СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

“ Ҡылым” темаһын йомғаҡлау өсөн тест һорауҙары.

Нажмите, чтобы узнать подробности

 Тест данной сложности можно использовать для обобщения изученного материала и систематизации знаний по теме " Ҡылым" .

Просмотр содержимого документа
«“ Ҡылым” темаһын йомғаҡлау өсөн тест һорауҙары.»

Ҡылым” темаһын йомғаҡлау өсөн тест һорауҙары.

  1. Ҡылым нимә белдерә?

а) Предметтың исемен.

б) Предметтың эш-хәрәкәтен.

в) Предметтың билдәһен.

2. Ҡылым нимә менән үҙгәрә?

а) Һан, зат, килеш.

б) Зат, килеш, дәрәжә.

в) Һан, зат, заман.

3. Ҡайһы һөйләмдә ҡылым берлектә, III затта бирелгән?

а) Мин был донъяны яратам.

б) Салауат бөтәһен дә тырышып эшләне.

в) Беҙҙең дуҫтар күп ярҙам күрһәттеләр.

4. Беҙгә бары дөрөҫөн генә әйтһендәр. Ҡылымдың һөйкәлешен билдәләргә.

а) Хәбәр һөйкәлеше.

б) Бойороҡ һөйкәлеше

в) Теләк һөйкәлеше

г) Шарт һөйкәлеше.

5. II зат күплектә торған шаһитлы үткән заман ҡайһы һөйләмдә?

а) Ҡасандыр бында килеп киткәнһегеҙ икән.

б) Беҙҙең менән уйнағанды өйгә ҡайтып һөйләмә.

в) Һәр ваҡыт беҙҙең менән йөрөнөләр.

6. Туғаным уҡырға инһә ине. Ҡылым ниндәй һөйкәлештә, формала тора?

а) Бойороҡ һөйкәлеше, юҡлыҡ формаһы.

б)Теләк һөйкәлеше, юҡлыҡ формаһы..

в) Шарт һөйкәлеше, барлыҡ формаһы.

г) Теләк һөйкәлеше, барлыҡ формаһы.

7. Хәбәр һөйкәлешенең II зат күплектәге киләсәк замандың 2-се формаһы ҡайһы юлдан табып була?

а) Быйыл яҙ иртәрәк килһен ине.

б) Тиҙҙән ҡоштар ҙа әйләнеп ҡайтасаҡтар.

в)Ҡустым быйыл уҡырға барыр.

8. Ғәли Фәритович барыһын да дөрөҫ эшләгән. Ҡылым ниндәй заманда бирелгән?

а) Шаһитлы үткән заман.

б) Шаһитһыҙ үткән заман.

9.Ҡайһы юлда ярҙамсы ҡылымдар бирелгән?

а) Эшләйбеҙ, яратабыҙ, көләбеҙ

б) Килеп инде, бара алмам, сыға башланы.

в) Күргән, эшләгән, алған

10. Ҡарарһығыҙ ҡылымының грамматик мәғәнәһе ҡайһы юлда бирелгән?

а) I зат, хәбәр һөйкәлеше, берлектә,1-се киләсәк заман

б) II зат, хәбәр һөйкәлеше, күплектә,2-се киләсәк заман

в) II зат, хәбәр һөйкәлеше,берлектә, 1-се киләсәк заман