Тема: Рәшит Ниғмәтиҙең тормош юлы һәм ижады.
Ма7сат: 1) Р.Ниғмәтиҙең тормош юлын, ижадын ентекле өйрәнеү;
2) уҡыусыларҙың тасуири уҡыу һәләттәрен арттырыу өҫтөндә эште дауам итеү;
3) уҡыусыларҙа бөйөк шағирҙарға ҡарата ихтирам хисе уятыу; ижадтары аша тыуған илгә һөйөү, кешеләр араһында дуҫлыҡ, берҙәмлек, үҙ ара аңлашыу кеүек әхлаҡ нормаларын тәрбиәләү.
Йы3азландырыу: Р.Ниғмәтиҙең портреты, китаптары күргәҙмәһе, Башҡортостандың картаһы, фонояҙма, шағирҙың шәжәрәһе яҙылған плакат, уҡыусыларға таратма материал – схема.
Алдан әҙерлек: уҡыусыларға Р.Ниғмәтиҙең шиғырҙарынан өҙөктәр ятларға биреү.
Дәрес барышы
Ойоштороу моменты.
( Таҡтаға тема, эпиграф яҙыла, В.Э.Штейнберг схемаһы һыҙыла, Р.Ниғмәтиҙең портреты, Башҡортостандың картаһы эленә, китаптарынан күргәҙмә ойошторола.)
Бөгөнгө дәрескә эпиграф итеп мин ошо шиғыр юлдарын алдым:
Һандуғастай, һәр саҡ һайраны,
Тыуған ерен ҙурлап данланы.
Илебеҙҙең иркен күгендә
Яҡты йондоҙ булып балҡыны.
Был һүҙҙәр әҙәбиәтебеҙҙең ин талантлы шағирҙарының береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтигә арнала. Р.Ниғмәтиҙең тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы бөгөнгө дәресебеҙҙе унын тормошона, ижадына бағышлайбыҙ.
Яны материалды үтеү.
1.Тормошо. Урал тауҙарынан, Дим буйҙарынан бик-бик алыҫта, көньяҡта осһоҙ – ҡырайһыҙ Һамар далалары уртаһынан йәйрәп ағып ятҡан Ырғыҙ, Кәңәңмәлек йылғалары буйында ла башҡорт ауылдары урынлашҡан. Билдәле «Ырғыҙ» романынын авторы Һ.Дәүләтшина, дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы ; Ғөбәй Дәүләтшин, телсе- ғалим ;Ғәббәс Дәүләтшиндар кеүек данлыҡлы Һамар башҡоттары араһында Башҡортостандын халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти ҙә бар.
(Уҡытыусы һөйләгәндә В.Э.Штейнберг схемаһына мөһим даталарҙы, яҙыуҙарҙы теркәп бара, ә уҡыусылар уларҙы үҙҙәренә бирелгән схемаға яҙа. Схеманы бынан алдағы биттән ҡарағыҙ.) Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин 1909 йылдын 9 февралендә Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Диңгеҙбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Ғалим Салауат Ғәлин тарафынан күсереп алынған шәжәрәһе лә билдәле: Рәшит Ниғмәтулла Өркөнбай Дингеҙбай Юлымбәт Үтәгән Бикйән Ҡотлогилде Теләүкәй Бикбау
Ағасы – миләш
Ҡошо – торна
Тамғаһы – ҡойошҡан
Бәләкәй Рәшит ғәмһеҙ бала сағын ҡулына уйынсыҡ тотоп уйнап-көлөп уҙғарыу бәхете теймәй.
1-се уҡыусы. Р. Ниғмәти үҙенең бала сағы тураһында: «Мин ҡулыма уйынсы тотоп үҫмәнем. Ҡалас, керәндил, кәнфит тигән нәмәне атайым йылға бер- икеме була торған йәрминкәнән берәр ҡаҙаҡлап ҡына алып ҡайта торғайны. Ләкин мин һәм минең менән бер тиҫтер малайҙар – минең дуҫтарым – шатлыҡты тиҙ таптыҡ. Атайымдың эсе тулы хазина булып сыҡты: ул иҫәбенә сыҡмаҫлыҡ күп әкиәт белә ине. Йәйге кис һалҡынында өй эргәһендә,ут алмай торған ҡышҡы кистәрҙә беҙ атайымдың бер ваҡытта ла туйҙырмай торған әкиәттәрен сәғәттәр буйы тыңлай торғайныҡ», - тип яҙа.
Тик был бәхет оҙаҡҡа бармай. Уға 9 ғына йәш булғанда, 1918 йылда, әсәһе донъя ҡуя, ә ун йәш булғанда, 1921 йылда атаһы аслыҡтан үлеп ҡала.Үкһеҙ етем ҡалған Рәшит башта Һамар, унан һуң Украинала балалар йортонда тәрбиәләнә.
2-се уҡыусы. Шағир был ер тураһында «Украина» исемле шиғыр яҙа.
Лирик герой үҙенең украин халҡына булған дуҫлыҡ хисен сағылдырып, уны үҙенең йәшлеге, бәхете тип иҫкә төшөрөүе, уның ҡырҙарының киңлеге, һыуҙарының тәмлелеге, урмандарының байыраҡ та, шаулыраҡ та тойолоуы хаҡында яҙа. Украинаға булған мөхәббәт, рәхмәт тойғоларын, унда граждандар һуғышынан һуңғы аслыҡ йылдарында етем балаларға күрһәткән хәстәрлеген, уларҙы үҙ улдары итеп тәрбиәләүен, балаларҙың да был ерҙе «батьковщинабыҙ» тип атауын иҫкә төшөрә һәм Украинаға әсә лә һин миңә, ата ла тип юҡҡа ғына өндәмәй ул.
1924 йылда Өфөләге Ленин исемендәге мәктәпкә уҡырға инә (К. Маркс урамындағы өсөнсө һанлы дүрт ҡатлы йорт). 1931 йылда уны тамамлай. Мәскәүгә китә. Әммә ауырып китеү сәбәпле кире Өфөгә ҡайта һәм уҡыуын дауам итә. Аҙаҡ ул: «Яланда аунап үҫкән башҡорт малайы Мәскәү мөһабәтлеген күтәрә алмағандар инде», - тип хәтерләй.
1933-1936 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Унан һуң Туймазыға эшкә ҡайта.
1938 йылда Өфөгә күсеп килә, «Коммуна» газетаһы редакциаһында эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, ул ҡаты ауырып китә, Өфөлә госпиталдә дауалана һәм ошонда эшкә ҡала.
1959 йылдың октябрендә вафат була. Уны Салауат баҡсаһында үҙе яратып йырлаған Ағиҙел яры башында ерләйҙәр.
2.Ижады. Ғәҙәттә яҙыусыға: « Һеҙ нисек яҙа башланығыһ?» - тигән һорау бирәләр.
«Мин нисек яҙа башланым? Уны мин үҙем дә белмәйем. Минең башыма яҙыусы булайым әле», тигән уй бер ваҡытта ла килгәне юҡ. «Мин шиғыр эҙләп йөрөмәнем, шиғыр үҙе килде», - тип, нисек яҙа башлауы хаҡында бына шулай әйтә Р.Ниғмәти.
Ул шиғырҙарҙы 1920 йылдарҙа уҡ яҙа башлай, газеталарҙа баҫтыра. 1931 йылда Туймазы районына газета эшенә килгәс, уның журналистика эше башлана. Р.Ниғмәти үҙе: « Хәҙер көрәштең иң ҡыҙған урыны һәм ҡыҙыҡлыһы ҡалала түгел, ауылда»,- тип аңлата.
Уның ижад юлын дүрт этапҡа бүлеп ҡарарға мөмкин.
Беренсе китабы «Кереш» 1933 йылда баҫылып сыға. Яңы тормошто данлай, яңы быуын образын кәүҙәләндерә. Р.Ниғмәти рус әҙәбиәте классиктары А.С.Пушкин, Н.Некрасовтың ижадын өйрәнә. Ул үҙенең «Пушкин ҡалыр», «Кавказ», «Ҡыҙыма хаттар» кеүек шиғырҙарын А.Пушкинға эйәреп яҙған. 2 «Тимер юл» поэмаһы Н.Некрасовтың шул уҡ исемдәге әҫәре үрнәгендә ижад ителгән.
«Йәмле Ағиҙел буйҙары»(1933 й.) поэмаһы иң аҫыл әҫәрҙәренең береһе. Халыҡ поэзияһы традициаларын оҫта файҙалана.Ағиҙел, Урал образдары тирәһендә барған ваҡиғалар аша башҡорт халҡының ауыр үткәндәре, героик революцион көрәше һәм бөгөнгө көнө һүрәтләнә.
3-сө уҡыусы поэманан өҙөктө яттан һөйләй.
Уҡытыусы. Шулай итеп, автор Уралдың, Ағиҙелдең республикабыҙҙың күрке, ә Башҡортостан ҙур илдең бер өлөшө булыуын һүрәтләй.
Р.Ниғмәти ижадында яңы этап башлана. Ватанды һаҡлау өсөн көрәш кеүек ҙур тема тағы ла киңерәк яҡтыртыла һәм тыуған еребеҙҙең азатлыҡын һаҡлау уның ижадының төп темаһына әйләнә.
« Тыуған илем өсөн», «Үс ал, патриот!», «Күберәк нефть, иптәштәр!», «Баҫыуға, туғандар!», шиғырҙары өгөт – нәсихәт лирикаһына ҡарай, уларҙа ҙур патриотик мөрәжәғәт, берҙәмлек тойғолары сағыла.
4-се уҡыусы шиғырҙы яттан һөйләй.
Яҡшы бел: илдең һәм тормоштоң ныҡлығы –
Колхозда, совхозда башаҡтар туҡлығы!
Һәр бөртөк – ул пуля, граната һәм ҡылыс,
Һәр бөртөк Гитлерға бомбалай ҡурҡыныс!
Әйҙәгеҙ баҫыуға күмәкләп, эркелеп.
Юғалып ҡалмаһын ашлыҡтың бөртөгө!
«Әсә һүҙе» шиғыры ла юғары патриотик рухта яҙылған( уҡытыусы тасуири уҡый).
« Үлтер, улым, фашисты!», Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмалары илебеҙ кешеләренең героизмын, фронт һәм тыл берҙәмлеген кәүҙәләндерәләр.( «Үлтер, улым, фашисты!» поэманан өҙөктө фонояҙманан тыңларға булла.)
«Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһынан фронтовик егет образын һүрәтләп, «Һинең хаттарың» шиғырын егет кеше, ә кәләш образын һүрәтләп «Яҙ хатыңда» өҙөгөн ҡыҙ кеше һөйләй.
Шулай итеп, һуғыш осоро поэзияһында Р.Ниғмәти илде һаҡлау, изге көрәш,дошманға нәфрәт, халыҡтар дуҫлығы кеүек мөһим, бөйөк әйберҙәрҙе (тойғоларҙы) бөтә тулылығы менән күҙ алдына баҫтыра.
Һуғыштан һуңғы йылдар Р.Ниғмәти ижадының артабан үҫеше, яңы баҫҡысҡа күтәрелеүе менән характерлана. Яңы шиғырҙар, поэмалар ижад итә. Драматургия өлкәһендә лә уңышлы эшләй, ете пьеса яҙа. Рус әҙәбиәтенең яҡшы үрнәктәрен башҡорт теленә тәржемә итә.
Был осорҙа яҙылған әҫәрҙәре: « Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда», « Сәләм һүҙе», « Киләсәккә сәйәхәт», « Һаҡмар ҡыҙы», « Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар», «Разливтағы шалаш янында» һб.
Пьесалары: «Урман шаулай», «Врач Ғимранов». «Һинең йондоҙоң», « Ағиҙел ярында».
Тәржемәләре: А.С. Пушкиндың «Руслан һәм Людмила» поэиаһы, « Дубровский» повесы, В.Катаевтың « Яңғыҙ елкән күренә ағарып» романы, В.Маяковскийҙың «В.И.Ленин» поэмаһы, Д.Фурмановтың « Чапаев», С.Злобиндың «Салауат Юлаев», П.Павленконың «Бәхет» романдары.
- Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың халыҡ шағиры, Р.Ниғмәтиҙең ижадына дөйөм байҡау яһаныҡ.
-Уҡыусылар, кем ул Рәшит Ниғмәти?
Ошо уҡҡа яҙа барайыҡ:
- Шағир – публицист – драматург – тәржемәсе.
Наградалары.
Туған халҡыбыҙҙың һәм хөкүмәтебеҙ Р.Ниғмәтиҙең талантлы юғары баһаланы, уны Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы һәм ике тапҡыр «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнеүе. Илле йәше тулыу уңайы менән уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Үҙе йәшәгән Ленин урамындағы икенсе һанлы йортта аҡ мәрмәрҙән таәтаташ асылды.
Йомғаҡлау.
Р.Ниғмәти ижадының әһәмиәте башҡорт әҙәбиәте өсөн бик ҙур. Уның поэзияһы бай темалы һәм күп жанрлы ижад. Ул башҡорт әҙәбиәтен сәйәси темаларға арналған иң яҡшы шиғырҙар, поэмалар менән байыҡтырҙы. Р.Ниғмәти башҡорт совет поэзияһында сәйәси лириканың гүзәл өлгөләрен тыуҙырҙы. Тыуған ил, халыҡтар дуҫлығы, тыныслыҡ кеүек ҙур темалар тәрән мәғәнәлелеге менән айырылып тора.
Билдәле ғалим, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов Рәшит Ниғмәти ижадын баһалап шундай һүҙҙәр әйтте: « Шағирлыҡ таланты уны поэзия түренә күтәрҙе һәм халыҡтың мөхәббәтен ҡаҙанған данлыҡлы шағир итеп танытты».
( Эпиграфҡа ҡайтып ): Ысынлап та, Башҡортостандың халыҡ шағиры . Р.Ниғмәти үҙенең әҫәрҙәрендә Башҡортостаныбыҙҙы, тыуған еребеҙҙе ҙурланы, данланы, тыуған илдең ысын патриоты булырға өндәне һәм ул беҙҙең хәтерҙә « яҡты йондоҙ» булып мәңге балҡыр.
Өйгә эш.
« Һаҡмар ҡыҙы» поэмаһын уҡырға. Төп образдарға ҡылыҡһырлама бирергә, конфликттың сәбәптәрен асыҡларңға йәки поэма буйынса әңгәмәгә әҙерләнергә.