СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

М.Аҡмулла "Нәсихәттәр"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Разработка урока  для 9 класса по творчеству М. Акмуллы

Просмотр содержимого документа
«М.Аҡмулла "Нәсихәттәр"»

Тема: М.Аҡмулла “Нәсихәттәр”

Класс: 9

Маҡсат:

1). М. Аҡмулланың ижады һәм тормош юлы тураһында алған белемде нығытыу, системалаштырыу.

2). «Нәсихәттәр» шиғырын уҡыу, әҫәрҙең телен үҙләштереү.

3). Аҡмулла ижад йоғонтоһонда белем, мәғрифәткә ынтылыш, ғәҙеллек юғары әхлаҡи - әҙәплелек, сафлыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек; экран, проектор, компьютер, Votum системаһы

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ уҡыусылар, ултырығыҙ.

Элек-электән төрки халыҡтарында аҡыл эйәләре үҙҙәренең өгөт-нәсихәттәрен үҙ замандағы кешеләргә, киләсәк быуындарға яҙып ҡалдырыр булғандар.

Боронғо әҙәбиәттән башлап урта әҙәбиәткә тиклем беҙ һеҙҙең менән таныштыҡ. 19-сы быуат башында ла һеҙ белеүегеҙсә Р. Фәхретдинов, М.Өмөтбаев кеүек әҙиптәр нәсихәттәр яҙып ҡалдырғандар.

  • Бөгөн тимәк беҙ һеҙҙең менән М. Аҡмулланың «Нәсихәттәр» тигән шиғыры менән танышасаҡбыҙ.

  • Беҙ һеҙҙең менән дәрестә ғәҙеллек, белем, юғары әхлаҡи - әҙәплелек, сафлыҡ тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Һәм тағы ла, һәр кеше өсөн был тормошта мәңгелек рухи ҡиммәттәр булыуын асыҡларбыҙ.

Өй эшен тикшереү.

Шиғырҙы уҡығанға тиклем, М.Аҡмулланың биографияһын иҫкә төшөрәйек.

Votum cимтемаһы ярҙамында тест эшләү (баһалар шунда уҡ ҡуйыла).

Дәрес темаһын билдәләү.

Уҡытыусы: Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, число, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

Тимәк беҙ бөгөн Аҡмулланың «Нәсихәттәр» шиғырын уҡыясаҡбыҙ.

Иң башта нимә һуң ул нәсихәт билдәләп китәйек, был һүҙ ҡайһы берҙәрегеҙгә таныш түгелдер.

Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә бына нисек итеп бирелгән (экранда сыға).

Нәсихәт – тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән Һүҙ (дәфтәрҙәргә яҙыу).

Шиғыр уҡыу.

Уҡытыусы: Был шиғыр һеҙгә алдан уҡырға бирелгәйне. Ә хәҙер бергәләп уҡыйбыҙ.

Уҡытыусы уҡый.

Бер уҡыусы уҡый.

Һорау:

- Кемдең күңеленә ниндәй юлдар яҡыныраҡ Ни өсөн

- Ә был шиғырҙа төп һүҙҙәр ниндәй? (уҡыусылар яуап бирәләр һәм экранда схема сыға)


Күңел

Иман



Аҡыл

Ихлас



Нәсихәттәр


Сабыр


Шөкөр


Әҙәп



Дөйөм был һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ Тимәк был һүҙҙәр кешегә хас булған сифаттар.

Һүҙлек эше.

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ әле тағы ла һүҙлеккә мөрәжәғәт итәейк (экранда слайдтар сыға).

Иман – ислам диненә булған ышаныс.

Иман – вера, религиозные убеждения.

Күңел – кешенең эске рухи донъяһы, хис – тойғоһо.

Күңел – душа.

Аҡыл – кешенең фекер йөрөтөү, уйлау һәләте.

Аҡыл – ум, интеллект.

Шөкөр – тормоштан, хәл - әхүәлдәр риза булған ҡәнәгәтлек эшсе.

Шөкөр – благодарность.

Әҙәп – яҡшы ғәҙәт, йола.

Әҙәп – вежливость, благовоспитанность.

Сабыр – ҡыйынлыҡҡа түҙеү, сыҙау һәләтлеге.

Сабыр – терпение, сдержанность.

Ихлас – саф күңелле, ысын теләкле.
Ихлас – искренний, чистосердечный.

Һүҙлекте дәфтәрҙәргә яҙыу.

Шиғырға анализ.

Уҡытыусы: Ә хәҙер ныҡлабыраҡ был шиғырға ҡарап китәйек.

- Был шиғыр, нисә дүртюллыҡтан тора Ете.

Һәр ҡайһыһы тамамланған бер уй-фекерҙе белдерә. Автор бик тапҡыр мәҡәл - әйтемдәргә әйләнеп китерлек афоризмдар ҡулланған.

  • Иман – шартын өйрәнмәһә - иван, тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

(иманһыҙ кеше тигәнде аңлата).

  • Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ.

(боҙолған, тәртипһеҙ кеше, ер өҫтөндә генә түгел, аҫтында ла йөрөргә тейеш түгел).

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр.

(Аҡылһыҙ кеше тәртипһеҙ, әҙәпһеҙ тигән мәғәнәлә бирелгән).

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр (байлыҡҡа ҡәнәғәтләнмәү)

Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп.

(Әҙәпһеҙ кешенең аллаға ышаныуы ғәжәп булып тора).

Сабыр кеше моратын табыр)

(Сабыр кеше маҡсатына ирешер) ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ.

(ысын, саф күңелдән эш эшләмәһәң эшең килеп сыҡмаҫ).

Тағы ла ете нәсихәткә әйләнеп ҡайтайыҡ. Һеҙ, уҡыусылар, ошо сифаттарҙың ҡайһыһын беренсе урынға ҡуйыр инегеҙ Ни өсөн

Был шиғырҙа Аҡмулла үҙенең ысын кеше тураһында уй-ҡараштарын билдәле бер тәртипкә һалып, дөйөмләштереп ҡуя һәм күңел сафлығы, намыҫ, аҡыллылыҡ, ихласлыҡ, кеүек сифаттарҙы уның менән айрылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай. Шуға күрә лә ул ҡан-ҡәрҙәштәрен тыштан ғына түгел, эстән дә матур, паҡ булырға саҡыра, шул саҡта йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәр, тигеҙһеҙлектәр бөтөр, тигән фекерҙе алға ҡуя.

Үҙ аллы ижади эш.

Уҡытыусы: Ә хәҙер уҡыусылар Аҡмуллаға эйәреп аҙ ғына ваҡытта алдағы быуындарығыҙға нәсихәттәрегеҙҙе яҙып ҡарағыҙ.

Йомғаҡлау.

“Яҡшы сифаттарҙы яғымлы итеп, боҙоҡлоҡто биҙҙергес итеп һүрәтләү ҡулына ҡауырһын, бумала йәки өтөргө алған һәр намыҫлы кешенең маҡсаты бына шул булырға тейеш”, - тип яҙа үҙ заманында Д.Дидро. Аҡмулла үҙенең “Нәсихәттәр” шиғырында быны тулыһынса раҫланы.

Аҡмулла шиғриәте бөгөн дә зиһен-күңелдәребеҙгә мәрхәбәтле һыу ҙа, көлөп, һүгер үткер һүҙ ҙә, им булыр хикмәт тә, алға әйҙәр хитап та… Киләсәктә лә шулай буласаҡ.

Аҡмулланың шәхесе халыҡ хәтерендә һаҡлана. Бының хаҡында әҫәрҙәр ижад ителеү шуны раҫлай.

Уҡыусылар Аҡмуллаға эйәреп шиғырҙар яҙа. Беҙҙең мәктәптә лә бындай уҡыусылар бар. Һеҙҙең алдығыҙҙа 9 Г синыф уҡыусыһы Шакирова Юлиә Аҡмуллаға эйәреп яҙған шиғырын уҡып китә.

Баһалау.

Өйгә эш. “Нәсихәттәр“ шиғырын ятларға