СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

КТП .Программа .Уроки воспитания.

Нажмите, чтобы узнать подробности

КТП .Уроки воспитания. 5-9 классы.

Просмотр содержимого документа
«КТП .Программа .Уроки воспитания.»

Тематик планлаштырыу

5-7-се кластар, 8-9-сы кластар (аҙнаһына 1сәғәт)

Тема

Төп йөкмәтке

Уҡыусы эшмәкәрлегенә характеристика

5-се класс

1.Халыҡ педагогикаһы – тәрбиә һабаҡтары.

(1 сәғәт)

“Халыҡ педагогикаһы”,“Ғаилә мәктәбе”,“Олатайҙар һабағы”,“Өләсәйҙәр һабағы” тигән төшөнсәләргә аңлатма.

Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә белем һәм тәрбиә биреүҙе системаға һалыу.

Туған телдә диалог алып барыу, әңгәмәсене тыңлау һәм ишетеү, фекерҙе аңлай белеү. Татыулыҡ тураһында төшөнсә биреү. Ата-әсәйҙәр менән “Мин һәм минең ғаилә” сараһын үткәреү.

2.Халыҡ педагогикаһы – тәрбиә һабаҡтары.

(1 сәғәт)

Баланың туған телен, йолаларын, тамырҙарын белеп үҫеү - тормошта уңышҡа өлгәшеү сере.

Йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләү өсөн ата-бабаларыбыҙҙың алтын аҡылына, тормош тәжрибәһенә таянып эш итеү.

Бер нисә әйтем-мәҡәл ятлап алыу. Әңгәмә ҡороу.

Һәр баланың шәхси үҙенсәлеген , башҡорт халҡының милли үҙенсәлеген дә күҙ уңында тотоп, тәрбиә мәсьәләһенә айырым иғтибар итеү. “Беҙҙең ғаилә” һүрәтен төшөрөү.

3.Тәрбиәлелек.

(1 сәғәт)

Әҙәп-әхлаҡ һәм имандың башы – тәрбиә. Йәмғиәттә таралған барлыҡ проблемалар ҙа тәрбиә менән туранан-тура бәйле.

Тәрбиәлелек һәм әҙәплелек ғаиләнән башлана.


Изгелекле кеше булыу өсөн күп белем алыу һәм аҡыл үҫешен арттырыу, бәләкәйҙән үк әхлаҡи тәрбиә алыу.

 Мәҡәлдәр нигеҙендә балаларҙы изгелекте – яуызлыҡтан, батырлыҡты – ҡурҡаҡлыҡтан, дөрөҫтө ялғандан айырырға өйрәтеү, намыҫлы, изгелекле, тоғро, батыр итеп тәрбиәләү. Баланың ҡылған эшенә, холҡона ҡарап мәҡәлдәр менән аңлайышлы итеп аңлатыу мөһим тигән фекергә килеү.

4.Әҙәп ҡағиҙәләре.

(1 сәғәт)

Һөйләшеү оҫталығы. Ашаған саҡта үҙеңде тотоу. Тылсымлы һүҙҙәр. Үҙеңде үтә иркен тотоуҙың да, йомолоп йөрөүҙең дә әҙәпһеҙлек икәнлеген аңлатыу. Был төшөнсәләрҙе халыҡ нисек итеп аңлатҡан, нисек итеп төшөндөргән, ҡайһылайыраҡ тәрбиәләгән.

Киләсәктә тәрбиәле, мәҙәниәтле булыу  өсөн күркәм аралашыу ҡағиҙәләрен белеү:

Һөйләүсегә ҡарата иғтибарлы бул.

Әңгәмәсеңде бүлдермә, аҙағына тиклем тыңла.

Кешеләр тураһында насар һөйләмә, уларҙы ғәйепләргә ашыҡма.

Әңгәмә барышында еңергә тырышма, киреһенсә, ғәҙеллек, дөрөҫлөк яҡлы бул.

 Әңгәмәсеңде хөрмәт ит, тупаҫ һүҙҙәр әйтмә.

Һәр кешенең яҡшы яҡтарын күрә бел;  үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡара.

5.Халыҡ ижады өлгөләренән тәрбиә тураһында мәҡәлдәр.

(1 сәғәт)

Мәҡәлдәр - быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, изге аманат. “Бала - ғаилә көҙгөһө” ,“Ағасына ҡарап алмаһы”,”Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тигән мәҡәлдәр бала үҫтереүҙә ғаиләнең роле ҙур булыуы хаҡында әңгәмә.


Тормошта кеше ҡулы менән эшләгән матди байлыҡ юҡҡа сығыуы ихтимал, ә быуындан быуынға ҡала килгән мәҡәлдәр үҙ баһаһын юғалтмаясаҡ .

Мәҡәлдәр нигеҙендә балаларҙы изгелекте – яуызлыҡтан, батырлыҡты – ҡурҡаҡлыҡтан, дөрөҫтө ялғандан айырырға өйрәтеү, намыҫлы, изгелекле, тоғро, батыр итеп тәрбиәләү. Баланың ҡылған эшенә, холҡона ҡарап мәҡәлдәр менән аңлайышлы итеп аңлатыу мөһим тигән фекергә килеү.

6.“Урал батыр” эпосы кинәйәһе.

(1 сәғәт)

«Урал батыр» эпосы — ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө.

Халыҡ аҡылын үҙендә туплаған “Урал батыр” эпосының йөкмәткеһен тәрәндән үҙләштереү; уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләү һәм эшләү һәләтен үҫтереү, аҡыл һәм ихтыяр көсө менән ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтеү.

“Урал батыр” эпосынан өҙөк ятлау, әңгәмә.

7.Ни өсөн Урал батыр халыҡҡа КЕШЕ БУЛҺЫН ЗАТЫҒЫҘ тигән васыят әйтә.

(1 сәғәт)

Тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы бөгөнгө көндә актуаль . Тыуған ерҙең, ер-һыуҙың биргән байлығын, изгелеген онотмау, йәмен юғалтмау.

Урал батыр васыятын үтәү – Ер-әсәбеҙҙе юҡҡа сығарыуҙан, уны ҡоротоусыларҙан һаҡлау, яҡшылыҡҡа ынтылыу.

Яуаплылыҡ, ныҡышмалыҡ, үҙ көсөнә ышаныу, эҙләнеү һәм ижади һәләтте үҫтереү; эпос миҫалында халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларына тәрән ихтирам, белемгә, үҫешкә ынтылыш тәрбиәләү.

“Урал батыр” эпосынан өҙөк ятлау, әңгәмә.

8.Хеҙмәт тәрбиәһе.

(1 сәғәт)

Өмәләр, күмәкҡул башҡарылған эштәр нигеҙендә тәрбиә. Халыҡта тәрбиә сараларының береһе булған кинәйә, тел төбө алымы тураһында аңлатырға.

Ялҡаулыҡҡа, эш белмәүгә төрттөрөп сығарылған таҡмаҡтарҙы, тапҡыр әйтемдәрҙе, шаян йырҙарҙы миҫалға килтерергә .Өлкәндәрҙән һорашып йәки ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылып сыҡҡан көләмәстәрҙе, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһындағы яҙмаларҙы миҫал итеп ҡулланырға.

Ерәнсә сәсән, Алдар кеүек тел оҫталарының тапҡырлыҡтарынан миҫал килтерергә.


9.Мәктәптәрҙә алып барылған хеҙмәт тәрбиәһенең әһәмиәте.

(1 сәғәт)

Балаға кесе йәштән үк дөрөҫ тәрбиә биреү, уның хеҙмәтен дөрөҫ ойоштороу. Хеҙмәткә мөхәббәт бары тик хеҙмәттә генә барлыҡҡа килә. Шуға ла баланы көсөнән килгән һәм һәр көн башҡара торған сүп түгеү, иҙән һепереү, һауыт-һаба йыуыу, ҡар көрәү кеүек эштәре булһын.

Бала үҙенең хеҙмәт һөйөүсәнлеген төп эшсәнлеккә - уҡыуға күсерергә әҙерләү.

Иптәшлек һәм ярҙамлашыу хисен тәрбиәләү, характерҙары, ихтыяр көстәре, мускулдары нығыһын, бергәләшеп файҙалы эш эшләүҙәре менән ғорурланыу хисе тыуҙырыу. 

Йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү.

Профессиялар тураһында осрашыуҙар ойоштороу, аҡыллы кәңәштәр биреү.

 Үҙҙәре теләгән һөнәргә эйә булыу өсөн, физик сәләмәтлектең, сынығыуҙың, бәләкәй саҡтан уҡ уҡыуға, белем алыуға, һөнәр үҙләштереүгә тырышлыҡ кәрәклеге  тураһында һөйләшеү.


10.Изгелек тойғоһо тәрбиәләү. (1 сәғәт)

Илһөйәрлек һәм Ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләгәндә иң элек шәжәрәгә иғтибар итергә кәрәктер. Ни өсөн тиһәң, һәр  ғаиләлә тарихта билдәле булған һуғыштарҙа ҡатнашыусы, йә башҡа арҙаҡлы шәхестәр бар.

Ғаиләлә ата-әсә баланы үҙ йолалары һәм өлгө күрһәтеүҙәре нигеҙендә тәрбиәләһә, илһөйәрлек  һәм милли рухта тәрбиәләүгә ҙур урын бүлә. Өлкәндәрҙең бала күңеленә кинәйә менән генә изгелек орлоғо һалыу сараһын аңлатырға. “Изгелек эшләү изгелек күреүҙән баһалыраҡ”,“Тыуған ил алдындағы бурыс”, “Ватанға тоғролоҡ һәм мөхәббәт”, “Данлыҡлы хеҙмәт” кеүек төшөнсәләрҙе аңлатып үҫтереү. 

11.Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

( 1 сәғәт)

Был – иң изге тойғо. Башҡорт халҡы тыуған илендә, бергә ойошоп йәшәгәндә генә үҙен һаҡлап ҡала ала.

Ватансылыҡ (патриотизм) – Тыуған илгә, ергә, уның хал-ҡына, теленә, диненә, тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү ул.

Тыуған илгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләүҙә милли һәм дәүләт байрамдары эффектлы эштәрҙең бер төрө булып һанала. Халыҡ байрамдары: Һабантуй, “Ҡарға бутҡаһы” һәм Республика көнөнә бағышланған саралар.

12.Иң боронғо кешеләр. Боронғо Башҡортостан. Уралдағы тәүге кешеләр .

(1 сәғәт)

Бик боронғо дәүерҙәрҙә башҡорттар ғына үҙенең Ватанында мәңгелеккә тороп ҡалған. Башҡорттар тураһында боронғо мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү. Өфө ҡаласығының нигеҙен яңы эраға тиклемге IV — II быуаттарҙа.




Үҙегеҙ йәшәгән ауылығыҙҙа фәһемле легендалар һаҡлаған берәй төбәк тураһында һорашып, яҙып алығыҙ һәм мәктәпкә бүләк итегеҙ. Һуңғы ваҡыттарҙа Ағиҙелде — Белая, Шүлгәнташ мәмерйәһен — Капова пещера, Яҡтыкүлде — Банное, Ҡарағайлыны — Борожеич күле тип атай башланылар. Башҡорт олатайҙарыбыҙ ҡушҡан матур исемдәрҙе бөгөн үҙгәртеп ебәреүҙең халҡыбыҙ тарихы өсөн зыянлы яғы бармы?

Башҡортса исемдәре онотолһа, был ерҙәрҙә ҡасандыр башҡорттар йәшәгән тип иҫбат итеп булырмы?

Ауылығыҙҙа нисә йорт һәм күпме кеше йәшәй?

Мәктәбегеҙҙә ниндәй телдә уҡыйһығыҙ, уҡыусылар нисәү?

Был мәғлүмәттәрҙе яҙған дәфтәрегеҙҙе һаҡлағыҙ.

13.Боронғо ҡәбиләләр һәм халыҡтар. Боронғо башҡорттар.

(1 сәғәт)

Башҡорттарҙың Урал төбәгендә йәшәүсе иң боронғо халыҡтарҙың береһе булыуы .

Башҡорттарҙың борон-борондан Урал буйҙарын төйәк иткән тәү ҡәбиләнең туранан-тура вариҫтары булыуы бәхәс тыуҙырмай. 

Уҡыусыларға ҡәбилә тәү тормош дәүере ҡәбиләһе , бик боронғо замандарҙа уның нигеҙендә фин, монгол һәм төрки ҡәбиләләре, ә унан да һуңыраҡ бөтә хәҙерге фин-татар халыҡтары тип аталып йөрөлгәндәре тураһында мәғлүмәттәр еткереү. Ул Урал ҡәбиләһе тип аталған, сөнки Урал тауҙары уның тәү төйәге итеп һаналған.

Ғалим Салауат Хәмиҙуллиндың башҡорттар тураһында фильмдәрен ҡарау, әңгәмәләшеү.

14. Башҡа халыҡтар менән аралашыу һөҙөмтәләре: үҙләштерелгән һөнәр, ҡайһы бер йолалар, аш-һыу.

(1 сәғәт)

Башҡорттарҙа йолаларҙың мөһимлеге. Йола – быуындан быуынға килеп, халыҡ араһында ҡағиҙәгә әйләнеп киткән эш- ҡылыҡ тәртибе, ғөрөф – ғәҙәт.

Башҡорт ғаиләләрендә олатай һәм оләсәйҙәргә айырым ихтирам күрһәткәндәр.

Башҡорттар ата-бабаларының исемдәрен ете быуынға тиклем белергә тейеш, тип иҫәпләнгән.

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, төрлө байрамдар ойоштороу, көсөргәнешле хәлдәрҙе көйләп ебәреү һ.б. ололар өлөшөнә төшкән.

15-16.Боронғо башҡорт кейеме. Башҡорт кейеменең үҙенсәлеге. Ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр, балалар кейемдәре.

(2 сәғәт)

Башҡорт милли кейеме — башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Башҡорт кейеменең үҙенсәлеге ата-бабаларыбыҙҙың тормошона, йәшәү рәүешенә, ете төр костюм комплекстарында сағылыш табыуына бәйле икәнен аңлатыу. Милли кейемдәр көнөн билдәләү.

Башҡорттарҙың мәҙәни юҫыҡта бер бөтөн булмаған халыҡ икәнлеген , башҡорттарҙың айырым төркөмөнөң кейеме уларҙың ырыу һәм ҡәбилә тарихының этник үҙенсәлегенә бәйлелеген асыҡлау. Башҡорт кейеме төрлө тәбиғәт-климат шарттарына яраҡлашҡанмы? Бөгөн ете комплексты берләштергән сигеү, технология, биҙәү схемаларында нигеҙе һаҡлағанмы?

Замана башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының, ирҙәрҙең, балаларҙың кейемен асыҡлау.


17.Башҡорт биҙәнеү әйберҙәре. Атамалары, тәғәйенләнеше.

(1 сәғәт)


Башҡорт милли биҙәүестәре уларҙың йәшәйеш, тормош тәртибе, матурлыҡ тураһында ҡараштарын, ырыу эсендәге тәртиптәрҙе, ғәиләнең йәмғиәттәге урынын сағылдырған, һаҡлау, яҡлау, биҙәнеү, ҡупшыланыу маҡсатын күҙ алдында тотҡан.

Башҡорт милли биҙәүестәре уларҙың йәшәйеш, тормош тәртибе, матурлыҡ тураһында ҡараштарын, ырыу эсендәге тәртиптәрҙе, ғәиләнең йәмғиәттәге урынын сағылдырған, һаҡлау, яҡлау, биҙәнеү маҡсатын күҙ алдында тотоуы тураһында әңгәмә.

Н.Мәҡсүтованың “Башҡорт ҡатын-ҡыҙарының биҙәнеү әйберҙәре” мәҡәләһен уҡыу, фекер алышыу.

Биҙәнеү әйберҙәренең атамаларын өйрәнеү.

Аҫылташтарҙың, металдарҙың серен үҙләштереү.


18.Башҡорт хәрби кейеме. (1 сәғәт)

Хәрби кейем кейгән регуляр рус ғәскәренән айырмалы рәүештә, башҡорттар үҙ кейемдәрендә булғандар.

Хәрби кейемдәрҙе һүрәткә төшөрөү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Я.Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәренән башҡорттарҙың хәрби кейемдәре тураһында уҡыу, дәфтәргә күсереп яҙыу.

В.Зефировтың “Йәнтүрә хикәйәһе” буйынса әңгәмә ҡороу.

19.Рус яҙыусыларының башҡорт кейеме тураһындағы фекерҙәре.

(1 сәғәт)

Рус яҙыусылары:Лев Толстой (Ильяс), Сергей Аксаков “Әмилә”,

“Ғаилә хроникаһы”, “Багров ейәненең

балалыҡ йылдары”.


Рус яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса әңгәмә ҡороу, башҡорт кейемдәрен ҡылыҡһырлау, һүрәттәр төшөрөү. Халыҡта әҙәп тәрбиәләүҙә кейемдең әһәмиәте бармы? һорауы буйынса әңгәмә ҡороу.

Нестеров исемендәге музейға экскурсия.

20.Башҡорт музыка ҡоралдары.

(1 сәғәт)

Башҡорт музыка ҡоралдары.

Башҡорт музыка ҡоралдары менән танышыу, һаулыҡ өсөн әһәмиәтен төшөндөрөү, көй төрҙәрен айырырға өйрәнеү, талантлы яҡташтарыбыҙға ҡарата ғорурлыҡ уятыу.

Ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, гармунсылар менән осрашыуҙар үткәреү.Мәктәбегеҙҙә ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, гармунсылар түңәрәктәре эшләйме?

21.Ҡурай. Музыка ҡоралдарының сәләмәтлекте нығытыуҙағы әһәмиәте.

(2 сәғәт)

Тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Ҡурайҙы металлдарҙан ҡойоп яһау ысулын да ҡулланғандар.

Баймаҡ районында ойошторолған ” Ҡурай байрамы” видеоһын ҡарау. Ҡурай һәйкәле. Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле.

Музыка ҡоралдарының сәләмәтлекте нығытыуҙағы әһәмиәте тураһында әңгәмә.

22-23.Халыҡ музыка ҡоралдарын эшләү оҫталары. Ағас ҡурай уйлап сығарыусы Вәкил Шөғәйепов.

(2 сәғәт)

Шпон ҡулланып ағас ҡурай эшләгән оҫта Вәкил Шөғәйепов.


Әҙиптәрҙең һәм ғалимдарҙың ҡурай тураһында яҙғандарын уҡыу. Ағас ҡурай уйлап сығарыусы Вәкил Шөғәйепов, атаҡлы ҡумыҙсы, педагог-музыкант Роберт Заһретдинов тураһында сығыштар тыңлау.

Ни өсөн Башҡортостан байрағында ла, гербында ла ҡурай төшөрөлгән? Фекер алышыу.


24.Боронғо башҡорт һауыт-һабалары.

(1 сәғәт)

Башҡорттар күндән, туҙҙан, ағастан һәм металдан эшләнгән өй кәрәк-ярағы, Балсыҡ әйберҙәр.


Һырлап яһалған ағас һауыт-һабалар. Ҡайын туҙынан яһалған һауыттар. Күн һауыттар. Һауыттарға төшөрөлгән биҙәктәрҙең төрлөлөгө һәм әһәмиәте. Ашарға әҙерләү, өҫтәл әҙерләү мәшәҡәттәре тураһында һөйләшеү.

Һауыт-һабаны таҙа, тәртиптә тотоу, аш-һыуҙы, ризыҡты, он әйберҙәрен, тоҙҙо һәр саҡ ябыҡ тоторға кәрәклеген өйрәтеү.

Фекер алышыу.

25.Башҡорт аштары. Һыйыр ағынан әҙерләнгән аҙыҡтар. Һаулыҡҡа файҙаһы.

(1 сәғәт)




Башҡорттарҙың боронғо милли аштарын, атамалары. Милли аштың шифаһы.

Башҡорттарҙың боронғо милли аштарын, атамаларын өйрәнеү. Милли аштың шифаһы тураһында аңлатыу.

Ни өсөн үҙ ереңдә үҫкән шифалы үҫемлектәргә, үҙ ереңдә етештерелгән ашамлыҡҡа өҫтөнлөк бирергә кәрәклеге тураһында фекер алышыу. Милли ризыҡтар әҙерләү. тураһында йомаҡтар ҡойоу. Мәҡәлдәр әйтеү. Мәҡәлдәр менән уйын ойоштороу.

26.Емеш-еләктән әҙерләнгән аҙыҡтар. Ҡамыр аштары. Ит аҙыҡтары һәм эсемлектәр. (1 сәғәт)

Ҡырағай емеш-еләк, үлән, тамыр, бал йыйыу - хужалыҡ эшмәкәрлегенең традицион тармағы. Башҡорттарҙа тәбиғәт һәм климат үҙенсәлектәренә, хужалыҡ итеү үҙенсәлектәренә бәйле быуындан-быуынға күсә килгән кәсеп.

Ашарға яраҡлы үләндәр, тамырҙар, емеш-еләк этностың йәшәйешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнағанын, емеш-еләк, үҫемлектәр йыйыу шөғөл сифатында шәжәрәләрҙә лә, башҡа халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларында ла телгә алынғанын аңлатыу.

Башҡорттарҙың героик эпосы «Иҙеүкәй менән Мораҙым» ҡобайырында: «Балдырғаны беләктәй, һарынаһы ҡурай еләктәй»тигән юлдарҙы асыҡлау. Ризыҡтар тураһында йомаҡтар ҡойоу. Мәҡәлдәр әйтеү. Мәҡәлдәр менән уйын ойоштороу.

27.Башҡорттарҙың традицион хужалығы һәм шөғөлө. Йылҡысылыҡ, малсылыҡ. Игенселек, солоҡсолоҡ, умартасылыҡ. Урмансылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ.

(1 сәғәт)

Башҡорттарҙың традицион хужалығы һәм шөғөлө тураһында инеш әңгәмә ҡороу.


Рус яҙыусыһы Ф.Нефедовтың “Тау башҡорттары легендаһы”, “Ушкуль” әҫәрҙәренән өҙөк уҡыу, әңгәмә ҡороу.

Йылҡысылыҡ, малсылыҡ һәм уларға бәйле атамаларҙы өйрәнеү.Йылҡы һәм һыйыр малы тураһында легендалар, йырҙар, мәҡәлдәр, йомаҡтар табыу. Урмансылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, игенселек, солоҡсолоҡ, умартасылыҡ һәм уларға бәйле атамаларҙы өйрәнеү.

Фекер алышыу.


28.“Урал батыр” эпосынан өҙөк. Ер йөҙөнә һәр төрлө хайуандарҙың килеүе тураһында. (2 сәғәт)

Урал батырҙың ни өсөн тере һыуҙы эсмәгәнлеген аңлатырға. Ҡоштар һәм йәнлектәр менән танышыу. Ни өсөн башҡорттоң һәр ырыуында үҙ ҡошо булған? Һинең ырыу ҡошоң нимә?

“Урал батыр” эпосынан өҙөктө өйрәнеү.

Кешенең сифаттарын күрһәтеүсе — һөйләшә белеүсе, аҡыл өйрәтергә һәләтле үгеҙ, арыҫлан, эт, ыласын, төрлө ҡоштар, йыландар, Йәнбирҙенең ғаиләһе ҡырағай ҡош–ҡорт менән һөйләшеп, бергә көн күргән: арыҫлан менеп, шонҡар менән һунар иткән, балыҡты уларға суртан тотоп, ҡанды һөлөк һурып биргәне хаҡында аңлатыу, фекер алышыу.
“Урал батыр” эпосынан өҙөктө сәхнәләштереү.

Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсияға барыу.

29.Башҡорттарҙа әхлаҡ төшөнсәһе. “Әхлаҡ нормалары тәрбиәләү”. (1 сәғәт)

Әхлаҡ нормалары тәрбиәләү. Үҙе белеп, башҡаларҙан күреп өйрәнеп эшләү – үҙтәрбиә.

Сәләмәт булыу тәртиптән, таҙалыҡтан башланыуын аңлатыу.

Балаларҙа әйбергә ҡарата һаҡсыллыҡ сифаты тәрбиәләү. Ололар менән һәм үҙеңдән кеселәр менән үҙеңде тотоу.

Ашаған саҡта үҙеңде тотоу әҙәбен өйрәнеү. Тыйыуҙар менән танышыу. Әҙәп, тәртип, матур ғәҙәт тураһында мәҡәлдәр ятлау. Сама төшөнсәһен аңлау.

30.Туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ терминдары.

(1 сәғәт)

Башҡорт халҡында туғанлыҡ тойғоһо көслө булған. Шуның өсөн дә Шүлгән Уралға ҡарата ниндәй генә яуызлыҡ ҡылһа ла ағай хаҡы һаман өҫтөнлөк ала килә. Ошо мөнәсәбәт халҡыбыҙ йәшәйешендә ҙур әһәмиәткә эйә булған.

И. Бураҡаевтың “Башҡорт көсө” хикәйәһен өйрәнеү. Шәжәрә төҙөргә өйрәтеү. Дәфтәргә туғанлыҡ атамаларын яҙҙырыу.

Туғандарға бер-береһенә туғанлыҡ атамалары менән өндәшеп өйрәнеү: ағай, абзый, апай, һылыу, һеңлем, ҡустым, ҡәрендәш, туғаным, иркәм һ.б. Төркөмдәргә бүленеп, туғанлыҡ атамалары буйынса “Һинең әсәйеңдең атаһының ейәне һиңә кем була?” кеүек һорау-йомаҡтарға яуап биреп ярышыу.

31.Исемдәр донъяһында. Исем – милли йөҙҙө билдәләүсе сифат.

(1 сәғәт)

Исемдәрҙең әһәмиәте һәм төркөмдәргә бүленеше. Исемдең кеше яҙмышына тәьҫир итеүе.

Исемдең кеше яҙмышына тәьҫир итеүен аңлатыу.

Ғаилә шәжәрәһендәге боронғо исемдәрҙе дәфтәрҙәргә күсереп алыу. Милли исем ҡушыуҙың ниндәй әһәмиәте бар?

Исемдәрҙе үҙгәртергә яраймы? Исемең ниндәй мәғәнә бирә? Һорауҙарына яуаптар биреү, һығымта яһау: “Исем – туған тел хазинаһы”, “Баланың исеме – атай-әсәйҙең рухи аңының сағылышы”. Ғаилә шәжәрәһендәге боронғо исемдәрҙе дәфтәрҙәренә күсереп алһындар.

32. Тәбиғәткә сәйәхәт.

(1 сәғәт)

Үҫемлектәр, бөжәктәр, ҡоштар донъяһы.


Тәбиғәттәге гармония тураһында һөйләшеү.

Тәбиғәттә һәр нәмә үҙ урынында икәнлеген аңлау.

Был донъяла нимә ҡайһылай бар булған – шулай һаҡланырға тейешлекте төшөндөрөү. Тирә –яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән ни эшләгәнең бар? Үҫкәс, ни эшләргә уйлайһың? Ошо һорауҙар буйынса әңгәмә ҡороу.

6-сы класс

1.Мәҙәниәт. Рухи һәм матди мәҙәниәт тураһында төшөнсә. Башланғыс класта үтелгәндәргә байҡау яһау.

(2 сәғәт)

Милли мираҫ – ул матди байлыҡ ҡына түгел, милләтте һаҡлап алып ҡалыуҙа төп күрһәткес булған рухи байлыҡ та. Рухи байлыҡ тигән төшөнсәнең нигеҙен тәрбиә ҡанундары билдәләй. Милли мираҫыбыҙҙың төп тағаны – рухи ныҡлыҡ тәрбиәһе.

Башланғыс класта үтелгәндәргә байҡау яһау.

Рухи һәм матди мәҙәниәт айырылғыһыҙ булыуын, нағыш фәлсәфәһе серҙәренә өйрәтеү, башҡорттарҙа рухи азатлыҡҡа ынтылыштың асылы нимәлә икәнлеген асыҡлау.

Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады: мәҡәлдәр, һынамыштар, әйтемдәр, йомаҡтар, йырҙарҙың, такмаҡтарҙың, уйындарҙың, әкиәттәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте менән таныштырыу.

Уйындар, бейеүҙәр, таҡмаҡтар өйрәнеү. 

Мәҡәлдәр яҙыу.

Мәҡәлдәр аҡыл булыуын, мәҡәл аҡылға әйләнһен өсөн, уны тоторға кәрәклеген күңелдәренә һеңдереү.



2.Тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәт мәҙәниәтлелек кимәлен сағылдыра.

(1 сәғәт)

Халыҡ борон-борондан тәбиғәтте тере йән кеүек күргән. Уның өсөн океан
йәки оло диңгеҙ ҙә, урман да - ер шарының үпкәһе, йылғалар - ҡан тамыры, тауҙар - ерҙең тояғы.

Тәбиғәткә, тирә-яҡҡа, үҫемлектәргә, йорт-хайуандарына ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Үҙ төбәктәренең таҙалау торошон, тәбиғәтте һаҡлауға мөнәсәбәт тураһында әңгәмә.

Тәбиғәтте һаҡлау йәғни йылға-күлдәрҙе таҙартыу, шишмә юлдарын асыу, ағас ултыртыу, сүп-сар йыйыштырыу, йорт-ихаталар, ауыл-ҡасаба тирәһен йәшелләндереү буйынса эштәр. “Малай һәм Ер” экологик йәнһүрәтен күрһәтеү.

3.“Урал батыр” эпосынан өҙөк. Шүлгән Самрау батшалығында.

(1 сәғәт)

 “Урал батыр” эпосында Самрау - йән эйәһе, күк һәм ҡоштар тәңреһе.

Шүлгән Урал батырҙан тылсымлы таяҡты тартып алыуы, уның ярҙамында Самрауҙың күк йөҙө батшалығын һыуға батырыуы, Шүлгән дейеүҙәр менән бергә батырҙарҙан күлгә ҡасыуы хаҡында фекер алышыу.

Ни өсөн Урал батыр күл һыуы эсмәгеҙ тигән?

4.Тәбиғәтте һаҡлау тураһында яҙылған төрлө мәҡәләләрҙең береһе - “Быяла оҙаҡ һаҡланамы?”

(1 сәғәт)

Д. Бураҡаев. Ҡайҙа ҡарама – быяла ватыҡтары. Кем ташлай уны? Тәбиғәт тағы нимәләрҙән зыян күрә?


Быяла ватыҡтарын кем ташлай? Ошо хаҡта һөйләшеү.

Быяла, пластик шешәләр һәм башҡа янмай торған сүп-сарҙың донъя океанын бысратыуы тураһында видеояҙма ҡарау.

Сүп-сарҙы ташлау тәртибе тураһында аңлатыу.

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Кеше тәбиғәттең бер өлөшө булыуын аңлау.


5.Тәбиғәт менән Кеше йәшәйешенең айырылғыһыҙ булыуы.

(1 сәғәт)

Тәбиғәт матди байлыҡ сығанағы ғына түгел, рухи байлыҡ сығанағы ла. Тәбиғәтте һаҡлау. Сүп-сарҙы ташлау тәртибе тураһында аңлатыу.

Тәбиғәтте һаҡлау өсөн быяла менән ипле зш итергә кәрәклеге, хужаларса мөнәсәбәт бик мөһим икәнлеге, ер өҫтөндә ҡалған ҡағыҙҙың 2 йылдан һуң сереүе,  быяланың 30 йыл ятыуы,  полиэтилен бөтөнләй серемәгәне, уның аҫтында ҡалған тереклектең һәләк булыуы хаҡында әңгәмә ҡороу. Тәбиғәтте һаҡлау өсөн һеҙ ниҙәр эшләй алаһығыҙ?

Һеҙ бындағы һүҙҙәр менән килешәһегеҙме? Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа - һауа, йәнлеккә урман, дала, тау кәрәк.

6.Тәбиғәт – беҙҙең йортобоҙ.

(2 сәғәт)

Халыҡ календары. Һынамыштарҙың килеп сығыуы. Тәбиғәтте нескә тойоусыларҙың күҙәтеүҙәре.Тәбиғәткә бәйле уйындар. Башҡорт халҡының күҙәтеүсәнлеге. Тәбиғәт күренештәрен тасуирлау.

Халыҡ календары ҡояш һәм ай календарҙарына бүленеүе, тәбиғәт күренештәре менән тығыҙ бәйле булыуы , традицион йолалар һәм байрамдар циклы, хужалыҡ һәм көнкүреш ғәмәлиәте, шулай уҡ төрлө ышаныуҙарҙы, хөрәфәттәрҙе һәм ауыҙ-тел ижады хаҡында һөйләшеү.

Йондоҙ атамаларын өйрәнергә. Өлкәндәрҙән һорашып йәки башҡортса календарҙан йондоҙ атамаларын дәфтәрҙәренә яҙып килһендәр.


7.Тәбиғәттә - гармония. Көйләнеш. (1 сәғәт)

Тәбиғәт һәр нәмәнең тейешле нисбәтен үҙе самалап-көйләп тора. Атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ тәбиғәткә һөйөү уятыу өсөн ниндәй алымдар ҡулланған? Ер-һыу атамалары нисек килеп сыҡҡан?

“Донъяла иң матуры кем?” темаһына әңгәмә.

“Урал батыр” эпосынан өҙөктәр уҡыу, фекер алышыу. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Кеше тәбиғәттең бер өлөшө булыуын аңлау. Тәбиғәт серҙәрен уҡырға өйрәтеү, көньяҡ менән төньяҡты тәбиғәт серҙәренә, ағас олоно, ҡырмыҫҡа иләүенә ҡарап айыра белеү, иртәнге ҡояш нурҙарының кеше сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫире тураһында аңлатыу, тауға артылыуҙың файҙаһын һөйләү – былар барыһы ла баланың рухи донъяһын байытыр.


8.Йәшәү һәм үлемһеҙлек тураһында халыҡ фекере. Тәбиғәт һәм Кеше мөнәсәбәте.

(2 сәғәт)

Тәбиғәтте һаҡлауҙың мөҡәддәс бурыс икәнлеген халҡыбыҙҙың борон-борондан аңлата килеүен “Урал батыр” эпосы миҫалында һөйләү.

Урал батыр - бик ҡыйыу, батыр. Ниндәй васыят әйткән?

Башҡорттарҙың тәбиғәтте изгеләштереүе, йәнләндереүе һәм әҙәпкә өйрәтеү алымдары тураһында уҡыу, фекер алышыу.

Ырымдар өҫтөндә эшләү.

Күҙәтеүсәнлекте арттырыу.

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

9. Миҙгелле эштәр.

(1 сәғәт)

Өмә, күмәкҡул башҡарылған эштәрҙең тәбиғәтте һаҡлауҙағы ыңғай яҡтары. Миҙгелле эштәр тураһында һөйләшеү. Ниндәй эштәр миҙгелле эштәр була икән?


Һыу, ағас – ул кеше ҡулы менән бар ителә торған байлыҡ. Үҙ киләсәгебеҙҙе хәҙерҙән үк хәстәрләргә өйрәнәйек. Ни өсөн ололар: “Бер ағас киҫһәң, икене ултырт”, - тип өйрәткән. Шишмә, йылға сығанаҡтарын таҙартыу буйынса халҡыбыҙҙа һәр ваҡыт өмәләр үткәрелгән, ошо йоланы хәҙерге көндә лә дауам итеү мотлаҡ.

“Таҙартыуың бер яҡшы, бысратмауың мең яҡшы” мәҡәлен ятлап алыу.


10.Шифалы үҫемлектәр. (2 сәғәт)

Йыйыу, әҙерләү, файҙаланыу. Ҡайын япрағы, үлән мунсаһы, артыш төтәтеү, ҡайын ороһо ыҫлатыуҙың шифаһы һәм башҡа халыҡтың дауалау ысулдары тураһында һөйләргә.

Ашарға яраҡлы үләндәр, тамырҙар, емеш-еләк этностың йәшәйешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнағанын, емеш-еләк, үҫемлектәр йыйыу шөғөл сифатында шәжәрәләрҙә лә, башҡа халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларында ла телгә алынғаны хаҡында фекер алышыу.

Үҫемлектәр тураһында йомаҡтар ҡойоу.

Мәҡәлдәр әйтеү. Мәҡәлдәр менән уйын ойоштороу.

11.Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең тәбиғәтте һаҡлау буйынса хәстәрлеге. (1 сәғәт)

Йәшәгән төбәгегеҙҙә тәбиғәтте һаҡлауға мөнәсәбәт.

Тирә-яҡ мөхит торошоноң элеккесә насар булыуы, атмосфера, ер, һыуҙы бысратыу күләмдәренең артыуы хаҡында әңгәмә. Д.Бураҡаевтың “Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт” китабынан өҙөктәр уҡыу, фекер алышыу.

12.Рухи һәм матди мәҙәниәт. (1 сәғәт)

Рухи һәм матди мәҙәниәттең айырылғыһыҙ булыуы. Кейем тегеү, уны биҙәү. Йорт йыһаздары эшләү һәм уны биҙәү.

Башланғыс класта үтелгәндәргә байҡау яһау.

Рухи һәм матди мәҙәниәт айырылғыһыҙ булыуын, нағыш фәлсәфәһе серҙәренә өйрәтеү, башҡорттарҙа рухи азатлыҡҡа ынтылыштың асылы нимәлә икәнлеген асыҡлау.

 Мәҡәлдәр яҙыу.

13. Рухи тәрбиә юлдары. (1 сәғәт)

Халыҡтың рухи байлығын үҙендә туплаған «хәтер һандығы»-башҡорт халыҡ ижады.Уның һәр әҫәре –кешене уйланырға мәжбүр итеү сараһы.”

Тап бөгөн бала күңеленә башҡортлоҡ тойғоһо һалыу, тел ҡәҙерен белергә өйрәтеү - рух тәрбиәһендә иң мөһиме.

“Халыҡ педагогикаһы”, “Ғаилә мәктәбе”, “Олатайҙар һабағы”,“Өләсәйҙәр һабағы” тигән төшөнсәләргә аңлатма биреү. Олатай һабағы, өләсәй һабағы тураһында һөйләтеү.

Был төшөнсәләрҙең рухи тәрбиә сығанаҡтары икәнлеген, ғүмерҙең һәр сәғәтен, һәр көнөн мәғәнәле йәшәргә кәрәклеген аңлау.

14.Йырҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте. (1 сәғәт)

Халҡыбыҙҙың йыр мираҫы -  быуаттар буйы һаҡланып килгән хазина. Йырҙарҙа  тарихта булып үткән ваҡиғаларҙың йылъяҙмаһы, тормош-көнкүреш, йолалар сағылышы.

Башҡорт халыҡ йырҙарының идеяһын, асылын, фәлсәфәһен тулы мәғәнәһендә асыу. Йырҙарҙа халҡыбыҙҙың быуаттарға һуҙылған тормош тәжрибәһе, донъяға ҡарашы һәм мөнәсәбәте хаҡында фекер алышыу. Йырҙарҙы тыңлау, мәғәнәһен аңлатыу. “Башҡорт йыры”сараһы.

15.Бәйеттәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте.

(1 сәғәт)

Бәйеттәр халыҡ йыйындарында, мәжлестәрҙә, һабан туйҙарында әйтелеп, телдән-телгә күскән. Балаларға бәйеттәрҙең тәрбиә эшендә тос өлөш индереүен һәм хәҙерге көндәрҙә лә киң ҡулланылыуын төшөндөрөү.

Һалдат образы һүрәтләнгән («Запасной Ғубадулла һалдат”, атаҡлы тарихи шәхестәргә арналған (М.Аҡмулла, Ғ.Туҡай һ.б.), социаль-көнкүреш , («Эй, Уралым») тыуған төйәк, ер-һыу тураһындағы, («Ер һатыу бәйете», «Аталары ер һатҡан балалар зары») ер һатыуға ҡаршы сығарылған ,шулай уҡ («Ҡымыҙ бәйете», «Бесән бәйете», «Уңған килен», «Уңмаған килен» һ.б.) бәйеттәрендә халыҡтың көндәлек тормош-көнкүреше, («Ете ҡыҙ бәйете», «Аҡ мәсет бәйете», «Малға һатылған ҡыҙ бәйете») мәғрифәтселек ҡараштарын сағылдырған бәйеттәрҙә ҡатын-ҡыҙ азатлығы мәсьәләһе буйынса фекер алышыу.

Уҡыусыларҙа бәйеттәр аша Тыуған илгә, ергә һөйөү тәрбиәләү, үткән тарихҡа, йолаларға ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бәйеттәр һөйләгән оло быуын кешеләре менән сара уҙғарыу.

16.Таҡмаҡтарҙың һәм бейеүҙәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте.

(1 сәғәт)

Таҡмаҡтарҙың һәм бейеүҙәрҙең һәр береһендә милли үҙенсәлеккә бәйле тәрбиә ҡанундары.

Халҡыбыҙҙың быуаттар буйына тупланған тәжрибәһенә, аҡылына нигеҙләнгән таҡмаҡтар һәм бейеүҙәр хаҡында әңгәмәләшеү.

Белгестәр менән осрашыу ойоштороу.

Уҡыусыларҙың үҙҙәренән миҫалдар килтереп һөйләтергә.

17.Балалар уйындарының тәрбиәүи әһәмиәте.

(1 сәғәт)

“Наза”, “Йүкәгүр”, “Зилем-зилем”, “Алырым ҡош, бирмәм ҡош” кеүек уйындарҙы өйрәнеү, уйнатыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Хәрәкәтле уйындарҙа һәм бармаҡлы уйындарҙа ҡатнашыу.Уйын ҡағиҙәләрен үтәү.

“Айыу менән ҡуяндар”, “Сәкән һуғыу”, “Һәпәләк”, “Соҡор туп” уйындарын уйнау.

Тиҙлек, сыҙамлылыҡ, оһоллоҡ, сослоҡ тәрбиәләү.

18.Башҡорттарҙа белем биреү һәм тәрбиә усаҡтары.

(2 сәғәт)

Халыҡ мәктәптәр булмаған осорҙа ла киләһе быуынды тәрбиәләү, уға үҙ белгәндәрҙе өйрәтеү, ғилемле, уҡымышлы абыздарҙан белем алыу тураһында хәстәрлек күргән.

Башҡорт халҡының ғилемгә, белем алыуға, төрлө фәндәрҙе өйрәнеүен асыҡлау. Уҡымышлы башҡорттар: рудасы Исмәғил Тасимов, нефтсе Уразмәтовтар, данлыҡлы дворян Ҡыуатовтар һ.б. хаҡында материалдарҙы өйрәнеү. Атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы менән осрашыу үткәреү яҡшы булыр.


19. Халыҡ мәғарифы үҫеше. (2 сәғәт)

Халыҡ мәғарифы тарихы. Тәүге мәғрифәтселәребеҙ.

Халыҡ мәғарифы министрлығы (1802). Рәсәй биләмәһе уҡыу округтары. 4 баҫҡыслы уҡытыу системаһы 6 мәхәллә училищелары, өйәҙ училищелары, гимназиялар, университеттар. (1825 й.) Ырымбурҙа Неплюев хәрби училещеһы (Неплюев кадет корпусы). Мифтахетдин Аҡмулла,Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов һ.б. – мәғрифәтселәр хаҡында материалдар өйрәнеү.


20.Матбуғат тарихы.

(2 сәғәт)

Матбуғат, мәғлүмәт сараларының миләтте тәрбиәләүҙә әһәмиәте. Матбуғатта баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр, радио, телевидение тапшырыуҙары .

Ағиҙел», «Аманат», «Һәнәк» , «Башҡортостан уҡытыусыһы» ,«Башҡортостан ҡыҙы» , «Аҡбуҙат, «Шоңҡар» ,«Ватандаш» ,«Тамаша журналдары. Башҡортостан» ,«Йәшлек» , «Йәншишмә» ,«Киске Өфө» гәзиттәре хаҡында материалдарҙы өйрәнеү.

Осрашыуҙар ойоштороу. Гәзит-журналдағы мәҡәләләрҙе ҡулланыу, яҙыу, әңгәмәләшеү, саралар уҙғарыу.

Өйрәнгән аҡылды зиһенгә һеңдереп ҡуйыу.



21.Башҡортостанда мәҙәниәт торошо.

(2 сәғәт)

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең мәҙәниәтте үҫтереү, шәхесте төрлө яҡлап камил тәрбиәләү тураһындағы хәстәрлеге.

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең мәҙәниәтте үҫтереү, шәхесте төрлө яҡлап камил тәрбиәләү тураһындағы хәстәрлеге .

Һәр төрлө конкурстар, ярыштар, олимпиадалар, спорт өлкәһендәге уңыштар тураһында хәбарҙар булыу, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныу, һуңғы мәғлүмәттәр менән танышыу.


22. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе. (1 сәғәт)

Халыҡ табиптары. Илебеҙҙә тәүге госпиталдәр (1791), дауаханалар. Хәҙерге медицина.

 Башҡорт халыҡ медицинаһы тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү. П.С. Паллас (1773), И.Г. Георги (1779), И.И. Лепехин (1802) хеҙмәттәре хаҡында белемдәр үҙләштереү.

Халыҡ араһында дауалау хеҙмәтен быуын ултыртыусылар, үлән менән дауалаусылар, имсе-бағымсылар, сөннәткә ултыртыусылар, кендек әбейҙәре  тураһында әңгәмә.



23.Дин тураһында төшөнсә. (1 сәғәт)

Донъя тарихындағы һәм бөгөнгө төп дини йүнәлештәр. Башҡорттарҙың боронғо дине. Башҡорттарҙа Ислам дине. Дин һәм бөгөнгө башҡорттар.

Донъя тарихындағы һәм бөгөнгө төп дини йүнәлештәр хаҡында әңгәмә ҡороу. Зороастризм. Буддизм. Иудаизм. Христианлыҡ. Башҡорттарҙың боронғо дине һәм Ислам динен өйрәнеү буйынса мәғлүмәттәр туплау.

Башҡорттарҙа Дин һәм бөгөнгө башҡорттар, Ислам диненең тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында әңгәмә.


24. Матди байлыҡ. Боронғо Өфө ҡалаһы тураһында мәғлүмәт. Боронғо ҡалалар, ҡасабалар, мавзолейҙар.

(2 сәғәт)

Башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә табылған археологик ҡомартҡылар.

Боронғо Өфө ҡалаһы тураһында әңгәмә. Боронғо ҡалалар, ҡасабалар, мавзолейҙар хаҡында мәғлүмәт туплау.

Боронғо рухи һәм матди мәҙәниәтте өйрәнеүҙең әһәмиәте.

Фильмдәр ҡарау.


25.Йомғаҡлау. Ҡабатлау. (1 сәғәт)

Бөтә өйрәнелгәндәрҙе системаға һалыу, ҡабатлау, нығытыу.

Бөтә өйрәнелгәндәрҙе системаға һалыу, ҡабатлау, нығытыу.


7-се класс


1.Шәжәрә. Нимә ул шәжәрә? Шәжәрәләрҙең килеп сығыуы. Ырыу шәжәрәләренең өлгөләре. (1сәғәт)


Нимә ул шәжәрә? Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәсәпте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған.

Шәжәрә төҙөргә өйрәтеү. Боронғо заманда шәжәрә ни өсөн кәрәк булған? Шәжәрәне ни өсөн өйрәнергә кәрәк?”, Ни эшләп ағас һымаҡ төшөргәндәр икән ? тигән һорауҙарҙы асыҡлау.

Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булғанын, халыҡтың тормошон сағылдырғанын ,тамыры — үткәнебеҙ, олоно — бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары — киләсәгебеҙ икәнен аңлатыу.


2.Үҫәргән, Юрматы һәм башҡа ырыу шәжәрәләре. Мәмбәт шәжәрәһе.

(2 сәғәт)

Ырыу башлығы үҙ ырыуының шәжәрәһен һаҡлағаны, уларҙың иң ҡиммәт мәғлүмәтлеһе — Юрматы ырыуыныҡы икәне, унда Борон үҫәргәндәр – мөйтәндәр. Мөйтәндең улы Үҫәргән. Үҫәргән ырыуы ата-бабаларының хаҡында легендалар. Мәмбәт шәжәрәһе.

Башҡорт тарихына ҡағылған бик күп яҙмалар сит илдәрҙә һаҡланыуы, сит телдәрҙә яҙылғаны тураһында һөйләшеү. Юрматылар - Мәләүез, Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы һәм Ғафури райондарында. Юрматы ауылдары шулай уҡ Ырымбур өллкәһендөге Туҡ һәм Соран йылғалары буйында . Үҫәргәндәр - Һаҡмар, Яйыҡ, Һүрәм, Таналыҡ йылғалары буйында, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондарында. Ырыуҙар тураһында сығыштар, презентациялар әҙерләү, видеолар төшөрөү. Мәмбәт шәжәрәһе. Шәжәрәләр документ ролен башҡарғанмы? Ниндәй ырыу шәжәрәләрен беләһегеҙ?


3.Шәжәрәләрҙең халыҡ тарихы өйрәнеүҙә әһәмиәте.

(2 сәғәт)

Шәжәрәләр - тарихи документ, яҙма ҡомартҡы. Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләрҙең әһәмиәте.

Шәжәрәләр туранан-тура тарих  менән бәйлеме? Халыҡ тормошонда шәжәрәләрҙең  әһәмиәтен асыҡлау.

Ғалимдарҙың ҡарашын, халыҡ ижады әҫәрҙәрен өйрәнеү. Ғалимдар, оло кешеләр менән әңгәмә ҡороу.


4.Топонимик атамаларҙың тарих өйрәнеүҙә әһәмиәте. Ни өсөн халыҡ топонимик атаманың һаҡланып ҡалыуына ныҡ иғтибар иткән. (2 сәғәт)

Исемдәр – тарих хәбәрселәре: ауыл атамаларында, ҡәбер таштарында, яҙыуҙарҙа, шәжәрәләрҙә. Географик урындар - боронғо замандарҙа. Уларҙа халҡыбыҙҙың боронғо теле, тарихы, тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында мәғлүмәттәр.

Башҡорт олатайҙарыбыҙ ҡушҡан матур исемдәрҙе бөгөн үҙгәртеп ебәреүҙең халҡыбыҙ тарихы өсөн зыянлы яғы бармы?

Башҡортса исемдәре онотолһа, был ерҙәрҙә ҡасандыр башҡорттар йәшәгән тип иҫбат итеп булырмы?

Исемдәрҙе ололарҙан һорашып асыҡлау, өйрәнеү. Топонимиканы өйрәнгән ғалимдар Р.З. Шәкүров,  А.А. Камалов, З. Ғ. Ураҡсин, М.Ф. Хисматов  хеҙмәттәре. 

Ни өсөн халыҡ топонимик атаманың һаҡланып ҡалыуына  

иғтибар биргән?

Ни өсөн атамаларға ҡарата легендалар, риүәйәттәр, йырҙар сығарған?


5.Атамаларға ҡарата легендалар, риүәйәттәр, йырҙар . (2 сәғәт)

Топонимияның ижадсыһы – халыҡ, ә уның сығанағы – халыҡтың үҙ ерендәге тормошо, хеҙмәте, ижады, тәбиғәтте танып белеү һәм үҙләштереү ҡеүәһе, тарихи яҙмыш юлдары.

Ер-һыу, ауыл-ҡала, ҡасаба исем-атамалары тураһында легендаларҙы, риүәйәттәрҙе, йырҙарҙы өйрәнеү, тергеҙеү, булғандарын һаҡлап алып ҡалыу. Легендалар, риүәйәттәр, йырҙар хаҡында сығыштар, презентациялар әҙерләү, видеолар эшләү.
Үҙегеҙ йәшәгән ауылығыҙҙа ошондай матур, фәһемле легендалар һаҡлаған берәй төбәк тураһында һорашығыҙ. Уҡытыусығыҙ менән кәңәшләшеп, гәзит йә журнал редакцияһына ебәрергә мөмкин.'


6.Шәжәрәләрҙең бөгөнгө көндәге әһәмиәте.

(1 сәғәт)

Шәжәрәне тарихты, үткәнебеҙҙе, йәшәгән ерҙәребеҙҙең ҡайҙарға йәйелеп ятҡанлығын, бөйөк шәхестәребеҙҙе белеү өсөн өйрәнергә кәрәклеген,шулай уҡ уны дауам итеү хәстәрлеген дә күрергә тейешбеҙ.

Шәжәрәне дауам итеү өсөн ниндәй шарт кәрәк икәнлеге буйынса әңгәмә ҡороу. Башҡорт ете быуынын ятҡа белергә тейеш икәнде шәжәрәләр нигеҙендә нығытыу.

Ни өсөн тарихсы, ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башҡорттар өсөн тамырҙарын белеү, йондоҙҙарҙың исемдәрен, риүәйәттәрҙе һәм хикәйәттәрҙе белеү мөһим тип яҙған хеҙмәттәрендә? Фекер алышыу.



7.Ғаилә шәжәрәһен төҙөү.

(2 сәғәт)

Башҡорттар араһында шәжәрә төҙөү һәм уны белеү йола һаналғаны, шәжәрәнең балаларға, ейәндәргә, бүләләргә, тыуаларға тапшырыла килгәне хаҡында әңгәмә.

Һәр кеше үҙенең шәжәрәһен белергә тейеш, шәжәрәнән халыҡтың, республиканың, илдең тарихын белеп була Ғаилә шәжәрәһен төҙөй башларға.Туғандарығыҙ араһында шәжәрә дауам итерлек ғаилә ҡороусылар нисәү? Шәжәрә төҙөгәс, уны дауам итеүҙе кемгә тапшырып булыр ине? Минең шәжәрәмдең кешеләре Башҡортостаныбыҙҙың тарихында ниндәй өлөш индергән ? Минең фамилиям ҡайҙан килеп сыҡҡан? Ғаилә архивын, ата-олатайҙарҙың фотографияларын, боронғо реликвияларҙы, хәтирәләрҙе барлау.


8.Шәжәрә байрамы үткәреү. Был байрамдың әһәмиәте .

(2 сәғәт)

Һәр уҡыусы үҙ ғаиләһенең шәжәрәһен төҙөй. Бынан тыш үҙ ғаиләһенә, үҙ шәжәрә-нәҫеленә генә хас булған берәй бүләк әҙерләй. Шәжәрә байрамы - ата-олатайҙарыбыҙ алдында рухи яуаплылыҡ.

Шәжәрә,шәжәрә ағасы менән ғаиләнең бәйләнеше,ғаилә ағзалары, ғаилә тормошо тураһында һөйләү, уларҙың мәғәнәләрен аңлатып китеү. Шәжәрәләр, ғаилә темаһына арналған мәҡәлдәр, фотоһүрәттәр. Ауылығыҙҙа нисә йорт һәм күпме кеше йәшәй? Мәктәбегеҙҙә ниндәй телдә уҡыйһығыҙ, уҡыусылар нисәү? Арағыҙҙа тарих, ойконимия, топонимика, этнография һәм башҡа фәндәр менән ҡыҙыҡһыныусылар булһа, әлеге йыйған мәғлүмәттәр, һис шикһеҙ, кәрәк буласаҡ.


9.Боронғо сәсәндәр.

(2 сәғәт)

Сәсәндәр - халыҡ араһында иң абруйлы шәхестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре .

Һабрау сәсән, Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, Ерәнсә сәсән, Ҡунҡас сәсән, Мәхмүт сәсән, Байыҡ Айҙар сәсәндәр тураһында әңгәмә . Уларҙың традицияларын дауам итеүселәр: Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Ғәбит Арғынбаев, Хәмит Әлмөхәмәтов, Сабирйән Мөхәмәтҡолов, Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Вәлиулла Ҡоломбәтовтар тураһында сығыштар әҙерләү. Сәсәнлек мәктәбе.


10.Фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов .

(1 сәғәт)

Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов .«Сәсән аманаты» тигән китабы.

Мөхәмәтша Буранғоловтың эшмәкәрлеге буйынса сығыштар, презентациялар, видеоматериалдар әҙерләү. «Сәсән аманаты» тигән китабы буйынса фекер алышыу.

” Урал батыр” эпосы буйынса әңгәмә ҡороу.


11.Рухи байлыҡ сығанаҡтары. (2 сәғәт)

Рухи байлыҡ тигән төшөнсәнең нигеҙен тәрбиә ҡанундары билдәләй. Милли мираҫыбыҙҙың төп тағаны – рухи ныҡлыҡ тәрбиәһе. Рухи һәм матди мәҙәниәттең айырылғыһыҙ булыуы.

Рухи һәм матди мәҙәниәт айырылғыһыҙ булыуын, нағыш фәлсәфәһе серҙәренә өйрәтеү, башҡорттарҙа рухи азатлыҡҡа ынтылыштың асылы нимәлә икәнлеген асыҡлау. Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады: мәҡәлдәр, һынамыштар, әйтемдәр, йомаҡтар, йырҙарҙың, такмаҡтарҙың, уйындарҙың, әкиәттәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте менән таныштырыу. Уйындар, бейеүҙәр, таҡмаҡтар өйрәнеү. Мәҡәлдәр яҙыу.


12. Башҡорттарҙа күҙәтеүсәнлек һәм ғилем.

(2 сәғәт)

Башҡорттарҙың сәнғәтенең, йыр-моңоноң, ижадының байлығы, халыҡтың йор һүҙле, шаян, шуҡ булыуы, ҡунаҡсыллығы тәбиғәтебеҙҙең байлығына, һоҡланғыс матур төбәктәрҙең күплегенә, ерҙең уңдырышлы булыуына бәйле.

Халыҡ үҙенең йолалары менән тәбиғәт күренешенә үҙгәреш индерергә, бәләгә тарыусыларға ярҙам итергә, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырға ысулдар тапҡан. Төрлө йолалар хаҡында әңгәмә ҡороу, сығыштар яһау,видеолар ҡарау. “Ямғыр теләү”,”Ҡот ҡойоу” һ.б. Ғалимдар Миңнеәхмәт Моталов, Диҡҡәт Бураҡаев, медик-ғалим Вәрис Ғүмәров, философ Дамир Вәлиев, биолог Сәфәр Йәнтүриндарҙың эшмәкәрлеге.


13.Йолаларҙа ғилми фекерләү сағылышы.

(2 сәғәт)

Халҡыбыҙҙың йолаларын ғилми яҡтан өйрәнеүҙә Мөхәмәтша Буранғолов.

Әхнәф Харисовтың сеңләүҙәрҙе өйрәнеүе.

Р. Солтангәрәеваның йолалар өйрәнеүҙә эшмәкәрлеге.

Башҡорттарҙың милли булмышы тап йола күренештәре аша сағылдырыла.

Башҡорттар үҙҙәрен уларҙы уратып алған тәбиғәттең бер өлөшө тип ҡарай,мәҫәлән, оҙаҡ ваҡыт ямғыр яумай торһа, ҡорбан салып, ҡырға сығып теләк теләү йолаһы булған. Йолалар: хөрәфәттәр, боронғо ыҙан йолалары, имләүҙәр, ҡот ҡойоу, арбауҙар һ.б.


14.Башҡорт халыҡ медицинаһы. (2 сәғәт)

Үлән белгестәре, быуын ултыртыусылар, кендек инәләре, имсе, ырымсылар һ. б. бағымсы йәки белемселәр, дауалау ысулдары тураһында мәғлүмәт туплау.

Дауалау (шифалы йолалар , арбауҙар, им-том уҡыу), доға ҡылыу . Төрлө минералдар, тәбиғи матдәләр: көкөрт, әсеүташ, йәшел-һәңгәр (баҡыр купорос), балсыҡ, аҡбур, ләм, кальцит, тоҙ, мәмерйә һауаһы һ. Б. ысулдар, үләндәр. Һөлөктәр (гирудотерапия) һәм бал ҡорттары. Ит һәм һөт продукттарының файҙалы үҙенсәлектәре.



15.“Урал батыр” эпосында ғилем. (2 сәғәт)

Мәшһүр «Урал батыр» эпосы – милли идеологияның нигеҙе, башҡорттоң халыҡ булараҡ ойошоуында роль уйнаған, үҙендә милли фәлсәфә туплаған рухи ҡомартҡы. Туған тел байлығына, физик үҫешкә, һаулыҡҡа иғтибар биреү, саманы ла белеү кәрәк.

Урал батыр” эпосында халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше, йолалары аша тәбиғәткә ҡарата булған халыҡсан ҡараштарын асыҡлау.

Йылға-күлдәрҙе таҙартыу, шишмә юлдарын асыу, ағас ултыртыу, сүп-сар йыйыштырыу, йорт-ихаталар, ауыл-ҡасаба тирәһен йәшелләндереү буйынса эштәр.

Оло быуын кешеләренә, кесе йәштәгеләргә, мохтаж кешеләргә ярҙам итеү.

Эскелеккә ҡаршы көрәш, әсә һөтөн ағыу итеүҙең нимәгә килтергәнлеген, борон халҡыбыҙҙа ундай насар күренеш булмағанлығын аңлатыу .

Башҡорттарҙың ғилеме булғанмы? Башҡорттар араһынан XIX быуатта сыҡҡан ғалимдарҙан кемдәрҙе беләһең? Бөгөнгө көндә донъя кимәлендә исемдәре танылған ғалимдар кемдәр?



16.Башҡортостан – күп милләтле республика.

(2 сәғәт)

Илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт кешеләрен берләштергән саралар тураһында һөйләү. Халыҡтар араһында йылы мөнәсәбәт ни өсөн кәрәк һәм уны нисек һаҡлап була? Халыҡтар дуҫлығы тураһында мәҡәлдәр һәм уларға аңлатма бирергә.

Республикабыҙҙа халыҡтарҙың тығыҙ аралашыуы, бер-береһенә мәҙәни йоғонтоһо, башҡорт илендә башҡа милләт вәкилдәренең йәшәүе, мәҙәниәткә, телгә генә түгел, хатта көнкүрешкә, аш-һыуға, кейем- һалымға, хужалыҡҡа, шөғөлгә йоғонто яһауы, милли ойошмалар хаҡында әңгәмә .

Халыҡтар араһында йылы мөнәсәбәт ни өсөн кәрәк һәм уны нисек һаҡлап була? Фекер алышыу.

Илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт кешеләрен берләштергән саралар тураһында һөйләү


17.Башҡорттар һәм башҡа милләт вәкилдәре, уларҙың милли ойошмалары тураһында мәғлүмәттәр. (2 сәғәт)

Республикабыҙҙа халыҡтарҙың тығыҙ аралашыуы, бер-береһенә мәҙәни йоғонтоһо, башҡорт илендә башҡа милләт вәкилдәренең йәшәүе, мәҙәниәткә, телгә генә түгел, хатта көнкүрешкә, аш-һыуға, кейем- һалымға, хужалыҡҡа, шөғөлгә йоғонто яһауы, милли ойошмалар хаҡында әңгәмә . Халыҡтар араһында йылы мөнәсәбәт ни өсөн кәрәк һәм уны нисек һаҡлап була? Фекер алышыу.


Республикала йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренең мәҙәниәте менән танышыу. Экскурсияға барыр алдынан үҙегеҙ бараһы ауыл халҡының традицияларын, мәҙәниәтен, көнкүрешен өйрәнеү. Музейға барыу.

Мәҡәлдәрҙе уҡыу, әңгәмә ҡороу. Кеше йырын да йырла, үҙеңдекен дә онотма. Кешене ҡәҙерләмәгән, үҙе лә ҡәҙер күрмәгән. Кешегә баш эйгәнсе, ҡулыңды бир. Башҡортостанда йәшәүсе милләттәрҙең бер-береһенә тағы ниндәй йоғонто яһауын әйтә алаһығыҙ?

Ҡайһы халыҡ традицияһынан ниндәй фәһем алдығыҙ?

Һеҙҙең ҡалала йәки районда башҡорттарҙан тыш тағы нисе төрлө милләт вәкиле йәшәй?

Улар үҙҙәренең милли традицияларын тергеҙеү буйынса ниндәй саралар күрәләр?

Милли-мәҙәни үҙәктәр эшләйме?



18.Башҡа милләт кешеләре менән аралашыу. Дуҫлыҡ байрамы үткәреү.

( 2 сәғәт)

Күрше-тирәлә йәшәүсе башҡа милләт кешеләре тураһында һөйләшеү. Йырҙарын тыңлау, бейеүҙәре менән танышыу.

Рус теле – илебеҙҙә аралашыу теле.

Ҡурай таждарына ете милләт атамаһын яҙыу. Ҡайһы парға ниндәй милләт сыға, Дуҫлыҡ байрамында шул милләт хаҡында һөйләй, мөмкин булһа, үҙҙәре шул милләт кейемен кейә. Йырҙарын тыңлау, бейеүҙәре менән танышыу.

Башҡа милләт балаларының уйындарын уйнау.

Мәҡәлдәр менән эш.


19. Йомғаҡлау.

(1 сәғәт)


Бөтә өйрәнелгәндәрҙе системаға һалыу, ҡабатлау.

Бөтә өйрәнелгәндәрҙе системаға һалыу, ҡабатлау, нығытыу.


8-се класс


1.Рухи тәрбиә.

  1. сәғәт)

Рухи байлыҡ тигән төшөнсәнең нигеҙен тәрбиә ҡанундары билдәләй. Милли мираҫыбыҙҙың төп тағаны – рухи ныҡлыҡ тәрбиәһе.

Матди байлыҡ менән рухи байлыҡ нимә ул һәм уларҙың айырмаһы нимәлә? Матди байлыҡҡа ниндәй ҡиммәттәр инә? Рухи байлыҡты ниндәй ҡиммәттәр билдәләй? Кеше башҡа йән эйәләренән ни менән айырыла? Ниндәй сифаттар һәм ниндәй үҙенсәлектәр кешене башҡа йән эйәләренән өҫтөн итә? Әңгәмә уҙғарыу.



2.Быуындан быуынға рухи мәҙәниәт еткереүсе халыҡ оҫталары.

( 2 сәғәт)

Халыҡ йырсылары һәм музыканттары — милли музыкаль-поэтик мираҫ традицияларын һаҡлаусылар һәм дауам итеүселәр. Сәсәнлек мәктәбе.

Һабрау сәсән, Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, Ерәнсә сәсән, Ҡунҡас сәсән, Мәхмүт сәсән, Байыҡ Айҙар сәсәндәр. Уларҙың традицияларын дауам итеүселәр: Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Ғәбит Арғынбаев, Хәмит Әлмөхәмәтов, Сабирйән Мөхәмәтҡолов, Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Вәлиулла Ҡоломбәтовтар .


3.Йырсылар, ҡобайырсылар.

( 2 сәғәт)

Халыҡ араһынан, тәбиғәт ҡосағынан тыуған, үҙенең ғәжәп моңо, үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы менән бер-береһенән айырылып торған йырсылар, ҡобайырсылар. Хәҙерге йырсы-ҡобайырсылар.

  Һәләтле балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү. «Урал батыр»ҙы яттан һөйләүселәр конкурсы - матур йола.

Халыҡ таланттарын асыуҙа, уларҙы халыҡ менән таныштырыуҙа һәм сәхнәгә сығарыуҙа республикабыҙҙа ниндәй эштәр башҡарыла? Ниндәй йыр бәйгеләрен беләһегеҙ? Һеҙҙең ауылығыҙҙа, районығыҙҙа халыҡ йырҙарын башҡарыусылар, ҡобайырсылар бармы? Ауылығыҙҙа ниндәй бәйгеләр ойошторола ? Розалия Солтангәрәеваның берәй ҡобайырын өйрәнеү, өҙөк ятлау, әйтеш ойоштороу. Дәрестә фәнни-ғәмәли конференция уҙғарырға мөмкин.



4.Ҡурайсылар, музыканттар.

( 2 сәғәт)

Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушанов, Хәмит Әхмәтов, Мәжит Буранғолов Ҡурайсылар: Рәхмәтулла Бүләкәнов, Кәрим Дияров, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Әҙһәм Исҡужин, Нәжметдин Хәсәнов. Ҡумыҙсы Мәфрүзә Күсемова, Сәхиә Сиражева кеүек оҫталар.


Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Нәжметдин Хәсәнов исемендәге ярыштар хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Нимәләр беләһегеҙ? Таныштарығыҙ, туғандарығыҙ был ярыштарҙа ҡатнашҡаны бармы? Һеҙҙең ауылығыҙҙа, районығыҙҙа оҫта гармунсылар, скрипкасылар бармы? Мандолина һаҡланғанмы? Башҡорт халҡының онотолған музыка ҡоралы тураһында белеүселәр бармы?

Өлкәндәрҙән һорашығыҙ, музыка ҡоралының төҙөлөшөн яҙып алығыҙ.

Ҡурайсылар, музыканттар тураһында сығыштар, презентациялар әҙерләргә, фильмдәр ҡарарға, конференция уҙғарырға мөмкин.


5.Йырсылар: Абдулла Солтанов, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Иншар Солтанбаев.

( 2 сәғәт)

Абдулла Солтанов, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Иншар Солтанбаев ижадтарын өйрәнеү. Йырсылар тураһында сығыштар, презентациялар. Абдулла Солтановтың йырын тыңлау, фильм ҡарау. “Хазина” тапшырыуы. Был тапшырыуҙа һеҙҙең яҡтан оҫталар ҡатнашҡанмы?

Халыҡ таланттарын асыуҙа, уларҙы халыҡ менән таныштырыуҙа һәм сәхнәгә сығарыуҙа республикабыҙҙа ниндәй эштәр башҡарыла? Ниндәй йыр бәйгеләрен беләһегеҙ? Һеҙҙең ауылығыҙҙа, районығыҙҙа халыҡ йырҙарын башҡарыусылар, ҡобайырсылар бармы?

Ауылығыҙҙа ниндәй бәйгеләр ойошторола ?

Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Ғ.Әлмәхәмәтов исемендәге республика конкурстары лауреаттарынан кемдәрҙе беләһегеҙ?



6.Ҡурайсылар: Йомабай Иҫәнбаев, Кәрим Дияров һ.б.

( 1 сәғәт)

Ҡурайсылар, ҡурай бәйгеләре, ҡаҙаныштар.

Ҡурай моңона донъя халҡын таң ҡалдырыусылар традицияһын лайыҡлы дауам иткән Азат Миңлеғәли улы Айытҡолов.


Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы – ҡурайҙы һаҡлап алып ҡалыусы, ҡурай сәнғәтен артабан үҫтереүсе атаҡлы ҡурайсыларыбыҙ хаҡында ниҙәр белдегеҙ? Халыҡ таланттарын асыуҙа, уларҙы халыҡ менән таныштырыуҙа һәм сәхнәгә сығарыуҙа республикабыҙҙа ниндәй эштәр башҡарыла?

Һеҙҙең райондан, ауылығыҙҙан сыҡҡан ҡурайсылар, һәүәҫкәрҙәр бармы? Районда , ауылығыҙҙа ниндәй бәйгеләр ойошторола? Ҡурайға һәйкәл бармы?



8.Композиторҙар ижады.

( 2 сәғәт)

Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Заһир Исмәғилев,Хөсәйен Әхмәтов, Хәбибулла Ибраһимов, Мәсәлим Вәлиев, Халиҡ Заимов, Камил Рәхимов, Рәүеф Мортазин,Нариман Сабитов,Рафиҡ Сәлмәнов, Таһир Кәримов,Шамил Ҡолбарисов һ.б.

Хәҙерге композиторҙар ижады.

Башҡорт профессиональ музыка сәнғәте үҫешенә нигеҙ һалыусы композиторҙар кемдәр ?

Уларҙың ниндәй әҫәрҙәре танылыу таба һәм әлегәсә репертуарҙан төшмәй? Башҡорт профессиональ музыкаһының барлыҡҡа килеүендә кемдәр ҙур роль уйнай?

Хәҙерге композиторҙар ижадын өйрәнеү. Композиторҙарҙың ижады буйынса сығыштар, презентациялар әҙерләү, фильмдәр ҡарау.

Һеҙҙең райондан, ауылығыҙҙан сыҡҡан композиторҙар, һәүәҫкәрҙәр бармы?


9.Башҡортостанда опера сәнғәтенең тыуыуы һәм үҫеүе. Опера сәхнәһе оҫталары.

( 1 сәғәт)

Ғабдрахман Хәбибуллин, Баныу Вәлиева, Мәғәфү Хисмәтуллин. Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова – беренсе опера йырсылары. Артабан опера сәнғәтен үҫтереүселәр: Флүрә Килдейәрова, Светлана Арғынбаева, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар,Рәйлә Аҙнвҡаева һ.б.

Башҡортостанда операһының үҫеш юлдары ниндәй? Ҡайһы операның формалашыуына ниндәй жанр нигеҙ була? Башҡорт операһының тәүге йырсылары кемдәр?

Опера артистарынан халыҡ йырҙарын башҡарыусы кемдәрҙе әйтә алаһығыҙ? Һуңғы йылдарҙа ниндәй яңы опералар ижад ителде? Авторҙары кемдәр? Артабан опера сәнғәтен үҫтереүселәрҙе һайлап алып,артистарҙың береһенең ижады буйынса сығыштар, мультимедия әҙерләү. Һеҙҙең райондан, ауылығыҙҙан сыҡҡан һәүәҫкәрҙәр бармы?



10.Оркестр һәм хор. Башҡортостанда беренсе дирижер.

( 1 сәғәт)

Симфоник оркестр. Хор капеллаһы. Башҡорт милли симфоник оркестры .Беренсе дирижер.

Милли симфоник оркестр менән халыҡ инструменттары оркестры нимә менән айырыла? Оркестр составында ниндәй музыка ҡоралдары бар? Башҡортостанда оркестрҙың үҫеш юлдары ниндәй? Хор капеллаһы ҡасан ойошторола, етәксеһе кем? Кем ул Ғәйнетдин Моталов? Башҡорт опера һәм балет театры дирижерҙарынан кемдәрҙе беләһегеҙ? Башҡорт милли симфоник оркестры ҡасан ойошторола,етәксеһе кем? Һеҙҙең райондан, ауылығыҙҙан сыҡҡан һәүәҫкәрҙәр бармы?


12.Балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусылар һәм артабан үҫтереүселәр.

( 1 сәғәт)

Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин, Гүзәл Сөләймәнова, Фәүзи Саттаров,Хашим Мостаев, Тамара Хоҙайбирҙина –башҡорт балетына нигеҙ һалыусылар. Башҡорт балет сәнғәтен артабан үҫтереүселәр.

Башҡорт балетына нигеҙ һалыусы артистар кемдәр? Башҡорт халҡының легендаһына таянып ижад ителгән балет? Хеҙмәт юлын Башҡорт опера һәм балет театрында башлаған ҡайһы артистың исеме бөтә донъяға билдәле? Рудольф Нуриев – балет генийы. Башҡорт балетының традициялары тураһында нимәләр беләһегеҙ? Һеҙҙең райондан, ауылығыҙҙан сыҡҡан һәүәҫкәрҙәр бармы?



13.Тәүге театрҙар. Профессиональ театрға нигеҙ һалыусылар.

( 1 сәғәт)

Тәүге театрҙар. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы режиссер Вәли Мортазин- Иманский. Бәҙәр Йосопова, Ғиниәт Ушанов, Ғималетдин Минһажев, Ғәлимйән Ҡарамышев, Мәкәрим Мәһәҙиев , Булат Имашев һ.б. артистар

Тәүге театрҙар ҡасан барлыҡҡа килә? Кем ул Вәли Мортазин- Иманский?

Театрҙа ҡайһы сәхнә әҫәрҙәре ҡуйыла?

“Беренсе Республика” , “Бабич” фильмдәрен ҡарау, фекер алышыу.

Театрға нигеҙ һалыусы артистарҙың ижады буйынса сығыштар, презентациялар эшләү.


15.Башҡорт драма театры. (2 сәғәт)

Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Янбулатова һ.б. артистарҙың ижады. Профессиональ театрҙы үҫтереүсе артистар. Башҡорт драма театрының бөгөнгөһө. Театр режиссерҙары. Артистар тураһында сығыштар, презентациялар әҙерләү, мультимедиялар.

Беренсе Башҡорт дәүләт театры ҡайҙа һәм ҡасан ойошторола?

Нисәнсе йылда академия исеме бирелә?

Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова – СССР-ҙың халыҡ артистары хаҡында материалдар туплау.

Спектаклдәргә йөрөйһөгөҙме?

Спектаклдәр ҡарау. Театрға, театрҙың музейына - экскурсиялар ойоштороу.

Берәй спектакль хаҡында фекер алышыу.


16.Республикабыҙҙағы башҡа театрҙар. Нур татар дәүләт театры. Рус драма театры.

( 1 сәғәт)

Нур татар дәүләт театры. Рус драма театры. Тәүге артистар. Драма театрҙарының бөгөнгөһө.


Театрҙарға нигеҙ һалыусылар кемдәр?

Режиссерҙар ,артистар, репертуарҙар буйынса мәғлүмәт туплау, сығыштар, презентациялар.

Спектаклдәргә йөрөйһөгөҙме?

Ҡайһы театрҙарҙа булдығыҙ?


17.Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы театрҙары.

( 1 сәғәт)

Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театры берләшмәһе. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры. Салауат драма театры. Туймазы театрҙары.

Театрҙарға нигеҙ һалыусылар кемдәр?

Режиссерҙар ,артистар, репертуарҙар буйынса мәғлүмәт туплау, сығыштар, презентациялар.

Спектаклдәргә йөрөйһөгөҙме?

Ҡайһы театрҙарҙа булдығыҙ?


18.Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры.

( 1 сәғәт)

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры. Театр режиссерҙары, артистары. Режиссерҙар, артистар, репертуарҙар буйынса мәғлүмәт туплау, сығыштар, презентациялар.


Театрға нигеҙ һалыусылар кемдәр? Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына кем нигеҙ һала һәм башҡорт төркөмөнөң етәксеһе кем була?

Ҡурсаҡ театрында ниндәй трагедиялар һәм комедиялар ҡуйыла? Спектаклдәргә йөрөйһөгөҙме? Ҡайһы театрҙарҙа булдығыҙ?


20.Башҡорт дәүләт филармонияһы.

( 1 сәғәт)

Башҡорт бейеү ансамблен, бер нисә хорҙы, ҡурайсылар ансамблен, тынлы оркестрҙар, орган музыкаһын, халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын,эстрада бригадаларын берләштерә.

Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡасан асыла? Филармонияла ниндәй тармаҡтар эшләй?

Ансамбль етәкселәренән һәм бейеүселәрҙән кемдәр Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булған?

Концерттарға барыу, видеолар ҡарау, фекер алышыу. Артистар, ансамблдәр, репертуарҙар буйынса мәғлүмәт туплау, сығыштар, презентациялар.


21.Тәүге профессиональ йырсылар.

( 1 сәғәт)

Хәбир Ғәлимов, Сөләймән Абдуллин, Рамаҙан Йәнбәков, Зәки Мәхмүтов, Ғәлиә Солтанова, Флүрә Килдейәрова, Ғәли Хәмзин, Нәзифә Ҡадырова, Иҙрис Ғәзиев, Тәнзилә Үҙәнбаева һ.б. артистар.

Йырсылар тураһында видеолар ҡарау, мәғлүмәттәр туплау, сығыштар яһау, әңгәмә ҡороу.

Ошо йырсыларҙың ниндәй йырҙарын беләһегеҙ?

Атап сығығыҙ һәм исемдәрен дәфтәрегеҙгә яҙығыҙ. Белгән йырығыҙҙы бергә йырлағыҙ.



23.Профессиональ ҡурайсылар. (2 сәғәт)

Бөгөнгө көндә Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Юлай Ғәйнетдинов, Ишморат Илбәков, Рәмил Ғәйзуллин, Роберт Юлдашев, Айбулат Рәхмәтуллин, Ҡадир Әбүбәкиров, Рауил Хәсәнов, Рәсүл 'Карабулатов, Йәмил Иҫәнғәлин, Таһир Хәмитов, Илһам Байбулдин, Мәүлит Ямалетдинов һ.б.ҡурайсылар.

Халыҡ таланттарын асыуҙа, уларҙы халыҡ менән таныштырыуҙа һәм сәхнәгә сығарыуҙа республикабыҙҙа ниндәй эштәр башҡарыла?

Һеҙҙең райондан, ауылығыҙҙан сыҡҡан ҡурайсылар, һәүәҫкәрҙәр бармы?

 Районда , ауылығыҙҙа ниндәй бәйгеләр ойошторола?

Ҡурайға һәйкәл бармы? Ҡурайсылар тураһында сығыштар, презентациялар әҙерләргә, фильмдәр ҡарарға.

“Хазина” тапшырыуын ҡарау. Был тапшырыуҙа һеҙҙең яҡтан оҫталар ҡатнашҡанмы?



24.Ҡумыҙ сәнғәтен профессиональ кимәлгә күтәреүсе Роберт Заһретдинов.

( 1 сәғәт)

Халҡыбыҙ сәнғәтен бәләкәй генә музыка ҡоралы менән күҙ күреме етмәҫ киң донъяға алып сығыусы, донъяла иң оҫта ҡумыҙсы исеменә лайыҡ булыусы Роберт Заһретдинов.

Ҡумыҙсы Зәйнетдиновтар.

Ҡумыҙ сәнғәтен профессиональ кимәлгә күтәреүсе Роберт Заһретдиновтьың ижадын өйрәнеү.

Видеолар ҡарау, материалдар туплау, сығыштар,презентациялар әҙерләү. Йырҙар өйрәнеү. Ҡумыҙсы Зәйнетдиновтар ижады менән ҡыҙыҡһыныу, концерттарына барыу, әңгәмә ҡороу.


25.Башҡорт эстрада коллективтары.

( 1 сәғәт)

Тәүге эстрада коллективтары. Композиторҙар Хәбибулла Ибраһимов, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мәсәлим Вәлиев үҙ ижадтарында эстрада музыкаһы. Артабан Рәүеф Мортазин, Камил Рәхимов, Таһир Кәримов, Хөсәйен Әхмәтов, Халиҡ Займов, Заһир Исмәғилев, Рафиҡ Сәлмәнов, Нариман Сабитовтар ижады.

Эстрада сәнғәтен профессиональ кимәлгә күтәреүсе композиторҙарҙың, артистарҙың ижадын өйрәнеү. Эстрада сәнғәтенең үҙенсәлеге ниҙә? Районда, ауылығыҙҙа оҫта йырсылар бармы?

Видеолар ҡарау, материалдар туплау, сығыштар,презентациялар әҙерләү.


26.Тәүге эстрада йырсылары. ( 1 сәғәт)

Фәриҙә Ҡудашева, Мәғфирә Ғәлиева – тәүге эстрада йырсылары. Бәхтиғәни Ғайсин, Наил Ғәлиев – эстрада коллекивын ойоштороусылар, музыканттар.

Тәүге эстрада ансамбленә кем нигеҙ һалған һәм иң беренсе эстрада йырсыһы кем?

Эстрада йырҙарын башлап башҡарыусылар — данлыҡлы йырсылар Фәриҙә Ҡудашева, Мәғфирә Ғәлиева тураһында мәғлүмәттәр туплау, видеолар ҡарау, сығыштар әҙерләү.


27.Фольклор ансамблдәре.

Һүҙ оҫталары.

( 1 сәғәт)

Өфө ғилми үҙәгендә "Ҡобайыр" ансамбле. Етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, тарих фәндәре кандидаты Лидия Ислам ҡыҙы Нагаева. "Йәдкәр" фольклор ансамбле. "Каруанһарай" ансамбле. “Далан” төркөмө. “Ант” ансамбле һ.б.

Розалия Солтангәрәева – йырсы- ҡобайырсы, сәсәниә.


Этнохореограф Лидия Нагаева үҙе ойошторған "Ҡобайыр" ансамбле өсөн ниндәй әҫәрҙәр, бейеүҙәр ижад итә?

Башҡорт дәүләт филармонияһында "Йәдкәр” фольклор төркөмө  Етәкселәре — М. И. Ғәйнетдинов, Ғ. Ғ. Хәмзин. “Йәдкәр” төркөмөнә ҡайһы шәхес йолалар, бейеүҙәр һалыша, мөнәжәттәр өйрәтә, сценарийҙар яҙа?

“Ҡобайыр”, "Йәдкәр", "Каруанһарай" , “Далан”, “Ант” төркөмдәре хаҡында мәғлүмәт туплау, әңгәмә ҡороу, видеолар ҡарау. Осрашыуҙар уҙғарырға мөмкин.

Райондарҙа, ауылдарҙа Р.Солтангәрәева менән осрашыу ойошторорға мөмкин. Уның ҡобайырҙарын өйрәнеү.


28.Фәйзи Ғәскәров. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Данлыҡлы бейеүселәр.

( 2 сәғәт)

Фәйзи Ғәскәров - Һәләтле артист, режиссер, халыҡ бейеүенең серҙәрен төшөнөүсе , бөйөк бейеүсе, балетмейстер Ф.Ғәсҡәров. Фәйзи Ғәскәров башҡорт халҡының легендалары, риүәйәттәре, йола йырҙары, ырымдары нигеҙендә бейеү һалыусы.

Бейеү сәнғәтен профессиональ кимәлгә күтәреүсе Фәйзи Ғәскәров ижадын өйрәнеү. Уның бейеү һалыуҙа үҙенсәлеге ниҙә? Районда, ауылығыҙҙа оҫта бейеүселәр бармы? Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейегән күренекле артистарҙан кемдәрҙе беләһең?

Ансамбль етәкселәренән һәм бейеүселәрҙән кемдәр Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булған?

Хәҙерге Башҡорт Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле. “Байыҡ”бейеү конкурсы.


30. Милли симфоник оркестр, орган һәм Башҡортостанда тәүге органсы. ( 1 сәғәт)

Милли симфоник оркестр. Халыҡ инструменттары оркестры. Орган һәм органсылар. Клавишалы-тынлы музыка инструменты. Вячеслав Мортазин.

Милли симфоник оркестрҙы кем ойошторған?

Орган музыкаһының үҙенсәлеге ниҙә?

Кем улар Таһир Камалов, Вячеслав Мортазин?

Милли симфоник оркестр менән халыҡ инструменттары оркестры нимә менән айырыла?

Халыҡ инструменттары оркестрына кем нигеҙ һала? Уның составында ниндәй музыка ҡоралдары бар?



Йомғаҡлау дәресе.

Тәрбиә һабаҡтары һиңә ниндәй һабаҡтар бирҙе?

Тәрбиә һабаҡтары һиңә ниндәй һабаҡтар бирҙе? Уҡыусыларҙың нимә белеүҙәре, нимәгә өйрәнеүҙәре һ.б. тураһында һөйләүе. Бөтә үтелгәндәрҙе йомғаҡлау.


  1. класс


1.Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең патриоты булыу тойғоһо ниҙән башлана?

(2 сәғәт)


Нимә ул патриотизм?

Нимә ул интернационализм?

Тыуған төйәкте, тыуған илде яратыу нимә ул? Ауылым батырҙары. Балалар менән әңгәмә. Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Мәҡәлдәр нигеҙендә әңгәмә ҡороу.


Интернационаллек хасмы халҡыбыҙға? Ниндәй ҡанундар менән тәрбиәләгән һәм әле лә тәрбиәләй икән башҡорт атай-әсәйҙәре үҙ балаларын? Уның тәрбиә ҡанундары үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнау өсөн бар ителгәнме, әллә кешелек донъяһының камил тәрбиә ҡанундары юғарылығынан сығамы?

Тыуған төйәкте, тыуған илде яратыу нимә ул? Балалар менән әңгәмә ойоштороу.

Ауыл, район батырҙары, уларҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләшеү, уҡыу, яҡындары менән осрашыу, аралашыу.

Батырҙар хаҡында күберәк белеү теләге уятыу.



2.Милләт тураһында төшөнсә. Ни өсөн донъяла төрлө милләттәр йәшәй?

(2 сәғәт)

Халыҡтар араһында йылы мөнәсәбәт ни өсөн кәрәк һәм уны нисек һаҡлап була? “Халыҡтар дуҫлығы” мәҡәләһен уҡыу.

Илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт кешеләрен берләштергән саралар тураһында һөйләү.

Халыҡтар дуҫлығы тураһында мәҡәлдәр һәм уларға аңлатма биреү, ятлап алыу.

Башҡортостанда төрлө милләт халыҡтары йәшәй һәм үҙ-ара сит телдә һөйләшеү – бер-береһенә хөрмәтме? Фекер ҡороу. Милләтебеҙ киләсәге өсөн ниндәй өлөш индерерһең? Илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт кешеләрен берләштергән саралар тураһында һөйләү. Халыҡтар араһында йылы мөнәсәбәт ни өсөн кәрәк һәм уны нисек һаҡлап була? Халыҡтар дуҫлығы тураһында мәҡәлдәр һәм уларға аңлатма бирергә, ятлап алыу. Илебеҙҙә йәшәүсе һәр кешенең, һәр милләттең тиң хоҡуҡлы ғына түгел, ә ил алдында тиң рәүештә бурыслы һәм ил өсөн яуаплы ла булыуын аңлатыу.


3. Нимә ул милли үҙенсәлек? (2 сәғәт)


Һәр бер халыҡ башҡа милләттән мәҙәниәте, тарихы, көнкүреше менән айырыла.

Рухи байлыҡты ниндәй ҡиммәттәр билдәләй?

Ни өсөн тәбиғәт емеше булған бар нәмә лә: һәр төр йән эйәләре (кешеләрҙән башҡалары) йәки үҫемлектәр тәбиғи юл менән ҡатнаш тоҡомға әйләнмәй?

Ни өсөн ҡатнаштырыу-аралаштырыу юлы менән бар ителгән еләк-емештәрҙең таты юҡ? Тәбиғәт ҡосағында үҫкәндәренә өҫтөнлөк бирәбеҙ һәм дауаланыу маҡсатында тәбиғи үҫемлектәрҙе генә ҡулланабыҙ?

Ни өсөн, әйтәйек, таҙа нәҫелле йылҡы малына, бал ҡорттарына өҫтөнлөк бирәбеҙ?



4-5. Туған тел – ул моң теле. Туған моңдоң сәләмәтлеккә тәьҫире. Туған тел – ҡан хәтерен уятыусы асҡыс.

(2 сәғәт)


Башҡорт теленең үҙенсәлеге, өндәр күплеге тураһында һөйләшеү. Туған телдең аралашыу теле генә түгел, әсә теле, туғанлыҡ теле, туған моң икәнлеген аңлатыу. Халыҡ-ара аралашыу телдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Туған тел менән аралашыу телдәре араһында айырманы аңлатыу. Беҙ әле һөйләшкән тел — башҡорт теле туған телебеҙ тип атала. Фекер алышыу.


Туған телен үҙ теле тип һанамаусыларҙың милләтебеҙгә кире йоғонтоһо бармы һуң?

Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүенсә йәки уйлауынса, ниндәй телдә һөйләшһәң дә барыбер түгелме?

Шағирҙарҙың әҫәрҙәре буйынса фекер алышыу, шиғырҙар ятҡа һөйләү.

Телен белмәгән кеше үҙ халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһынырмы?

Туған телендә һөйләшмәгән кеше үҙ халҡының моңон үҙ итерме?

Үҙ халҡының тарихын белмәгән, моңон тоймаған, туған телендә һөйләшмәгән, тимәк, халҡы менән аралашмаған кеше үҙ милләтенең хис-тойғоларын аңлармы?


6.Башҡорттарҙа әхлаҡ төшөнсәһе. (2 сәғәт)

Һөйләшеү оҫталығы. Ашаған саҡта үҙеңде тотоу. Тылсымлы һүҙҙәр. Үҙеңде үтә иркен тотоуҙың да, йомолоп йөрөүҙең дә әҙәпһеҙлек икәнлеген аңлатыу. Был төшөнсәләрҙе халыҡ нисек итеп аңлатҡан, нисек итеп төшөндөргән, ҡайһылайыраҡ тәрбиәләгән.


Киләсәктә тәрбиәле, мәҙәниәтле булыу  өсөн күркәм аралашыу ҡағиҙәләрен белеү:

Һөйләүсегә ҡарата иғтибарлы бул.

Әңгәмәсеңде бүлдермә, аҙағына тиклем тыңла.

Кешеләр тураһында насар һөйләмә, уларҙы ғәйепләргә ашыҡма.

Әңгәмә барышында еңергә тырышма, киреһенсә, ғәҙеллек, дөрөҫлөк яҡлы бул.

 Әңгәмәсеңде хөрмәт ит, тупаҫ һүҙҙәр әйтмә.

Һәр кешенең яҡшы яҡтарын күрә бел;  үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡара.

Һүҙ кешене күтәрә, түбәнһетә, ҡанатландыра.



7. “Урал батыр” эпосы – тәрбиә ҡанундары тупланмаһы. (2 сәғәт)


Халыҡтың рухи байлығын үҙендә туплаған «хәтер һандығы» - “Урал батыр” эпосы. Әхлаҡ нормалары тәрбиәләү. Үҙе белеп, башҡаларҙан күреп өйрәнеп эшләү – үҙтәрбиә. “Урал батыр” эпосында башҡорт халҡының асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр.

Ашаған саҡта үҙеңде тотоу әҙәбен өйрәнеү.

Тыйыуҙар менән танышыу.

Ололарға ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Әҙәп, тәртип, матур ғәҙәт тураһында мәҡәлдәр ятлау. Әйтеш. “Бер тигәс тә ни яҡшы?”

Иң элек халҡыбыҙға әхлаҡ нормаларына, йәғни тәрбиә ҡанундарына, иғтибар йүнәлтәйек.

Ниндәй ҡанундар менән тәрбиәләгән һәм әле лә тәрбиәләй икән башҡорт атай-әсәйҙәре үҙ балаларын?

Уның тәрбиә ҡанундары үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнау өсөн бар ителгәнме, әллә кешелек донъяһының камил тәрбиә ҡанундары юғарылығынан сығамы?

Ошо тәрбиә ҡанундары нигеҙендә тәрбиәләнгән, ошондай васыят тәғәйенләнгән уландарыбыҙ ғәмәли тормошта үҙҙәрен ҡайһылайыраҡ тота икән?



8. Башҡортостанда, сит илдәрҙә һәм республикаларҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ тураһында.

(2 сәғәт)

Һуңғы йылдарҙа ҡасандыр сит яҡтарға сығып киткән яҡташтарыбыҙ кире ҡайта башланы. Ошо факт нимә тураһында һөйләй? Улар ни өсөн киткәндәр һәм ни өсөн кире ҡайталар?

Мәктәптә Дуҫлыҡ байрамы уҙғарыу. Төрлө милләт вәкилдәре булып кейенеп, шул милләттәрҙең милли аштарын әҙерләү. Күмәкләшеп күрһәтеү ҙә маҡсатҡа ярашлы булыр. Үҙегеҙ сағылдырған милләттең телендә йыр башҡарыу, һис юғы ҡотлау һүҙе әйтеү, республикабыҙ халыҡтарының дуҫлығы, бергәләшеп татыу йәшәүе хаҡында һөйләү.

Сит яҡтарҙан ҡайтҡан берәй яҡташығыҙ менән осрашыу үткәреү, төрлө һорауҙарға яуаптар алыу маҡсатҡа ярашлы булыр. Һәр районда Ҡоролтай Башҡарма комитетының филиалы эшләй. Һеҙ йәшәгән районда уның етәксеһе кем? Ниндәй эштәр башҡаралар? Мөмкин булһа, ул филиалдың идара ағзаларынан берәйһен йәки Ҡоролтай делегатын саҡырып һөйләтегеҙ. Һеҙҙең ҡалала йәки районда башҡорттарҙан тыш тағы нисе төрлө милләт вәкиле йәшәй? Улар үҙҙәренең милли традицияларын тергеҙеү буйынса ниндәй саралар күрәләр? Милли-мәҙәни үҙәктәр эшләйме? Республикала йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренең мәҙәниәте менән танышыу, экскурсияға барыу. Яҡын-тирәлә икенсе милләт ауылы булһа — ауылға, музей булһа — музейға барыу фарыз.

Башҡортостанда йәшәүсе милләттәрҙең бер-береһенә тағы ниндәй йоғонто яһауын әйтә алаһығыҙ? Үҙ күҙәтеүегеҙҙән сығып бәләкәй хикәйә яҙығыҙ.


9. Башҡорттарҙың донъя кимәлендәге сәйәси урыны. (2 сәғәт)

Башҡорттарҙың донъя кимәлендәге сәйәси урыны   башҡорт халҡының барлығын, көс-ҡеүәтен күрһәтә, уның алдында ниндәй проблемалар торғанлығын да аса. Башҡорттар бер-береһен таный, белә, сит ерҙәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ хәл-әхүәл белешә, ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкинлектәре булғандары ярҙам итергә әҙер икәнлектәрен белгертә.

Бөгөн илдең ҡайһы төбәктәрендә һәм ҡайһы сит илдәрҙә башҡорттар ҡоролтайының төбәк йәмәғәт ойошмалары эшләй?

Уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында нимәләр беләһегеҙ? Гәзит-журналдарҙа, интернетта сит ерҙәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ тураһында мәҡәләләр баҫылып тора. Уларҙы уҡығыҙ, йыйығыҙ. Башҡортса хаттар яҙышығыҙ. Был беҙҙең милләтебеҙ киләсәге өсөн бәләкәй генә булһа ла өлөшөгөҙ .

Республикабыҙҙан ситтә йәшәргә мәжбүр булған һәм үҙ теләктәре менән сит-ят яҡтарға сығып киткән милләттәштәребеҙ хаҡында ниндәй фекерҙәһегеҙ? Туғандарығыҙ араһында ундайҙар бармы? Булһа, уларҙан һорашып, хәл-әхүәл белешегеҙ.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының башҡа илдәргә ярҙам күрһәтеүе хаҡында ниндәй мәғлүмәттәр беләһегеҙ?

Сит яҡтарҙан ҡайтҡан берәй яҡташығыҙ менән осрашыу үткәреү, төрлө һорауҙарға яуаптар алыу маҡсатҡа ярашлы булыр.



10.Милләттең көсөн һәм абруйын шәхестәр билдәләй. Илдең,  милләттең   рухи  көсөн, кешелек донъяһында тотҡан урынын бөйөк шәхестәр, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман заттар билдәләй.

(2 сәғәт)

Халыҡ шәхестәрҙе – үҙенең ҡаһарман ул һәм ҡыҙҙарын белергә, хөрмәтләргә тейеш. 

Ниндәй ҡанундар менән тәрбиәләгән һәм әле лә тәрбиәләй икән башҡорт атай-әсәйҙәре үҙ балаларын? Уның тәрбиә ҡанундары үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнау өсөн бар ителгәнме, әллә кешелек донъяһының камил тәрбиә ҡанундары юғарылығынан сығамы? Ошо тәрбиә ҡанундары нигеҙендә тәрбиәләнгән, ошондай васыят тәғәйенләнгән уландарыбыҙ ғәмәли тормошта үҙҙәрен ҡайһылайыраҡ тота икән?

Милләттең үҙаңын, ҡеүәтен, үҫешен, йәшәү һәләтен ниндәй ҡиммәттәр билдәләй?

Башҡорттарҙың ғилеме булғанмы?

Булһа, нисек иҫбат итә алаһың?

Башҡорттар араһынан сыҡҡан абруйлы шәхестәрҙән кемдәрҙе беләһең?

Бөгөнгө көндә донъя кимәлендә исемдәре танылған шәхестәр кемдәр?

Билдәле шәхестәр тураһында материалдар туплау, сығыштар яһау, фильмдәр ҡарау. Әңгәмә уҙғарыу.



11. Нимә ул заман үҙгәреше һәм заман талабы? Глобалләштереү нимә ул?

(2 сәғәт

Глобалләштереү шарттарында башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, халҡыбыҙҙың тарихын боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы тороу, йәштәрҙә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, баҙар шарттарында уларҙы иҡтисадҡа йәлеп итеү тураһында һөйләшеү.

Телдәр өйрәнеү — ул заман талабы ла . Ә үҙ телеңде белмәйенсә, сит тел өйрәнеү, илһөйәрҙәрсә түгеллеге хаҡында, үҙ телеңдә аралашып, йәшәргә өйрәнеү, заман менән бергә атларға ынтылыу, башҡорттарҙың юғары белем алыуға тырышыуы, белемгә илткән күп асҡысҡа эйә булыуы, донъя мәҙәниәтен, төрлө халыҡтың рухи мираҫын өйрәнеүе буйынса фекер алышыу.

Башҡортостандың күренекле шәхестәренән кемдәрҙе беләһегеҙ?


12. Патриотлыҡ һәм интернационаллек тойғоһо. (2 сәғәт) 22

Нимә ул патриотизм?

Тыуған төйәкте, тыуған илде яратыу нимә ул? Балалар менән әңгәмә.

Ауылым батырҙары.

Ниндәй ҡанундар менән тәрбиәләгән һәм әле лә тәрбиәләй икән башҡорт атай-әсәйҙәре үҙ балаларын?

Уның тәрбиә ҡанундары үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнау өсөн бар ителгәнме, әллә кешелек донъяһының камил тәрбиә ҡанундары юғарылығынан сығамы?

Тыуған төйәкте, тыуған илде яратыу нимә ул? Балалар менән әңгәмә ойоштороу.

Ауыл, район батырҙары, уларҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләшеү, уҡыу, яҡындары менән осрашыу, аралашыу.

Батырҙар хаҡында күберәк белеү теләге уятыу.

Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Мәҡәлдәр нигеҙендә әңгәмә ҡороу.


13. Халыҡ улдары.

(2 сәғәт)

Балаларҙан кемгә оҡшарға теләүҙәре, ниндәй сифаттарҙы яҡшы тип уйлауҙары тураһында һөйләтергә. Яуаптарын тәнҡитләмәҫкә кәрәк.

Башҡортса таҙа итеп, һөйләмдәрҙе ыҡсым ғына төҙөп, фекерен тыңлаусыға еткеп һөйләргә өйрәнһендәр. Һәр баланы һөйләүенән туҡтатып төҙәтергә ярамай. Аҙаҡ, дәрескә йомғаҡ яһағанда, дөйөмләштереп әйтергә кәрәк. Һәр тәнҡиттең тәүге өлөшө хуплау булһын.

Үҫкәс, кем булырға теләүҙәрен һөйләтеү.

Ҡайһы шәхестәрҙең тормошо улар өсөн өлгөлө икәнен һөйләтеү.

Ғаиләһендә, нәҫелендә уға кем оҡшай?

Үҙҙәре теләгән һөнәргә эйә булыу өсөн, физик сәләмәтлектең, сынығыуҙың, бәләкәй саҡтан уҡ уҡыуға, белем алыуға, һөнәр үҙләштереүгә тырышлыҡ кәрәклеге  тураһында һөйләшеү.

Кешеләр тормошонда хеҙмәттең әһәмиәтен билдәләү.

Эш һөйөүсәнлек тәрбиәләү.

Балаларҙан кемдең нимә менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләтергә.

Кешеләр тормошонда хеҙмәттең әһәмиәтен билдәләү.

Хеҙмәттең кешелектең бөтә матди һәм рухи байлыҡтарының нигеҙе булыуын аңлау.



Үҙтәрбиә менән шөғөлләнеүҙә шәхес өлгөһөнөң әһәмиәте. “Минең затлы нәҫелем”.

(2 сәғәт)

Ғаиләлә йылы мөнәсәбәт һаҡларға өйрәтеү. Татыулыҡ тураһында төшөнсә биреү.

Баланың ғаиләһендә атай менән әсәйҙән башҡа тағы кемдәр бар? Нәҫелдәрендә күренекле шәхестәр бармы?

Улар тураһында ниҙәр һөйләй ала?

Татыулыҡ тураһында төшөнсә биреү.

Илһөйәрлек һәм Ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләгәндә иң элек шәжәрәгә иғтибар итергә кәрәктер.

Ни өсөн тиһәң, һәр  ғаиләлә тарихта билдәле булған һуғыштарҙа ҡатнашыусы, йә башҡа арҙаҡлы шәхестәр бар.

Баланың ғаиләһендә атай менән әсәйҙән башҡа тағы кемдәр барлығын асыҡлау.

Туғандары,яҡындары араһында абруйлы шәхестәр бармы? Улар тураһында һөйләтеү.

Конференцияларҙа ҡатнашыу. Мәҡәлдәр ятлатыу.

“Беҙҙең ғаилә” һүрәтен төшөрөү.

Ғаиләлә йылы мөнәсәбәт һаҡларға өйрәнеү.

Ғаилә менән сараларҙа ҡатнашыу.


14. Шәжәрә буйынса табып, кеше затлы нәҫелдәшеңдән өлгө алыу.

(2 сәғәт)

Илһөйәрлек һәм Ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләгәндә иң элек шәжәрәгә иғтибар итергә кәрәктер. Ни өсөн тиһәң, һәр  ғаиләлә тарихта билдәле булған һуғыштарҙа ҡатнашыусы, йә башҡа арҙаҡлы шәхестәр бар.

Һәр кеше үҙенең шәжәрәһен белергә тейеш, шәжәрәнән халыҡтың, республиканың, илдең тарихын белеп була Ғаилә шәжәрәһен төҙөй башларға.

Туғандарығыҙ араһында шәжәрә дауам итерлек ғаилә ҡороусылар нисәү?

Шәжәрә төҙөгәс, уны дауам итеүҙе кемгә тапшырып булыр ине?

Минең шәжәрәмдең кешеләре Башҡортостаныбыҙҙың тарихында ниндәй өлөш индергән ?

Минең фамилиям ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Ғаилә шәжәрәңдә абруйлы кешеләр бармы? Улар тураһында һөйләтеү.

Ғаилә архивын, ата-олатайҙарҙың фотографияларын, боронғо реликвияларҙы, хәтирәләрҙе барлау.


15.Рус һәм сит ил әһелдәренең башҡорттар, башҡорт теле, башҡорт йыр-моңо тураһындағы фекерҙәре.

(2 сәғәт)

«Ниндәй гүзәл халыҡ был!» — тип яҙа Петр Иванович Добротворский (1839 — 1908) үҙ яҙмаларында.

Башҡорт халыҡ йырҙары хаҡында Руф Гаврилович Игнатьев (1818—1886).

Михаил Василъевич Авдеев (1821—1876) башҡорттар араһында йәшәгән саҡта.

Декабрист шағир Петр Михайлович Кудряшев (1797 — 1827) «Абдрахман» поэмаһы.


«Халыҡтың милли йөҙөн нимә билдәләй?» тигән һорауға яуап эҙләгеҙ.

Иң элек башҡа милләт әһелдәренең халҡыбыҙ хаҡындағы фекерҙәре менән танышығыҙ.

Ни өсөн рус һәм сит ил әһелдәре башҡорттарҙы, башҡорт телен, халыҡтың көнкүрешен, йолаларын, ғөрөф – ғәҙәттәрен, этнографияһын һәм ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән?

Был өлкәлә айырыуса кемдәр әүҙемлек күрһәткән?

Рус һәм сит ил Башҡортостан һәм уның халҡы тураһындағы әҫәрҙәренең әһәмиәте ниҙә?



16.Башҡортостандың һәм башҡорттарҙың ил һәм донъя күләмендә тотҡан урыны.

(2 сәғәт)

Башҡорттарҙың  һәм Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе милләтәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу төп маҡсат булыуы тураһында әңгәмә.

Сит яҡтарҙан ҡайтҡан берәй яҡташығыҙ менән осрашыу үткәреү, төрлө һорауҙарға яуаптар алыу маҡсатҡа ярашлы булыр.


Бөгөн илдең ҡайһы төбәктәрендә һәм ҡайһы сит илдәрҙә башҡорттар ҡоролтайының төбәк йәмәғәт ойошмалары эшләй?

Республикабыҙҙан ситтә йәшәргә мәжбүр булған һәм үҙ теләктәре менән сит-ят яҡтарға сығып киткән милләттәштәребеҙ хаҡында ниндәй фекерҙәһегеҙ? Туғандарығыҙ араһында ундайҙар бармы? Булһа, уларҙан һорашып, хәл-әхүәл белешегеҙ.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының башҡа илдәргә ярҙам күрһәтеүе хаҡында ниндәй мәғлүмәттәр беләһегеҙ?



17. Йомғаҡлау дәресе.

(1 сәғәт)

Тәрбиә һабаҡтары һиңә ниндәй һабаҡтар бирҙе?

Тәрбиә һабаҡтары һиңә ниндәй һабаҡтар бирҙе? Уҡыусыларҙың нимә белеүҙәре, нимәгә өйрәнеүҙәре һ.б. тураһында һөйләүе.