СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

М.Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын анализлау

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

 М.Кәримдең «Үлмәҫбай»поэмаһын анализлау. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү,әҫәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәрен тикшереү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, әҫәргә ҡарата  үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү,һүҙлек байлығын арттырыу; шағирҙың ижады менән ғорурланыу тойғоһо, патриотизм хисе  тәрбиәләү.

Просмотр содержимого документа
«М.Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын анализлау»

М.Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын анализлау

Дәрес маҡсаты: М.Кәримдең «Үлмәҫбай»поэмаһын анализлау. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү,әҫәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәрен тикшереү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү,һүҙлек байлығын арттырыу; шағирҙың ижады менән ғорурланыу тойғоһо, патриотизм хисе тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:компьютер,мультимедиа проекторы, 8-се класс өсөн дәреслек, эштәр дәфтәре.

Дәрес планы.

I Ойоштороу.

II Дәрестең темаһын әйтеү, уҡыусыларға бурыс йөкләтеү.

  1. М. Кәрим тураһында белешмә биреү.

  2. Һүҙлек эше

  3. Әҫәрҙең композицияһын тикшереү

  4. Проблема тыуҙырыу.

III Проект төҙөргә әҙерлек этабы.

IV Проект төҙөү.

V Проектты яҡлау.

VI Һөҙөмтә яһау.

VII Ял минуты.

VIII Өй эшен тикшереү.

IX Практик эш.

X Йомғаҡлау.

XI Баһалау.

XII Өй эшен биреү.





Дәрес барышы.

Психологик йүнәлеш биреү.

- Һаумыһығыҙ. Бөгөнгө дәресте мин һеҙҙең менән үткәрәм. Һеҙ дәрестә тырышып ҡатнашып ултырырһығыҙ тип ышанам. Мин Саҡмағош районының 1-се һанлы урта мәктәбендә һеҙҙең кеүек егеттәр һәм ҡыҙҙарға белем бирәм.

Экранда М.Кәримдең сығышы .

-«Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы

Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ».

Эйе, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тормошо,ижади өлгөһөндә кешенең йәшәү мәғәнәһен,асылын аңлайһың. Ул үҙенең ижад ғүмерендә тыуған иле өсөн утҡа инде, уны фронтта һаҡланы. Шағир өсөн иң изге төшөнсәләр- халыҡ, хаҡлыҡ, Ватан. Бөгөн һүҙебеҙ ана шул хаҡта.

Уҡыусыларға бурыс йөкләтеү, эпиграфты уҡытыу, дәфтәрҙә число яҙҙырыу.

Ә хәҙер, уҡыусылар, экрандағы юлдарға иғтибар итегеҙ, күмәкләшеп уҡыйбыҙ: «Тау башҡорто тоҡомонан Салауат затлы булам». Был юлдар шағирҙың ниндәй әҫәренән ?(Үлмәҫбай.)

Үткән дәрестә һеҙ «Үлмәҫбай» поэмаһының йөкмәткеһе менән танышканһығыҙ, ә бөгөн анализлап үтербеҙ.

Һүҙлек эше : тоҡом, һунарсы, ҡунаҡсыл, тәүәккәл,мәрәкә.

( слайдтан уҡыу. Ошо һүҙҙәр менән таҡтала һүҙбәйләнештәр төҙөү)

-Дәрес барышында таныш булмаған һүҙҙәр осраһа, һорарһығыҙ,ә хәҙер уҡығандан сығып яуап бирәбеҙ:

-Поэмала ваҡиғалар ниндәй ваҡытта бара?

-Автор һеҙҙе кемдәр менән таныштырҙы?(Үлмәҫбай, Теребай, разведчиктар.)

-Поэма нисә бүлектән тора?

- Беренсе бүлек нисек атала һәм ул нимә тураһында ?

-Икенсе бүлек нисек атала һәм нимә тураһында?

- Өсөнсө бүлек нисек атала һәм нимә тураһында?

Был бүлектәрҙә Үлмәҫбайҙың ниндәй сифаттары асыла?

Проект төҙөргә әҙерлек этабы

Был бүлектәрҙә беҙ Үлмәҫбайҙың күп сифаттары менән танышабыҙ Автор уның эске һәм тышҡы портретын биргән. Ике төркөмгә бүленеп, әҫәрҙе ҡулланып, Үлмәҫбайҙың әҙәби герой булараҡ проектын төҙөйбөҙ.(дәфтәрҙәрҙә эшләү)





Проект яҡлау

Ял минуты

Һөҙөмтә яһау:Бына шундай батыр, йор һүҙле, күңелле һалдатты шағир үҙенең поэмаһында һүрәтләп бирә.





-Был ҡыйыулыҡ,тәүәккәллек кеүек сифаттар тағы кемдәргә хас? (Теребай)

-Үлмәҫбай менән Теребайҙы беҙ типик образ тип әйтә алабыҙмы?

















-Исемдәре тураһында нимә әйтә алабыҙ?( халыҡтың батырлығын һәм үлемһеҙлеген күрһәтеүсе теремек образдар)

Табындарын күтәргәнгә Маҡтап һөйләрҙәр әле: “ Ай-һай-һай,бик ирмәк икән Башҡортта туй әмәле!”

-Һунарсы минең ырыуым, Һунарсы ата-бабам, Һунарсы ҡаны үһемдә, Һунарсы булыр балам,-













Вот шулай. Хәҙер үҙеңд е Ҡунаҡҡа алып китәм, Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң: Башҡорт ҡунаҡсыл икән...”













- Был юлдарҙа ниндәй башҡорт йолалары иҫкә алына? (Һунарсылыҡ,ҡунаҡсыллыҡ, туй йолаһы).

Ҡапыл юлға бер ҡарт баҫты: -Һаумы, Үлмәҫбай таныш! Ү биш ҡарыш самаһы, Һаҡалы етмеш ҡарыш.

олт

ооо











-М.Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образын һүрәтләгәндә ниндәй алымдар ҡуллана? ( Фантастик элементтар, әкиәт алымдары).

-Ни өсөн әкиәт алымдарын файҙалана ? (геройҙың батырлығын әкиәт батыры эштәренә тиң итеп күпертеп күрһәтә,гипербола алымы)

Йомғаҡлау

-Поэмалағы ваҡиғалар бөтәһе лә Үлмәҫбай исеменән һөйләтелә, уның телмәре аша бирелә. Ә ваҡиғаларҙы ул ниндәй тонда һөйләй? (Сатирик, юмористик)

-Рус әҙәбиәтендә Кәримдең «Үлмәҫбай » поэмаһына оҡшаш берәй әҫәр уҡығанығыҙ бармы ? (А.Твардовский «Василий Теркин»)





Ысынлап та, ошондай ваҡиғалар һуғышта булған. Ошондай ҡыйыу, тәүәккәл Салауат тоҡомонан егеттәр беҙҙең тыныслыҡ өсөн көрәшкән Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 68 йыл тула. Ил, халыҡ яҙмышы хәл ителгән һуғыштың фәжиғаһы киләсәк быуын өсөн һабаҡ ул. М.Кәримдең был поэмаһы патриотизм менән һуғарылған, ҙур әһәмиәткә эйә.Егеттәр, һеҙ Үлмәҫбай кеүек булырға теләр инегеҙме, ниндәй сифаттарын үҙегеҙҙә күрергә теләр инегеҙ?(яуаптар)

Баһалауҙар.

Өй эше: «Мин-Салауат тоҡомонан » тигән кескәй инша яҙырға.