Бикбаева Лилиә Ғилметдин ҡыҙы
“Фатима Мостафина исемендәге
20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы”ның
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Туған тел булараҡ башҡорт телен ҡала мәктәбендә уҡытыуҙың
ҡайһы бер актуаль проблемалары
Туған тел – халыҡтың күңел көҙгөһө. Һәм һәр халыҡ – аҙ һанлымы ул, күп һанлымы - үҙ телен киләһе быуындарға тапшырыу өсөн ҡәҙерләп һаҡлай. Бала тыуа-тыуғандан туған теленең матурлығын һәм аһәңен, тәрәнлеген, көсөн тойоп, ишетеп үҫергә тейеш. Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы. Балаларҙы туған телдә тәрбиәләү, беренсенән, һүҙ көсөн тойомлауға күнектереү, икенсенән, телдең икһеҙ-сикһеҙ байлыҡтарына аңлы рәүештә эйә булырға өйрәтеү ул. Туған тел кешенең аң-белем үҫеше кимәлен тәьмин итеүсе нигеҙ. Баланың телмәрен, грамоталы һәм таҙа һөйләшә белеүен үҫтереү һәр саҡ көнүҙәк һорау. Кеше ни тиклем бай лексикалы, ни тиклем телмәре дөрөҫ, ул шул тиклем үҙ фекерен асыҡ, аңлайышлы, еңел әйтә белә. Шул тиклем уның тирә-яҡ мөхитте танып-белеүе, башҡа кешеләр менән мөнәсәбәт ҡора белеүе һәм хатта психик үҫеше лә уңышлыраҡ буласаҡ. Балаларҙы туған телгә өйрәтеүҙе, һис шикһеҙ, бала биләүҙә ятҡанда уҡ, ғаиләлә башларға кәрәк. Шул саҡта бала туған тел мөхитендә әсә телен яратып үҫәсәк.
Ә был мөһим маҡсат һәм бурыстарҙы мәктәптә, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә нисек уңышлыраҡ тормошҡа ашырырға һуң? Нисек үҙ предметыңды яратырға, башҡа уҡыу предметтарынан кәм күрмәҫкә өйрәтергә? Был – бик актуаль мәсьәлә. Балаларҙың һәләтен күреп, үҫтереү, уларҙың әүҙемлеген арттырыу өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә бөтә мөмкинселектәрҙе файҙаланырға кәрәк. Уҡыусының күңел донъяһын тейеш йүнәлештә тәрбиәләү өсөн уҡытыусы үҙе лә ҡыҙыҡһыныусан булырға, балаларҙың күңелендә осҡон ҡабыҙа белергә тейеш. Бөгөн уҡыусыларҙың ҡағиҙә ятлап уҡыуҙары мөһим түгел, иң мөһиме - улар дәрестә алған белемдәрен тормошта ҡуллана белеүе. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә яҙма эштең үҙенсәлекле төрҙәрен, ижади сығыштар яһау, викториналар ойоштороу башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә отошло аҙымдар була. Дәрестә инновацион технологиялар файҙаланыу – белем биреү сифатын күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Сөнки улар уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уҡыу материалын тәрәнерәк үҙләштереү теләге булдыра, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү мөмкинселеген бирә.
“Теләһә ниндәй телде лә комплекслы, дүрт аспектта өйрәнеү кәрәк: тыңлау, яҙыу һәм уҡыу. Барыһы ла баланста булырға бурыслы, сөнки тел – тере организм, унда бөтә «органдар» ҙа хәрәкәттә,” – ти Әль-Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ милли университеты ғалимәһе Айгерим Альжанова. Тел һәр саҡ үҫештә, һәр саҡ хәрәкәтттә. Һәм бөгөнгө башҡорт теле ул инде “ауыл теле” генә түгел. Телде популярлаштырыу, замансалаштырыу һәм үҫтереү өҫтөндә ата-әсәләр, уҡытыусылар, йәштәр ҙә әүҙем эшләй. Улар заманса, смартфон, айфон кеүек гаджеттар менән күберәк эш итә, әлбиттә. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн “IQБалаБаш”, “Әлләсе”, “Хәйләкәр төлкө”, “Сәләм”, “Башҡортса һүҙлек” кеүек ҡулланмалар балалар тарафынан бик яратып ҡулланыла. Был ҡулланмалар балалар өсөн генә түгел, беҙгә, уҡытыусыларға ла бик кәрәкле, әһәмиәтле. Сөнки, заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, уҡытыусы алдында ла яңы талаптар ҡуйыла. Бөгөн беҙ тормошобоҙҙо смартфон, планшеттарҙан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ҡала башҡорт мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары иң йыш ҡулланылған мобиль һүҙлектәрҙең береһе – “Башҡортса һүҙлек”. Был ҡулланма русса-башҡортса, башҡортса-русса бүлектәрҙән тора. Урамға сығыу менән рус мөхитенә солғанған ҡала башҡорт балалары өсөн баһалап бөткөһөҙ хазина. Ҡушылмала телде өйрәнеү һәм үҙләштереүҙе еңеләйтеү өсөн эҙләү функцияһы бар. Уҡыусылар һүҙҙең мәғәнәһе менән таныша, хатта уның тамырҙаш һүҙҙәрен дә таба ала ошо функция ярҙамында. Йыш ҡулланған һүҙҙәргә билдә ҡуйып була. Ғаиләлә башҡортса һөйләшеп тә, мегаполис шарттарында бик йыш рус мөхитендә булырға тура килгән ҡала балаларына был мобиль һүҙлек үҙ аллы эшләргә, һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә, логик фекерләргә, һығымта яһарға өйрәтә.
Үрҙә атап киткән юғары технологиялар ғына белемле шәхес тәрбиәләүҙең төп шарты түгел. Үҙемдең педагогик бурысым итеп мин шуны билдәләйем: башҡорт теле дәрестәрендә ҡағиҙәләр өйрәнеп уҡытыу ғына түгел, ә коммуникатив компетентлы уҡыусы әҙерләү, башҡаларҙы тыңлай, аңлай белгән, улар менән диалогҡа кергән, әңгәмәсенең фекерен иҫәпкә алыу, мәғлүмәтте ҡабул итеү һәм тапшырыу, хеҙмәттәшлек итә белгән балаларҙы үҫтереү. Балалар, айырыуса туған тел һәм әҙәбиәтте яратыусылар, гел дәреслек материалы менән генә дәрес үткәреүҙе хушһынмай, уларға дәреслектә булмаған өҫтәлмә материал күп кәрәк. Шуға күрә белем биреү процесын ирекле һәм ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу өсөн көн дә тиерлек төрлө сығанаҡтарҙан материалдар туплайым, эҙләнәм. Сер түгел, уҡыусыларҙың күбеһе инша яҙырға, нәфис әҙәбиәт уҡырға яратмай, ғөмүмән, бер кемде лә көсләп нәфис әҙәбиәт уҡытып булмайҙыр ул.
Балаларҙың яҙма телмәрен, ижади һәләтен үҫтереү буйынса эш төрҙәре бик күп, шулар араһынан инша яҙыуҙы айырып билдәләр инем. Теге йәки был әҙәби әҫәрҙе анализлап бөткәндән һуң яҙылған иншалар, әкиәт, хат, сәйәхәтнамә кеүек ижади эш төрҙәре уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтерә, һүҙлек байлығын арттыра, бәйләнешле текст төҙөү күнекмәләрен нығыта. Шул уҡ ваҡытта уларҙы ижади эшкә дәртләндерә, үҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараға ярҙам итә. Уҡыусыларҙың яҙма һәм һөйләү телмәренең байлығы, әсә телен боҙмайынса, башҡа тел һүҙҙәре менән сыбарламайынса матур һөйләй һәм яҙа алыуына ирешеү – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төп бурысы. Мәктәптә әсә теле дәрестәрендә балаларҙың телмәрен үҫтереү буйынса алып барылған эштәр уларҙың юғары мәҙәниәтле, төрлө яҡлы эрудициялы, рухлы булып формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Айырыуса, ҡалала йәшәп, башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусылар менән эште дөрөҫ ойоштороп, уларҙы дәрес материалы менән генә сикләнмәйенсә, төрлө конференция, конкурс, викторина, олимпиадаларға йәлеп итеү әһәмиәтле. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында ғына ла беҙ 10-11-се класс балалары менән уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданан башлап, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары үткәргән, федераль исемлеккә индерелгән Төньяҡ-көнсығыш, Аҡмулла олимпиадаларында әүҙем ҡатнашабыҙ. Бөйөк мәғрифәтселәр Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтарҙың ижады буйынса викторинала, “Аҡмулла һүҙе”, “Аҡмуллаға эйәреп...”, “Мин-тәржемәсе” “Бикбай уҡыуҙары, “Кейекбай уҡыуҙары” кеүек конференция, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулағас, был уҡыусыларҙың ғына түгел, ҡалған балаларҙың да башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуы йәнләнде, һәр төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға теләүселәр һаны бермә-бер артты. Эйе, башҡорт теле дәрестәрендә, дәрестәрен тыш үткәрелгән саралар аша уҡыусыларҙа юғары милли рух тәрбиәләү – мөһим бурыс. Милли рухлы шәхестәр тәрбиәләгәндә генә беҙ уларҙа телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә һөйөү уята алабыҙҙыр.
Башҡорт телен уҡытыуҙа актуаль проблемалар тураһында һүҙ алып барғанда, мин 10-11 кластарҙағы башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәреслектәренең ҡала балалары өсөн артыҡ ҡатмарлы, материалдың күләмле булыуын әйтеп китергә теләйем. Һис шикһеҙ, был дәреслектәрҙә бирелгән материал кәрәкле, бай мәғлүмәтле. Әҙәбиәтебеҙ классиктарын, уларҙың үлемһеҙ әҫәрҙәрен һәр башҡорт белергә тейеш, тип иҫәпләйем мин. Ләкин был материалды бирелгән күләмдә 34 сәғәт эсендә үтеп бөтөү мөмкин түгел. Былай ҙа ҡыҫҡартылған материалды тағы ла ҡыҫҡартып, обзор рәүешендә бирергә мәжбүрбеҙ. Айырыуса әлеге пандемия шарттарында, әленән-әле дистанцион уҡытыуға күскән мәлдә, программаны үтәү бик ауырға тура килә. Әгәр ҙә инде ҡала балаларының мәктәптән сығыу менән рус мөхитенә сумыуҙарын (транспорт, магазин, поликлиника, һ.б. урындар) иҫәпкә алғанда, дәрес рамкаларында ғына башҡорт теле, әҙәбиәтен өйрәтеү икеләтә ҡатмарлаша. Шулай уҡ 10-11 класс уҡыусыһының күп иғтибарын, ваҡытын берҙәм дәүләт имтихандарына йүнәлтеүен дә күҙ уңында тотоу мотлаҡ. 10-сы класта башҡорт әҙәбиәте курсында Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романын, Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһын, Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһын, һ.б. күләмле әҫәрҙәрҙе үрҙә әйтелгән әүҙем уҡыусыларҙың тексты белеүенә таянып өйрәнәбеҙ. Ғөмүмән, һәр авторҙың иң билдәле бер әҫәрен өйрәнергә өлгөрөлә. 10 класс материалында Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ен ҡыҫҡартырға булыр ине, ә Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһын обзор рәүешендә бирергә мөмкин. 11 класта Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһын, Рәми Ғариповтың “Интегралдар поэмаһы”н программала күҙәтеү рәүешендә ҡалдырырға мөмкин, тип иҫәпләйем, ә Хәсән Назарҙың “Шәмсыраҡ” поэмаһын ғына өйрәнеп тә шағирыбыҙҙың ижадын күҙаллап булыр ине. Башҡорт теле дәреслегенә килгәндә (Башҡорт теле: уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 10-11-се кластары өсөн уҡыу ҡулланмаһы (Ю.В.Псәнчин, В.Ш.Псәнчин. Өфө: Китап, 2021), бында ла теоретик материал бик бай, киң һәм тулы итеп бирелгән. Эш төрҙәре 10-11 класҡа тиклем үҙләштерелгән материалды күҙ уңында тотоп төрләндерелгән. Шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ғына эштәр ҙә бар, теоретик материал артыҡ күп (10-11-се класс балаһы өсөн), һуҙып бирелгән, тип билдәләр инем. Мәҫәлән, бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре 7-се класс дәреслегендә (Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 7-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (Ә. М. Аҙнабаев, С. А. Таһирова, М. Ә. Ғәзизуллина. Өфө: Китап, 2020, [101-110-сы биттәр] билдәле эйәле һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, эйәһеҙ һөйләм, атама һөйләм тип бирелһә, 10-11-се класс дәреслегендә (Башҡорт теле: уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 10-11-се кластары өсөн уҡыу ҡулланмаһы (Ю.В.Псәнчин, В.Ш.Псәнчин. Өфө: Китап, 2021, [244-249-сы биттәр] билдәле эйәле, билдәһеҙ эйәле, дөйөм эйәле, эйәһеҙ, инфинитив-модаль, атама һөйләмдәр тип киңәйтелә. Был, үҙ йәһәтендә, программа материалын ҡатмарлаштырыуға килтерә. Артабанғы яҙмышын филология менән бәйләргә теләгән уҡыусы өсөн дәреслек, әлбиттә, бик ҡулай. Улар башҡорт теле лексикаһы, фонетикаһы, һүҙьяһалышы, грамматикаһынан алған белемдәрен ябай ҡабатлап сығыу ғына түгел, ә уны тәртипкә килтереү, артабан телмәрҙә дөрөҫ, образлы итеп ҡулланыу мөмкинлегенә эйә. Ә инде мәктәптән һуң медицина университетына, техник вуздарға, һ.б. шундай уҡыу йорттарына инергә йыйынған уҡыусыларҙың башҡорт телен төпкә төшөп өйрәнергә ҙур теләге юҡ, теләк булмағас, дәреслек материалы ҡыҙыҡһындырыу ҙа уятмай. Шулай уҡ башҡорт теле программаһын да аҙнаға 1 сәғәт (йылына 34 сәғәт) эсендә үтеп бөтөү мөмкин түгел. Мәктәптә 30 йылға яҡын эшләгән уҡытыусы булараҡ, мин, бөтә материалды ябайыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, балаларҙың ихласлығын уятырҙай эштәр менән төрләндереп бирергә тырышам. Бында инде уҡыусылар менән берлектә төҙөлгән презентациялар, үрҙә аталған мобиль ҡушымталар ҙур ярҙамсы. Дәрес-әңгәмәләр йыш үткәрәм, балаларҙың саф башҡортса аралашып, үҙ фекерҙәрен туған телдәрендә матур итеп әйтә белеүҙәрен талап итәм. Академик Ғайса Хөсәйеновтың ошо һүҙҙәрен балаларға йыш ҡабатлайым: “Уй күрке тел икән, тел күрке – һүҙ. Һүҙе яғымлының үҙе лә матур, теле матурҙың күңеле лә матур. Минең туған башҡорт телем әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән әсә телем – донъяны танытҡан, кешеләр менән аралаштырған, белем, ғилем биргән ғәзиз телем. Шул тел мине киң донъяға алып сыҡҡан, бүтән телдәрҙе белергә, рус телен икенсе туған телдәй итергә юл асҡан. Рус теле мине бөтә кешелек ғилеменә, мәҙәниәт донъяһына алып инде, бүтән халыҡтар менән уртаҡ телдә аралашырға мөмкинлек бирҙе.”
Үрҙә әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, шуны билдәләргә була: беренсенән, башҡорт телен уҡытыуҙа, һис шикһеҙ, оригиналь методикалар, ҡыйыу аҙымдар, креатив идеялар телде өйрәнеүҙә ыңғай динамика бирә; икенсенән, башҡорт телен өйрәнеү темаһында төп роль, традицион уҡытыу формаларын инҡар итмәйенсә, заманса парадигмаларҙа нығына. Өсөнсөнән, уҡытыу процессында һәләтле балаларҙы таба, күрә, үҫтерә белергә. Бындай уҡыусылар программа материалын теләп, еңел үҙләштерә, дәрестә уҡытыусыға төп ярҙамсы. Һәләтле балаларҙың (ә улар, ғәҙәттә, башҡорт теленә генә түгел, рус теленә, инглиз теленә лә һәләтле, тимәк, башҡа уҡыусылар араһында абруйлы, лидерлыҡ һыҙаттары көслө) белеменә, көсөнә, инициативаһына таянып, ҡыҙыҡлы дәрес формалары ойоштороу еңел. Шулай уҡ был балалар менән предмет олипиадаһында, ҡала, республика, халыҡ-ара конкурс, конференцияларҙа ҡатнашыу, дипломдар, грамота, рәхмәт хаттары алыу – башҡа балаларға ҙур этәргес көс бирә. Башҡорт теле мәктәп программаһына индерелгән, көсләп уҡытылған предмет ҡына түгел, ә юғары кимәлдә ойоштороп үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашып, үҙеңдең көсөңдө, мөмкинлектәреңде һынап ҡарау, сәләмәт амбицияларыңды тормошҡа ашырыу, рухи ҡәнәғәтлек кеүек уңыш ситуацияһы тыуҙырыу сараһы. 2021/22 уҡыу йылының башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 11-се класс уҡыусылары арһында төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе, уҡыусым Ҡыуатова Камила әйтеүенсә, “Олимпиадала ҡатнашыусылар бик күп булды һәм араларында башҡорт телен бик яратҡан, киләсәктә һөнәре итергә уй-ниәте булған тиҫтерҙәрем бихисап ине. Улар менән көс һынашыуы айырыуса сәмле булды. Үҙемде киләсәктә бөтөнләй башҡа йүнәлештә күрергә уйлаһам да, башҡорт теле һәр саҡ минең менән буласаҡ.” (“Киске Өфө” гәзите, №3, 2022 й)
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте: уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 11-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Ғ.Б.Хөсәйенов, Р.Н.Байымов. Өфө: Китап, 2021
2.Башҡорт теле: уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 10-11-се кластары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Ю.В.Псәнчин, В.Ш.Псәнчин. Өфө: Китап, 2021
3.Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 7-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (Ә. М. Аҙнабаев, С. А. Таһирова, М. Ә. Ғәзизуллина. Өфө: Китап, 2020
4.“Киске Өфө” гәзите, №3, 2022 й., http://www.kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5337