Гимназия Һылыуы-2015
Диана: (шаршау артында)
Һин йырлаһаң, ҡоштар тынып ҡала,
Оттоңмо әллә былбыл тауышын
Шул моңһоу йыр һаман хәтерләтә
Йылғаларҙың серле ағышын
Алып барусылар сәхнәгә сыға.
Фанфары
Батыр: Хәйерле көн, хөрмәтле тамашасылар, матурлыҡҡа табыныусылар һәм гүзәллекте баһалай белеүселәр!
Диана: Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре. Ошо һүҙҙәр менән «Гимназия Һылыуы – 2015» бәйгеһен башлап китәйек. Ҡәҙерле тамашасылар, һеҙҙе хөрмәтле жюри ағзалары менән таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ!
Азнабаев Азамат Азат улы – III корпус тәрбиәсеһе.
Ғәбитова Рәмилә – 11 а класс уҡыусыһы, «Гимназия һылыуы – 2014» бәйгеһенең еңеүсеһе.
Батыр: Бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа ҡыҙҙарҙың иң матурҙары, иң һылыуҙары һәм иң уңғандары йыйылған. Уларҙы алҡыштар менән ҡаршылайыҡ!
8а класс уҡыусыһы – Зарипова Әлиә
8б класс уҡыусыһы – Абайҙуллина Лиана
9а класс уҡыусыһы – Мазитова Диана
9б класс уҡыусыһы – Хисамова Миләүшә
9в класс уҡыусыһы – Ғилманова Миләүшә
10 класс уҡыусыһы – Усманова Лилиә
Диана: Беренсе бәйгебеҙ «Таныш булайыҡ тип атала». Бәйгенең талабы: сығыш 5 минуттан артырға тейеш түгел.
Батыр:
Тамашасы зарыҡмаһын,
Минуттарығыҙ етә.
Рәхим итегеҙ, гүзәл ҡыҙҙар,
Сәхнәбеҙ һеҙҙе көтә!
Музыка яңғырай. Ҡыҙҙар сәхнәгә сыға.
Диана:Тинләр инем йондоҙҙарға беҙҙең гиназия ҡыҙҙарын, йондоҙҙар көндөҙ һүнәләр һеҙ һүнмәҫ йондоҙҙарым,тиңнәр инем сәскәләргә сәскәләр шиңмәһәләр. Һеҙҙең өсөн ҡәҙерле һылыуҙарыбыҙ артабанғы һынау: «Оҙон толом» тип атала. Һеҙгә 3 минут бирелә
Батыр: Матурлыҡ йөҙҙә түгел – күңелдә тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Киләһе бәйге һылыуҙарыбыҙҙың үҙҙәренең уй-фекерҙәрен асыҡлай белеүен, ижади һәләттәрен күрһәтер тип өмөт итәбеҙ. Һәр бер конкурсант берәр һорау әҙерләргә тейеш ине. Ҡыҙҙар сират яуап ҡайтарырға тейеш. Иң аҙаҡ һорау биргән ҡыҙ үҙенең яуабын тәҡдим итергә тейеш. Ҡыҙҙар рәхим итегеҙ!
Диана:
Ҡыҙҙар йырлай, ҡыҙҙар бейей,
Ҡыҙҙар гүйә оса ғына.
Хискәйҙәрен ҡанат итеп,
Гүзәл йәшлек ҡосағында(Ҡыҙҙар сәхнәгә рәхим итегеҙ)
Батыр: Беҙҙең ҡыҙҙар моңло ла, дәртле лә, йырға маһир, бейеүгә оҫта, Киләһе бәйгелә беҙҙең ҡыҙҙар әҙерләп килгән концерт номерҙарын күрһәтеп китергә тейеш.
Диана: жюри ағзалары кәңәшләшкәнсе Ахметгареева Луиза һәм Фахриева Фаягөл башҡарыуында йыр тыңлап китәйек.
Батыр: Кисәнең иң тулҡынлы мәле килеп етте. Һылыуҡайҙарыбыҙҙы сәхнә түренә саҡырабыҙ.
Диана: Бына улар Гимназиябыҙҙың гүзәлдәрҙән гүзәл, һылыуҙарҙан һылыу ҡыҙҙарыбыҙ! Алҡыштар менән ҡаршылайыҡ
Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ.
Батыр: «Иң һөйкөмлө һылыу » номинацияһын яулаусы ...................
Диана: «Юғары оҫталыҡ» номинацияһын яулаусы ....................
Батыр: «Тамашасы һөйөүен» яулаусы ……………….
Диана: «Иң һомғол һылыу» номинацияһын яулаусы..................
Батыр: «Иң дәртле һылыу» номинацияһын яулаусы..................
Диана: Гран-при яулаусы ҡыҙ_____________________________
Батыр: Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Диана: Афарин!
Батыр: Гимназия һылыуы-2015……………!
Диана: Хөрмәтле тамашасылар, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Батыр: Осрашыуҙарға тиклем, һау булығыҙ!