СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Легенда о Сибае

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект организованной образовательной деятельности с использованием легенд

Просмотр содержимого документа
«Легенда о Сибае»

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһының

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениһы –

Бала үҫтереү үҙәге “Аленушка” балалар баҡсаһы



















Номинация: дәрес үткәреү методикаһы



«Тыуған ҡалам – Сибайым»











Исламғолова Гөлназ Билал ҡыҙы

юғары категориялы тәрбиәсе

















Сибай ҡалаһы - 2024



Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә

Тыуған ҡалам – Сибайым”

темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты

Эшмәкәрлек төрө: танып-белеү

Маҡсат: тәрбиәләнеүселәрҙә тыуған ҡаланың үткәне, бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһыныу булдырыу.

Бурыстар: Ҡаланың тарихы, символдары тураһында белемдәрен киңәйтеү. Иҫтәлекле урындары тураһында үҙ аллы мәғлүмәт тупларға күнектереү. Сибай ҡалаһының тарихы тураһында, йәшмә тураһында легендалар менән таныштырыу.

Бәйләнешле телмәрҙәрен үҫтереү, һүҙбайлыҡтарын байытыу; үҙҙәренең фекерҙәрен дәлилләргә кәрәклеген төшөндөрөү; танып-белеү әүҙемлеген, хәтерҙәрен, иғтибарҙарын үҫтереү.

Тыуған ҡалаға һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү; ҡаланы тағы ла йәмләндерергә ынтылыш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Сибай ҡалаһы төшөрөлгән фотоһүрәттәр, (фото–стенд «Минең тыуған ҡалам»), магнитлы таҡта, ноутбук, экран, проектор, презентация, фильм-легенда “Йәшмә”, ҡала төшөрөлгән иллюстрациялар, Сибай ҡалаһының герб, флаг һүрәттәре, (Р.Ураҡсина һүҙҙәренә Ә.Зиннурованың «Килегеҙ ҡунаҡҡа» йыры яҙмаһы)

Һүҙлек эше:

Һүҙлекте байытыу: карьер, бюст, мемориал, тимер рудаһы, йәшмә, виртуаль сәйәхәт.

Һүҙлекте әүҙемләштереү: музей, һәйкәл, парк, һыуһар, атайсал.

Методтар һәм алымдар: әңгәмә, һурауҙарға яуаптар, иллюстрациялар ҡарау, презентация, фильм ҡарау, дидактик уйын, схема буйынса эшләү, бармаҡ уйыны, нәфис һүҙ, эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеге.

Алдан ойошторолған эшмәкәрлек:

Ҡала урамдары буйлап, һәйкәл, бюсттарға маҡсатлы экскурсия;

Тыуған ҡала тураһында шиғырҙар тыңлау, ятлау;

“Тыуған яғымдың тәбиғәте” фотоальбомын ҡарау;

Тыуған ҡала тураһында әңгәмәләр;

Тыуған ҡала һүрәтләнгән картиналар ҡарау;

“Тыуған ҡаламдың иҫтәлекле урындары” фотоальбомы, лепбук, гекстар төҙөү;

Тыуған ҡаланың тарихы тураһында легенда менән танышыу.



Дәрес барышы:

Ойоштороу этабы

Балаларҙың ирекле эшмәкәрлеге. Тәрбиәсе балаларға мөрәжәғәт итә:

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы? Балаларҙың яуаптары: Эйе.

Тәрбиәсе: Мин һеҙгә сәйәхәткә сығырға тәҡдим итәм. Ҡайҙа барғанды белер өсөн йыр тыңлағыҙ әле. (Р.Ураҡсина һүҙҙәренә Ә.Зиннурованың «Килегеҙ ҡунаҡҡа» йыры яңғырай).

Дәрескә маҡсат ҡуйыу

Тәрбиәсе: Нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең сәйәхәтебеҙ ҡайҙа? Балаларҙың яуаптары: Сибай ҡалаһына, Сибай буйлап.

Тәрбиәсе: Ни өсөн улай тип уйлайһығыҙ?

Балаларҙың яуаптары: Сөнки был йыр Сибай тураһында.

Тәрбиәсе:  Дөрөҫ, балалар. Әйҙәгеҙ әле, түңәрәккә баҫайыҡ та ҡала буйлап йөрөйбөҙ тип хис итәйек. (Бармаҡ һәм артикуляцион гимнастика)

Яратам мин ҡаламды, (сәпәкәйләү)

Бейек-бейек йорттарын, (ҡул менән бейеклекте күрһәтеү)

Бына Чайковский урамы, (бармаҡтарҙы бөгөргә)

Таусылар проспекты,

Бына Белов урамы,

Салауатҡа – бюст,

“Аленушка” баҡсаһы.

Тәрбиәсе: Балалар, сәйәхәткә сығыр алдынан кеше карта, маршрут менән таныша. Әйҙәгеҙ әле беҙ ҙә картаны ҡарап алайыҡ. Өҫтән ҡарағанда беҙҙең ҡала ошолай күренә. (Экранда күрһәтеү). Урамдар тигеҙ, киң ә ҡалабыҙ йәшел, матур. Ҡарағандан һуң таҡтаға карта эленә. Беҙҙең баҡсабыҙ ... “Аленушка”. Әйҙәгеҙ әле, йәшел флаг ҡуяйыҡ сәйәхәтебеҙ башланған ергә.

Тәрбиәсе: Беҙҙең сәйәхәтебеҙ, балалар, экран, комьютер аша буласаҡ. Ә ундай сәйәхәт виртуаль сәйәхәт тип атала. Әйҙәгеҙ, бергәләп әйтәйек әле: виртуаль сәйәхәт (бергәләп әйтеү, айырым бер нисә баланан ҡабатлатыу). Ә сәйәхәткә беҙ балаҫ-самолетта осабыҙ. Бының өсөн әйҙәгеҙ билеттар алығыҙ ҙа урындарығыҙға үтеп ултырығыҙ.

(Төрлө геометрик фигуралар төшөрөлгән билеттарҙы алып, шундай уҡ урынға ултырып ковер-самолетта осалар)

Тәрбиәсе: Балалар, һәр кемдең атайсалы – тыуған ере була. Беҙҙең атайсалыбыҙ ниндәй ҡала? Балаларҙың яуаптары: Сибай. Дәрестәрҙә беҙ тыуған ер тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр менән таныштыҡ. Әйҙәгеҙ әле беренсе туҡталышҡа барып еткәнсе ошо йәшеренгән мәҡәлдәрҙе экрандағы схемаларҙан эҙләп уйнап алайыҡ.

Дидактик телмәр уйыны “Йәшеренгән мәҡәлде әйт”

Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә.

Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.

Иле барҙың – көнө бар.

Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле.

Тыуған илдең эте лә яҡын.

Белемдәрҙе актуалләштереү

Тәрбиәсе: Афарин, балалар. Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ. Бына беҙ һеҙҙең менән беренсе туҡталышта – “Тарихи туҡталыш”. Беҙ ҡайҙа? Балаларҙың яуаптары: Музейҙа. Ә ни өсөн беҙ музейҙа туҡтаныҡ? Балаларҙың яуаптары: Музейҙа элекке әйберҙәр һаҡлана. Тарихты белергә була.

Тәрбиәсе: Дөрөҫ, музейҙа Сибайзың тарихын белергә мөмкин.

- Легенда буйынса бынан 100 йыллап элек Сибай ауылы һунарсыһы, һыуһарҙы эҙәрлекләп, пириттары ялтырап торған ҡыҙыл балсыҡҡа барып юлыға. Был “тимер эшләпә” баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарының өҫкө ҡатламы булған. Ерле халыҡ был балсыҡты һарыҡ йөнө, ағас әйберҙәрҙе буяу өсөн ҡулланған. 1912 йылдың аҙаҡтарында ауылдың бер кешеһе бер нисә тоҡ балсыҡты ғалимдарға тикшертергә алып барған. Анализдар был балсыҡта алтын, көмөш өлөштәре булыуын күрһәтә. Һәм шул ваҡыттан ятҡылыҡты өйрәнеү башлана. 1939 йылда Яңы Сибай тигән төп ятҡылыҡ асыла. 1955 йылда Сибай эшсе поселогы ҡала статусы ала.

/Экранда Сибай тарихы тураһында презентация/.

Тәрбиәсе: Бына шулай итеп, балалар, һыуһар йәнлеге Сибай ҡалаһының символына әйләнгән. Беҙ һыуһарҙы ҡайҙа күрәбеҙ? Балаларҙың яуаптары: Беҙ һыуһарҙы Сибайҙың флагында күрәбеҙ. Беҙ һыуһарҙы Сибайҙың гербында күрәбеҙ. Һыуһар һыны үҙәк майҙанда урынлаштырылған.

Тәрбиәсе: Афарин, балалар! Дөрөҫ яуаптар. Әйҙәгеҙ әле киләһе туҡталышҡа осҡансы, беҙ һеҙҙең менән ял итеп һыуһарҙы киҫмә һүрәттәрҙән йыяйыҡ. Өҫтәл янына үтегеҙ ҙә парлашып эшкә тотоноғоҙ. (Парлашып киҫмә һүрәттәрҙән һыуһарҙы йыйыу). Һеҙ нимә һүрәтен йыйҙығыҙ? Балаларҙың яуаптары: һыуһар. Әйҙәгеҙ һыуһар һүҙен бергәлап әйтәйек һәм иҫтә ҡалдырайыҡ. (Бергәләп әйтеү, бер нисә баланан айырым әйттереү).

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ, балаҫ-самолетта урындарығыҙҙы алығыҙ. Виртуаль экскурсияны дауам итәбеҙ. Ҡарағыҙ әле, беҙ ниндәй урам өҫтәнән осабыҙ? Балаларҙың яуаптары: Таусылар проспекты.

Дөрөҫ. Сибай - таусылар ҡалаһы булғас, иң оҙон урамдарының береһе Таусылар проспекты тип атала. Килеп еттек. Беҙҙең киләһе туҡталыш – “Ҡаланың иҫтәлекле урындары”. Беҙҙең ҡалала иҫтәлекле урындар бик күп. Ә бөгөн беҙ Таусылар проспектында урынлашҡан бер нисәүһе тураһында һөйләшербеҙ. Ә мәғлүмәтте балалар үҙҙәре әҙерләне, шулай бит. Әйҙәгеҙ әле, ... тыңлайыҡ. Ул беҙгә иң билдәле мәңгелек ут мемориалы тураһында һөйләй.

Экранда Мәңгелек ут мемориалы. Бала һөйләй.

Мәңгелек ут мемориалы Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы хөрмәтенә һәләк булған геройҙарға һәйкәл асыла һәм Мәңгелек ут тоҡандырыла. Мәрмәр плитәләрҙә һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтарыбыҙҙың фамилиялары уйып яҙылған.

..., әйҙә киләһе һәйкәл тураһында һөйлә.

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт полктарына һәйкәл. Был бронза мемориал 200 йыл элек республикабыҙҙан 20-нән ашыу полктың Ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн һуғышҡа китеүе тураһында иҫтәлек. Бейек гранит постаментҡа уҡ һәм һаҙаҡ күтәргән һыбайлы ҡуйылған.

... иң йәш объект тураһында һөйләй.

Таусылар проспектында яңыраҡ ҡына ҡалаға нигеҙ һалыусыларға һәйкәл ҡуйылды. Ул тау эшселәренең, шахтерҙарҙың һәм төҙөүселәрҙең хеҙмәт батырлығына арналған. Һәйкәл - шахта-күтәргесенә оҡшаш стела. Уның фонында ике образ: ҡатын-ҡыҙ төҙөүсе һәм ир-ат тау эшсеһе.

Тәрбиәсе: Беҙ һеҙҙең менән ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышыуыбыҙҙы киләһе дәрестәрҙә дауам итербеҙ. Рәхмәт, балалар! Бик мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр.

Тәрбиәсе: урындарығыҙға урынлашығыҙ! Һәм экранға күҙ һалығыҙ: беҙ һеҙҙең менән Сибай карьеры өҫтөнән үтәбеҙ. Беҙ унда туҡтап тормайбыҙ, тик әҙерәк кенә тыңлап алығыҙ киләһе туҡталышҡа еткәнсе. Сибай карьеры хәҙер эшләмәй. Элек эшләгән ваҡытта донъялағы иң тәрән карьерҙарҙың береһе була. Тәрәнлеге 500 метр, киңлеге – 2 км. Унда ҙур-ҙур Белаздар эшләгән, унан руда сығарғандар. Ә Сибай тирәһендә йәшмә ятҡылыҡтары бар.

Балалар, беҙҙең киләһе туҡталыш – “Йәшмә эшкәртеү оҫтаханаһы”. Ни өсөн йәшмә оҫтаханаһында туҡтағанбыҙ икән, тыңлағыҙ әле. Әйтеп китеүемсә, Сибайҙы йәшмәләр өҫтөндә урынлашҡан тиҙәр. Ысынлап та ҡалабыҙҙың тирә-яғында йәшмә ятҡылыҡтары бар.

Тәрбиәсе: Балалар, ә һеҙ йәшмә тураһында нимә беләһегеҙ? Балаларҙың яуаптары: Йәшмә – ут таш. Матур таш. Биҙәүес таш.

Ә нимә белергә теләр инегеҙ? Балаларҙың яуаптары: Уларҙың үҙенсәлектәре тураһында. Ҡайҙа сығарылыуы тураһында. Йәшмәнән ниәмләр эшләргә була?

Нисек белергә була, балалар? Балаларҙың яуаптары: фильм ҡарарға була. Һөйләшергә була. Таштарҙы ҡарарға була. Интернетта ҡарарға мөмкин. Энциклопедиянан табырға була.

Дөрөҫ, балалар! Ә мин һеҙгә йәшмә тураһында фильм легенда ҡарарға тәҡдим итәм.

Легенда буйынса тәрбиәсе эшләгән фильм-легенда ҡуйыла.

Легенда

Бер ауылда байҙың Зөфәр исемле көтөүсеһе булған. Ул баһадирҙай мыҡты кәүҙәле, көслө булған. Ә инде Зөфәр ҡурайын һыҙҙырып ебәрһә, ҡоштар һайрауҙан туҡтаған. Зөфәрҙең мәргән уғынан йылы яҡҡа осоусы ҡаҙҙар ҙа осоп ҡотола алмаған, уның һарыҡ көтөүенә бүреләр ҙә яҡынлай алмаған. Бер көндө Зөфәр Иҫке Сибай ауылы янындағы Ҡарағайлы буйына һарыҡ көтөүен һыу эсерергә төшөргән. Шул ваҡытта ул һыу эсендә күҙҙең яуын алырҙай таштарҙы күреп ҡалған. Ул бер ташты алып, сәкмәненә һөртөп ялтыратһа, таш күҙен ҡамаштырған. Зөфәр был таштарҙы күпләп йыйып алып, шымартҡан да ауылдың беренсе сибәре Зөһрәгә бүләк иткән. Бындай бүләккә барлыҡ әхирәттәренең күҙҙәре ҡыҙған. Тиҙҙән Зөфәр менән Зөһрә өйләнешкәндәр һәм бик бәхетле йәшәгәндәр. Уларҙың йортон бәлә-ҡаза урап үткән. Легенда буйынса, әгәр ҙә өйҙә йәшмә булһа, бәхет тә булған. Шуға күрә һәр сибайлының йортонда йәшмәнән эшләнгән бәхет килтереүсе ниндәй ҙә булһа әйбер бар икән.

Тәрбиәсе: Ысынлап та, балалар, Урал тауҙары төрлө таштарға бик бай тау. Бына беҙ һеҙҙең менән Сибайҙағы таш ҡырҡыу цехының йәшмәләр музейында. Ҡарағыҙ әле, бында ниндәй матурлыҡ! Нимәләр эшләргә мөмкин икән йәшмәнән. Йәшмәнән төрлө сувенирҙар, биҙәүестәр, ваза, торшерҙар эшләгәндәр. (Ҡарау).

Беҙҙе тикшеренеү үҙәгенә инеп таштарҙы ҡараға саҡыралар.

Тикшеренеү үҙәгенә бергәләп ял итә-итә атлап үтәйек.

Оҫтаханаға тиҙерәк (Аяҡтар бергә, ҡулдар бергә)

Саҡырабыҙ дуҫтарҙы. (Саҡырыу имитацияһы)

Уңға, һулға ҡараныҡ, (Кәүҙәне бороу)

Ҡалманымы берегеҙ? (Ҡулдар менән тирә-яҡтан саҡырыу)

Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә

Ҡушылығыҙ беҙгә, (Атлау)

Тәрбиәсе: Балалар, бына беҙ эксперименттар үҙәгендә.

Өҫтәлдә йәшмәләр ята. Балалар, тәбиғәттә йәшмә бына ошолай була. Әгәр ҙә юлда был ташты күрһәгеҙ, һеҙ уға иғтибар ҙа бирмәйһегеҙ. Ҡулығыҙға алығыҙ ҙа һыйпап ҡарағыҙ әле ташты. Таш ниндәй? Балаларҙың яуаптары: шыма, ҡытыршы.

Ә хәҙер күтәреп ҡарағыҙ: ниндәй? Балаларҙың яуаптары: Таш ауыр, таш еңел.

Балалар, йәшмә грек теленән “сыбар” тигәнде аңлата. Уның һүрәттәре бик матур һәм төрлө төҫтә булырға мөмкин: ҡыҙыл, йәшел, аҡ, күк, шәмәхә төҫөндә.

Йәшмә бик ҡаты таш. Ҡарағыҙ әле, шымартылған таш матурыраҡмы әллә шымартылмағанымы? Балаларҙың яуаптары: Шымартылғаны, сөнки унда һүрәттәре асыҡ, матур күренә.

Балалар, таштарҙы эшкәртеү цехында оҡшанымы һеҙгә? Үҙегеҙ шундай матур әйберҙәр эшләр инегеҙме? Үҫкәс, шундай матурлыҡтар тыуҙырырһығыҙ, тип ышанам. Ә хәҙер беҙгә төркөмөбөҙгә ҡайтырға ваҡыт.

Рефлексия

Урындарығыҙға ултырығыҙ. Әйтегеҙ әле, ҡалабыҙ матур булһын өсөн һеҙ нимәләр эшләр инегеҙ? Балаларҙың яуаптары: Мин ағас ултыртыр инем. Мин аллеяларға сәскәләр ултыртыр инем. Йәшмәнән берәй һын эшләр инем. Һ.б.

Афарин, балалар! Әгәр ҙә һеҙ шулай хәстәрлекле булһағыҙ, ҡалабыҙ матур булыр! Бына төркөмөҙгә ҡайтып еттек.