СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Контрольно измерительные материалы по родному (башкирскому) языку (3 класс)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Контрольно измерительные материалы по башкирскому языку для 3 класса.

Просмотр содержимого документа
«Контрольно измерительные материалы по родному (башкирскому) языку (3 класс)»



Контроль үлсәү материалдары

башҡорт теле

(уҡытыу туған (башҡорт) телендә

алып барылған кластар өсөн тәғәйенләнгән)


3 класс





  1. 1-се контроль эш (инеш).

Диктант

Мышы балаһы.

Кисә малайҙар урманға барҙылар. Улар унда бәләкәй генә мышы балаһын күрҙеләр. Оло мышы ҡайҙалыр киткән. Ел иҫкәндә ҡыуаҡтар ҡыштырлай. Тауышты ишетеп мышы быҙауы ҡурҡып ҡуя. Уның нәҙек аяҡтары ҡалтырай. Быҙау әсәһенә тауыш бирә. Әсәһе ишетмәй. Оҙаҡламай быҙауҡай ҡыуаҡтар араһына инеп юғалды.


Һүҙлек диктанты

Ҡуян, йомран, йүгерә, еүешләнде, төйөнсөк, ваҡыт, Муйнаҡ, тейен, эшсе, Өфө, айыу, юрған, уҡыусы, күләүек, баҫыу.

Күсереп яҙыу

Тере сәғәттәр.

Минең олатайым тәбиғәтте бик ярата. Уны яҡшы белә. Миңә лә тәбиғәт тураһында ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләй. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә лә әйтәйем әле.

Аяҙ көндәрҙә һәр сәскә билдәле бер сәғәттә тажын аса, йоҡонан уяна. Мәк сәскәһе иртәнге сәғәт биштә асыла. Ә киске сәғәт етелә ябыла. (44 һүҙ.)

Эш.

1. Үҙең белгән өс сәскә исемен ижеккә бүлеп яҙ.

2. Һинең ҡартатайыңдың (олатайыңдың) исеме кем?









Тест

1. Ике өндө белдергән хәрефе булған һүҙҙәрҙе билдәлә.

а) ҡурмас, б) юлдаш, в) уңған, г) ялбыр, ғ) еңмеш, д) терәк, е) юғалыу, ж) лётчик, з) ёлка, и) бирешмә, й) ентекле, к) шахтёр

2. Транскрипцияла бирелгән һүҙҙәрҙә я, ю, е, ё хәрефтәре менән тамғаланырға тейешле өндәрҙең аҫтына һыҙ.

[йарыш], [йэңэүсе], [тэйэш], [йурамал], [йүгэрә], [бэйә], [йэтмэш], [тэгэүсэ], [тайаныс], [тыйыла], [туйасаҡ], [майаҡ], [йэгэрмэ], [йуғалтыу], [йөрәк], [бэйэк], [сэйәлэк], [йаңылыш], [йэвәк], [тэйэн], [йурғалай], [йалҡынлы], [әсәйэм], [йуйғыс], [йэкән]
















  1. 2-се контроль эш. (1 триместр)

Диктант

Башҡорт аты.

Ер йөҙөндә ике йөҙ иллегә яҡын тоҡом ат бар. Шулар араһында башҡорт аты көслө һәм талымһыҙ булыуы менән бүтән тоҡомдарҙан ныҡ айырыла. Башҡорт тоҡомо далалы ерҙә лә, таулы-урманлы яҡтарҙа ла йәшәй. Сасҡау һыуыҡҡа ла, йәйге селләгә лә бирешмәй. Тауҙарға еңел артыла. Тибендә үҙенә аҙыҡ таба. Һыуҙың таҙаһын ғына эсә. Бесән менән һоло ғына ашай.

Эш.

  1. Юлдан-юлға күсереп булмай торған ике ижекле һүҙҙәрҙе айырып яҙ.

  2. Ике өндө белдергән хәрефтәрҙең аҫтына һыҙ.

  3. Һуңғы һөйләмдә ярҙамсы һүҙҙең аҫтына һыҙ.

Һүҙлек диктанты

Япраҡ, йоҙаҡ, йүнәлеш, болоттар, Ағиҙел, бесәйем, түңәрәк, ерек, эремсек, Сибай, йылға, йәшел, бүрәнә, туған тел, юлдар.

Күсереп яҙыу

Миләүшә.

Яҙ килде. Йәшел үлән шытып сыҡты. Ағастар япраҡ ярҙы. Бал ҡорттары алма ағасына ҡунып ҡаранылар. Ләкин ағастар сәскә атмағандар әле.

Ҡорттар ҡыуаҡ төбөндәге зәңгәр сәскәне күреп ҡалды. Был миләүшә сәскәһе ине. Ул ҡорттарҙы хуш еҫе, тәмле балы менән һыйланы. (39 һүҙ.)

Эш.

1. Тәүге ике һөйләмдең һыҙмаһын һыҙ.

2. Текста предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙ.

Эш.

1.Текста предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына ике тура һыҙык һыҙ.

2. Тәүге өс һөйләмдә эйәне, хәбәрҙе билдәлә.


  1. 3-сө контроль эш (ярты йыллыҡ)

Диктант.

Шыршыҡай.

Ҡар көнө буйы яуҙы. Эре ябалаҡ ҡарҙар бөтә донъяны аҡҡа буяны. Ер өҫтө ҙур аҡ юрған ябынды.

Шыршы ағастарын ҡар баҫты. Уларҙың ботаҡтары аҫҡа эйелде. Ваҡ ҡыуаҡтарҙың остары ғына күренә.

Шыршы ботағына һайыҫҡан килеп ҡунды. Ағастан ҡар һыпырылып төштө. Барлыҡ ҡар аҫҡа сәселде. Һайыҫҡан шыҡырыҡлап нимәлер һөйләне лә, осоп китте. Шыршы ботағы еңеләйеп ҡалды.

Эш.

  1. Транскрипциялағы һүҙҙәрҙе хәрефтәр менән яҙ.

[йауҙы], [буйаны], [йурған], [уаҡ], [йэңэлйэп], [кэйэм].

  1. Тәүге абзац һөйләмдәренең баш киҫәктәрен билдәлә.

Һүҙлек диктанты

Ҡайын, тиҙҙән, ноябрҙә, йонсоу, Салауат Юлаев, епшек, юғалды, йәйен, дүртмөйөш, оҙонлоғо, йүгән, ялҡау, бейеү, еләк, эҙҙәр, Мәскәү.

Күсереп яҙыу

Шыршы турғайҙары.

Һеҙҙең ҡыш көнө урманда булғанығыҙ бармы? Йәмле лә һуң ҡышҡы урман! Айырыуса шыршы һәм ҡарағайҙар күркәм булалар. Уларҙың ботаҡтарында матур булып ҡар ята. Бейек шыршыларҙың ботаҡтарында оялар күргәнегеҙ бармы? Унда шыршы турғайҙары оя яһайҙар. Улар сатлама һыуыҡтарҙа ла геү килеп уйнайҙар. Шыршы турғайҙары шыршы тубырсыҡтарының орлоғон ашайҙар. Улар ҡыш көнө бала сығаралар. Балалары йәйҙе ҙурайып ҡаршылайҙар.

Эш.

  1. Текстағы һорауҙарға яуап яҙ.

  2. Ауыл һәм урман һүҙҙәрен күплектә яҙ.


  1. 4-се контроль эш (III триместр)

Диктант

Бесәйем.

Минең бесәйем һоро төҫтә. Уның ҡолаҡтары һаҡ, оҙон мыйыҡтыры тырпайып тора. Бесәйемдең йомшаҡ туны ебәк ке-ек йылҡылдай. Уның тырнаҡтары ҡоростай үткер, күҙҙәре ут кеүек янып тора.

Бесәйем иркә һәм хәйләкәр. Ул иркәләнеп мырылдай, күҙҙәрен йома, ҡойроғон болғай, һыртын көмрәйтә.

Көндөҙ бесәйем ҡояшта ҡыҙына, туйғансы йоҡлай, ә кисен һунарға сыға. Ул төн буйына сысҡандар ҡарауыллай.

Эш.

  1. Е хәрефе булған һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеп яҙ.

  2. Һуңғы һөйләмдең баш киҫәктәрен билдәлә.

  3. Бесәйҙен тасуирлаған өс һүҙҙе яҙ.

Һүҙлек диктанты

Ямғыр, күңелле, Ҡариҙел, борон-борон, аҡҡош, йомшаҡ, йөҙөк, юлаҡлы, гөлйемеш, йүкә, өсмөйөш, элек, егәрле, дәфтәр, мкәтәп.

Күсереп яҙыу.

Ирәмәл.

Ирәмәл Көнъяҡ Уралдың иң бейек тауы һанала. Уның ике осло түбәһе алыҫтан ук күренә. Улар бергә ҡушылып эйәргә оҡшап тора. Ирәмәл ҡалын урман менән ҡапланған. Урманында төрлө йәнлектәр йәшәй. Унда һоро айыу ҙа йыш осрай. Йәмле Ағиҙел ошо тау итәгенән башлана ла инде. (43 һүҙ.)

Эш.

1. Бирелгән һүҙҙәрҙе күсереп ал. Нәҙек һуҙынҡыларзын, аҫтына бер, ҡалындарына ике һыҙыҡ һыҙ.

олатай, өләсәй, атай, әсәй, ағай, апай, ҡусты, һеңле, еңгә, езнә, ейән, ейәнсәр.

2. Ярзамсы һүзҙәрзең аҫтына һыз.


  1. 5-се контроль эш ( йыллыҡ)

Диктант

Һыу инеү.

Оҙаҡламай уҡыуҙар тамамлана. Тиҙҙән оҙаҡ көткән йәмле йәй етә. Һеҙ ял итергә, уйнарға, ҡояшта ҡыҙынырға, һыу инергә ашҡынаһығыҙ.

Йәйге ҡояшта яйлап ҡына ҡыҙынығыҙ. Һыу инеү ҡағиҙәләрен ныҡ һаҡлағыҙ. Йөҙә белмәгән кешегә билдән юғары һыуға инеү хәүефле. Ярҙан бик алыҫҡа тәрәнгә йөҙөп китмәгеҙ. Өшөгәнсе һыу инеү ҙә зыянлы. Һыу ингәндә бер-берегеҙҙе күҙәтергә лә онотмағыҙ.

Эш.

  1. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр аҫтына һыҙ.

  2. Йәй, һыу, кеше, ял. Сәскә һүҙҙәренә күплек ялғауы ҡушып яҙ.

  3. Ҡояш, яр, зыян һүҙҙҙәрен транскрипцияла яҙ.


Һүҙлек диктанты

Быяла, ҡайын, календарҙа, емерек, юлдаш, тейеш, йүнһеҙ, ҡойроғо, тәлмәрйен, йорттар, Башҡортостан, элек, ап-аҡ, ейәнсәр, йылан.


Күсереп яҙыу

Яҙ һулышы.

Үҙенең күңелле шау-шыуына, сылтырап аҡҡан гөрләүектәренә, шартлап япраҡ ярған бөрөләренә наҙланып яҙ ҙа етте. Быйыл яҙ иртә килде. Тау биттәре ҡарҙан әрселеп, яҙҙың тәүге сәскәһе – умырзая күҙен асты. Ҡоштар ҙа, сыр-сыу килеп, Уралыма ҡайта башланы. Уларҙың тыуған ояларына ҡайтыуы үҙе бер байрамға әйләнә. Ҡоштар шатланышып һайрайҙар. Тыуған төйәктәре өҫтөндә өйөрөлә-өйөрөлә осоп йөрөйҙәр. Ошо күренеш үҙе бер тамаша, яҙҙың онотолмаҫ сағыу бер мәле.

Эш.

  1. Беренсе һөйләмдә нәҙек һуҙынҡылар аҫтына бер. Ҡалын һуҙынҡыларға ике һыҙыҡ һыҙ.

  2. Күплек ялғауы булған өс һүҙҙе күсереп яҙ.


Тест

 1.Хәрефтәр һәм өндәр һаны тура килгән һүҙҙәрҙе билдәләргә:

бирьяҡ            умырзая               таяныс          ерек

донъя              юлсы                      шаян            кейек

2.Нәҙек һуҙынҡынан ғына торған һүҙҙәрҙе билдәләргә:

Диңгеҙ             ҡағыҙ            әфлисун            көйәнтә

Китап                 туҡыма         өҫтәл               ғалим

3.Хатаһыҙ яҙылған һүҙҙәр төркөмөн билдәләргә:

1)Ҡойроғо,ҡаймаҡы,мәктәве

2)Яулығы,тарағы,китабы

3)Бүләге,орлоғы,ҡавы

4.Баш киҫәктәре дөрөҫ билдәләнгән һөйләмдәрҙе  табырға:

1)Ҡая башында ҡайын үҫә.

2)Зәңгәр күктә ҡояш йылмая.

3)Зилә ял көнө әхирәтенә ҡунаҡҡа барҙы.

4)Малайҙар урманда көҙгө япраҡтар йыйҙылар.

5)Тау баштарына,ағастарға  тәүге ҡар яуҙы.

6)Терпе энәһенә бер-нисә алма ҡаҙаған.

5. Ярҙамсы һүҙҙәр генә  яҙылған төркөмдө билдәләргә:

1)Урман(да) йәшәй, еләк(тә)йыйҙы,ай(ҙа)бөттө

2)Баҡса(ла )йөрөй ,тау(ҙа) үҫә ,ҡыҙҙар(ҙа) килде

3)Йәй( ҙә) үтте,күл(дә) ҡороно,эш(тә) тамамланды





6.Тамырҙаш һүҙҙәрҙе генә билдәләргә:

   Йыр         йырлай       йыраҡ

 Йырсы       йырғанаҡ      йырһыҙ        йырыҡ

7.Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәрҙе билдәләргә:

Көн+байыш    ер+ һыу      дүрт+мөйөш        уйнай+ уйнай

Тирә+яҡ            төн+ яҡ      Аҡ+ бай               ал+ япҡыс

8.Кәрәкле ялғауҙың аҫтына һыҙырға:

Борос(-тоң,-тың),ҡолон(-дың,-доң),мөйөш(-төң,тең),өлгө(-нөң,нең)

9.Мәғәнәләре бер үк булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ табып ,тоташтырырға:

Асығыу            маҡтаныу                   ҡурҡыу                            шатланыу

Ҡото осоу     ҡорһағы асыу      түбәһе күккә тейеү             ҡабыҡ ҡағыу

10.Омонимдарҙы табырға. Мәғәнәләрен аңлатырға.

Нурый күреп минең яңы эйәрҙе,

Бер аҙым да арттан ҡалмай эйәрҙе.































Материалдар “1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре” (Өфө, Китап, 2011 )китабынан алынды.