Башҡортостан республикаһы мәғариф министлығы
Муниципаль белем биреү бюджет учрежденияһы
Башҡорт республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районының
9-сы һанлы дөйөм белем биреү мәктәбе
«Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры» темаһына
ғимли – тикшереү эше
Әминова Әлфиә Роберт ҡыҙы, 9 «Б» класы уҡыусыһы
Етәксе: Янибаева Альбина Зәйнулла ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыһы
Йөкмәткеһе:
1. Инеш.
2. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тарихы.
3. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бөгөнгө көндәрҙә.
4. Йомғаҡлау.
5. Ҡулланылған мәғлүмәт сығанаҡтары.
1. Инеш
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тарихы 1919 йылдан, элек Башҡортостандың баш ҡалаһы булған, Стәрлетамаҡ ҡалаһында башлана. Хәҙер ул республиканың беренсе театры статусына эйә, башҡорт милли сәнғәтенен һаҡлаусы һәм дауам итеүсе булып тора. Быуат буйы тиерлек Башҡорт академия театры тыныслыҡ, яҡшылыҡ һәм һөйөү идеалына хеҙмәт итә, халыҡ мәҙәниәтен, туған телде, милли традицияларҙы һаҡлай. Шулай ул халыҡты берҙәмләштерә, милли рухты нығыта һәм һаҡлай.
Ролдәрҙе оҫта башҡарыу һәм спектаклдәр ҡуйыу оҫталығы Башҡорт дәүләт академия драма театрына күп театр фестивалдәрендә үҙенең ижадын күрһәтергә һәм уңыштарға ирешергә булышлыҡ итә.
2. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тарихы
1935 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына академия исеме бирелә.
1970 йылда театр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1971 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына Мәжит Ғафури исеме бирелә.
1955-1985 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында В.Г.Ғәлимов, Ш.М.Мортазин, Л.В.Вәлиев, Р.В.Исрафилов, В.Сәйфуллин тигән режиссерҙар эшләй.
В.Т. Мортазин – Иманский – Рәсәйҙең ХХ быуат театр донъяһында актер һәм режиссер, Башҡортостанда беренсе сәхнә ойошмаларына нигеҙ һалыусы, театрҙың беренсе художество етәксеһе һәм директоры була.
Милли сәхнә пионерҙары Хәжиәхмәт Бухарский, Әмин Зөбәйеров, Ғәлимйән Ҡарамышев, Танһылыу Рәшитова, Фәхерниса Сәмитова, Ғиниәт Ушанов, Елизавета Шляхтина-Сыртланова, Бәҙер Йосопов һәм башҡалар менән Зәйтүнә Бикбулатова, Тәлиғә Бикташева, Вәлиәхмәт Ғәлимов, Тимербулат Имашев, Хөсәйен Ҡудашев, Арыҫлан Мөбәрәков, Әхмәт Садыҡов, Сәхи Сәйетов, Рим Сыртланов, Ғәзим Туҡаев, Рәфғәт Фәйзи, Габдулла Шамуков, Рәғиҙә Янбулатова, композиторҙар М.Н. Вәлиев һәм К.Ю. Рәхимов, сценографтар С.И. Никандров, Г.Ш. Имашев, М.Н. Арыҫланов һәм башҡалар.
Театр сәхнәһендә Баязит Бикбайҙың “Салауат Юлаев”, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы”, Имай Насыриҙың “Иптәш Сибай”, К.Кизиҙың «Кәкүктең ояһы өҫтөндә осоп барғанда», Афзал Таһировтың “Алатау”, “Завод”, Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, “Зимагурҙар”, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” һәм башҡа әҫәрҙәр ҡуйыла.
Классиканан Лопе де Вега, В.Шекспир, Г.Гейне, А.С.Пушкин, Н.В.Гоголь, А.Н.Островский, Л.Н.Толстой, А.П.Чехов, М.А.Горький әҫәрҙәре ҡуйыла.
Ошо их киткес кешеләр милли сәхнәгә классик төҫ бирә.
Башҡорт академия театры сәхнәһенә башҡа театр һәм сит ил театрҙарынан режиссерҙар М.Ҡолбаев, Р.Хәкимов, А.Йыһаншин, И. Муллабаев, И.Ғиләжев, Ф. Бикчәнтәев, Б. Манджиев, С. Лойк, Л. Зайкаускас һәм башҡалар йәлеп ителә.
3. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бөгөнгө көндәрҙә.
Бөгөнгө көндә театр коллективында Фидан Ғафаров, Артур Ҡунаҡбаев, Светлана Хәкимова, Заһир Вәлитов, Әхәт Хөсәйенов, Фәнис Рәхмәтов, Илһөйәр Ғәзетдинова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Фирүзә Аллаярова, Римма Сәлмәнова, Нурия Ирсаева, Тәнзилә Хисамова, Хәмит Яруллин, Ирек Булатов, Рәзифә Динмөхәмәтова, Ирада Фазлаева, Римма Сәлмәнова, Руслан Хәсәнов, Руслан Хайсаров, Юнир Ҡоланбаев, Фирғәт Ғарипов һәм башҡа артистар сәхнәлә уйнай.
Бөгөнгө көндәрҙә театрҙа «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр», «Мин — ҡатын — ҡыҙ», «Яңғыҙҙар ташы», « Ғәфү ит мине!», «Үҙ йөрәгеңде тыңла!», «Яратыу гонаһмы?» һәм башҡа спектаклдар ҡуйылған.
Бөгөнгө көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының режиссеры Олег Ханов, Айрат Абушахманов, Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Бөгөнгө көндә театр коллективы ижади хеҙмәте менән тарихта үҙ өлөшөн индерә. Театр репертуары башҡорт, урыҫ, башҡа халыҡ һәм сит ил авторҙары әҫәрҙәре менән тулыландырыла.
4. Йомғаҡлау
2014 йылдың 4 декабрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры иҫтәлекле дата – ойошторолоуына 95 йыллығын билдәләне. Был йылдарҙа театр сәхнәһендә башҡорт, урыҫ доңъя ул драматургиһында 667 спекталь ҡуйылған. Театрҙа төрлө йылдарҙа талант рәсәмдәр, артистар, режиссерҙар ижад иткән. Улар һәр береһе театр тарихында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдыра.