Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы
Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы
хәкимиәтенең мәғариф бүлеге
Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Шишмәләр – йәшәү сығанағы.”
темаһына тикшеренеү эше
Башҡарҙы: 7 класс уҡыусыһы Шәбетдинова Фәниә һәм Ниғәмәтйәнов Илнур,
8класс уҡыусыһы Хужин Юныс.
2015 йыл
Йөкмәткеһе
Инеш
Беренсе бүлек.
1. Теоретик өлөш.
Икенсе бүлек.
2. Практик өлөш
Йомғаҡлау.
Библиография
Ҡушымта.
ИНЕШ
Шишмәләр – йәшәү тылсымы,
Һыуҙары саф аҡҡанда,
Радик Хәкимйән
Үткәнһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ. Был тормоштоң үҫеш ҡануны. Һәр быуын үҙенән алда килгән быуын тыуҙырған матди һәм рухи байлыҡтар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалһа йәки, киреһенсә, уларҙы бөтөнләй инҡар итһә, тормошта алға китеш булмаҫ ине. Үткәнгә таяныу, уның ҡаҙаныштарын һәм традицияларын үҙләштереү һәм камиллаштырыу, улар ерлегендә яңыны тыуҙырыу – бөтә төр үҫештең тәү шарты. Һәр быуын үҙе тыуҙырған матди һәм рухи байлыҡтарҙы һаҡлауҙы үҙе йәшәгән мөхитте, тәбиғәтте һаҡлауҙан башларға тейеш.
Донъялыҡта шулай бирелә. Тормош быуындан быуынға күсә һәм байытыла, камиллаштырыла килә. Ошо быуындан быуынға күсештә тәбиғәт әҙәми заттарҙы үҙенең шарттары менән йәшәтә, биҙәктәре менән һиҙҙермәҫтән уртаҡлаша. Был биҙәктәр тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шуға ла юҡҡа ғына “ Һыу – йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл бер биҙәге” тип әйтмәгәндер халыҡ. Был эшебеҙҙе һыу, шишмәләр турһында алып барырбыҙ.
Теманың актуаллеге:
Заманса йәшәргә омтолған кешелек донъяһында боронғо, ата-бабалрыбыҙҙан ҡалған йолаларыбыҙҙы тергеҙеү һәм тәбиғәткә, һыу сығанаҡтарына һаҡсыллыҡ булдырыу.
Теманың исеме: Шишмәләр – йәшәү сығанағы.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты:
Һыуҙың, шишмәләрҙең кеше тормошондағы әһәмиәте менән таныштырыу.
Тикшеренеү эшенең бурыстары:
- Башҡорт халҡының тарихи-мәҙәниәт ҡомартҡыһы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының ысын гражданинын тәрбиәләү, уҡыусыларҙа башҡорт тарихы, мәҙәниәтенә, фольклорына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;
- Башҡорт халҡының һыу сығанаҡтарына ҡарата булған хөрмәтләү һәм һаҡсыллыҡ йолаларын тергеҙеү;
- Үҫмер быуынға экологик тәрбиә биреү;
- Һыу сығанаҡтарына бәйле күмәк уйын һәм йыр-бейүеҙәрҙе тергеҙеү;
Тикшеренеү эшенең предметы: Шишмәләр
Тикшеренеү эшенең объекты: Яңы Ҡайпан, Иҫке Ҡайпан ауылының оло йәштәге инәйҙәре, һүҙ оҫталары.
Беренсе бүлек.
Теоретик өлөш.
Һыу – йәшәү сығанағы.
Һыу – йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге.
Ысынлап та шулай, кеше лә, тәбиғәттә булған барлыҡ тереклек тә һыуһыҙ оҙаҡ йәшәй алмай.
Һыу еребеҙҙең өстән бер өлөшөн алып тора, шулай уҡ үҫемлек донъяһы ла 70-85 % һыуҙан тора икән.
Кешегә тәүлегенә ике-өс литр һыу эсеү мотлаҡ тип иҫкәртә белгестәр. К ашауһыҙ дүрт аҙна самаһы йәшәй алһа, һыуһыҙ ете көндән артыҡ тереклек итә алмай.
Ҡайһы бер ғалимдар һыуҙы ҡартлыҡтың индикаторы тип тә атай. Ә яүы тыуған баланың бер йәшкә тиклем организмын 80-85% һыу тәшкил итһә, 18 йәшенә – 65-70%, ҡартлыҡта иһә ул 25 % ҡала. Шул 25% һыу ҙа юғалһа, кеше үлем сигенә етә. Уйланырға урын бар. Тәндең һәр бер күҙәнәген туҡландырыусы , күңелгә дәрт һәм сихәт өҫтәүсе – һыу. Шуға ла, кешелек донъяһы һыу менән аралашыуҙан туҡтамай. Йәйге йәмле иртәлә ысыҡ тамсыларын күҙәтеп, диңгеҙ шауын тыңлап, яҙғы гөрләүектәр менән серләшә, ҡойма ямғырҙарына шатлана.
Һыу беҙгә күңел сафлығы килтерә, беҙҙе туҡландыра. Унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмайбыҙ.
Башҡортостаныбыҙҙа һыу запастары етерлек тейерһегеҙ. Эйе, Аллаға шөкөр, йылға-күлдәребеҙ, саф шишмәләребеҙ бар. Ләкин улар ҙур ҡурҡыныс аҫтында.
Борон-борондан әҙәм балалары һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған.
Ҡойо ҡаҙған, ҡойо таҙартҡан кешене ҡәҙерләгәндәр, ихтирам иткәндәр. Тәбиғәттең баһалап бөткөһөҙ байлығы иҫәпләнгән һыу хаҡында төрлө халыҡ эпостарында ла һыуға һаҡсыл ҡараш хаҡында әйтелә. Бөтә төр диндә лә – христиандарҙамы ул, йәки йәһүдиҙәр булһынмы, һыу ҡойоноу, йыуыныу изге ритуалдарҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Икенсе бүлек.
Практик өлөш.
Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эҙләнеү Яңы Ҡайпан ауылында йәшәүсе инәйҙәрҙән башланды. Башта эҙләнеү маҡсаты менән ауылдағы шишмәләрҙе барланыҡ, шунан шишмәләр тарихын ишетеү өсөн оло инәйҙәр менән әңгәмәләшеү булды. Шишмәләрҙең үҙесәлектәре, кеше тормошондағы әһәмиәте, исемдәре, тарихы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Яңы Ҡайпан ауылында ете шишмә бар. Бөгөнгө көндө кешеләр был шишмәләрҙең дүртеһенең һыуын көнкүрештә ҡуллана. Шишмә һыуын эсергә, сәй ҡайнатырға алып ҡайталар. Һәр йорт һайын ҡойолар булһа ла шишмә һыуын эсергә, сәйгә бик йомшаҡ һәм тәмле тип көйәнтәләп ташыйҙар.Көйәнтә менән һыуҙан ҡайтыусыларҙы урамда күреү күңелдәрҙе ҡыуандыра. Ауылға ингәндә ике шишмә ҡаршылай.
Был шишмәләр тураһында ауылдың хөрмәтле Мөкминә инәйебеҙҙән һораштыҡ. Бына ниҙәр бәйән итте ул беҙгә:
Был шишмәләр Изге шишмәләр тип атала. Изгеләр зыяратынан сыҡҡан өсөн, кешеләргә изгелек иткән өсөн шулай тип йөртәләр тине. Мөкминә инәйҙең әсәһе Ғилмисәрәнең бер туған энеһе Бәләғетдин булған . Ошо бер туғандарҙың нигеҙе Тау аҫты урамының беренсе йортоноң урыны булған. Ҡ айпан түбәһенән Бәләғетдин хәҙерге Бәҙрәш ауылына күсенгән ( нисәнсе йыл һәм сәбәптәрен инәй әйтә алманы). Тирә –йүндән беренсе Хажға барыусы ла Бәләғетдин булған. Ул заманда йәйәүләп Хаж ҡылғандан һуң уны Бәләғетдин түгел, ә Хажи бабай тип йөрөткәндәр. Хажи бабай әүлиәлек, дауасылыҡ, гипноз кеүек сифаттарға эйә булған. Шуға уның тураһында төрлө сәйер ваҡиғалар һөйләнелә. Бәҙрәш ауылында йәшәһә лә Бәләғетдин һеңлеһен, нигеҙен һағынып гел бер нисә кис ҡунырға Яңы Ҡайпанға килер булған. Уның янына сырхау кешеләр ярҙам һорап килгәндәр. Был ваҡыттарҙа күҙ сире, башҡа сирҙәр ҙә бик күп була торғайны тип иҫенә төшөрҙө Мөкминә инәй.Ҡатын-ҡыҙҙар, килгәс, йөҙҙәрен йәшереп кенә һөйләшәләр ине ти. Ҡуна ҡалғанда иртәнге намазға таһәрәтләнгәс, баҡса баштағы әрәмәлеккә ғибрәннәр менән һөйләшәм тип төшөп китә ине.Унан ул көсләнеп, дәртләнеп ҡайтып инә ине. Ҡуйынында бәләкәс кенә шешә һымаҡ һауыты була торғайны. Шунан килгән кешеләрҙе дауаларға Изге шишмәләрҙән айырым һауыттрға һыу килтертә ине. Ауылға ингәндә уң ятағы шишмәнең һыуы аяҡ-ҡулдары һыҙлағандан, ә һул яҡтағы шишмәнең һыуы күҙ ауырыуынан ҡулланылған. Хажи бабай ошо изге һыуҙарҙы тәрбиәләп сырхауҙарға таратҡан һәм был шишмә һыуында кер сайҡамағыҙ тип киҫәтеп тә ҡуйған. Мөкминә инәй был ике шишмә араһы һәм тау битләүе зыярат ти, тик бик боронғо булһа кәрәк, сөнки мәсет янындағы зыярат ( таштарҙағы яҙыу буйынса ) 1703 йылдарға яҡынайтыла ,ә быныһы уға тиклем булған. Б ына ни өсөн был шишмәләрҙең һыуы изге икәнен аңланыҡ. Инәйебеҙ ошондай фәһемле мәғлүмәт биргәне өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерҙек һәм һаулыҡ теләп хушлаштыҡ.
Артабан һүҙҙе Иҫке Ҡайпан ауылынан дауам итәбеҙ. Бында ла шишмәләр бик күп. Тик күптәре ҡулланыштан сыҡҡан инде. Ауыл осндағы Изге шишмәнән дә күптән инде һыу ташымайҙар. Был шишмәнең һыуы ла тикмәгә генә изге түгелдер, сөнки зыяратта изге заттарҙан Борханетдин әүлиә ерләнгән. Шишмә тап уның иңкешенән башлана. Бына шулай изге заттар был донъянан киткәс тә изгелектәрен дауам итәләр. Ә бына ауыл уртаһындағы Хәсән шишмәһенең һыуын күптәр ҡуллана. Был шишмә лә борондан ҡалған тип һөйләне Тайфә инәй. Хәсән исемле мулла булған ти. Уның йорттары ла ҙур, күркәм булған. Йорттоң береһе килгән яҡшы ҡунаҡтар өсөн булған. Ҡунаҡтарын һыйлар өсөн ошо шишмә һыуын ҡулланған. Сәйгә лә, ашҡа ла бик ҡулай. Бөгөнгө көндө шишмәне таҙартып торалар.
Быныһы бәләкәс кенә Ҡарман ауылы. Ҡара урман эсендә урынлашып Ҡарман исемен йөрөткән был ауылдың халҡы егәрле. Йәштәр әлбиттә әҙ бында, тик шулай ҙа булғандары үҙ мөхитен хәстәрләп йәшәй. Хужиндар ғаиләһе Ғәли шишмәһен йыл әйләнәһенә тәрбиәләп тота. Атаһынан күргән уҡ юнған ти, Юныс та атаһы менән бергә бындай эштәрҙең аҫылын үҙләштергән инде.Ҡышын ҡарҙан әрсеп, йәйен сүп-сарҙан таҙартып тоталар Ғәли шишмәһен. Шишмәнән һыу алған һәр кеше уларға рәхмәт уҡый
Йомғаҡлау.
Беҙҙең тикшеренеү эшенең маҡсаты булып, һыуҙың, шишмәләрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен асыҡлау торҙо.
1.Һыуҙың кеше организмына кәрәклеге билдәләнде.
2. Ауылдағы шишмәләр барланды.
3. Яңы Ҡайпан, Иҫке Ҡайпан ауылы инәйҙәре менән танышып, ауыл шишмәләренең тарихы һәм әһәмиәте асыҡланды.
4. Ижади эшләгән кешеләр менән танышыу булдырылды.
Йылдар үткән һайын беҙҙән боронғо көнкүреш ыҫулдары, ғөрөф-ғәҙәттәре алыҫлаша. Шулай булыуына ҡарамаҫтан ер ҡатламдарын тишеп сығарлыҡ көскә эй шишмә һыуҙарының тәмен халҡыбыҙ ташламай әле. Ауылдарҙа шишмәләр бар, тик уларҙың күбеһе йүнәтеүгә мохтаж.
Көндөҙ ҡояш, төнөн – йондоҙҙар аҫтында, ҡоштар моңон, ағастар шаулауын, елдәр наҙын татып, иркәләнеп аҡҡан шишмә һыуы, эҫене лә, һыуыҡты ла кисерә белә. Уның хәтеренә быуаттар буйы онотолмаған йыл миҙгелдәренә, тәбиғәт шарттарына яраҡлашыу үҙенсәлеге һалынған. Кешелек донъяһына йәшәү сығанағы биреп торған шишмәләребеҙҙе һаҡлау – беҙҙең бурысыбыҙ
Шишмәләр турһында шиғырҙар.
Шишмәләр
Шишмәләр – йәшәү тылсымы,
Һыуҙары саф аҡҡанда,
Шишмә һыуҙары шифа ул,
Йәнде һағыш баҫҡанда!
Мин дә бер, шишмәләй ташып,
Урғылып аҡтым сыңлап,
Аҙмы сафлыҡ, нур өләштем,
Ғүмерем буйы йырлап!
Һәр шишмәнең үҙ тәме бар,
Үҙ моңо, сылтырауы.
Йырым менән булдым һәр саҡ,
Замандың ҡыңғырауы.
Ил хәстәрен, донъя ғәмен
Йәшәнем гел ҡайғыртып,
Аҙмы керҙем ут-ялҡынға,
Йыр-моң тиеп йән атып!
...Күпме йылдар саф шишмәләр
Ярһып аға ла аға.
Бар ғүмерем – йырҙарымда,
Йырҙарым һеҙгә ҡала!
Радик Хәкимйән.
Шишмә
Тау тос булһа — ергә көс,
Һыу сығара һығылып, —
Ағып китә шишмәһе,
Көнгә көлөп, һыҙылып.
Йәмле йәйҙә йәнеңә
Шишмә шифа бирә ул.
Ҡарлы ҡышта ҡаныңа
Йылы тынын өрә ул.
Шуға күрә шишмәнең
Аты була атаҡлы,
Даны китә артылып
Тауҙың үренә саҡлы
Рәшит Назараов Сәитбаттал улы.
Изге һыулы «Ҡайпан» шишмәһе.
Быуаттарға тиң тарихты уҙенә туплап
Сылтырап аға изге һыулы «Ҡайпан» шишмәһе.
Хоҙайҙан сихәт һорап, изге һыуын ала
Туҡтап утә бында hәммәһе.
Шул шишмәләр буйлап бында нигеҙ ҡорған
Ҡайпан башкорттары ырыуы.
Йәшәргә көс hәм ҡеүәт биреп торған
Шишмәләрҙең сылтырап тороуы.
Эй, шишмәкәй, һин бит арыу белмәй
Беҙҙән һуң да ағарһың, хатта.
Һинең янға туҡтап мосафирҙар
Һыуын эсәр арыған саҡта.
Йә, раббым, рәхмәтлебеҙ һиңә
Ер – әсәбеҙ изге һыуын hаман ҡойҙора.
«Таҙарт мине, бәндәм, изге һыуым һакла!»-тип
Ихлас бер моң икәнен тойҙора.
Йәмдәр өҫтәй һандуғаслы Бодом һыуҙарына
Сылтырап аҡҡан моңло йырҙары.
Көмөш һыулы шишмәләрем биҙәй
Туған яғымдың баҫыу ҡырҙарын.
Яңы Ҡайпан ауылы китапханасыһы Даниә Камалова.
Июль 2014йыл.
Библиография.
“ Башҡортостан панорамаһы” журналы № 4(18). Август, 2009.
“ Аҡ тирмә” гәзите 31 март, 2011; 16 июль.


Яңы Ҡайпан ауылындағы Изге шишмәләр.

Яңы Ҡайпан ауылынан Мөкминә инәй.

Иҫке Ҡайпан ауылындағы Хәсән шишмәһе.

Иҫке Ҡайпан ауылынан Тайфә инәй.
Ҡарман ауылынан Хужиндар шишмә юлын таҙарта.


“Изге һыулы “ Ҡайпан шишмәһе” “шиғырының авторы Даниә Камалова

Ҡушымта.
Таң һыуы.
Өс бикәс һыу башлауҙа кем барасағын билдәләй.
—Беҙ өсөбөҙ ҙә уның бикәсе, һэр беребеҙ һыу юлын күрһәтергә уйлай. Нисек хәл итергә?
— Әһә, кемебеҙ бар яҡтан килешле — шул булыр.
— Миңә ҡалһа, буй-һыным да, төҫ-башым да. Аллаға шөкөр, тфү-тфү, күҙ теймәһен! Йыр-бейеүгә минәнән дә маһирҙар юҡтыр.
— Мин дә шулай!
Өсәүләп уйға ҡалалар.
— Улайһа уйын уйнайбыҙ. Кем көлә — уйындан сыға. Еңеүсе һыу башлай.
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Беҙ өс шаян ҡыҙ инек.
Баҙға төшөп май ашаныҡ,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ.
Ауыҙым бикле, йомоҡ,
Кемдең ауыҙы йырыҡ,
Сым-сырыҡ!
Бер бикәс, күҙҙәрен төрлөсә ҡыландырып, ауыҙын ҡыймшһIым. ни һ*
дә көлдөрә.
— Әй, хәйләкәр, улай көлдөргәс, һаналмай.
— Мин еңгәйҙе нисек һыу юлына алып барганды бейеп күрһәтәм.
«Һыу юлы» бейеүе.
— Күрҙегеҙме, нәҡ иртәгә ошолай билдәремде һығылдырып, матур аҙымдар менән еңгәйгә һыу башлатам,
— Юҡ инде, ҡыҙҙар, туғанҡайҙарым.
— Анһат кәрәк Далхаға. Бир көйәнтәлареңде. Кемдең устары көйәнтә осона сыға, матур итеп йырлай - шул бара.
Шыбаға тотошалар.
— Миңә сыҡты (йырлай).
«Бүҙәнә» йыры.
Бүҙәнәкәй, тигән, һай, аҫыл ҡош
Боролоп-боролоп оса юл менән.
Маңлайынйа яҙған хаҡ яҙмышты
Һыпырып ташлап булмай ҡул менән.
Йырҙы тыңлай-тыңлай өләсәй килеп инә.
Өләсәй. Нишләп йоҡламағанһығыҙ, төнгө һандуғастар?
Ҡыҙҙар. Өләсәй, беҙҙең өҫөбөҙҙөң дә еңгәйгә һыу башлағыбыҙ килә, тик белмәйбеҙ кем икәнен.
Өләсә: Һай, йүләркәйҙәрем. Бикәстәр күп булһа, гел иулай бәхәс була. Киленде таңғы биштә һыу башлаталар. Беренсе әтәс ҡысҡырғас кем уяна, шул барыр.
Ҡыҙҙар. Беҙ риза, үәт шәп булды! Өләсәй, ә нишләп таңғы биштә башлаталар?
Өләсәй. Таңғы биштә алып ҡайтҡан һыу иң изге, шифалы һыу тип иҫәпләгән боронғолар. Эйе, был хаҡтыр ҙа. Ысынбарлыҡҡа тура килә, сөнки таң һыҙылып ата башлағанда бөтә тәбиғәт уяна. Иң саф, иң таҙа мәл. Ә инде аң һарыһы менән тороп хәрәкәтләнеү, тәбиғәттең иң хозур сағын күреү кешеләрҙең күңелдәрен таҙарта, дәрт, көс, сеүәт өҫтәй һәм көнө буйына ул илһамланып, арымай-талмай, изге эштәр генә эшләтә. Етмәһә, тәнгә сихәт, йәнгә дауа, терегөмөштәй саф, туҡлыҡлы, файҙалы, таң һыуын , кискә ҡәҙәр ҡулланған кеше һау-сәләмәт, уңған булып, тормошта үҙен иркен, хәрәкәтсән, дәртле тоясаҡ һәм һәр эште ихлас башҡарасаҡ.
Өләсәй әңгәмәһен тамамлауға, ҡыҙҙар йоҡлап та китәләр.
Этәс ҡысҡыра. Ҡыҙҙарҙың береһе һикереп тора ла, биҙрә менән көйәнтәне алып, ситән артына йәшенеп, әтәс булып ҡысҡыра.
Ҡалған ике ҡыҙ ҙа һикереп тора.
— Мин — беренсе!
— Юҡ, мин — беренсе!
Ситән артындағы ҡыҙ. Таңғы әтәс мин бит ул, ей йоҡосолар! (Еңгәһе йоҡлаған ишек янына килеп һамаҡлай.)
Уян, еңгә, был бикәсең,
Юҡҡа ишек ҡаҡмай ул.
Уңған килен иртә тора,
Оҙаҡ йоҡлап ятмай ул.
Шул арала өләсәһе ипләп кенә һеперткене аяҡ аҫтына һала. Кы)1"| ауыҙ асырға ла өлгөрмәйҙәр, ишектә еңгәләре күренә. Ул аяҡ аҫтында ятҡан һеперткене алып, һөйәп ҡуя. Ситтән күҙәтеп торған ш » * «Собханалла, киленем уңған булырға оҡшай!» — тип үҙ алдын
һөйөнә.
Бер бикәсе ҡомғандан һыу һала, икенсеһе таҫтамал һона. Еңгә
бикәстәренә йөҙөк бирә.
'
Еңгә (йырлай).
Иртәнсәккәй тороп китеп барам
Һыҙылып ҡына ятҡан юл менән.
Шишмәләргә барам, һыуҙар алам
Етмеш ике төрлө уй менән.
Бикәс. Ҡуйсәле, еңгәкәй, төрлө уй тимә, бындм бит күңелле туй бара, туй.
Шау-гөр килеп, төрлөсә кейенгән туйсылар күренә. Киленгә һыу юлы башларға юлланалар.
Йыр башҡарыла.
Ҡабул булды теләктәр,
Ҡушылды йәш йөрәктәр.
Сәскә ташлайбыҙ
Яңы килгән киленгә.
Бигерәк матур киленгә һыу юлын
Бөгөн башлайбыҙ.
Ҡашмау-сәсмәү һалдырып,
Уҡа-елән кейҙереп,
Килен ҡотлайбыҙ!
Килендең юлына сәскәләр һалалар. Төртмә таҡмаҡтар әйтеп, ҡоҙалар ҡоҙасалар киленгә һыу юлы күрһәтәләр.
Ана, шулай, һыҙҙырып!
Туй тояғын туҙҙырып!
Ҡоҙаларҙан уҙҙырып!
Ана, шулай баҫ әле!
Шишмә һыуын һатып алыу.
һатыусы (һамаҡлап).
Ҡыҙығыҙ еләк кеүек,
һыуыбыҙ көмөш кеүек,
Ниңә бүлэк йәлләйһегеҙ,
һаран бажалар кеүек?
Һатыусыға бүлэк, күстәнәс бирәләр, һатыусы.
Рәхмәт, ҡоҙа, бүләгеңә.
Биҙрәңә — бер баҡыр.
Беҙҙең һыуҙан да артыҡ
Тәмлерәк һыуҙар юҡтыр.
Ҡоҙа
Рәхмәт, ҡоҙаса, һыуың тәмле —
Улағыңа бер көмөш. (Тәңкә ташлай.)
Ҡунаҡҡа килерһең миңә,.
Сығарам һиңә өлөш.
Килен ( һыуға тәңкә ташлап ) Мине йотма, тәңкәне йот. Сир-сы рхауымды йот ( ҡулын-битен йыуып, теләк теләй һәм силәгенә һыу ала)
.
Бикәсе көйәнтәне еңгәһенә бирә.
Теләктәр:
Һыуыңды сайпылдырма, ирең эскесе булыр.
Түкмәй атла, ҡәйнәң һөйләнсек булыр.
Уңған киленебеҙгә
Көмөш һыуҙар бирербеҙ,
Шифалы ла, егәрле лә,
Бәхетле бул, тиербеҙ.
Һалҡын шишммә һыуҙары
Килешәлер күңелгә.
Шишммә һыуы дәрт өҫтәһен
Шат йәшәргә ғүмергә
Һыу юлдарынан ҡайтабыҙ
Йырлашып та, гөрләшеп.
Уйнайыҡ әле, йырлайыҡ,
Их, ҡоҙалар, берләшеп.
Килен башлаған һыу юлын
Күңелле икән үтеүе.
Бергәләшеп йәшәгәндә
Рәхәт ғүмер итеүе.
Йырлашып ҡапҡаға етәләр.
Өләсәй: Ҡоҙалар, ҡоҙасалар, туғандар! Килен һыуы менән килен сәйе эсербеҙ.
Туй дауам итә.
Ҡоҙа: Һай, ҡымыҙы ла ҡымыҙы. Баш әйләнеп, бөтөнләй онотҡанмын. Әйҙәгеҙ килен сәйе эсергә!