СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Көҙ.Б.Ноғомановтың "Йәйбикә менән Көҙбикә" әҫәре.

Нажмите, чтобы узнать подробности

5 класта башҡорт әҙәбиәте дәресе.

Тема: Көҙ миҙгеле. Б.Ноғомановтың “Йәйбикә менән Көҙбикә” әҫәре

Просмотр содержимого документа
«Көҙ.Б.Ноғомановтың "Йәйбикә менән Көҙбикә" әҫәре.»

5 класта башҡорт әҙәбиәте дәресе.

Тема: Көҙ миҙгеле. Б.Ноғомановтың “Йәйбикә менән Көҙбикә” әҫәре.

Маҡсат: Яҙыусының тәбиғәт тураһындағы әҫәренә идея-тематик яҡтан анализ яһау күнекмәләрен нығытыу; “Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы” әҫәренән өҙөк менән таныштырыу; шыма уһәм тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү; хеҙмәткә һәм хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: йыл миҙгелдәре һүрәттәре менән презентация, яҙыусы портреты, китаптары, компьютер, проектор, һүҙлектәр.

Дәрес барышы:

I.Фонетик минут.

1.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен атау.

2. Ҙ ,ғ өнө менән башланған һүҙҙәр әйттереү.

II. Актуалләштереү .

Шиғыр уҡытыу ( Н.Иҙелбайҙың “Дүрт миҙгел”- 28-се биттә)

Иң шыма һәм тасуири уҡыусыны билдәләү.

Уҡытыусы: Шиғыр оҡшанымы? Был шиғыр миңә лә бик оҡшаны. Ҡайһы юлдар бик ныҡ оҡшаны? Укып үтегеҙ әле. Ни өсөн?( уҡыусыларҙан ни өсөн был юлдар оҡшағанын һорау)

Шиғырҙың темаһын билдәләп буламы?( тәбиғәт тураһында, лирик шиғыр)

Яҙыусы был шиғыры менән беҙгә нимә әйтергә теләй?( әйләнә-тирәбеҙ матур, тәбиғәттә һәр миҙгел үҙенсәлекле,ошо матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәклеген)

Тимәк был дәрестә ниндәй темаға һөйләшербеҙ?

III. Өй эшен тикшереү. Төшөрөп алып килгән һүрәттәрен күрһәтеп һөйләп үтәләр.

Бик матур һүрәттәр авторын һәм оҫта һөйләүселәрҙе билдәләп үтеү.

IV Яңы тема өҫтөндә эш.

2.Уҡытыусы: Тәбиғәтте үҙ әҫәрҙәрендә тасуирлаған яҙыусылар күп. Барый Ноғоманов уны бигеләк тә оҫта итеп, балалар яратып уҡыған әкиәт жанрында ижад иткән. Яҙыусы тураһында бер аҙ тыңлап китегеҙ. Презентация күрһәтеү (яҙыусы тураһында)

Ноғоманов Борис Миңлеғәлим улы, Барый Ноғоманов (8 апрель 1936 йыл) — яҙыусы һәм журналист, 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991).

Борис Миңлеғәлим улы Ноғоманов 1936 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында тыуған.

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарында тура килә. Атаһы фронтта һәләк була. Ғәиләлә ете бала етем ҡала. Барыйҙы атаһының өлкән апаһы Мөкәйгә тәрбиәгә ала. Урта белем алғас, комсомол путёвкаһы менән Шкапов ауылына бара һәм ташсы-арматурсы булып эшләй башлай. Йәше еткәс, армия сафына алына. Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Документ буйынса рәсми исеме «Борис», атаһы ҡушҡан. «Барый» исемен «Ленинсе» гәзитендә бер шәлкем шиғырын баҫтырған саҡта биргәндәр. «Өйөрмәле йылдар» исемле китабының инеш өлөшөндә әҙип былай аңлатҡан:

Хеҙмәттә саҡта ла күп кенә шиғырҙар яҙылды. Отбойҙан һуң, ҡараңғыла, ятҡан килеш, дәфтәргә төшөрәм шиғыр юлдарын. Шулай бер поэма ла яҙған булдым әле хатта. Яҙғандарымды Өфөгә ебәрәм. Бер көн ҡалын ғына конверт ята минең исемгә. Асһам, «Ленинсе» гәзите, күп кенә шиғырҙарымды урынлаштырған. Исемемде үҙгәрткәндәр (атай ҡушҡан һәм хәҙер ҙә паспортымда — Борис). Барыйға әйләндергәндәр. Хаты ла бар, уны Фәрит Иҫәнғолов ағай яҙған. «Башҡорт булғас, есемеңә исемең дә тура килһен инде, бынан ары Барый тип йөрөтөрһең үҙеңде, юғиһә, крәшин малайымы ул, тип һорайҙар». Шулай итеп, мин, Фәрит ағай ҡушҡанса, Барый булып киттем.



Ижадҡа мәктәптә уҡыған сағында уҡ килә. 10-сы класта уҡығанда матбуғатта шиғырҙары һәм хикәйәләре баҫыла.

Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелгән.

2.Дәфтәргә число, теманы яҙҙырыу.Ҡыҫҡа белешмә яҙҙырыу.



Б.Ноғоманов ( Борис Нугуманов)- яҙыусы, журналист. Ҡырмыҫҡалы районында тыуған.

“Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы” әкиәтен ижад иткән.

3.Әҫәрҙән өҙөктө уҡытыусы уҡый.(31-се бит)

4.Уҡыусылар үҙ аллы уҡый һәм аңлашылмаған һүҙҙәрҙе билдәләп бара.

5.Һүҙлек эше. Уҡыусылар үҙҙәре билдәләген һүҙҙәрҙе әйтә һәм бергәләп мәғәнәһен аңлатабыҙ, һүҙлектәр менән эшләйбеҙ.

V. Ял минуты.

VI. Нығытыу.

  1. 1-3 минут бергәләп ҡысҡырып уҡыйбыҙ һәм дауам итеп һәр уҡыусынан 5-әр юл уҡытам.

  2. Үҙ аллы эш: 1се төркөм- Йәйһылыуҙың эштәрен, 2-се төркөм Көҙһылыуҙың эштәрен яҙып ала.

  3. Һорауға яуап биреү:

Һеҙҙеңсә, уларҙың ҡайһыһы мөһимерәк эш башҡара? Ни өсөн?

  1. Таҡтала яҙылған һүҙҙәрҙе уҡытыу: сыр-сыу, шар-шор, сар-сор, шатыр-шотор, дөп-дап, дөбөр-шатыр. Был һүҙҙәр нимә белдерә? Уларҙың яһалышын кем аңлата ала?

VII. Дөйөмләштереү. Дәрестә нимә белдегеҙ? Нимә оҡшаны?

Кем ул Б.Ноғоманов?

VIII. Өй эше : Һеҙ Йәйбикә менән Көҙбикәне күргәнегеҙ бармы? Уларҙың һүрәтен телдән төшөрөргә әҙерлән, әҫәрҙе уҡырға. Баһалау.