СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Контрольные работы по литературному чтению на родном языке (әҙәби уҡыу)

Нажмите, чтобы узнать подробности

контрольные работы по литературному чтению на родном языке с критериями оценивания. Инеш контроль, 1-се ярты йыллыҡ өсөн һәм 3-сө класс курсы өсөн әҙәби уҡыуҙан контроль эштәр. Һәр контроль эшкә баһалау критерийҙары бар.

Просмотр содержимого документа
«Контрольные работы по литературному чтению на родном языке (әҙәби уҡыу)»

Предмет – әҙәби уҡыу. Класс – 3.

Инеш контроль эш.

.....................................

Ул ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Йәш саҡта һорғолт-көрән. Ҙурайғас бөтә ҡауырһындары ла ап-аҡ була. Йөҙгәндә муйынын тура тота. Күҙҙәре һәм аяҡтары ҡыҙыл. Суҡышы ҡыҙғылт-һары төҫтә. Тауышы яңғырауыҡлы. “ҡаңғ” йәки “ҡаң-ға” тигән өн сығара.

Ярҙары ҡамышлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Үлән, төрлө орлоҡ, иген менән туҡлана.

Ул - күсер ҡош. Ояһын ҡуйы ҡамышҡа ҡора. Дүрт-алты бөртөк йомортҡа һала.

Аҡҡоштарға кешеләр һоҡланып ҡарай. Улар хәҙер бик һирәк осрай. Шуның өсөн аҡҡош “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән.

(“Тәбиғәт” журналынан)



1. Уҡыу тиҙлеген тикшереү

А) Тексты уҡый башла. Уҡытыусының сигналы буйынса туҡта. Туҡтаған урынды билдәләп ҡуй.

Б) Тексты уҡып бөт.


2. Тексҡа исем бир.




3. Текстың стилен билдәлә

1) фәнни стиль

2) художестволы стиль


4. Текстың төрөн билдәлә

1) һүрәтләү тексы

2) хәбәр итеү тексы

3) фекерләү тексы

5. Аҡҡош ҡайҙа йәшәй?




6. Кешеләр аҡҡоштарҙы нисек һаҡлай?





7. Текст буйынса 2 һорау төҙө







8. Текстың төп фекерен асыҡла һәм яҙып ҡуй




9. Ҡоштарға ҡағылышлы ниндәй һынамыштар беләһең. Ике һынамышты яҙ.




10. 5-6 һөйләмдән торған “Минең яратҡан ҡошом” тигән инша яҙ.

Минең яратҡан ҡошом







Баһалау критерийҙары


Дөрөҫ яуап

Балл

1

Эстән уҡыу тиҙлеге



65-тән күберәк

2 балл


45-65 һүҙ

1 балл


45-тән аҙыраҡ һүҙ

0 балл

2

“Аҡҡош”, “Матур ҡош ” булыуы мөмкин

  1. балл

3

Фәнни стиль

1 балл

4

Һүрәтләү тексы

1 балл

5

Ярҙары ҡамышлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй.

1 балл

6

Аҡҡоштар “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән

1 балл

7

Һәр һорауға бер балл

2 балл

8

Аҡҡоштар яҡлауға мохтаж

1 балл

9

Һәр һынамыш 1 балл

1 балл

10

Инша бәйләнешле, 5-6 һөйләмдән тора. (Орфографик хаталар төҙәтелә, ләкин иҫәпкә алынмай)

2 балл


Бәйләнешле, һөйләмдәр һаны әҙерәк, йәки һөйләмдәр араһында бәйләнеш күҙәтелмәй

1 балл


Инша темаға тап килмәй

0 балл


Бөтәһе

13 балл



Баһалау

“5”

“4”

“3”

“2”

90 – 100 %

70-89 %

50 – 79 %

0 – 49 %

12 – 13 балл

10 – 11 балл

7 – 9 балл

0 – 6 балл
















Предмет – әҙәби уҡыу. Класс – 3.

1-се ярты йыллыҡ өсөн контроль эш.

............................................


Ишмораттың Сабит олатаһы урмансы. Каникулда улар көн һайын саңғыла урманға йөрөнөләр. Ҡышҡыһын унда ҡыҙыҡ икән! Бына ҡуян эҙҙәре. Уның эргәһенән генә төлкө үткән. Ерән хәйләкәр тураһында олатаһы Ишморатҡа бына нимәләр һөйләне.

- Тәбиғәттә аҡ, ҡара, ҡыҙыл, һоро, һары төҫтәге төлкөләр бар. Тик ҡаралары беҙҙең яҡта бөтөнләй ҡырып бөтөргән. Хәҙер уларҙы ситлеткә генә үрсетәләр.Был йәнлек емеш-еләк, балыҡ ашай. Бүре кеүек, үлҽкһә ашап, урманды таҙарта. Энәләрен тырпайтҡан терпегә лә һунар итә. Яңы тыуған төлкө балалары һөт имеп йәшәй. Әҙерәк ҙурайғас инәләре сысҡандар ташып ашата. Төлкө, ысынлап та, бик аҡыллы һәм хәйләкәр. Табышын тотор өсөн ике төлкө ике яҡтан килеп һөжүм итә. Артынан эттәр баҫтырғанда ул ҡойроғо менән эҙен һепереп бара. Төлкө кеше өсөн хәүефле лә. Ул ҡотороу сирен тарата. Шуға күрә унан һаҡ булығыҙ, - тип бөтөрөп ҡуйҙы хикәйәтен Сабит олатай.

1. Уҡыу тиҙлеген тикшереү

А) Тексты уҡый башла. Уҡытыусының сигналы буйынса туҡта. Туҡтаған урынды билдәләп ҡуй.

Б) Тексты уҡып бөт.


2. Тексҡа исем бир.




3. Текстың стилен билдәлә

1) фәнни стиль

2) художестволы стиль


4. Текстың төрөн билдәлә

1) һүрәтләү тексы

2) хәбәр итеү тексы

3) фекерләү тексы


5. Төлкөләр кеше өсөн нимәһе менән хәүефле?





6. Төлкөләр урманға ниндәй файҙа килтерә?





7. Текстан яуап табып була торған ике һорау төҙө.







8. Төп геройы төлкө булған нидәй әкиәттәр беләһең? 3 әкиәттең исемен яҙ.





9. Шиғырҙы уҡы. Һүрәтләү сараларын табып яҙ.


МАТУР КӨН

Ынйы- ынйы ҡарҙар яуа,

Ғәжәп матур көн бөгөн.

Ҡулға тотоп алғы килә

Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.

Бәүелеп - бәүелеп төшә,

Ҡар яуа- матур ниндәй!

Әйтерһең дә, кемдер күктә

Ҙур иләктән он иләй.

(С.Әлибай)


Эпитет -


Сағыштырыу -


10 . 5-6 һөйләмдән торған “Сана шыуғанда” тигән инша яҙ.








10. Сана, саңғы, коньки шыуғанда ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк? 1-2 ҡағиҙә яҙып ҡуй.








Баһалау критерийҙары


Дөрөҫ яуап

Балл

1

Эстән уҡыу тиҙлеге



65-тән күберәк

2 балл


45-65 һүҙ

1 балл


45-тән аҙыраҡ һүҙ

0 балл

2

“Төлкө”, “Хәйләкәр төлкө” “Ерән хәйләкәр” һ.б. булыуы мөмкин

  1. балл

3

Фәнни стиль

1 балл

4

Һүрәтләү тексы

1 балл

5

Ул ҡотороу сирен тарата.

1 балл

6

Бүре кеүек, үлҽкһә ашап, урманды таҙарта.

1 балл

7

Һәр һорауға бер балл

2 балл

8

Һәр әкиәт 1 балл

3 балл

9

Эпитет: ынйы-ынйы ҡар

2 балл


Сағыштырыу - Әйтерһең дә, кемдер күктә

Ҙур иләктән он иләй.

10

Инша бәйләнешле, 5-6 һөйләмдән тора. (Орфографик хаталар төҙәтелә, ләкин иҫәпкә алынмай)

2 балл


Бәйләнешле, һөйләмдәр һаны әҙерәк, йәки һөйләмдәр араһында бәйләнеш күҙәтелмәй

1 балл


Инша темаға тап килмәй

0 балл

11

Дөрөҫ яуап яҙылған, һөйләмдәр дөрөҫ төҙөлгән

2 балл


2 ҡағиҙә яҙылған, йәки өс ҡағиҙә яҙылған, ләкин һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар

1 балл


1 ҡағиҙә яҙылған, йәки бер нимә лә яҙылмаған

0 балл


Бөтәһе

18 балл



Баһалау

“5”

“4”

“3”

“2”

90 – 100 %

70-89 %

50 – 79 %

0 – 49 %

16 – 18 балл

13 - 15 балл

9 – 12 балл

0 – 8 балл







































Предмет – әҙәби уҡыу. Класс – 3.

Йыллыҡ контроль эш.

Йомарт август.

Һеҙгә ниндәй миҙгел оҡшай? Әлбиттә, йәй, тиерһегеҙ. Мин дә йәйҙе яратам. Июнь айында каникул башлана, рәхәтләнеп һыу төшәһең. Июлдә еләк бешә, бесән саба башлайҙар...

Ә бына йәйҙең иң бай һәм йомарт айы - август. Баҡсала алма ҡойолған тауыш ишетелә. Ҡайһы берҙә алма ямғыры яуа: малайҙар ағас һелкетеп, иң тәмле алма һайлай. Түтәлдәргә күҙ һал. Унда кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, ҡыяр, картуф өлгөрә... Сәскәләрҙең төҫтәре тағы ла сағыуыраҡ. Әйтерһең, улар ҙа уҡыусылар кеүек 1 сентябргә әҙерләнә. Урманда күләгәле урында ҡарағат, ҡурай еләге бешә. Бына урман ситендә бәшмәкселәр йөрөй. Ниндәй генә бәшмәк юҡ һауыттарында: аҡ, майлы, баллы бәшмәктәр...

Юл буйында иген баҫыуҙары күренә. Тиҙҙән комбайндар эш башлай. Иген үҫтереүе еңел түгел, ә уны ваҡытында йыйып алыуы тағы ла ауырыраҡ. Август йомарт булһа ла, ялҡауҙарҙы яратмай. Ял итергә ваҡыт юҡ...

Тексты уҡы һәм эштәрҙе башҡар.

1. Уҡыу тиҙлеген тикшереү

А) Тексты уҡый башла. Уҡытыусының сигналы буйынса туҡта. Туҡтаған урынды билдәләп ҡуй.

Б) Тексты уҡып бөт.


2. Тексты икенсе төрлө нисек атарға мөмкин? ...............................................................................


3. Текстың стилен билдәлә

1) фәнни текст

2) художестволы текст



4. Текстың төрөн билдәлә

1) һүрәтләү тексы

2) хәбәр итеү тексы

3) фекерләү тексы


5. Текстың планын төҙө


План.

6. “Алма ямғыры” ни өсөн яуа?




7. Текстың төп фекерен белдергән һөйләмде тап һәм күсереп ал.




8. Текстан яуап табып була торған ике һорау төҙө.






9. Автор йәй айҙарын ни өсөн ярата?


Июнь -


Июль -


Август -



10. Шиғырҙы уҡы. Һүрәтләү сараларын табып яҙ.


Йәй

Эй туғай буйлап сабам.

Эйелеп, еләк ҡабам,

Ағастарға һыйынам,

Ҡош йырына ҡойонам.

 

Аяҡ аҫтым гөл генә,

Аяҡ аҫтым гел үлән.

Гүйә, йәшел келәмдән

Кинәнеп атлап киләм.

 

Ҡош йыры ҡанат ҡуя,

Күтәреләм күктәргә.

Болоттарыҙы йыйып алып,

Теҙеп ҡуям ептәргә.



Һүрәтләү -


Сағыштырыу -

11. Шиғырҙы уҡып сыҡ. Йәй көнө тәбиғәттә үҙеңде нисек тоторға кәрәк? Шул турала 3-4 ҡағиҙәне яҙып ҡуй.

Урманда беҙ уйнайыҡ

Ояларҙы боҙмайыҡ

Үләндәрҙе, сәскәләрҙе

Тапамайыҡ, өҙмәйек!

Ҡоштар-тәбиғәттең күрке

Үрсеһен, рәнйетмәйек

Балаларына теймәйек

Матурлыҡты кәметмәйек

Ҡырмыҫҡаларға ҡарата

Бер үк яһил булмайыҡ

Улар беҙҙең дуҫтарыбыҙ

Яуызлыҡтар ҡылмайыҡ!

Ағастарҙы һындырмайыҡ

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ

Беҙҙә хәҙер йәйге селлә

Урманда ут яҡмайыҡ!








12. 5-6 һөйләмдән торған “Йәй килде” тигән инша яҙ.













Баһалау критерийҙары


Дөрөҫ яуап

Балл

1

Эстән уҡыу тиҙлеге



65-тән күберәк

2 балл


45-65 һүҙ

1 балл


45-тән аҙыраҡ һүҙ

0 балл

2

“Йәй”, “Йәйге байлыҡ” “Мин йәйҙе яратам” һ.б. булыуы мөмкин

  1. балл

3

Фәнни стиль

1 балл

4

Фекерләү тексы

1 балл

5

План:

  1. Йәйҙе яратам.

  2. Август – йомарт ай.

  3. Август ялҡауҙарҙы яртатмай



План 3 пункттан тора. Мәғәнәле һөйләмдәр менән төҙөлгән

2 балл


План 2 пункттан тора. Һөйләмдәр текстың һәм пункттарҙың мәғәнәһен асыҡлай

1 балл


Ҡалған осраҡтарҙа

0 балл

6

Ҡайһы берҙә алма ямғыры яуа: малайҙар ағас һелкетеп, иң тәмле алма һайлай.

1 балл

7

Август йомарт булһа ла, ялҡауҙарҙы яратмай. Ял итергә ваҡыт юҡ...

1 балл

8

Һәр һорауға бер балл

2 балл

8

Һәр әкиәт 1 балл

3 балл

9

Июнь айында каникул башлана, рәхәтләнеп һыу төшәһең. Июлдә еләк бешә, бесән саба башлайҙар...Ә бына йәйҙең иң бай һәм йомарт айы - август.

3 балл


Текстан яуап дөрөҫ табылған, 3 ай тураһында ла яҙылған – 3 б.



Яуаптар дөрөҫ табылған, хаталы күсерелгән. Йәки 2 айтураһында ғына яҙылған – 2 б



Яуаптар бар, ләкин текст менән тап килмәй – 1 б.



яуап юҡ – 0 б.


10

Һүрәтләү: Ҡош йырына ҡойонам. Күтәреләм күктәргә. Болоттарыҙы теҙеп ҡуям ептәргә.

2 балл


Сағыштырыу - Гүйә, йәшел келәмдән

Кинәнеп атлап киләм.

11

Дөрөҫ яуап яҙылған, һөйләмдәр дөрөҫ төҙөлгән

2 балл


2 ҡағиҙә яҙылған, йәки өс ҡағиҙә яҙылған, ләкин һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар

1 балл


1 ҡағиҙә яҙылған, йәки бер нимә лә яҙылмаған

0 балл

12

Инша бәйләнешле, 5-6 һөйләмдән тора. (Орфографик хаталар төҙәтелә, ләкин иҫәпкә алынмай)

2 балл


Бәйләнешле, һөйләмдәр һаны әҙерәк, йәки һөйләмдәр араһында бәйләнеш күҙәтелмәй

1 балл


Инша темаға тап килмәй

0 балл


Бөтәһе

23 балл


Баһалау

“5”

“4”

“3”

“2”

90 – 100 %

70-89 %

50 – 79 %

0 – 49 %

21 – 23 балл

17 – 20 балл

13 – 16 балл

0 – 12 балл



39



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!