СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мажит гафури "кто съел овцу?"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Мажит гафури "кто съел овцу?"»

Тема: Мәжит Ғафури “Һарыҡты кем ашаған?”(Мәҫәл)

Был дәрестең маҡсаты: поэтиканың үҙенсәлектәрен асыҡлау, текст һәм таблица менән эшләү, үҙ аллы тикшереү.

Маҡсат:

1. Тәнҡит һәм аналитик фекерләү үҫтереү.

2. Фекерләү ҡеүәтен үҫтереү.

3. Уҡыусыларҙың әхлаҡи-эстетик ҡараштарын формалаштырыу.

4. Текстҡа анализ эшләй белеү, командала эшләү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет УУД: тексты анализлаү, тел һәм яҙма телмәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү, тексты тасуири уҡыу һәм матур һөйләү.

Танып белеү УУД: кәрәкле мәғлүмәтте эҙләп табырға, әҙәби әҫәрҙәр һәм ирекле йүнәлештәге текстарҙы ҡабул итеү, фекерләүҙе үҫтереүгә булышлыҡ операцияһы: сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү, системалаштырыу.

Әхлаҡи УУД: телмәрҙе үҫтерергә ынтылыш, әхлаҡи-этик сифаттарын үҫтерергә ынтылыу.

Регулятив УУД: планлаштырыу, үҙрегуляция, үҙләштерелгән һәм үҙләштерергә кәрәк материалды анлай белеү.

Коммуникатив УУД: уҡытыусы һәм иптәштәре менэн уҡыуҙы планлаштырыу, телмәр ҡағиҙәләрен үтәү, коммуникация шарттары һәм маҡсаттарына тура килтереп фекереңде дөрөҫ ҡуллана белеү

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, презентация, дәреслек,портрет,таҡта,карточкалар менән эш.



Предмет бәйләнеше:рус теле,татар теле.

Дәрес тибы: ҡатнаш, ҡабатлау һәм дөйөмләштереү.



VIII Саралар: таҡта, аҡбур; яҙыусы портреты; М.Ғафури, И.Крыловтың йыйынтыҡтары;

IX Ҡулланылған әҙәбиәт Хисаметдинова Ф.Г/Башҡорт теленең һүҙлеге/З.Биишева исемендәге Китап нәшриәте.,Өфө-2011. А.Әхмәҙуллин.-Ҡазан: Татар.кит.нәшр.,1990.- Б.239

Крылов И.А./ Мәҫәлдәр/ И.А.Крылов.-Ҡазан: Татар.кит.нәшр., 1958.- Б. 298

Туҡай Г./ Һайлап алынған әҫәрҙәр: шиғырҙар, поэмалар һәм проза әҫәрҙәр/ Г.Туҡай; төҙ., инеш һүҙ авт. Ф.Бәшәр.-Ҡазан: Татар.кит.нәшр., 2003.-Б.47



Дәрес барышы.



I . Ойоштороу өлөшө, мотивация.

- Һаумығыҙ, укыусылар! Бөгөнгө матур ҡышҡы көндә дәресте матур кәйефтә башлайыҡ. Мин һеҙгә дәрестә барығыҙға ла” 4” һәм “5” билдәләре әҙерләнем. Был билдәләрҙе алыр өсөн һеҙгә нимә эшларгә кәрәк тип уйлайһығыҙ?

1.Уҡытыусы һәм бер-берегеҙҙең һөйләүен иғтибар менән тыңларға. 2. Иптәшеңде бүлдермәҫкә, тыңлап бөтөргә.

3.Бөгөнгө дәрестән артабан тормошта кәрәкле белем,фәһем алыу. 4.Үҙеңә(уҡыусыға) дөрөҫ мотивация ҡуйыу.

Афарин, уҡыусылар!

II Мотивация (эшкә ҡыҙыҡһыныуҙы) барлыҡҡа килтереү.

Үткән дәрестә һеҙгә М.Ғафуриҙың «Гөлдәр баҡсаһында” шиғыры буйынса 3 этаптан торған өйгә эш бирелде:

  1. Викторина, кроссворд.

  2. Ижади эш(шиғыр, инша).

  3. Презентация.

Тикшереп китәйек.

Уҡыусылар презентациянан темаға сығалар.

Тема: Мәжит Ғафури «Һарыҡты кем ашаған» мәҫәле.

Уҡыусылар, дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?

  1. М.Ғафуриҙың ижадын өйрәнеүҙе дауам итеү.

  2. Әҫәрҙәре нигеҙендә яҡшы сифаттар тәрбиәләү

  3. Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ төшөнсәләрен айырырға өйрәнеү

  4. Миҫалдар нигеҙендә яңы белемдәр алыу һәм уны тормошта ҡулланыу.


Уҡытыусы: Мәҫәл һүҙен нисек аңлайһығыҙ?

Уҡыусылар һүҙлек өҫтөндә эшләй.

Тағы ла ниндәй яҙыусыларҙың мәҫәлдәрен беләһегеҙ?

Крылов баснялар - мәҫәлдәр яҙған.

Крыловтың мәҫәлдәре- баснялары тураһында диалог ойоштороу.



Ғабдулла Туҡайҙың мәҫәлдәре буйынса һөйләшеү:

Мәҫәлдә өгөт нәсихәт бар, үҙеңә һәм башҡаларға ҡарата ярҙамсыл, ихлас куңелле, ышаныслы кеше булырға өйрәтә был жанр.

Мәҫәлдәрҙә ваҡиғалар ҡыҫҡа күләмле.



Мәҫәлдә аллегорик образдар ҡулланыла.



Уҡытыусы. Уҡыусылар, тағы кемдә ниндәй фекерҙәр бар? Нимә өҫтәй алаһығыҙ? (фекерҙәр тыңлана)



“ Һарыҡты кем ашаған”мәҫәлен ролдәргә бүлеп уҡырға.

Асҡыс һүҙҙәр табырға.

Шулай итеп беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Проблемалы һорау:Донъяға көслөләр хужамы?Кәмселектәргә ҡаршы нисек көрәшергә?

-Мәҫәлдә күтәрелгән проблемалар бөгөнгө көндә актуалме?һ.б

-Мәҫәлдең исемен уҡығас ниндәй фекерҙәр тыуҙы. Һеҙҙеңсә мәҫәл нимә тураһында ?

- Һарыҡ, йәнлектәр, аусы кеше,ғәҙелһеҙлек,яуызлыҡ һ.б.



ФИЗКУЛЬТ МИНУТ (видео артынан ҡабатларға.)

1. Һүҙлек өҫтөндә эш. Проекторҙа күрһәтелә, аңлатыла.Дәфтәрҙәргә яҙыла

Йыйын - кәңәшмә, йыйын;

кәтиб –секретарь;

рәйес –председатель;

йыһан –донъя;

золом-эксплуатациялау.

Кем ул аусы кеше?(Йыртҡыстарға хужа кеше,уҫал,ҡурҡыныс кеше.)

Тимәк,донъяла бөтә яуызлыҡ кешенәнме?

Йомғаҡлау. Рефлексия.

1. Мин бөгөн дәрестә яңы нимә белдем?(Белмәнем).

2.Мин үҙемде хуплайым.. (Хуплап етмәйем).

3.Мин үҙаллы эшләнем.

4.Дәрес оҡшаны.(Оҡшаманы).

Дәрестең етешһеҙ яҡтары булдымы?

Бөгөнгө дәрестә мин алдағы тормошомда файҙалы булған нимәгә өйрәндем.

Өйгә эш.

Мәҫәлде сәхнәләштерегеҙ.