Кем етеҙ?
(дәрес-уйын)
А.Х.Юлдашбаева
Өфө ҡалаһы ҡала округы 18-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы.
Маҡсат:Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады буйынса үҙләштерелгән белемде системаға килтереү,йомғаҡлау; уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү; күренекле шәхестәр яҙмышына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу. Шағирҙың портреты, китаптар күргәҙмәһе, гәзит-журнал материалдары.
Уйындың шарты. Һәр тур һайын бер генә уйынсы сыға, уйын аҙағында кемдең күпме мәрәй йыйғаны иҫәпләнә һәм етеҙ уйынсы билдәләнә.
Дәрес барышы
1-се тур
Рәми Ғариповтың китаптарының баҫылып сығыу йылын дөрөҫ тәртиптә билдәләгеҙ.
а) “Таш сәскә” б) “Йүрүҙән”
в) “Осоу” г) “Аманат”
(б,а,в,г)
1-се уйынсыға һорауҙар:
1. Рәми Ғариповтың тыуған районын әйтегеҙ?
а)Салауат б)Ҡыйғы в)Өфө г)Баймаҡ
2. Рәми Ғарипов нисәнсе йылда тыуған?
а)1930 б)1932 в)1935 г)1931
3. Шағирҙың тәүге шиғыры нисек атала?
а) “Ленин” б) “ Йүрүҙән” в) “Туған тел” г) “Урал йөрәге”
4. 1955 йылда ниндәй гәзиттә әҙәби һәм бүлек мөдире вазифаларын башҡара?
а) “ Йәшлек” б) “Совет Башҡортостаны” в) “Йәншишмә”
5. Киләсәк менән һөйләшеүен сағылдырған шиғыры нисек атала?
а) “ Туған тел” б) “ Йырҙарыма ҡайтам” в)“Урал йөрәге”
г) “ Киләсәгем!Ас һин ишегеңде!”
6. Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан-тыуған илкәйем.
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем!
Был юлдар ниндәй шиғри әҫәргә ҡарай?
а) шиғыр б)ҡобайыр в)шиғри хикәйәт г) поэма
7. Шағирҙың тәүге китабының исеме нисек атала?
а) “Йүрүҙән” б) “Миләш-кәләш” в) “Осоу” г) “Киләсәк”
8. 1964 йылда ниндәй поэмаһы яҙыла?
А) “Уйҙарым” б) “ Аманат” в) “Табыныу” г) “Киләсәк”
9. 1988 йылда Р.Ғариповҡа ниндәй арҙаҡлы шәхес исемендәге премия бирелә?
а) С.Юлаев б)Ш.Бабич в)Ғ.Сәләм г) Д.Юлтый
2-се тур
Рәми Ғарипов Сергей Есениндың ниндәй шиғырҙар циклын ҙур оҫталыҡ менән тәржемә итә?
а) “Фарсы моңдары” б) “Ғәрәп яҙмаһы” в) “Робағиҙар”
2-се уйынсыға һорауҙар
1.Рәми Ғарипов ғаиләлә нисәнсе бала була?
а) беренсе б)икенсе в)өсөнсө г) дүртенсе
2.Уның тәүге әҫәре нисәнсе йылда баҫыла?
а)1959 б)1950 в)1961 г)1951
3.Тыуған яғындағы йылғаға дан йырлаған ниндәй шиғыры бар?
а) “Умырзая йыры” б) “Урал йөрәге” в) “ Йүрүҙән” г) “Һағыш”
4.Ниндәй әҫәрендә ул үҙенең кисерештәрен етемдәрҙең һәм толдарҙың һуғыш йылдарындағы әсе яҙмышын тормошсан һәм тетрәндергес итеп әйтеп бирә?
а) “Әсәм ҡулдары” б) “Туған тел “ в) “Табыныу” г) “Аманат”
5. “Таш сәскә” китабы нисәнсе йылда баҫылып сыға?
а)1966 б) 1979 в)1958 г)1978
6. “Табыныу” поэмаһының беренсе исеме ниндәй?
А) “Табыныу” б) “ Аманат” в) “Уйҙарым” г) “1937”
7.Рәми Ғариповҡа нисәнсе йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исем бирелә?
а)1992 б)1990 в)1999 г)2000
8. “Табыныу” поэмаһының төп темаһы нимә?
а)туған тел яҙмышы б)шәхес һәм йәмғиәт ҡаршылыҡтары
в)милләт яҙмышы г)тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы
3-сө тур
Тормош юлындағы мөһим ваҡиғаларҙыдөрөҫ тәртипкә ҡуйығыҙ.
а)тыуған районында хәбәрсе булып эшләй б)Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә в)Мәскәүҙә инстиутта уҡый г)урта мәктәпте тамамлай
(г, в, а, б)
3-сө уйынсыға һорауҙар
1.Рәми Ғариповтың туған ауылының исеме нисек атала?
а)Арҡауыл б)Мәсетле в)Салауат г) Ләмәҙтамаҡ
2.Өфөлә Рәми Ғарипов исеме менән бәйле нимә бар?
а)театр б)күргәҙмә в)гимназия-интернат г)урам
3.Нисәнсе йылда Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йәш булған?
а)1990 б)2000 в)2012 г)2009
4.Рәми Ғариповтың ҡатынынң исеме кем?
а)Нәзирә б)Гөлмәрйәм в)Валентина г)Надежда
5.Тәүге поэмаһын нисәнсе йылда яҙа?
а)1964 б)1960 в)1950 г)1966
6.Туған тел яҙмышы, милләттең киләсәге тураһында уйланыу шағирҙың ниндәй әҫәрендә сағыла?
а) “Йырҙарыма ҡайтам” б) “Туған тел” в) “Урал йөрәге” г) “Һабантурғай”
7.Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премия ҡасан булдырыла?
а)1990 йыл,ноябрь б)1985 йыл, июнь в)1987 йыл,февраль г1988 йыл,май
8. “Йәшлек” гәзитендә щағирҙың көндәлектәре ниндәй исем аҫтында баҫыла?
а) “Рәми көндәлеге” б) “Рәми иҫтәлеге” в)“Рәми хәтирәһе” г) “Рәми шиғырҙары”