Тема: М. Кәримдең тормошо һәм ижады. Инеш дәрес
Маҡсаттар:
Халыҡ шағиры М. Кәримдең тормошо һәм ижад юлы менән танышыу һәм өйрәнеү;
Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы булған М. Кәримгә, уның ижадына тәрән ихтирам, һөйөү тәрбиәләү, ҡыҙыҡһыныу үҫтереү;
Уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү, Еңеү һалдаттарына иғтибарлы булыу һәм ихтирам тәрбиәләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Дәрес тибы: яны белем алыу.
Й ыһазлау: дәреслек, карточкала биремдәр, видеопроектор, компьютер.
1. Психологик инеш. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Мин –Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы, бөгөнгө әҙәбиәт дәресен алып барасаҡмын. Дәресте миңә алып барырға ярҙам итерһегеҙ, тип уйлайым, әйҙәгеҙ эште башлайыҡ. Балалар, таҡтаға күҙ һалығыҙ әле, был һандар (даталар) танышмы
2. Таҡтала яҙыу
2 ғинуар 1895 йыл 16 июнь 1752 йыл
20 октябрь 1919 йыл
Әйе, уҡыусылар, 20 октябрь 1919 йыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө, 2024 йыл Мостай Кәримдең тыуыуына 105йыллығын киң билдәләнек һәм беҙҙең гимназияла ла шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Һеҙҙең иғтибарға М. Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырынан өҙөк тәҡдим итәм:
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
3. Шиғыр һөйләгән ваҡытта Видеоролик
4. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләү.Дәрескә килеп индек, бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләйек. Нисек уйлайһығыҙ
Слайд (Портреты һәм яҙылған)
Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов)
(1919-2005)
Дәфтәрҙе асып, яҙып ҡуяйыҡ Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов). Уҡыусылар, хәҙер мине иғтибарлы тыңлайбыҙ һәм алдығыҙҙа ятҡан таблицаны йылдар менән тулыландырабыҙ.
Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районында Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. 1935 йылда ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый . 1937-1941 Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты була һәм уны 1941 йылда тамамлай.16 йәшендә тәүге шиғырҙар тупланмаһын баҫтыра.Слайд
Рабфак (рабочий факультет)-эшселәрҙе юғары уҡыу йортона инергә әҙерләгәндәр
(Параллель рәүештә дәфтәрҙә таблица формаһында яҙабыҙ)
5. “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғыры менән бер уҡыусы инә
Мостай Кәрим ошо шиғыры менән әллә күпме егеттәрҙе яуға әйҙәгән, илһөйәрлек тәрбиәләгән. Илһөйәрлек һүҙе бөгөнгө көндә лә бик атуаль, ни өсөн? Әйе, ысынлап та беҙ тыныс ҡына уҡыйбыҙ, йәшәйбеҙ, ә был алыҫ Украина ерендә һуғыш бара, беҙҙең ир-егеттәребеҙ ҡулына ҡорал тотоп, Махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Шуға күрә Рәсәйҙә 2025 йыл В.В.Путин тарафынан Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде.Слайд Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы йыллығы айҡанлы иғлан ителһә лә, бөгөнгө көндә был йыл - халыҡтың берҙәмлеге, илһөйәрлек символы булып тора. Башҡортостанда быйылғы йылды Радий Хабиров Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан итте. СлайдБөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарын да һәм әле лә ут эсендә йөрөгән ир-егеттәрҙебеҙҙе лә һәр саҡ иҫтә тоторға бурыслыбыҙ.
Мостай Кәрим , үҙе лә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша. Һуғыш яраһыҙ һәм ҡорбанһыҙ булмай. Әҙип тә бер нисә тапҡыр ҡаты яралана.
6. “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”шиғырын уҡыйым.
Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн
Әрней минең иҫке бер яра.
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Был хәл 1942 йылда була. Дошман танктары һөжүм иткәндә, М. Кәрим бик ҡаты яралана һәм туғыҙ ай госпиталдә ята. Слайд Комсомол билеты Комсомол билетын тишеп үткән, бер мина ярсығы ғүмер буйы уның тәнендә йөрөй, көн болотло көндәрҙә һыҙлап, үҙен һиҙҙереп торған, ә икенсе ярсығынан иптәше Фомин Владимир һәләк була. Шул һыҙланыуҙарҙан 19 йыл үткәс, (1961 йылда) “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” тигән шиғыры яҙыла. Был шиғыр баҫылып сыҡҡандан һуң, М. Кәримгә бик күп хаттар килә. Барыһы ла Фомин фамилиялы кешене эҙләй. Фамилия бик таралған бит, ә исеме шиғырҙа әйтелмәй. Шуғалыр ҙа хат яҙыусыларҙың һәр береһе үҙенең туғанын табырға өмөтләнә. Тик өмөттөр аҡланмай, Владимир Фомин балалар йортонан булған була.
Мостай Кәрим Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй, Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона һәм йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, бына күргәҙмәгә ҡарағыҙ әле, әллә күпме беҙгә әҙәби мираҫ ҡалдырған. Таблицаға йылын яҙып ҡуйығыҙ.
7. Физминутка
8. Китап буйынса эш
Хәҙер китаптарҙың 203-205-се биттәрен асып, дәреслектә бирелгән М. Кәримдең биографияһын уҡып, “Отряд ҡуҙғалды ” тигән тәүге китабы нисәнсе йылда сыҡҡанын табып, төҙөй башлаған таблицаға язҙып ҡуяйыҡ.
(Ҡысҡырып уҡыу)
9. Исемен мәңгеләштереү
Беләһегеҙме, М. Кәрим беҙҙең райондың Һаҡтау һәм Мәҡсүт ауылдандарында булған Слайд
Мостай Кәрим исемен Башҡортостан Республикаhы милли йәштәр театры йөрөтә.
Өфө ҡалаһының 158-се Башҡорт гимназияһы һәм Келәш урта мәктәбе уның исемен йөрөтә.
Өфөлә әҙип йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Рәсәй Президенты Указы менән 2019 йылдың 31 майында «Өфө» аэропортына Мостай Кәрим исеме бирелде.
2019 йылдың 5 сентябрендә Рәсәй Банкы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарҙы.
Мостай Кәримдең тыуыуына “беҙҙең өйҙөң йәмеәҫәре буйынса “Һеңлекәш” фильмы төшөрөлдө.
10. Тура эфир
Республика көнөн билдәләгән ваҡытта былтыр Өфө урамдарының береһендә М.Кәримгә һәйкәл асылды. Уның авторы – Андрей Ковальчук.
Халыҡҡа табан атлап килгән һәйкәл композицияһының дөйөм бейеклеге – 6метр, оҙонлоғо - 15 метр. Шағир һынынан тыш, уның «Ташлама утты, Прометей!», «Салауат», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм башҡа әҫәрҙәренең геройҙары һынландырылған. Шулай итеп әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы әйләнеп ҡайтты халҡы янына.
11. Дәресте йомғаҡлап, уҡыусылар, нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды?
12. Баһалау
М.Кәримдеңтормошо буйынса, белемегеҙҙе баһалар өсөн, тест эшләйек
Хәҙер эштәрегеҙҙе бер-берегеҙ менән алмашып, тикшереп, баһа ҡуйыҙыҙ, яуаптар таҡтала
Слайд
Дәрес бөттө
ТЕСТ
Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады.
1. М.Кәримдең тыуған ере?
а) Шишмә районы, Келәш ауылы.
б) Мийәкә районы, Туҡһанбай ауылы.
в) Стәрлебаш районы,Стәрлебаш ауылы.
2. Оло инәй,Кендек-был геройҙар ниндәй повестан?
а) “Беҙҙең өйҙөң йәме”
б) “Өс таған”
в) “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”
3. ”Отряд ҡуҙғалды” китабы нисәнсе йыл донья күрә?
а) 1938
б) 1945
в) 1960
4. Нисәнсе йылда халыҡ бөйөк шағирҙы юғалта?
а) 2005.
б) 2015.
в) 2003.
5. Ҡайһы театр уның исемен йөрөтә.
а) Башҡорт драм театры.
б) Ҡурсаҡ театры.
в) Милли йәштәр театры.
Хәҙер эштәрегеҙҙе бер-берегеҙ менән алмашып, тикшереп, баһа ҡуйыҙыҙ, яуаптар таҡтала
Слайд
Дәрес бөттө
Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы
| Дата | Мостай Кәримдең тормош юлы Ваҡиғалар. |
| 20 октябрь 1919 йыл | Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. |
| 1935 йыл | Ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай |
| 1935-1937 йылдар | Өфө педагогия рабфагында уҡый |
| 1937-1941 йылдар | Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты була |
| 1938 | «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә |
| 1941 | Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. |
| 1941-1945 | Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала. Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй |
| 1945 | Һуғыштан ҡайтҡас, ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә |
| 1951–1962 йылдарҙа | Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, РСФСР-ҙың IV–XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. |
| 1962—1989 йылдарҙа | РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. |
| 21 сентябрь 2005 йыл | Өфөлә вафат була. Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнгән. |
| | |
| Маҡтаулы исемдәре һәм хәрби наградалары (бүләктәре) |
| 1944 | Ҡыҙыл йондоҙ ордены |
| 1945 | II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены |
| 1955, 1962 | Хеҙмәт ҡыҙыл байрағы ордены |
| 1949 | Почет билдәһе ордены |
| 1963 | Башҡортостандың халыҡ шағиры |
| 1967 | РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы. |
| 1967, 1979 | Ленин ордены |
| 1978 | Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы |
| 1979 | Социалистик Хеҙмәт Геройы |
| 1982 | РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре |
| 1984 | Халыҡтар дуҫлығы ордены |
| 1985 | I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены |
| 1992 | Башҡортостан Фәндәр Академияһының почетлы академигы |
| 1995 | III дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены |
| 1999 | М. А. Шолохов исемендәге премия лауреаты |
| 2004 | II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены |