Просмотр содержимого документа
«Консультация для родителей»
Йәйге осорҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
- Кесе йәштәге мәктәп балалары йорт адресын һәм телефон номерын белергә тейеш
- Ҡаршыһына берәҙәк, өргән эт килеп сыҡҡанда нимә эшләргә икәнен өйрәтегеҙ. Йүгерергә, ҡулдарҙы һелтәргә һәм киҫкен хәрәкәттәр эшләргә ярамағанын, күҙҙәренә ҡарамаҫҡа һәм паникаға бирелмәҫкә икәнен аңлатығыҙ. Иң яҡшы вариант: туҡтарға, «фу!» йәки «ултыр» командаһын бирергә һәм әкрен генәышыҡ урынға барырға.
- Көн һайын балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөргә кәрәк.Ҡайҙа һәм нисек юл аша сығыу ғына түгел, шулай уҡ велосипедсылар ҡағиҙәләрендә аңлатығыҙ, сөнки йәй көнө велосипедта йәки самокатта йөрөү балаларҙың яратҡан шөғөлдәренең берһе.
Һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
- Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә һәм ял итергә була.
- Һыу буйында таҙа ҡом, һыуға инеү өсөн уңайлы.
- Һыуға тәрән инергә кәрәкмәй, бигерәк тә, әгәр йөҙә белмәһәгеҙ йәки насар йөҙһәгеҙ. Үҙ көстәрегеҙҙе һәр ваҡыт иҫәптә тотоғыҙ.
- Һыу температураһын, ағымын, һыу ятҡылыҡтарының характерын хәүефһеҙ һыу инеү өсөн иҫәпкә алырға тейешһегеҙ.
- Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш.
- Дауыл йәки йәшен ваҡытында һыу инергә ярамай.Насар һауа торошонда йөҙөргә лә, кәмәлә сығырға ла кәрәкмәй.
- Һыу буйына хәүефһеҙ һәм тиҙ боҙолмай торған ғына аҙыҡ-түлек алығыҙ. Йылға буйында туҡланыуға кәңәштәр. Торт, майлы ит, газлыһыу, әсе тәмләткестәр үҙеғеҙ менән алмағыҙ. Сумка-һыуытҡыс алығыҙ, уны йәшелсә һәм емеш-еләктәр, һыу менән етерлек күләмдә тултырығыҙ.
- Ҡояшта ҡыҙыныу, әлбиттә, файҙалы, тик башҡа күп нәмәләр кеүек үк, аҡыллы иҫәптә генә. Табиптар сикләнгән ваҡытта ғына ҡояшта ҡыҙынырға кәңәш итә: иртәнге сәғәт 8.00-ҙән 11.00-гә тиклем һәм 16.00-ҙан 19.00-ға тиклем.
Хөрмәтле ата- әсәләр!
Балаларға, ололарға хәүеф янаған осраҡтарҙа битараф булмайыҡ. Кемдеңдер бәләгә ҡалыуының шаһиты булһағыҙ, кеҫә телефоны аша 02 ,112 һандарын йыйып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына шылтыратығыҙ.
Бәхетһеҙлеккә осрағанға ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтеү - һәр кемдең намыҫ эше.
Нисек итеп баланы “зәңгәр экран”дан йолоп алырға?
− ваҡытында телевизорҙы һүндерә белегеҙ. Телевизор көнө-төнө эшләмәһен;
− телевизор алдында ашамағыҙ;
− баланың бүлмәһендә телевизор ҙа, “аҡыллы йәшник” тә булырға тейеш түгел;
− балаға буш ваҡытын телевизор янында үткәрергә бирмәгеҙ. Шулай уҡ яҡшы ҡылығы йәки билдәһе өсөн дә телевизор ҡарауҙы рөхсәт итмәгеҙ;
− баланың иғтибарын бүтән шөғөлгә йүнәлтегеҙ, мәҫәлән, спорт уйындары, китап уҡыу, хобби һ.б.
БЕСӘЙҘЕҢ ӨЙӨ ЯНА (рус халыҡ ижадынан)
Саңҡ-саңҡ!.. Саң ҡаға,
Бесәйҙең өйө яна!
Бесәйҙең өйө яна,
Төтөнө сыға, ана!
Бесәйҙең ҡото осоп,
Килеп сыҡҡан урамға!..
Биҙрә тотоп йүгерә
Тауыҡ ут һүндерергә.
Эт – мейес һеперткеһе,
Ат фонарь тотоп алған,
Япрағын болғай-болғай,
Ашыға һоро ҡуян.
Бер, ике, өс!..
Бына ҡайҙа көс!..
Ялҡын артҡа һикерҙе,
Ут бөтөнләйгә һүнде!..
(А.Йәғәфәрова тәржемәһе)
Светофор
Сфетофорға ҡарап барам,
Һары, йәшел һәм ҡыҙыл.
Тиҙ генә сығам тиһәм,
Машина бара уҙып.
Йәшел төҫө янғас ҡына,
Урам аша һаҡ атлайым.
Ҡыҙыл төҫкә сыҡма тигән
Ҡағиҙәне ятлайым.
М. Хисамова
Сит ҡулдарҙан әйбер алма!
Ә иң яҡшыһы таныш булмаған әҙәмдәрҙән бөтөнләй бер нәмә лә алмаҫҡа.
Нимә тиһәң дә, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит
Битлек кейеү – мотлаҡ талап!
Ҡулды һабынлап йыуыр кәрәк!