Тема: Ҡырағай хайуандар
Маҡсат: яңы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү, уҡыусылар-
ҙың хәтерен, күҙәтеүсәнлеген, иғтибарын үҫтереү,
йәнлектәргә шәфҡәтлелек, һаҡсыл ҡараш тәрбиә-
ләү.
Йыһазландыу: ҡурсаҡ, компьютер,интерактив таҡта,
хайуан һүрәттәре.
Дәрес барышы.
1. Ойоштороу моменты.
Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, хәйерле көн! Хәҙер ниндәй дәрес? Бөгөн нисәһе? Йылдың ниндәй миҙгеле? Бөгөн көн
йылымы әллә һыуыҡмы?
Бөгөн беҙҙең дәрескә бер ҡыҙ килгән. Уның исемен беләһе-
геҙме? Һорағыҙ әле?
Ҡурсаҡ. Минең исемем Алмаҡай. Мин һеҙҙе ҡарарға килдем. Һеҙ ҙә үҙегеҙ менән таныштырып сығығыҙ.
2. Фонетик күнегеү. (Йорт хайуандарын ҡабатлауға ҡоро-
ла.)
Уҡытыусы. Уҡыусылар, ҡарағыҙ әле, был йорттарҙа
кемдәр йәшәй икән? Әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ әле?
Уҡыусы. Туҡ-туҡ! Был йортта кем йәшәй? (йорт һүрә-
те, уның ишеген асып ҡарайҙар).
Уҡытыусы. Был нимә?
Уҡыусы. Был һыйыр.
Уҡытыусы. Ул ниндәй тауыш сығара?
Уҡыусы. Мө-ө-ө-ө!
Уҡытыусы. Уҡыусылар, ҡарағыҙ әле, был йортта кем
йәшәй икән?
Уҡыусы. Туҡ-туҡ! Был йортта кем йәшәй? (йорт һүрә-
те, уның ишеген асып ҡарайҙар).
Уҡытыусы. Был нимә?
Уҡыусы. Был һарыҡ.
Уҡытыусы. Ул ниндәй тауыш сығара?
Уҡыусы. Бә-ә-ә-ә!
Уҡытыусы. Ә хәҙер, йорт хайуандары тураһында йыр
йырлап алайыҡ.( Д.Талхина һүҙ., Г.Ишҡыуатова көйө.
Дуҫтарымдың теле.)
Уҡытыусы. Уҡыусылар, шулай итеп беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшербеҙ икән.
Уҡыусыларҙың яуабы.
Уҡытыусы. Эйе, бөгөнгө дәрестә ҡырағай хайуандар тураһында һөйләшербеҙ.уларҙы сағыштырырға өйрәнербеҙ.
3. Төп өлөш.
1. Яңы һүҙҙәр өйрәнеү.
Уҡытыусы. Балалар, таҡтаға ҡарағыҙ, әле? Ниндәй хай-
уандарҙы күрәһегеҙ? Һеҙ ул хайуандарҙы күргәнегеҙ бармы?
( уҡыусыларҙың яуабы)
Уҡытыусы. Күплектә нисек була?
2. Йәнлектәрҙе сағыштырыу.
Төлкө һүрәте Ҡуян һүрәте
ҡыҙыл һары аҡ, һоро
ҡолағы ҡыҫҡа ҡолағы оҙон
ҡойроғо оҙон ҡойроғо ҡыҫҡа
хәйләкәр ҡурҡаҡ
йүгерә һикерә
3. Ял минуты.
Уҡытыусы. Әйҙәгеҙ, беҙ үҙебеҙҙе төлкө менән ҡуян итеп
хис итәйек. Мин «төлкө» тиһәм, һеҙ төлкө кеүек йомшаҡ,хәйләкәр генә баҫып йүгерәһегеҙ. Әгәр мин «ҡуян»
тиһәм, һеҙ ҡуян кеүек ҡурҡып ҡына, шым ғына һикерәһегеҙ.
4. Мәсьәлә сисеү.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, хәҙер математиканан да белемегеҙҙе тикшереп алайыҡ. Бына Алмаҡай һеҙгә мәсьәлә
килтергән. Нисә ҡуян? Нисә төлкө?
Бөтәһе нисә йәнлек?
5. «Йәнлектәрҙе ашат» уйыны.
Уҡытыусы. Балалар, ни өсөн хайуандарға ҡышын ауыр?
Әйҙәгеҙ, беҙ йәнлектәргә ярҙам итәйек, ашатайыҡ. Төлкө нимә ярата? Ҡуян нимә ярата? (Өҫтәлдә төрлө йәшелсә,аҙыҡ
түлек, ваҡ йәнлектәр һүрәте.Балалар һайлап алып,ҡуян ашай торған ашамлыҡты ҡуян янына, төлкө ашай торғандарын төлкө янына йәбештерәләр.)
4. Рефлексия. а) Бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек?
б) Һеҙгә ниндәй эш нығыраҡ оҡшаны?
5. Өйгә эш. Малайҙарға төлкө тураһында, ҡыҙҙарға ҡуян
тураһында әкиәт уйлап килергә.
6. Баһалау. Беҙҙең ҡунаҡ ҡыҙ Алмаҡай дәрес буйына кем-
дең нисек яуап биреүен, дәрестә ҡатнашыуын
ҡарап ултырҙы. Хәҙер ул һеҙгә билдәләр тарата
саҡ. Дәрес бөттө. Һау булығыҙ.