СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Реферат: "Бала һөйләп асыла"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Реферат: "Бала һөйләп асыла"»







Йөкмәтке:

Инеш.

  1. Бала һөйләп асыла.

  2. Телмәр үҫтереүҙә үҫтереүле анализ һәм үҫтереүле синтез.

Йомғаҡлау.

Ҡулланылған әҙәбиәт.



































Инеш.

Беренсе класҡа тәүләп аяҡ баҫҡан балаларға иғтибар иткәнегеҙ бармы? Уҡытыусының һорауына, береһен береһе бүлдереп, һәр бала үҙенсә ниҙер һөйләй, нимөнелер иҫбат итә, нимәгәлер үҙ мөнәсәбәтен,баһаһын белдерергә тырыша. Күп осраҡта уларҙың яуаптары уҡытыусының һорауына тура ла килмәй, ләкин бала һөйләнә, ниндәйҙер хәл-ваҡиғаны тасуирлай. Һорауға дөрөҫ яуап бирмәү ҙур бәлә түгел!

Бала һөйләп асыла, үҙенең “мин”леген иҫбатлай, нимәнелер иңҡар итә, үҙенең булған ғына тиклем һүҙ байлығы, һүрәтләү саралары менән нимәгәлер характеристика бирә, предметты, берәй хәл-ваҡиғаны үҙенсә биҙәй, матурлай. Тимәк, ул һөйләп ижад итә. Эйе, эйе, ысын-ысыны менән ижад ул. Ул хикәйәләй, тасуирлай, үҙенсә сюжет төҙөй. Үҙенең эске донъяһы аша, күңел талпыныуы менән илһамланып, ҡайһы саҡта ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр теҙеменә сәсәй-сәсәй, реаль ысынбарлыҡтағы, беҙ иғтибарға ла алмаған хәл-ваҡиғаны ҙурайта, уйҙырмалар менән ҡабарта, мөһимлеген раҫлай. Ана шулай ул үҙенең күңел байлығын, ижад фантазияһын, ҡабатланмаҫ “мин”ен беҙгә әйтеп бирергә тырыша. Бигүк төҙөк тә булмаған һөйләмдәре кәм тигәндә өс-дүрт, хатта биш-алты һүҙҙән тора. Һәр хәлдә юғары кластағы баланың “эйе”, “юҡ”, “түгел”, “дөрөҫ”, “шулай”, “белмәйем” кеүек зәғиф һәм ярлы яуаптары, йәғни “телмәре” менән сағыштырып булмай.

Артабан күҙҙәренән осҡон сәсрәтеүсе, теле-телгә йоҡмаған, һүҙгә әүәҫ, күңеле шар асыҡ бала мәктәп мөхитендә аҡрынлап һүнә, йомола, үҙ-үҙенә бикләнә бара. Был нилектән килеп сыға? Шул осҡондо бөтөрмәҫкә ниндәй саралар бар.

Шуларға яуап эҙләп ҡарамаҡсымын мин.





Бала һөйләп асыла.

Бала һөйләп асыла, тигәйнем. Эйе. Был үтә мөһим принцип. Уны иңҡар итеп булмай. Баланы һөйләндереү ябай ғына һорауҙар биреү, ябай ситуацияға ҡоролған хәл-ваҡиға тураһында бәхәс алып барыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәләрен табыу, балаға таныш әкиәтте башлап, үҙенән дауам иттереү, берәй осраҡлы хәлдән сығыу юлдарын эҙләтеү, берәй предметты икенсеһенән ниндәй билдәләренә, сифаттарына ҡарап айырыу мөмкинлеген әйттереү һәм башҡа эш төрҙәре аша алып барыла. Уҡытыусы телмәрендә һәр һүҙ, һәр төшөнсә балаға таныш булырға тейеш. Баланың яуаптары ҡуйылған маҡсатҡа тура килмәгән осраҡта ла уны һөйләүенән бүлдерергә ярамай. Әйҙә бала асылһын. Йә булмаһа, бүлдерергә кәрәк, тип иҫәпләгән саҡта ла уның күңелен күтәрерҙәй, үҫтерерҙәй һүҙҙәр менән туҡтатыу мөһим. Уҡыусыға “Дөрөҫ түгел!”, “Дөрөҫ һөйләмәйһең!”, “Яңылышаһың!”, “Аңламағанһың!”, “Белмәйһең!” кеүек күңелде төшөрөрлөк талаптарҙан, иҫкәртеүҙәрҙән һаҡ булыу кәрәк. Баланың яуабына булған кире тойғоңдо ла тышҡа сығарырға, балаға белдерергә ярамай, киреһенсә, үҙеңдә йәшереп ҡалдырыу зарур. Ҡайһы бер уҡытыусылар балаға талапсан булам тип, артыҡ ҡырыҫлыҡ күрһәтә. Был тәңгәлдә төҙәтә алмаҫлыҡ эҙемтәләргә килтерә торған ике хата яһала. Беренсенән, уҡытыусы класс алдында абруйын юғалта, уҡырға өйрәтеүсе менән өйрәнеүсе араһында сик, кәртә барлыҡҡа килә. Икенсенән, бала уй-хыялын, күңелендәген асып һалыуҙан ситләшә, йомола бара, артабан уның телмәре наҡыҫлана, өҙөк-йыртыҡ “эйе”, “юҡ” кеүек һүҙҙәр менән сикләнә. Шунан уҡытыусы төрлө методик алымдар менән уның телмәрен үҫтереү йүнәлешендә эшләп ҡараған була ла, әммә файҙаһыҙ. Эш үткән була. Ана шунан һаҡланыу кәрәк тә инде.

Мәктәпкә аяҡ баҫыу менән үк бала мәктәп ҡыҫандарына программа, дәреслек материалдарына ҡыуып индерелә, кәрәккән-кәрәкмәгән ҡағиҙәләргә, нормаға буйһондорола, 40-45минут буйы дәрес тип аталған күҙәтеүгә түҙеп ултырырға мәжбүр ителә. Әлифбаны өйрәнеп бөтөр-бөтмәҫтән яҙыусы ижады, әҫәрҙәре менән таныштырыу башлана. Билдәле булыуынса, ундай әҫәрҙәрҙең күбеһе бала зиһененә аңлайышһыҙ хәл-ваҡиғаларға, ниндәйҙер сәйәси проблемаларға арналған була. Шунан башланып китә лә инде бала өсөн иң ҡыйыны: уҡыу өсөн оҙон-оҙон текстарҙан торған өйгә эштәр, ятлап килеү өсөн шиғырҙар биреү, минутына нисә һүҙ уҡый алыуын тикшереү, кәрәген уйлап тормайынса, күнегеүҙәр эшләтеү, күсереп яҙҙырыу һәм башҡалар. Татылдап торған баланың телмәре ошо тәңгәлдә тотҡарланмай микән?

Уҡыусының шәхси үҙенсәлектәре бихисап. Ә шәхси һәләте, ниндәй әкиәт белә, ниндәй шиғыр, таҡмаҡ, йыр, йомаҡ белә, һүрәттәр яратамы, яратһа, үҙе ниндәй һүрәт төшөрә ала, йәғни баланың тәбиғи булмышы, эске донъяһы менән ҡыҙыҡһыныу эштәре алып барыламы? Ғалимдарҙың, психологтарҙың әйтеүенсә, һәр балала ниндәй ҙә булһа, ниндәйҙер кимәлдә ижади һәләт бар. Шул һәләтте кем асыр ҙа, кем өйрәнер? Баланы өйрәнмәй, баланан өйрәнмәй тороп, тота килеп уны нимәгәлер өйрәтә башлау дөрөҫ микән?

Классҡа төрлө ата балалары туплана. Уларҙың үҫеш кимәле лә, һәләттәре лә, күңел донъяһы ла бер төрлө түгел. Ләкин һәләтһеҙ тип тойомланған, ауыҙ асып һөйләп тормаған, тәү мәлдәрҙә асылып китә алмаған балалар ҙа була. Абайламайынса ундайҙарға күҙҙәренә ҡарап бөтә класс алдында “һәләтһеҙ”, “йомоҡ” тип хөкөм сығарырға ярамай. Бөтә күңелен балаларға ихлас арнаған уҡытыусылар “һәләтһеҙ” баланың да һәләтен таба, “йомоҡтоң” да асылып китеүенә ирешә. Әкиәттәр һөйләп, йомаҡтар ҡойоп, йырҙар көйләп төрлө уйындарға ылыҡтырыу кеүек бала күңеленә яҡын башҡа саралар ярҙамында бала асылғандан асыла бара. Балалар менән эскерһеҙ мөнәсәбәттә булыу мөһим. Яһалмалылыҡты улар тиҙ күреүсән. Хатта ысын әкиәт менән яҙыусы тарафынан ижад ителгән әкиәттең дә айырмаһын һиҙәләр. Таҡмаҡты шиғырҙан, ысын йомаҡты уйлап сығарылғанынан айыралар. Бала күңеле ихласлыҡҡа тартыла.

Булыр бала биләүҙән йәки алтылағы алтмышта тигән әйтемдәр башҡорттоң йәшәү рәүешенән, тормош тәжрибәһенән барлыҡҡа килгән. Беренсе класста баланың һәләтен өйрәнеүгә сәғәттәр ҡаралмаған. Дөрөҫ, “Әлифба”ға тиклемге осор бар, ләкин ул баланы өйрәтеү осорона инә. Бала мәктәпкә балалар баҡсаһынан һуң бара, тип әйтеүҙәре мөмкин. Эйе, балалар баҡсаһынан килгәндәре лә бар, ләкин унда ла баланы өйрәнеү урынына өйрәтеү өҫтөнлөк алған. Өйрәткәндә лә, халыҡ ижады үрнәктәренә ҡарағанда, яһалма ижадҡа ҙур урын бирелгән.

Бала һөйләп асыла. Был методик принциптың асылы ябай. Уҡыу йылының тәүге көндәренән, тәүге дәрестә үк уҡытыусы яңы килгән уҡыусыларҙы күҙәтә, өйрәнә. Тәүге сиратта уларҙың һөйләү телмәре кимәлдәрен, дөйөм үҫеш кимәлен, шәхси үҙенсәлектәрен, рухи булмышын күҙ алдынан үткәрә, үҙ аллы фекер йөрөтә алыу мөмкинлеген байҡай.

Баланың һөйләү телмәре ниндәй кимәлдә булырға тейеш? Методик әҙәбиәттә бындай һорауға яуап юҡ. Баланың һөйләү телмәрен үҫтерергә кәрәк. Ни бары шул ғына. Артабан телмәр үҫтереү алымдаары, саралары тасуирлана. Һөйләү телмәре кимәлдәрен асыҡламай тороп, уны үҫтереү тураһында һүҙ алып барыу, мөмкин булмаған хәл.

Һөйләү телмәре кимәлен асыҡлау баланың фекер йөрөтөү кимәлен асыҡлау ул. Ә фекер йөрөтөү кимәле баланың дөйөм үҫеш кимәлен күрһәтә. Кластағы уҡыусыларҙың һөйләү телмәре төрлө кимәлдә була. Ул кимәлдәрҙе шартлыса баҫҡыстарға бүлергә мөмкин (уҡыу йылы башында бишенсе класс уҡыусылары күҙ алдында тотола):

Беренсе баҫҡыс.

Яуаптары һөйләм кимәленә күтәрелмәгән, “эйе”, “юҡ”, “белмәйем” кеүек һүҙҙәр менән генә сикләнгән баланың телмәре. Мәҫәлән:

Уҡытыусы: ямғыр яуғанмы?

Уҡыусы: эйе (юҡ, белмәйем).

Тимәк, был төркөмгә ҡараған балаларҙың һөйләү телмәре хәл-ваҡиғаны, тышҡы билдәләренән сығып, иңҡар итеүгә, раҫлауға, төшөнмәүгә ҡайтып ҡала. Хәл-ваҡиғаға баһа биреү йәки уны тасуирлау мөнәсәбәте үҫешмәгән. Хәл-ваҡиғаның мөһимлеге, йөкмәткеһе йәки башҡа сифаттары ҡыҙыҡһындырмай. Бындай телмәр үҫтереүгә мохтаж.

Икенсе баҫҡыс.

Яуаптары һөйләм кимәлендә, хәл-ваҡиғаға бер ни тиклем баһа биреү мөнәсәбәттәре булған һөйләү телмәре. Мәҫәлән:

Уҡытыусы: Ямғыр яуғанмы?

Уҡыусы: Яуған. Күп итеп.

Бындай төркөмгә ҡараған баланың телмәре “эйе”, “юҡ” һымаҡ раҫлау ишараһы менән түгел, ә тәғәйен һүҙҙән (яуған) тыш хәл-ваҡиғаға баһа (күп итеп) мөнәсәбәтен дә сағылдыра. Бындай телмәрҙе тулыландырырға һәм үҫтерергә кәрәк.

Өсөнсө баҫҡыс.

Һорауға мөмкин тиклем тулы яуап биргән баланың телмәре. Мәҫәлән:

Уҡытыусы: Ямғыр яуғанмы?

Уҡыусы: Эйе. Яуған. Күп итеп. Аяҡ аҫты һыу.

Бындай телмәрҙә һорауға яуап биреүҙән тыш, хәл-ваҡиғаның сифаттарын тасуирлау мөнәсәбәте лә бар. Ул бик самалы, әммә һөйләүсе хәл-ваҡиғаның тәғәйен бер билдәһен (аяҡ аҫты һыу) әйтеп бирә алған. Бындай телмәр төҙөкләндереүгә һәм артабан байытыуға мохтаж.





Дүртенсе баҫҡыс.

Был кимәлдәге һөйләү телмәренә эйә бала табылмаҫҡа мөмкин. Тимәк, был кимәл өлгө булып тора. Башҡа кимәлдәге телмәрҙе ошо өлгө кимәлгә тиклем үҫтереү кәрәк. Был кимәлгә еткән һөйләү телмәре төҙөк, тулы, бай була һәм һөйләүсенең хәл-ваҡиғаға ҡарата төрлө мөнәсәбәтен үҙ эсенә ала. Мәҫәлән:

Уҡытыусы: Ямғыр яуғанмы?

Уҡыусы: Эйе. Ямғыр яуған. Юлда күләүектәр ята. Ағастарҙан, өй ҡыйыҡтарынан тамсылар тама. Һалҡынса елдән ямғыр еҫе килә. Тимәк, башҡа кимәлдәге һөйләү телмәрен ошо кимәлгә тиклем үҫтереү бурысы тора уҡытыусы алдында.





















Һөйләү телмәрен үҫтереүҙә үҫтереүле анализ һәм үҫтереүле синтез.

Балаға ихлас, эскерһеҙ ҡараш кәрәк. Уға үҙ тиңең күреп өндәшеү мөһим. Дәрестәге һәр эштә уға таянырға, һәр эшкә уны ылыҡтырырға тырышыу зарур. Ҡыҙыҡтырыу принцибынан сығып, дәрестә һәр баланың әүҙем ҡатнашыуына ирешеп була. Бының өсөн төрлө алымдарҙы ҡулланырға мөмкин. Телмәрҙе дөрөҫ йүнәлештә үҫтереү өсөн, халҡыбыҙ борон-борондан һанамыштар, тиҙәйткестәр һәм тел төҙәткестәр уйлап сығарған. Тағы ла, күнегеүҙәр аша ла баланың үҙаллылығын, ижади һәм күркәм фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереп була. Әммә дәреслектәрҙәге күнегеүҙәрҙең биремдәре кеүек гел бер төрлө ҡалыплашҡан эштәр тәҡдим итергә ярамай. Күнегеүҙәрҙең үҫтереүле биремдәренә күберәк иғтибар итеү мөһим. Бер үк күнегеүҙе лә бер нисә вариантта эшләп була, тик биремдәре генә бер-береһенән айырыла. Түбәндә бер үк текст өҫтөндәге эштең бер нисә үрнәге бирелә.



Көн салт аяҙ.

Ҡаш өҫтөңә ҡулыңды ҡуй ҙа ҡара, алыҫ-алыҫтарға һуҙылып киткән киң яландар ус төбөндә кеүек кенә булыр. Ҡойоп торған ямғырҙар туҡтағанға бер аҙна үтте инде. Көндәр ҡапыл йылы, ҡояшлы булып киткәс, ҡамыл төптәре йомшаҡ ҡурпылар менән ҡапланды. Улар хәҙер әллә ни ерҙән күм-күкләнеп, йылҡылдап, күҙҙең яуын алып яталар. Көнбағыш баҫыуҙары ла тотош һары сәскәгә күмелеп ултырмай инде. Ашыҡмай, ләкин бар нәмәгә үҙенең һорғолт тамғаһын һалып, көҙ яҡынлаша, көҙ. Торналар сыңрауы әленән-әле күгелйем һауа киңлегендә оҙаҡҡа һуҙылып, иләҫләндереп тора. (Б.Бикбай “Аҡселән ташҡанда”)

  1. Эш. Өҙөктө уҡығыҙ. Аңлатмалы һүҙлекте файҙаланып салт аяҙ, ҡурпы, ҡамыл, ус төбөндә кеүек, күҙҙең яуын алып һүҙҙәренең һәм һүҙбәйләнештәренең мәғәнәләрен дәфтәрегеҙгә яҙығыҙ. Өҙөккә исем бирегеҙ.

  2. Уҡытыусы. Хәҙер иғтибарҙы таҡталағы тексҡа йүнәлтәйек әле. Өҙөктө тәүҙә үҙем уҡып сығам.

Методик иҫкәрмә.

Иң тәүҙә класҡа шундай һорауҙар бирергә мөмкин:

  • Был өҙөк оҡшанымы? Оҡшаһа, ул ҡайһы яғы менән һеҙгә яҡын?

  • Өҙөктә нимә тураһында һүҙ бара?

  • Бында автор нимә хаҡында хәбәр итергә теләгән?

Әммә бындай һорауҙар уҡысыларҙың әүҙемлеген үҫтермәй. Һәр дәрестә, һәр эштә һорауҙарҙың үҫтереүле төрҙәрен биреү мөһим. Һәр эш, һәр бирем баланың иғтибарын үҙенә тартһын, ҡыҙыҡтырһын, уйландырһын. Мәҫәлән, алда бирелгән өҙөк буйынса эш тәҡдим итер алдынан һүҙлек буйынса аңлатмалар үткәреү кәрәк. Текстағы, өҙөктәге, күнегеүҙәрҙәге һәр һүҙҙең мәғәнәһе балаларға аңлашылырға тейеш. Әгәр өҙөктә бер генә һүҙ йәки һүҙбәйләнеш балаға аңлайышһыҙ ҡала икән, ул текстағы хәл-ваҡиғаның дөйөм мәғәнәһен тулыһынса үҙләштерә, күңеленә һеңдерә алмаясаҡ.

Һүҙлек эшен үткәргән саҡта ла балаларҙың үҙҙәрен ылыҡтырырға кәрәк. Уларҙың көсөн һынап ҡарау мөһим. Һәр аңлашылмаған һүҙҙең лексик мәғәнәһен уҡытыусы үҙе әйтеп барһа, дәрестең әүҙемлеге һүрелә. Класта дөйөм үҫеше йәһәтенән төрлө кимәлдәге балалар тупланған. Уларҙың береһе белмәһә, икенсеһе йәиһә өсөнсөһө барыбер беләсәк. Балаларға ышаныс менән ҡарау уларҙы дәрестән дәрескә әүҙемләштерә. Уҡыусыларҙың әүҙемлеге дәрестең уңышын хәл итә, баланың һүҙгә һиҙгерлеген, ҡыҙыҡһыныуын үҫтерә.

Уҡытыусы. Тәүге һөйләмдә ни өсөн автор салт һүҙен ҡулланған? Был һүҙ менән автор нимә әйтергә теләгән?

Уҡыусы. Көндөң болотһоҙ икәнен.

Уҡыусы. Көн ап-аяҙ

Уҡыусы. Көн ныҡ аяҙ.

Уҡыусы. Күктә бер болот та юҡ.

Уҡыусы. Көн шул тиклем аяҙ.

Уҡыусы. Көн һәләк аяҙ.

Уҡыусы. Көн зәһәр аяҙ.

Уҡыусы. Көн шар аяҙ.

Уҡытыусы. Бик матур аңлаттығыҙ, уҡыусылар. Телегеҙҙән ҡыуанығыҙ. Хәҙер беҙ ошо өҙөккә үҙгәрештәр индерәбеҙ. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. Улар урынына матурыраҡ һүҙҙәр һайлап ҡарайыҡ, һеҙ барығыҙ ҙа әҙәби мөхәррирҙәр икән, ти. Ә кем һуң ул мөхәррир?

Уҡыусы. Газета-журналдар сығарыусы.

Уҡыусы. Китаптар сығарыусы.

Уҡытыусы. Нигеҙҙә, дөрөҫ яуап бирҙегеҙ. Шулай ҙа ул һүҙҙең лексик мәғәнәһен асыҡлап үтәйек. Бының өсөн аңлатмалы һүҙлек һеҙгә ярҙам итәсәк. Мөхәррир һүҙен ҡарап әйтеп ебәрегеҙ әле, ниндәй мәғәнә аңлата икән? Кем тиҙерәк таба?

Уҡыусы. Мөхәррир һүҙе ике мәғәнәгә эйә. Беренсе мәғәнәһе – тексты ҡарап төҙәткән кеше. Икенсеһе – баҫманы (китапты, газета-журналды) донъяға сығарған ойошманың етәксеһе, йөкмәткеһен раҫлаусы.

Уҡытыусы. Беҙгә уның беренсе мәғәнәһе тап килә. Хәҙер ошо өҙөктө ҡарап төҙәтеп сығайыҡ әле. Өҙөктәге һәр һүҙгә иғтибар итегеҙ. Башта үҙем бер-ике һүҙҙе төҙәтәм, һеҙ күҙәтеп барығыҙ. Тәүге һөйләмен автор “Көн салт аяҙ” тип алған. Быны шул көйө ҡалдырабыҙ. Унда төҙәтер йәки алмаштырыр һүҙ юҡ. Икенсе һөйләмдә, Ҡаш өҫтөңә ҡулыңды ҡуй ҙа ҡара, тип әйтә лә автор булыр һүҙе менән тамамлай. Иғтибар итегеҙ: булыр урынына күренер тип алһаҡ, һөйләм матурланмаймы? (таҡтаның бер яҡ ситенә уҡытыусы өҙөктөң төҙәтмәләр индерелгән вариантын яҙып бара)

Уҡыусы. Матурлана.

Уҡыусы. Ҡарағас, күренергә тейеш.

Уҡытыусы. Дөрөҫ әйттең. Ана шулай һәр һүҙгә талапсан булығыҙ.

Уҡыусы. Ялан һу:ыламы, әллә йәйеләме?

Уҡытыусы. Дөрөҫ һорау бирҙең. Күмәкләп уйлап ҡарағыҙ әле.

Уҡыусы. Йәйелеп киткән киң яландар тип үҙгәртәйек.

Уҡыусы. Йәйрәп киткән киң яландар тип алһаҡ, дөрөҫ була.

Уҡыусы. Йәйрәп киткән, тип түгел, ә, йәйрәп ятҡан, тиһәк, тағы ла матурыраҡ була.

Уҡытыусы. Ҡайһылай дөрөҫ әйттегеҙ. Ана күпме мөхәррирҙәр бар икән беҙҙең класта! Һеҙҙең төҙәтмәләрҙе индереп, һөйләмде яңынан уҡып сығайыҡ әле.

Уҡыусы. Ҡаш өҫтөңә ҡулыңды ҡуй ҙа ҡара, алыҫ-алыҫтарға йәйрәп ятҡан киң яландар ус төбөндәге кеүек кенә күренер.

Уҡытыусы. Йә, хәҙер әйтегеҙ инде, беҙ төҙәткән һөйләмме, әллә өҙөктәге һөйләм матурыраҡмы?

Уҡыусы. Беҙ төҙөгән һөйләм матур.

Уҡытыусы. Артабан үҙегеҙ тейешле төҙәтмәләр индерегеҙ. Һәр һүҙгә, һүҙбәйләнешкә иғтибар итегеҙ.

Уҡыусы. Ҡойоп торған һүҙбәйләнешен ҡойоп яуған тип үҙгәртергә мөмкин.

Уҡыусы. Ул һүҙбәйләнеште ҡойма тип алһаҡ, матурыраҡ була.

Уҡытыусы. Иптәштәрегеҙҙең икеһе ике төрлө төҙәтергә тәҡдим итә: ҡойоп яуған һәм ҡойма. Шул төҙәтмәләрҙең ҡайһыһын алырға мөмкин? Уйлағыҙ әле.

Уҡыусы. Ҡойма тип алайыҡ.

Уҡытыусы. Ни өсөн? Иҫбат ит.

Уҡыусы. Яуған тип әйтһәк, шул уҡ ямғыр һүҙенең мәғәнәһе ҡабатлана кеүек, сөнки ямғыр һәм ҡарҙан башҡа нәмә яумай.

Уҡыусы. Ҡойма тип төҙәтһәк, һүҙбәйләнеш һүҙгә әйләнә, ыҡсымлана.

Уҡыусы. Ҡойма тип алһаҡ, ҡойоп торған һүҙбәйләнешенең мәғәнәһе көсәйә.

Уҡытыусы. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, ҡойма мәғәнәһен һәм һөйләмдәге урынын өсөгөҙ өс яҡлап иҫбат иттегеҙ. Тимәк, ҡойма тип төҙәтеү индерәбеҙ.

Уҡыусы. Туҡтағанға һүҙенән һуң ла һүҙен өҫтәйек.

Уҡытыусы. Дөрөҫ, иҫбат ит.

Уҡыусы. ла ябай бер теркәүес түгел, ә көсәйтеүсе сара.

Уҡыусы. Хәл-ваҡиғаны көсәйтә.

Уҡыусы. Һөйләмдең мәғәнәһен көсәйтә.

Уҡытыусы. Ҡайһылай килештереп, матур итеп аңлаттығыҙ. Дөрөҫ.

Уҡыусы. Ни ерҙән урынына ҡайҙан тип алырға мөмкин.

Уҡытыусы. Ни өсөн? Иҫбат ит.

Уҡыусы. Һөйләү телендә, ғәҙәттә, әллә ҡайҙан тип ҡулланыла.

Уҡыусы. Әллә ни ерҙән тип һөйләү – яһалма.

Уҡыусы. Улай һөйләргә тел ғәҙәтләнмәгән.

Уҡытыусы. Һеҙҙе тыңлап тороуы шундай рәхәт.

Уҡыусы. Күм-күкләнеп урынына күгәреп тип алыу телгә яҡын була.

Уҡытыусы. Ә нимә һуң ул телгә яҡын тигәнең?

Уҡыусы. Халыҡта шулай һөйләү бар.

Уҡыусы. Күңелгә яҡын, йәнгә яҡын, йөрәккә яҡын тип әйтәбеҙ икән, телгә яҡын тигәне лә булырға тейеш.

Уҡыусы. Мәғәнәһе аңлайышлы, әйтеүе еңел булған һүҙ телгә яҡын була.

Уҡыусы. Мин күм-күкләнеп урынына күгәреп тип алыу яғындамын.

Уҡытыусы. Ысынлап та, күм-күкләнеп һүҙенә күгәреп тигән мәғәнәле һүҙ яҡын икән.

Уҡыусы. Яталар ҡылымында –лар ялғауы артыҡ, минеңсә.

Уҡытыусы. Дөрөҫ, иҫбат ит.

Уҡыусы. һөйләмдең хәбәрен ята тип алһаҡ та, уның күплекте аңлатыуын эйәгә ҡарап беләбеҙ.

Уҡыусы. Бында яталар тип алһаҡ, урыҫ теленә эйәргән кеүек килеп сыға.

Уҡыусы. Улар ята, тиһәк, стилистик яҡтан дөрөҫ була. Һөйләм йыйнаҡ та, матур ҙа.

Уҡыусы. Улар һәм –лар. Бында бер үк мәғәнә ҡабатлана кеүек, минеңсә.

Уҡыусы. Һөйләмдең эйәһе билдәһеҙ булғанда, хәбәре күплектә килергә мөмкин. Мәҫәлән, “Мәктәпте япҡандар”, “Ауылды бөтөрҙөләр”.

Уҡытыусы. Бер-берегеҙҙең фекерен тулыландырып, бик матур, дөрөҫ аңлаттығыҙ. Рәхмәт. Хәҙер инде өҙөктө, һеҙ төҙәткәнсә, уҡып ҡарайыҡ әле. (өҙөктө уҡыусыларҙың береһенән уҡыта)

Көн салт аяҙ.

Ҡаш өҫтөңә ҡулыңды ҡуй ҙа ҡара: алыҫ-алыҫтарға йәйрәп ятҡан киң яландар ус төбөндә кеүек кенә күренер. Ҡойма ямғырҙар туҡтағанға ла бер аҙна үтте инде. Көндәр ҡапыл йылы, ҡояшлы булып киткәс, ҡамыл төптәре йомшаҡ ҡурпылар менән ҡапланды. Улар хәҙер әллә ҡайҙан күгәреп, йылҡылдап, күҙҙең яуын алып ята.

Уҡытыусы. Һеҙҙең төҙәтмәләрегеҙҙән һуң өҙөк матурланды, мәғәнәгә байыны, һүҙ ҡәҙерен, һүҙ көсөн тойоуығыҙ өсөн рәхмәт. Телгә һәр саҡ һиҙгер булығыҙ. Телегеҙҙән ҡыуанығыҙ.



  1. Уҡытыусы. Өҙөктөң һуңғы һөйләменә иғтибар итәйек әле. Кемегеҙ уҡып ишеттерә? Әйҙә, һин уҡы.

Уҡыусы. Торналар сыңрауы әленән-әле күгелйем һауа киңлегендә оҙаҡҡа һуҙылып, иләҫләндереп тора.

Уҡытыусы. Был һөйләм йылдың ҡайһы миҙгелен күҙ алдына баҫтыра?

Уҡыусы. Көҙ миҙгеле күҙ алдына килә, сөнки торналар сыңрауы бар.

Уҡыусы. Ә ниңә яҙ түгел? Яҙ еткәс тә торналар сыңрап ҡайта бит.

Уҡыусы. Был һөйләм яҙ һәм көҙ миҙгелдәрен күҙ алдына баҫтыра.

Уҡытыусы. Дөрөҫ. Ә көҙ миҙгелен белдерһен өсөн был һөйләмгә ниндәй төҙәтеү индереп була? Уйлағыҙ әле.

Уҡыусы. Йылы яҡҡа китеп барған торналар тип алырға кәрәк.

Уҡыусы. Алыҫ юлға йыйынған торналар тип әйтһәк, дөрөҫ була.

Уҡытыусы. Афарин! Һүҙҙең көсөн тоя беләһең. Теге миҫал да дөрөҫ булды. Һүҙ ҡәҙерен тоя белеүгә ынтылыш бар… Ә хәҙер, уҡыусылар, торна тураһында һөйләшеп алайыҡ. Торна һәм уға бәйле нимәләр беләһегеҙ?

Уҡыусы. Торна – изге ҡош. Уны атырға ярамай.

Уҡыусы. Торнаны атһаң, бәлә килә.

Уҡыусы. Торна – ырыу ҡошо.

Уҡыусы. “Сыңрау торна” көйө бар.

Уҡыусы. Балет та бар.

Уҡыусы. Торна исемен йөрөткән ауылдар бар.

Уҡытыусы. Торна һәм уға бәйле бик күп нәмәләрҙе беләһегеҙ икән. Был бик һәйбәт. Торна тураһында ырым-юрауҙар ҙа бар. Борон-борондан торнаның изге ҡош икәненә ышанған беҙҙең халыҡ. Мәҫәлән, оҙаҡ атлай алмай ултырған бала, торналар ҡайтҡас, атлап китер булған. Ана шуға инде, торналар аяҡ алып ҡайтты, тип ышанғандар. Теле асылмай ултырған бала торналар ҡайтыу менән һөйләшә башлаған. Шуға күрә, торналар тел алып ҡайтты, тип ҡыуанғандар.

Тағы ла шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, уҡыусылар. Х быуатта башҡорттар иленә ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн-Фаҙлан туҡталып киткән. Уның әйтеүенә ҡарағанда, ниндәйҙер бер һуғыш ваҡытында башҡорттар еңелә башлаған. Шул саҡта ҡайҙандыр торналар сыңрап килеп сыҡҡан һәм дошман ҡаса башлаған. Шуға күрә башҡорттар торналарға табына. “Торналар – беҙҙең Раббыбыҙ. Улар беҙҙең дошмандарыбыҙҙы ҡасырға мәжбүр итте”, - тиҙәр. Ана шуның өсөн дә торна – халҡыбыҙ тормошонда изге ҡош, ырыу ҡошо, тамға ҡошо. Мәҫәлән, үҫәргән ырыуының ҡошо – торна.

Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәтен, ырымдарын, юрау-һынамыштарын белергә тейешбеҙ, уҡыусылар. Улар беҙҙең тере тарихыбыҙ, рухи байлығыбыҙ.



Күреүегеҙсә, анализдың өсөнсө төрөндә уҡытыусы, үҫтереүле синтез принцибына таянып, торна һәм уның менән бәйле рухи ҡиммәттәребеҙ тураһында балаларҙың белемдәрен байҡай. Уҡыусыларҙың яуаптарына үҙенең белгәндәрен өҫтәп, йомғаҡлау яһай. Әммә ул ябай йомғаҡлау түгел. Балаларҙан алынған мәғлүмәт артабан үҫтерелә, дөйөмләштерелә, “Шулай итеп, бөгөн дәрестә шул теманы үттек” һымаҡ ҡоро һүҙ һөйләүҙән ҡотолдора. Баланы тел биҫтәһе итеп түгел, ә һүҙ оҫтаһы итеп тәрбиәләү, үҫтереү мөһим. Класта эш, телмәр үҫтереү өсөн һайлап алған өҙөктәр, хатта айырым һөйләмдәр баланы уйландырырлыҡ йөкмәткеле булһын.











































Йомғаҡлау.

Бала һөйләп асыла. Был үтә мөһим принцип. Бала күңеленә юл уны һөйләтеү, һөйләндереү аша һалына. Был инде төрлө ситуатив-коммуникатив йөкмәткеле һорауҙар һәм эштәр менән хәл ителә. Уҡытыусы бала кимәленә төшә, уға яҡыная, уҡыусы менән уҡытыусы сиктәрен бөтөрә. Ана шундай мөнәсәбәт булған саҡта ғына бала асыла, дәрескә ҡарашы үҙгәрә, ижади эшкә тартыла, ылыға.





















































Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Р.Ғ.Аҙнағолов. мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. - Өфө, Китап, 2011.

  2. Р.Ғ.Аҙнағолов. Үҫтереүле уҡытыу методикаһына инеш. - Өфө, БашДУ, 2010.

  3. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙ: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: “Эшлекле династия”, 2008.