Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған байрам
сценарийы
“Башҡортостандың тарих биттәре ”
Маҡсаты: Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ватансыллыҡ һәм ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү; Республика халҡының миллимәҙәниәтенә ҡарата ихтирам тәрбиәләү; тыуған яҡ тарихын, әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен өйрәнүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
Йыһаҙлау: проектор, компьютер, көйҙәр фонограммаһы(
курай көйө, башҡорт бейеүе көйө,” Башҡортостан-тыуған ер” йырының көйө, презентация),
Слайд 1
Ҡөлмәт уҙаман( Туйсыбаев):- Кыр -Танып, Кыр - Танып. Кыр -Танып ырыу аралар йортоноң ил уҙамандары, аҡһаҡалдары имен –һаумы?
Ҡаҙансы түбәһе, Ҡайпан түбәһе имен –һаумы?
-Бер тигәс тә ни яҡшы?
Бәндәбикә:-Илгә килгән һынауҙарҙа , берҙәм булһаң шул яҡшы.
-Ике тигәс тә ни яҡшы?
Бәндәбикә:-Ирмен тигән ир-егеттәр , ил һаҡлаһа шул яҡшы.
- Өс тигәс тә ни яҡшы?
Бәндәбикә:-Әсә телең юғалмайса, һаҡланып килһә шул яҡшы.
-Дүрт тигәс тә ни яҡшы?
Бәндәбикә:-Йыйын йыйып, кәңәш ҡорор халҡың булһа, шул яҡшы.
Бәндәбик: -Ҡөлмәт уҙаман ҡара әле. Бер генә күҙ һал. Күҙҙең яуын алып торған милләттәштәребеҙгә. ( экранда фотолар)
пауза
Слайд2
Ҡурай моңо яңғырай.
Слайд3
Ҡан ҡәрҙәштәр ысынлап та тыуған яғыбыҙ милләттәр бишеге. Милләтебеҙҙе һаҡлайыҡ, милләтебеҙҙе яҡлайыҡ, телебеҙҙе һаҡлайыҡ. Ниндәй генә заманда йәшәһәк тә бер-беребеҙгә миһырбанлы, мәрхәмәтле булып ҡалайыҡ.
Слайд 4
Ҡөлмәт:- Һүҙҙәрең хаҡ Бәндәбикә. Әйткәнеңде аңлар халыҡ йыйылған бында. Ырыуыбыҙ-Танып, Төйәгебеҙ –Урал, Илебеҙ –Башҡортостан, Милләтебеҙ-башҡорт.
Тыуған еремдең, башҡорт халҡының үткәнен һәм бөгөнгөһөн бәйләгән тарих бар.
Слайд 5
1919 йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре биләмәләрендә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ойошторолған. Был мөһөим ваҡиғаға быйыл 100 йыл.
Слайд 6
-Район Бөтөнсоюз Үҙәк Башҡарма Комитетының 1935 йылдың 31 гинуарындағы ҡарары нигеҙендә Башҡортостан республикаһына инеүсе муниципаль район Тәтешле районы төҙөлә. Бөгөн ул халҡы 25 163 кеше тәшкил иткән 13 ауыл Советын берләштерә.Район заман ваҡиғаларына буйһоноп ил менән берлектә йәшәй.
Слайд7
Отябряттар йондоҙсоғо.( Фәүзиә Рәхимғолова) 169 –сы бит.
Мин октябрят булдым хәҙер –
Ҡыҙыл йондоҙ түшемдә!
Атлап киләм дәртле баҫып
Бөгөн шуның өсөн дә.
Звенола шат йондоҙҙар –
Беҙ барыбыҙ биш бала.
Уларҙың да күкрәгендә
Балҡып йондоҙҙар яна.
2. 1922 19 Май- Ii Бөтә Россия Комсомол Конференцияһы Тыуған Илебеҙҙең Ауыл - Ҡалаларында Тәүге Пионер Отрядтәре Төҙөргә Ҡарар Итә. Шул Көндән Алып 19 Май Пионерияның Тыуған Көнө Итеп Билдәләнә Башлай.
1923 Йылдың 10 Октябре. Пионерҙәрҙең Беренсе Отряды Республикабыҙҙың Партия Һәм Комсомол Етәкселәре Алдында Тантаналы Вәғәҙә Бирә. Пионерҙәрҙең Барыһына Ла Ҡыҙыл Галстуктар Тағыла, Ә Отрядҡа «Эшселәр Эше Өсөн Көрәшкә Әҙер Бул!» Тип Яҙылған Ҡыҙыл Байраҡ Тапшырыла. 10 Октябрь – Башҡортостан Пионерияһының Тыуған Көнө.
Маҡсуд Сөндөклө “ Пионеря” шиғыры 64 –се бит
Пионерия.
Пионерия!
Йөрәк түремдә
Тәбрик һүҙем бар
Һиңә минең дә
Сафтарың матур,
Йырың ялҡынлы;
Һин үтәп килдең
Биргән антыңды.
Костерҙар яғып,
Үттеләр йылдар;
Алмашындылар
Күпме быуындар.
Хәтерҙә һаман
Тәүге отрядтар,
Ашҡынып типкән
Дәртле йөрәктәр.
Ильич тоҡомо-
Пионерия!
Һин йәм бирәһең
Хеҙмәт иленә.
Мәңге тере бит
Һинең байрағың,
Бынан ҙур бәхет
Ҡайҙа бар тағын?!
Башҡортостан комсомолы. ( Ирек Кинйәбулатов) -267-се бит
Башҡортостан комсомолы.
Тыуҙы көрәш йылдарында,
Һыуҙар кисте, утҡа керҙе.
Илдең бөтә дошманынан
Ҡурсаланы тыуған ерҙе.
Күкрәгендә-пуля эҙе,
Арҡвһында ҡамсы юлы,
Баш эймәне, еңеп сыҡты
Башҡортостан комсомолы.
Һалдат һүҙҙәре.
Йәшен булып осто был хәбәр:
Дошман беҙгә ҡаршы ут аскан!...
Гитлер бандалары илгә кергән,
Яна ауыл, яна ҡала... түгелә ҡан.
Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым
Заводтарын, шахта, тау-ерен...
Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман
Ошо ерҙә табыр ҡәберен.
(Х.Кәрим)
4. Ябай кеше һүҙҙәре.
Башҡортостан.
Ҡырлас тауҙар иле Башҡортостан -
Ата-бабаларҙың баш йорто,
Баш йортҡайн яҡлап яуға сапҡан
Күк Уралдың ҡыйыу башҡорто.
Сал бөркөттәр осҡан Башҡортостан –
Салауаттай ирҙәр төйәге,
Нисә быуын яугир ҡаһармандар
Россияның булды терәге.
Мең ғазаптар йотҡан Башҡортостан –
Ҡанһырап та баҡҡан ергенәм,
Ни күрһәң дә, ниҙәр кисерһәң дә,
Бөгөлмә һин. Тыуған илгенәм.
Башҡортостан беҙҙең азатлыҡтың,
Берҙәмлектең ныҡлы ҡалҡаны,
Уралдағ барлыҡ милләттәргә
Һин, атайсал, дуҫлыҡ Ватаны.
Күмәк башҡарыуҙа йыр.
Урал Рәшитов көйө
Сәриә Вәлиева һүҙҙәре
“Башҡортостан –тыуған ерем”.