СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мастер -класс "Использование электронной образовательной среды Moodle на уроках башкирского языка."

Нажмите, чтобы узнать подробности

Использование электронной образовательной среды Moodle на уроках башкирского языка.

Просмотр содержимого документа
«Мастер -класс "Использование электронной образовательной среды Moodle на уроках башкирского языка."»

Оҫталыҡ дәресе “Башҡорт телен дистанцион уҡытыуҙа MOODLE системаһын ҡулланыу.

Бөгөнгө көндә йәмғиәттә информацион технологиялараҙың мәғариф системаһына киң үтеп инеүе белем биреү процесын ҡырҡа үҙгәртте. Яңы уҡытыу формалары, шул иҫәптән дистанцион уҡытыу, популярлыҡ алды. Һуңғы йылда бар донъяны шаулатҡан пандемия ҡыҫҡа ваҡыт эсендә “дистанцион уҡытыу” термины менән олһон да, кесеһен дә күҙмә-күҙ осраштырҙы. Беҙҙең үҙәк өсөн дистанцион белем биреү яңылыҡ булманы. 2010 йылда асылған Республика дистанцион белем биреү үҙәгендә һаулыҡтары буйынса мөмкинселектәре сикләнгән балалар белем ала. Дистанцион уҡытыуҙа төрлө заманса алымдар ҡулланып эшләйбеҙ. Дистанцион белем биреүҙең төп шарты – ул уҡыу учреждениеһының электрон белем биреү ресурсы булыу мотлаҡ.

Ә бөгөн минең бурысым – үҙ эш тәжрибәмдән сығып, дистанцион уҡытыуҙа MOODLE системаһының актуаллеген күрһәтеү һәм иң уңышлы алымдарҙың береһе булып тороуын иҫбатлау.

MOODLE системаһын ҡулланып төҙөлгән электрон курстар тема буйынса материалдарҙы, презентацияларҙы, практик күнегеүҙәрҙе, аудио-, видеофайлдарҙы үҙ эсенә ала. Тема дәрестә үҙләштерелһә, ә өҫтәлмә мәғлүмәт уҡыусы теләге, мөмкинлеге буйынса башҡарыла.

Йөкмәткеһе:

9 класс өсөн туған тел һәм әҙәбиәтенән электрон курс түбәнге элементтарҙан тора:

  1. Теоретик бүлек:

- Страница

- Гиперссылка

- Файл

- Лекция

  1. Практик бүлек:

- Задание

  1. Өйгә эш:

- Задание

- Тест

“Страница” элементын ҡулланып текст, таблица, видеодәрес, презентация ҡуйырға була. Беҙҙең был бүлектә Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады тураһында мәғлүмәт бирелгән.(Ҡушымта 1)

URL-ссылканы ҡулланып видеороликтар, башҡа төрлө сайттарҙан материалдар алырға мөмкин. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов тормош юлы һәм ижады буйынса документаль фильм YouTube каналынан алынған. (Ҡушымта 2)

“Файл” элементы ярҙамында курсҡа презентациялар, электрон таблица, документ, аудио-, видеояҙмалар ҡуйырға була. Курста “Лекция” элементы ярҙамында “Синтаксис” темаһы буйынса материал бирелгән. (Ҡушымта 3) Был бүлектә бирелгән материалды уҡыусылар үҙ аллы ла өйрәнә алалар.

”Задание” элементында практик эштәр, дәреслектән күнегеүҙәр, һорауҙарға яуаптар әҙерләргә мөмкин.(Ҡушымта 4)

Өйгә эш бүлегендә төрлө варианттарҙы ҡулланып тестар төҙөргә була. Тестағы яуаптар балдар ярҙамында баһалана. (Ҡушымта 5, 6) Был бүлектә LearningApps.org сервисынан интерактив күнегеүҙәр ҡуйыу бик отошло. (Ҡушымта 7) MOODLE системаһында төҙөлгән электрон курсыбыҙ бай йөкмәткеле, аңлайышлы. Киләсәктә курсҡа тағы материалдар өҫтәләсәк, байтыласаҡ. Курста бирелгән материалдарҙы дәрестә генә түгел, өйҙә лә уҡыусыларға был системала тел өйрәнеүҙе, нығытыуҙы дауам иттерергә мөмкинлек бирә.

Шулай итеп, башҡорт телен дистанцион уҡытыуҙа MOODLE системаһын ҡулланып эшләү телде уҡытыуға яңыса ҡараш булдырасаҡ, ә уҡытыусыларға методик яҡтан ҙур ярҙам булып торасаҡ.








Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. https://www.ispring.ru/elearning-insights/moodle

2. Л. Н. Трифонова. Дистанционное обучение детей-инвалидов с ограниченными возможностями здоровья. (http://www.prodlenka.org;)





















































Ҡушымта 1

Ҡушымта 2





Ҡушымта 3

Ҡушымта 4





Ҡушымта 5 6

Ҡушымта 7