Тема: Лексика
Маҡсат:1)Уҡыусыларҙың “лексика” бүлеген үҙләштереүен тикшереү, нығытыу, камиллаштырыу һәм баһалау. 2)Үҙ аллы фекерләүен, бәйләнешле телмәрҙәрен үҫтереү. 3)Тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:интерактив таҡта, дәреслек, темаға ярашлы схемалар, дидактик материалдар, карточкалар, аңлатмалы, тәржемәүи һүҙлектәр, әсбаптар.
Дәрес барышы:
1. Инеш.
- Хәйерле көн, уҡыусылар, уҡытыусылар. Бөгөн беҙ дәрестә ЛЕКСИКА иленә сәйәхәт ҡыласаҡбыҙ. Әҙерһегеҙме? Юл ауыр һәм ҡатмарлы булыуы ихтимал. Аҙым һайын эштәр, һорауҙар булыр. Иғтибарлы булығыҙ һәм дөрөҫ, тулы яуап биреү – һеҙҙең төп шарт.
Дәрестең темаһы һәм маҡсаты аңлатылып бөткәс, дәрестең төп өлөшөнә күсәләр.
2. Төп өлөш.
“Лексика” темаһы һорауҙар ярҙамында ҡабатлана, иҫкә төшөрөлә:
Интерактив таҡтала һорауҙар уҡыла:
Нимә ул лексика?
Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе.
Бер һәм күп мәғәнәле тип ниндәй һүҙҙәргә әйтәбеҙ?
Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәһе хаҡында ниҙәр беләһегеҙ?
Омонимдарға миҫалдар килтерегеҙ.
“Белемле” һүҙенә синонимдар килтерегеҙ.
Антоним нимәне белдерә?
10 һүрәт күрһәтелә. Уҡыусылар ошо һүрәттәргә тап килерлек фразеологик берәмектәр табырға тейештәр.
Башҡорт теленең һүҙлек составын ниндәй һүҙҙәр тәшкил итә?
Төп башҡорт һүҙҙәренә миҫалдар килтерегеҙ.
Урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр ярҙамында 5 һөйләм төҙөргә.
Интернациональ һүҙҙәргә ниндәй һүҙҙәр ҡарай?
Профессиональ һүҙ булараҡ, “уҡытыусы” һүҙенә миҫалдар килтерегеҙ.
Архаизмдар тип нимәгә әйтелә?
10 яңы һүҙ әйтегеҙ.
Башҡорт телендә нисә диалект бар?
3.Күнегеүҙәр башҡарыу (уҡыусыларға түбәндә бирелгән текст менән карточкалар таратыла, текст интерактив таҡта аша ла күҙәтелә).
А. Әсәм теле – сәсән теле.
Әсә телендә кеше донъяны, донъя матурлығын аңлай башлай. Уның шул телдә фекерләү ҡеүәһе, зауығы формалаша. Уй күрке тел икән, тел күрке – һүҙ.
Минең туған башҡорт телем - әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән. Әсә телем – донъяны танытҡан, кешеләр менән аралаштырған, белем, ғилем биргән ғәзиз телем. Шул тел мине киң донъяға алып сыҡҡан, бүтән телдәрҙе белергә юл асҡан. Тел – ул халыҡтың тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна. Алтын аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһы.
(Ғ. Хөсәйеновтан).
А) тексты уҡығыҙ.
Б) тексты файҙаланып, әсә теленең кешене шәхес итеп формалаштырыуҙа һәм үҫтереүҙә тотҡан роле тураһында һөйләп бирегеҙ.
В) дәрестең темаһына ҡағылышлы һөйләмдәрҙе уҡып күрһәтегеҙ.
Г) һығымта яһағыҙ.
Эйе, бөгөнгө дәрестә беҙ ынйы һүҙҙәр хазинаһын бер ни тиклем барлаясаҡбыҙ. Бергәләп уйланырға, эҙләнергә, сағыштырырға, үҙ аллы һығымта яһарға, фекерҙәребеҙҙе иҫбатларға тейешбеҙ.
Б. Таҡтаға З. Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырынан өҙөк яҙылған. Тексты тикшерергә.
Шишмә, нәфис, наҙлы, илһамлы, хөрмәтле һүҙҙәренең лексик һәм грамматик мәғәнәһен аңлатырға (аңлатмалы һүҙлектән һәм грамматика һүҙлеге буйынса).
В. Үҙ аллы эш.
Һәр уҡыусынан берәр һүҙ әйттерелә. Ошо һүҙҙәр таҡтаға һәм уҡыусылар дәфтәрҙәренә яҙыла бара. Ошо һүҙҙәрҙең бер мәғәнәлеме, күп мәғәнәлеме, тура мәғәнәлеме, күсмә мәғәнәлеме икәнлеген аңлатырға.
Г. Класты 3 командаға бүлеү. Һәр команда “Әсә теле” дәреслегенән 29-31 – се күнегеүҙәрҙе башҡара.
Эш төрө: һүҙҙең күсмә мәғәнәһенә нигеҙләнгән күркәм тасуирлау сараларына (метафора, метонимия, синекдоха, перифраз, эвфемизмдар) миҫалдар килтереү.
Ғ. Ниндәй һүҙҙәргә омонимдар, омоформалар, омографтар, омофондар тиҙәр? Миҫалдар килтерергә. Артабан таҡтаға шиғри өҙөк менән плакат эленә. Әҫәрҙән омонимдар табырға.
Д. “Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге”н ҡулланып, дәреслектән 44-се күнегеүҙе башҡарыу.
Е Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле 10 мәҡәл һайлап яҙырға (Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. - Өфө, 1980).
Йомғаҡлау.
Шулай итеп, тылсымлы лексика иленә сәйәхәт тамам. Теоретик материалды практик нығытып, һүҙҙең мәғәнә асылын, серҙәрен ҡайһы быуат төпкөлөндә яралғанлығын, ҡатламын, тарих һөйләр асылын тоя һәм таба белергә тырышырға кәрәк, тип ҡарайыҡ.
Уҡыусылар белеме баһалана.
Өйгә эш: 45-се күнегеү.