бер һарыҡ тояғы табып алған. Бер утар
һымаҡ ергә барып еткәс, Әтәсғолдан йоҡ ларға фатир һораған, ти. Әтәсғол
уға:
— Өйөм бик бәләкәй, һин һыйырлыҡ урын юҡ,— тигән, ти.
— Мин үҙем дә бәләкәймен. Үҙем һикелә бөгәрләнеп кенә ятырмын,
ҡойроғомдо һике аҫтына тығырмын,— тигән төлкө.
Әтәсғол риза булған. Йоҡларға ятыр алдынан төлкө хужаға:
— Ошо һарыҡ тояғын берәй ергә ҡуйып тор әле! — тигән. Әтәсғол тояҡты
һандыҡ артына һалып ҡуйган, ти. Төлкө
уның ҡайҙа ҡуйғанын ҡарап ҡына торған да, хужа йоҡлағас, тороп, тояҡты
тышҡа сығарып йәшергән. Иртән торғас, төлкө Әтәсғолдан тояҡты таптыра
башлаған. Эй эҙләгән хужа тояҡлы, эй эҙләгән, таба алмаған. Төлкө уға:
— Ярар, тояҡ булмаһа, уның, урынына бер тауыҡ бирерһең! — тигән.
Әтәсғол: «Йә башыма берәй бәләһе булыр», — тип ҡурҡҡан да төлкөгә тауыҡ
биреп ҡотолған. Төлкө тауыҡты, юл ыңғайында тояҡты ла алып, сығып
киткән.
Икенсе ауылға барып еткәс, ул Ҡаҙғәленән фатир һораған. Ҡаҙғәле ҡаршы
килмәгән. Йоҡларға ятыр алдынан төлкө уға:
— Зинһар, ошо тауыҡты йыйып ҡуйсәле! — тигән.
Хужа уны ҡаралды артына йыйып ҡуйған. Төлкө был юлы ла хужаның ҡайҙа
ҡуйғанын ҡарап ятҡан. Төндә тороп, тауыҡты икенсе урынға йәшергән. Иртә
менән төлкө Ҡаҙғәленән тауыҡты һораған. Хужа ҡараһа, ҡуйған ерендә тауыҡ
булмаған. Төлкө:
— Ярар, тауыҡ булмаһа, уның урынына һин бер ҡаҙ бир!— тигән.
Ҡаҙғәле: «Йә берәй бәләһе булыр», — тип, уға ҡаҙ биргән. Төлкө, тояҡты ла,
тауыҡты ла, ҡаҙҙы ла алып, үҙ юлына киткән.
Төлкө, йәнә бер ауылға барып етеп, Мөгөҙбайҙап фатир һорап ингән.
Мөгөҙбайға ҡаҙҙы иртәнгә тиклем һаҡларға ҡушҡан. Хужа ҡаҙҙы ситәүкә
эсенә ултыртып ҡуйған. Төлкө йәнә, төнөн тороп, ҡаҙҙы тышҡа йәшереп
ҡуйған. Иртән торғас, Мөгөҙбайҙан ҡаҙҙы таптыра башлаған; теге, күпме генә
эҙләп ҡараһа ла, ҡаҙҙы таба алмаған. Шул саҡта төлкө:
— Ярар, улай булһа, ҡаҙ урынына бер үгеҙ бир, бирмәһәң, үҙеңде судҡа
бирәм! — тигән.
Мөгоҙбай: «Суд бәләһе — эт бәләһе»,— тип, бер үгеҙен югертеп килтереп
биргән.
Төлкө, үҙепең һарыҡ тояғын күтәреп, үгеҙен етәкләп, тауығын, ҡаҙын
эйәртеп, өйөнә ҡайтып киткән.
Һыуыҡ төшкәс, уларҙың бөтәһен дә һуйып, бесән аҫтына йәшергән. Ә үгеҙ
тиреһенә бесән тултырған да өй алдына баҫтырып ҡуйған.
Бер аҙ ғүмер үткәс, төлкөнөң өйө эргәһенән айыу менән бүре үтеп бара икән.
Төлкө уларға:
— Барығыҙ әле, бер сана менән ҡамыт килтерегеҙ. Үгеҙҙе егеп урманға
утынға барайыҡ,— тигән.
Айыу менән бүре, югереп барып, сана, ҡамыт килтергәндәр. Төлкө теге
үгеҙҙе еккән дә өсәүләп санаға менеп ултырғандар.. Айыу менән бүре үгеҙҙе
ҡыуа башлағандар, үгеҙ һис ыжламаған, бер урында тора биргән. Шул
ваҡытта төлкө:
— Һеҙ, ебегәндәр, үгеҙҙе лә йөрөтә алмайһығыҙ! — тип, Айыу менән бүрегә
асыуланған булып, сананан төшөп киткән.
— Беҙгә шул ғына кәрәк ине, сәнселеп кит! Бына хәҙер үгеҙҙең ҡойроғон
күрерһең инде! — тип, бүре үгеҙҙең муйынынa барып та йәбешкән, айыу
янбашына һелтәп ебәргән. Шул саҡта үгеҙҙең тиреһе бүҫелеп, эсендәге бесән
әйләнеп килеп сыҡҡан.
Быны ситтән генә ҡарап торған төлкө:
— Бесән булһа ла, иттәй күреп ашағыҙ! — тип хихылдап,. ауыҙын йырып көлә
икән.
Һыу ҡыҙы
Борон-борон заманда булған, ти, бер бабай менән бер әбей. Быларҙың ир еткән өс улы
булған, ти. Улар байман көн иткәндәр. Өлкән улы менән уртансы улына кәләш әйттергәс,
аталары үлеп киткән, кинйә улына кәләш алып бирергә өлгөрә алмай ҡалған. Ағалары, донъя
үҙҙәренә ҡалғас, ҡустыларын күҙле-башлы иттереү яғын уйлап та бирмәгәндәр.
Бер ваҡыт кинйә малай һыу буйында йөрөп ятһа, һыу ситендә ултырған бер ҡыҙға тап
була. Былар икәүләп үҙ-ара һөйләшеп китәләр. Егет:
– Һин кем булаһың? – тип һорай.
– Мин һыу ҡыҙы булам, – ти ҡыҙ.
– Миңә кәләшкә киләһеңме?
– һинең кемдәрең бар?
– Әсәйем менән ике ағайым бар.
– Ағайҙарың байҙыр, мин ярлы. Ҡайһылай мин һиңә кейәүгә барайым, ғәрләнмәйенсә.
Ҡыҙ үҙе бик һылыу, ти. Эй һөйләшәләр былар, эй һөйләшәләр, һөйләшә торғас, ирлеҡатынлы булырға һүҙ ҡуйыштылар, ти.
Егет, ҡайтып, бисәләр кейеме алып килә. Һыу ҡыҙын кейендереп, өйөнә алып ҡайтып китә.
Бергә тора башлайҙар. Был киленде ҡәйнәһе маҡтап бөтөрә алмай.
– Киленем бигерәк уңған инде! – ти. – Ун һыйырҙы һә тигәнсе һауып ҡуя, өлкән
килендәрем ише генәме һуң! Ҡулынан килмәгән эше юҡ, – ти.
Берҙән-бер көндө йәш килен үҙенең әрмәнде ярыһынан эшләнгән кейемен һалып ҡаҙауға
элеп ҡуя ла һыйыр һауырға ултыра. Ире:
– Бында ниндәй сүп эленеп тора? – ти ҙә, шул кейемде алып, утҡа ташлай. Кейем яна,
бәләкәй бер киҫәге генә тороп ҡала. Һыу ҡыҙы, быны күреп:
– Ни эшләнең һин? Харап ҡына иттең! – ти. Үҙе шунда уҡ ҡош булып оса ла китә.
Ире илап тороп ҡала. Ни эшләргә белмәй уйланып ултыра-ултыра ла ҡатынын эҙләп
сығып китмәксе була.
Үҙе менән күп итеп аҙыҡ алып, көньяҡҡа ҡарап, эй китте, эйкитте, ти, был, бик күп
тауҙарҙы, йылғаларҙы үтте, ашар аҙығы ла ҡалманы, өҫтө-башы ла өҙгөләнеп бөттө, ти. Рунда
бер иҫке тирмә кейеҙе табып, сәкмән менән эшләпә тегеп кейҙе лә йәнә алға китте, ти.
Бара торғас, алыҫта уймаҡ кеүек кенә бер өй күрә был.
Өйҙән ҡармаҡ ебе кеүек кенә төтөн сығып тора, ти. Кинйә шунда бара. Ишеген асып инһә,
бер әбей ултыра.
– Әбей, иҫән генә тораһыңмы? – ти егет.
– Сыҡмаған йән бар әле. Ҡайҙан килеп ятаһың? – ти әбей.
Рунан егет:
– Ҡатыным осоп киткәйне, шуны эҙләп йөрөйөм. Бик асыҡтым, берәй нәмә ашатыр инең,
әбей! – ти.
Әбей уға:
– Мин үҙем дә аслы-туҡлы ғына торам шул, улым, ашатыр нәмәм юҡ, – тип, әсе ҡатыҡ
менән бер телем ҡатҡан икмәк кенә бирә.
Егет шуны ҡапҡылай ҙа үҙ юлы менән китеп бара. Бара торғас, йәнә уймаҡ һымаҡ ҡына
бер өй күрә ул. Был өйҙән дә ҡармаҡ ебе кеүек кенә төтөн сығып тора, ти. Ул шунда бара.
Ишекте асып инһә, бер әбей ултыра. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, егет:
– Ҡатынымды юғалтҡайным, шуны эҙләп йөрөйөм. Бик асыҡтым, берәй нәмә ашатыр
инең, әбей! – ти.
Әбей уға:
– Мин һинең ҡатыныңды беләм, минең апайымдың ҡыҙы ул, – ти. Иллә-мәгәр уның
йортона үтеп инерлек түгел: бөтә ере бикле. Бына мин һиңә бер асҡыс бирәм, шуны ҡойма
башына ырғытырһың.
Кинйә асҡысты алып китә. Барып етеп өйҙө таба. Асҡысты ҡойма башына ырғытыу менән
ҡапҡа асылып китә. Өйҙән бер әбей ҡаршы сығып:
– Әйҙә өйгә ин, ни йомошоң бар? – ти.
– Ҡатыным юғалғайны... – ти егет.
– Ул минең ҡыҙым дабаһа, – ти әбей.
– Уны нисек күрергә һуң?
– Бына минең кейәүем ни өсөн килгән икән!.. Ҡыҙым хәҙер ҡайтыр, үҙеңде үлтереп тә
ҡуйыр! – ти әбей.
Әбей кейәүен тотоп һелкеткеләй башлай. Егет шунда уҡ энә кеүек кенә булды ла ҡалды,
ти. Рунан әбей уны бүрәнә мүгенә ҡаҙап ҡуя. Рулай ҙа ул өй эсендәге бөтә нәмәне күреп,
белеп тора. Бына өйгә туғыҙ ҡаҙ осоп инә, ҡанаттары менән елпенәләр ҙә туғыҙ ҡыҙ булалар.
Үҙҙәре еҫкәнәләр.
– Бында кем бар? Хәҙер үҙен үлтерәбеҙ! – тиҙәр.
– Юҡ, үлтерергә ярамай, – ти әсәләре.
– Ул һинең артыңдан килгән, дуҫлашырға кәрәк!–ти үҙенең бер ҡыҙына.
Ҡыҙы риза була. Әсәһе бик үк ышанып бөтмәй. Руның өсөн ул ҡыҙынан:
– Әйткән һүҙемдә торормон, – тип, ант иттерә. Рунан әбей, энәне мүктән алып, һелкепһелкеп ҡуя – энә үҙе бысраҡ, үҙе ҡысыулы ла ҡутырлы бер кешегә әйләнә.– Мин уның менән
йоҡламайым! – ти әбейҙең ҡыҙы, үҙенә айырым урын йәйеп ята. Егет тырнаша ла ҡашына,
ҡашына ла тырнаша. Башы ауырта башлай бының. Тора-бара бөтөнләй ауырыуға һабыша.
Егет йоҡлап киткәс, әбейҙең ҡыҙы уны икмәк көрәгенә һалып, дөрләп янған мейескә
ырғыта ла ҡуя, унан бер ус көл генә тороп ҡала. Рунан әбейҙең ҡыҙы шул көлдө тап-таҙа
яулыҡҡа төрөп ала ла, ҡапыл һауаға һибеп, борҡотоп ебәрә, шунда уҡ ҡаршыһына ап-аҡ
итеп йыуынған, матур итеп кейенгән ире килеп баҫа.
Иртән торғас, әбей кейәүенән:
– Төшөңдә нимә күрҙең? – тип һорай.
– Төнө буйы тынғы булманы: утҡа тотоп ташланылар, иҙмәләй иҙҙеләр, сепрәккә
һалдылар, ҡаҡҡыланылар, һуҡҡыланылар, – ти. Бары ла хәтерендә. Тик төш түгел икәнен генә
белмәй икән был. Рунан ул ҡатынына:
– Йә, үҙебеҙгә ҡайтайыҡ инде! – ти.
– Мин ҡайтмайым әле, һин үҙең генә ҡайта тор, юлда икмәгең етмәһә, бына был тоҡсайҙы
ал, һелккән һайын аҡса ҡойолор. Иллә-мәгәр ул аҡсаға икмәктән башҡа нәмә һатып алма! –
ти ҡатыны.
Ире тоҡсайҙы алып ҡайтып китә. Эй китте, ти, эй китте, ти, был, китеп ултырһа, алыҫта
уймаҡ кеүек кенә бер өй күренә, ә өйҙөң мөрйәһенән ҡармаҡ ебе кеүек кенә төтөн сығып
тора, ти. Ул шунда барып, ишеген асып инһә, бер бабай менән бер әбей ултыра, ти.
– Хужа өйҙәме? – ти егет.
– Өйҙә, һин кем булаһың? – ти бабай.
– һат миңә йортоңдо, бөтә ҡаралтыһы менән алам да ҡуям! – ти егет.
– Һатам. Хаҡы өс һауыт алтын булыр, – ти бабай. Кинйә тоҡсайын өс тапҡыр һелккәйне –
бабай тотоп торған өс һауыт алтын менән тулды ла ҡуйҙы, ти.
Бабай менән әбей, алтындарын алып, аяҡ тартҡан яҡҡа сығып китә, егет бөтә йортҡа хужа
булып ҡала. Рунда тора башлай был. Күп тә үтмәй, ҡатыны быны белеп, артынан килеп етә.
– Ниңә мин әйткәнде тыңламай, йорт һатып алдың? – тип, ирен әрләй.– Бер юлға
ҡалдырам, икенсе улай ҡыланаһы булма! – ти. Өйгә ут төртөп, көлөн күккә осора ла ҡуя.
Икәүләп ҡайтып китәләр. Ҡайтһалар, ауыл юҡ, ауыл урыныңда тип-тигеҙ ер, ти. Кешеләр
ҙә ҡалмаған. Йөрөй торғас, бер баҙ өйгә тап булалар. Эсенә инһәләр, ике бабай, бер әбей
ултыра, ти, унда. Ҡолаҡтары ишетмәй, күҙҙәре күрмәй. Абайлабыраҡ ҡараһалар: ике бабай
тигәне – үҙенең ике ағаһы, әбей тигәне үҙенең әсәһе икән.
Шунан һыу ҡыҙы баҙ өй алдына ут яға ла иренең әсәһен дә, ике ағаһын да шул утҡа
ырғыта. Тегеләр янып бөтәләр. Көлдәре генә ҡала. Ҡатын көлдө яулығына төрөп ала ла тирәяғына һибеп ебәрә – ҡаршыға элеккесә һап-һау ҡәйнәһе менән ике ҡайнағаһы килеп баҫа.
Шунан улар бергә-бергә донъя көтөп алып китәләр.