Мөғзжизәләр яланы.
(кластан тыш сара)
Тема: Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ", "Һөнәрсе һәм Өйрәнсек" әҫәрҙәрен ҡабатлау.
Маҡсат: 1)Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижадына
ҡыҙыҡһыныу, хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә ихтирам тойғолары тәрбиәләү;
2)уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, аң кимәлен, хәтерен үҫтереү.
Йыһазландырыу: З.Биишеваға арналған күргәҙмә, һүрәттәр, китаптары, компьютер, проектор, алфавит, өйрөлтөү өсөн түңәрәк барабан, ҡәләмдәр.
Уйындың шарты: Һәр тур һайын өсәр һорау бирелә. Кем беренсе яуап
бирә, шул уйынсылар иҫәбенә керә. Тур һайын өс уйынсы ҡатнаша, финалға
һәр турҙан берәр еңеүсе сыға, ә төп уйынға бер генә уйынсы ҡала.
1-се һайлап алыу турына һорауҙар:
а)"Был донъяла һәр бер эште еренә еткереп, намыҫ менән, кешеләргә файҙа
килтерерлек итеп башҡарырға кәрәк.Үҙ мәнфәғәтеңде генә ҡарап йәшәһәң
һине бер кемдә ихтирам итмәй. Һинең ысын дуҫтарың да булмай.Донъяла
халыҡ өсөн изгелек эшләһәң, исемең мәңге халыҡ телендә ҡалыр" - был
әйтелгән фекерҙе Зәйнәб Биишеваның ҡайһы әҫәренә тура килтереп була.
Яуап: "Һөнәрсе менән Өйрәнсек"
б) "Һөнәрсе һәм Өйрәнсек" әҫәре ниндәй жанрға ҡарай?
Яуап: Хикәйәт
в)Һөнәрсе иң башта нимәләр эшләй башлай?
Яуап: Сәй эсә торған касалар
1- се тур Һорау: "Ысынлап та, хикмәтле хикәйәт бит, ә?!- тип оҙаҡ ҡына
миңә текләп ултырҙы...- әҫәрҙә был кемдең һүҙҙәре.
2-се һайлап алыу турына һорауҙар:
а) З.Биишеваның ҡайһы әҫәрендә Талҡаҫ күле тураһында һүҙ йөрөтөлә?
Яуап: "Дуҫ булайыҡ""Дуҫ булайыҡ"
б)"Дуҫ булайыҡ" әҫәре ниндәй жанрға ҡарай?
Яуап: Хикәйәтовесть
в) "Дуҫ булайыҡ" әҫәрендә батырлыҡ менән матурлыҡ сифаттары кемдең
образына лайыҡ.
Яуап: ЮлдашЮЮлдашлдаш
2-се тур Һорау: Ҡыҙырастың ҡушаматы.
3-сө һайлап алыу турына һорауҙар:
а) Юлдаштың өләсәһенең исеме.
Яуап: Зөләйхаөләйхаөләйха
б) Ҡыҙырас һәм Юлдаштың дуҫлыҡтары өҙөлөүгә нимә сәбәпсе булған?
Яуап: Ҡыҙырастың алдашыуыҠыырастың алдашыуы
в) "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендә телгә алынған халыҡ мәҡәле.
Яуап: "Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә"
3-сө тур Һорау: "Дуҫ булайыҡ"повесынды Хәсән ағайҙың йырлаған
йырҙарының береһе.
Финалға сыҡҡан уйынсылар өсөн һорау: "Дуҫ булайыҡ"повесының аҙағында
киске айлы кистә, хистәргә бирелеп Юлдаш, Ҡыҙырас киләләр.Тик улар өсәү
була.Өсөнсө геройҙың исеме кем?
Төп уйын: "Һөнәрсе һәм Өйрәнсек" хикәйәтендә бер шишмәгә ҡая битләп
һығылы-бөгөлә һуҡмаҡ һуҙылған. Был һуҡмаҡты нисек атап йөрөткәндәр?
Юлдашбаева Алина Хәбир ҡыҙы
Өфө ҡалаһы
18-се мәктәп башҡорт теле уҡытыусыһы