Тема: Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар
Маҡсат: а)ҡышҡы тәбиғәттә ҡоштар тормошондағы
үҙгәрештәр менән таныштырыу
б)йәнле һөйләү телмәрен үҫтереү
в)тәбиғәтте һаҡлау һәм яҡлау теләген
тыуҙырыу
Йыһазландырыу: ҡоштарҙың һүрәттәре, ағас һүрәте,
«Ҡош ояларын туҙҙырмағыҙ», «Ҡош ояларына
теймәгеҙ!» плакаттары
Дәрес барышы
-
Ойоштороу моменты.
а) инеш әңгәмә.
б) артикуляцион күнегеү
Кә-кә-кә -мин киләм мәктәпкә,
Ға-ға-ға –мин сығам таҡтаға.
Ты-ты-ты – мин алам китапты,
Де-де-де -өйрәнәм мин телемде.
-
Яңы материал өҫтөндә эш.
а) Ҡош исемдәрен ҡабатлау.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, әле йылдың ниндәй миҙгеле бара? Эйе, беҙҙе ҡарһыҙ ҡыш интектерә. Ҡыш етеүе ҡоштарҙың тормошона ла бик күп үҙгәрештәп индерә.
Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле, ниндәй ҡоштарҙы үҙебеҙҙең яҡтарҙа күргәнегеҙ бар? ( уҡыусылар яуабы)
-
йорт ҡоштары:
-
йылы яҡҡа осоусы ҡоштар:
Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙҙең бейек, матур ағасыбыҙға ҡоштар килеп ҡунған. Былар ниндәй ҡоштар икән? Исемдәрен атап китәйек әле?
Беҙ был ҡоштарҙы ниндәй ҡоштар тибеҙ? ( уҡыусылар яуабы). Әйҙәгеҙ хор менән уҡыйыҡ « Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар»
б) Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарға характеристика биреү.
Төҫө, томшоғо, ҡанаты, тәпәйе ниндәй? Нимә менән туҡлана? Ҡайҙа йәшәй? ( уҡыусылар яуабы)
-
Ял минуты. «Оса-оса» уйыны.
-
Нығытыу күнегеүҙәре.
Уҡытыусы. Эйе, ысынлап та ҡышын ҡошлаусы ҡоштарға еңел түгел. Ҡыш урманда йәшәүсе бөтә
ҡоштар ҙа аслыҡтан интегә, алыҫҡа оса алмайҙар.
Был ваҡытта уларға ярҙам итергә мөмкин. Бының өсөн
беҙгә нимә эшләргә?
а) текст өҫтәндә эш, сылбырлы уҡыу, һорауҙарға яуаптар:
-Кемдәр тағараҡтар эшләп ҡарағаны бар?
-Ә тағараҡҡа нимәләр һалырға була?
б) йомаҡтар ҡойоу.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, һеҙ йомаҡ ҡойорға яратаһығыҙмы?
-Ағас башы туҡылдыҡ
Туҡый-туҡый туҡ булдыҡ.(тумыртҡа)
-Гөлдөр-гөлдөр гөл итекле
Гөлкәй ҡыҙыл ситекле.(күгәрсен)
-Көндөҙ өнһөҙ,
Ухылдамай төнһөҙ (йомаҡты хор менән уҡыу,дәфтәргә
күсереп яҙыу, яуабын төшөрөү.
5. Йомғаҡлау.
Уҡытыусы.Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә нимәләр
белдегеҙ? Ниндәй ҡоштар тураһында һөйләштек?
( уҡыусылар яуабы).
Беҙҙең Башҡортостанда 300-ләп ҡош бар. Ҡоштар-
тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге.Улар үҙҙәренең
төрлө тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндерә,
тормошто биҙәй. Тәбиғәткә һиҙелерлек зыян килтереү-
се бер генә ҡош та юҡ. Удар арымай-талмай, беҙҙең
урмандарҙы, йәшелсә-емеш баҡсаларын, иген баҫыуҙа-
рын ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлай, уңышты арттыра.
Беҙ ҡоштарға һаҡсыл булырға, уларҙы яратырға,
һаҡларға бурыслыбыҙ.
6.Баһалау. Өйгә эш: кроссвордтар сисеп килергә.