СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мероприятие "Илсегә үлем юҡ"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Разработка посвящается жизни  и деятельности известного дипломата К.Хакимова

Просмотр содержимого документа
«Мероприятие "Илсегә үлем юҡ"»

Илсегә үлем юҡ Ҡыҙыл паша – Кәрим Хәкимов» Уҡытыусы һүҙе

Халыҡтың кешелек донъяһында тотҡан булмышын ошо милләттең шәхестәре яҙа. Беҙҙең халыҡта бөйөк шәхестәр бик күп, әммә күптәре ваҡытында танылыу тапмай яҡты донъя менән хушлашҡан. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Көнсығыш илдәрендәге тәүге совет илсеһе Кәрим Хәкимов – шундайҙарҙың береһе.

(шиғриәт минуттары Минең ораным)

Кемдәр генә халыҡ хәтеренән

Тарих ҡапҡаларын япмаған.

Юҡ итергә теләп затыбыҙҙы

Тамырҙарға балта сапмаған ?

Ғүмер буйы беҙҙе инандырған

Төшөнсәләр бөттө буталып,

Ҡыйыш һалып өйҙөң нигеҙ ташын,

Ыҙғышабыҙ юлда туҡталып.

Дипломаттар ихлас визит менән

Аңлашҡанда яттар илендә

Үҙебеҙҙә бөгөн бер туғандар

Һөйләшәләр мылтыҡ телендә.

Яҡшылыҡҡа ыҙғыш алып килмәй,

Тарих быны мең ҡат иҫбатлай.

Хәҡиҡәтте кемдәр инҡар итә - ,

Тарих һабаҡтарын ҡабатлай.

Дуҫлыҡ ҡапҡаларын шар асайыҡ,

Иртәгәһе көнгә бағайыҡ.

Халыҡтарҙы бүлмәй ҙур, кесегә

Дөрөҫ юлды бергә табайыҡ.

Төйәгем – Урал,

Йылғам – Ағиҙел,

Тауым – Ҡурыуҙы,

Милләтем – башҡорт,

Ырыуым – ҡыпсаҡ,

Батырым - Бабсаҡ,

Ағасым – ҡарағай,

Ҡошом – ҡарсыға,

Тамғам – даға,

Ораным – Тәңре,

Иманым – дуҫлыҡ.

Амин



Кем һуң ул Кәрим Хәкимов?



Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе, совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың эшмәкәрлеге Рәсәйҙең илселек тарихында баһалап бөткөһөҙ. Төпкөл ауылдан сыҡҡан ябай бер егеттең үҙенең тырышлығы менән белем алып, СССР-ҙың Сәғүд Ғәрәбстанындағы Генераль консулы дәрәжәһенә тиклем ирешеүе, был ил менән СССР араһында йылы мөнәсәбәттәр урынлаштыра алыуы уның маҡсатҡа ирешеүсән, талантлы шәхес булыуы тураһында һөйләй. Илсе булыу һөнәр генә түгел, талант та. Илдең тышҡы сәйәсәтен билдәләүҙә дипломаттың роле ғәйәт ҙур. Кәрим Хәкимовтан һуң Көнсығыш илдәрендәге илселәр бер-бер артлы алмашынып тора. Ләкин ғәрәп донъяһы менән ул урынлаштырған кеүек дуҫлыҡ бер йылдарҙа ла булмай.



Дүсәндәрҙең ғорурлығы.

Кәрим Ғәбдрәүеф улы Хәкимов 1892 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Бишбүләк районы) Дүсән ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Бик теремек, зирәк малай уҡырға иртә өйрәнә. 14 йәшендә үк ауылын ташлап, эш эҙләп, Ырымбур ҡалаһына килә, шунан осһоҙ ҡырыйһыҙ Ырымбур далаларын айҡай. Кем генә булып эшләмәй ул был йылдарҙа: дворник, һуҡыр йырсыны етәкләп йөрөүсе… Ҡаҙаҡтар араһында балалар ҙа уҡыта, тимер юл станцияһында һәм шахталарҙа ла эшләй.

1911 йылда Кәрим Төркөстанға китә һәм Коканд өйәҙе Канибадам ташкүмер шахтаһына ҡара эшсе булып урынлаша. Был уның Урта Азияға тәүге килеүе була, һуңынан яҙмыш уны ҡабат Ырымбурға, унан Томскиға килтерә - рус гимназияһында имтихан тапшырып, өлгөргәнлек аттестаты алырға.



Сәйәсәттә үҙен танытҡан шәхес

Октябрь революцияһы еңгәс, ул тағы Ырымбурға килә. Хәрби революцион комитет ағзаһы була, 20 йәшендә губерна халыҡ мәғарифы комиссары итеп тәғәйенләнә. 1918 йылдың апрелендә Хәкимов большевиктар партияһы сафына инә. Әммә, граждандар һуғышы башланып китеү сәбәпле, уға ҡулына ҡорал алырға тура килә. Уны татар- башҡорт легионы командиры итеп ҡуялар. 1920 йылдың башында Кәрим Хәкимов Төркөстан фронтының агитация- пропаганда бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй башлай. Унда дивизия командиры М.В. Фрунзе, ә штаб начальнигы В.В. Куйбышев була. Кәримовтың сәйәси лидер булып үҫеүендә Куйбышев ҙур роль уйнай. 1923 йылда партияны «таҙартыу» осоронда ул бына ни тип яҙа:

«….. Хәкимовты 1919-1920 йылдарҙа Төркөстанда бергә эшләгән ваҡыттан бирле беләм. Мосолман хеҙмәткәрҙәре араһында ул иң тотанаҡлыһы һәм уның өсөн милләтселек бөтөнләй ят нәмә. Тәүҙә фронттың политбүлектәрендә эшләне, шунан компартияның Төркөстан үҙәк Комитетында беренсе секретарь, аҙаҡ РСФСР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле сифатында, Бохарала минең урынбаҫарым булды. Сығышы менән ул – пролетарий һәм мин уны партияның намыҫлы ағзаһы тип иҫәпләйем.»


Дипломатик карьераһы
1921 йылда, РСФСР-ҙың Бохаралағы тәүге тулы хоҡуҡлы илсеһе В.В.Куйбышевты Мәскәүгә саҡырып алғас, уның урынына Кәрим Хәкимов килә. Ошо мәлдән уның илсе карьераһы башлана ла инде. 1921– 1923 йылдарҙа – Мәшһәдтә, Решетта, 1924 – 1925 йылдарҙа Хижазда генераль консул, 1926 – 1928 йылдарҙа Хижаз, Неджд һәм уларға ҡушылған өлкәләрҙең короллегендә (1932 йылдан Сәғүд Ғәрәбстаны) СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле булып эшләй. 1929 – 1931 йылдарҙа Йәмәндә СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, бер үк ваҡытта «Ближвос­госторг»тың генераль вәкиле булған. Ошо йылдарҙа Ҡыҙыл профессура институтында белем ала. 1936 – 1937 йылдарҙа Сәғүд Ғәрәбстанында СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп раҫлана.
Хәкиов үҙ эшенең ни тиклем яуаплы һәм ҡатмарлы булыуын яҡшы аңлай. Дипломат Европаның иң мөһим телдәрен, хәҙерге халыҡ-ара хәлде яҡшы белергә һәм юғары эрудициялы кеше булырға тейешлеген төшөнөп, ғәрәп һәм француз телдәрен, ғәрәп халҡы тарихын ныҡышмалы үҙләштерә. Бер нисә ай эсендә ғәрәпсә иркен һөйләшергә һәм яҙырға өйрәнә.


Джиддәләге эшмәкәрлек

Джиддә – Хижаз короллегендәге порт ҡалаһы. 1924 йылда Кәрим Хәкимовты сауҙа һәм дипломатик миссия был ҡалаға килтерә. Ғәрәп ярымутрауында һуғыш бара: Ибн Сауд хашимиттар менән һуғыша. 1924 йылда уның ғәскәрҙәре Мәккә ҡалаһын, 1925 йылда Джиддәне баҫып ала. Дипломаттар алда үҙҙәрен нимә көтәсәген белмәй әле. Кәрим Хәкимов Джиддәнән төндә, үҙенең аҡ автомобиленә аҡ флаг элеп, әле тынмаған һуғыш линияһы аша сыға, Ибн Сауд менән сатыр аҫтында осрашып, дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырырға тәҡдим итә. Шулай итеп, король Ибн Саудтың буласаҡ Сәғүд Ғәрәбстанының яңы статусын таныған стратегик партнеры барлыҡҡа килә. Британия, Америка кеүек илдәрҙең нефть компаниялары араһында ҡаты дәғүәселек барған, ҡоро, эҫе һауаһы тынды ҡурған, тропик сирҙәр таралған илдә дипломаттар ғәрәп донъяһына инеп китә. Урындағы ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам менән ҡараған, һығылмалы холоҡло генераль консулдың эшмәкәрлеге совет илселәренә ҡарата шикләнеүҙәрҙе бөтөрә. Сауҙала СССР-ҙан килгән он, самауырҙар һ. б. көнкүрештә кәрәкле тауарҙар барлыҡҡа килә. Кәрим Хәкимов Бөтә донъя мосолмандары съезына Рәсәйҙән Ризаитдин Фәхретдинов етәкселегендәге мосолман делегацияһын саҡырыуға өлгәшә. Хаж ҡылған мосолмандарға совет пароходында Джиддәгә тиклем барыуҙы ойоштора. Төрлө ҡатлам кешеләре менән уртаҡ тел тапҡан, ихлас, алсаҡ, ҡунаҡсыл илсене ғәрәптәр, ололап, Ҡыҙыл паша тип йөрөтә.


Аяныслы яҙмыш

Үкенескә күрә, исеме Көнсығыш илдәрендә танылған илсегә күп һынау аша үтергә тура килә. 1925 йылда Хәкимовтар ғаиләһе биш йәшлек улдары Шамилды юғалта, малай аяуһыҙ сирҙән вафат була.
«Сәйәси золом» дипломаттарҙы ла урап үтмәй. 1937 йылда, нахаҡ яла яғылып, Кәрим Хәкимов НКВД тарафынан ҡулға алына һәм атып үлтерелә. Ҡатыны Хәҙисә, халыҡ дошманы ҡатыны булараҡ, 10 йыл төрмәлә ултыра.
Кәрим Хәкимовтың исеме 1956 йылда ғына аҡлана. Оҙаҡ йылдар уның ҡәберенең ҡайҙа булыуы билдәһеҙ ҡала килде. Ул күп сәйәси золом ҡорбандарының һөйәктәре ятҡан Мәскәү янының Бутово ҡалаһында ерләнгән. Күп йылдарҙан һуң ғына ғәҙеллек тантана итә. СССР Верховный суды хөкүм ҡарарын юҡҡа сығара һәм Кәрим Хәкимовтың

исеме реабилитациялана.



Халыҡ ил улын онотмай
Халҡыбыҙ үҙенең улын онотмай. Өфө, Ташкент, Бохара, Ырымбур урамдары уның исемен йөрөтә. Бишбүләк районы Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың тормош юлын яҡтыртҡан халыҡ музейы асылған, бюст ҡуйылды, уның тураһында әҙәби әҫәрҙәр яҙыла.

Кәрим Хәкимовтың исемен халыҡҡа тәүгеләрҙән булып яҙыусы, драматург Нәжиб Асанбаев «Ҡыҙыл паша» драмаһы аша танытты. Спектакль Башҡор­тостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә күрһәтелде. Яҙыусы билдәле шәхестең исеменә нисек юлыҡҡан?


Нәжиб АСАНБАЕВ, яҙыусы-драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты хәтирәләренән: «Ҡыҙыл Пашаны» яҙыу өсөн бер йыл ваҡыт етһә лә, эшкә ултырғансы 10 йыл буйына уйланып йөрөргә тура килде.

Әҫәрҙең төп геройы – Кәрим Хәкимов . Ул тарихи шәхес.Уның эшмәкәрлеге күп яҡлы. Ул ревоюционер ҙа, граждандар һуғышы геройы ла, ғәрәп донъяһында беренсе социалистик илсе лә! Был бөйөк кешенең бөтә хеҙмәт юлын бер пьесаға һыйҙырыу мөмкин түгел. Дипломатҡа арналған сәхнә әҫәрҙәренең юҡлығын иҫәпкә алып, уның дипломатик эшсәнлегенә генә туҡталырға булдым.

Һәм минең К.Хәкимов тураһында яҙыласаҡ әҫәрем бик оҙаҡ ҡағыҙға төшә алмай интекте. Һәм мин үҙ алдыма нисек тә берәй ғәрәп иленә сәйәхәт ҡылыуҙы бурыс итеп ҡуйҙым.

1981 йылдың 26 ноябрендә Бөтә ғәрәп яҙыусыларының 13-сө съезында ҡатнашыу өсөн Совет яҙыусылары делегацияһы составында Йемен Халыҡ Демократик Республикаһының баш ҡалаһы Аденға юл тоттом. 5 көнгә һуҙылған съездан һуң беҙ икенсе ғәрәп иленә Йемен Ғәрәп Республикаһының баш ҡалаһы Санаға шиғыр байрамына барҙыҡ. Ике илдә лә совет илселәре менән яҡындан таныштым. Илселәрҙең эске донъяһын белергә, уларҙың эш методтары менән танышырға тырыштым. Бер һүҙ менән әйткәндә, әкренләп күңелемдә илсе образы тыуа башланы – ти автор. (Н.Асанбаев. Һайланма әҫәрҙәр 7-10-сы биттәр).


«Ҡыҙыл Паша» йәмәғәтселек тарафынан юғары баһаланды, Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды. «Драма әҫәре – ҡыҙ бала һымаҡ ул: киләсәге уның башҡалар ихтыярына бәйле. Уға мөхәббәт тә сәхнә ҡаны менән уятыла, гүзәллек тә сәхнә һуты менән бирелә. Премьера – уның туйы, йәшәүгә хоҡуҡ алыуы. Сәхнә сәнғәтенән тыш драма әҫәре хаҡындағы фекер тулы була алмайҙыр».
Пьеса сәхнәгә сыҡҡансы Кәрим Хәкимовтың исеме халыҡҡа бөтөнләй билдәле түгел ине. Һуңынан илсенең исеме урамдарға бирелде, Бишбүләк районының Дүсән ауылында музейы асылды, бюст ҡуйылды. Кәрим Хәкимовтың исеменә юлығыуым менән үҙемде бик уңышлы кеше тип һанайым. Уның биографияһын өйрәнеү, уның заманында йәшәү күп нәмә бирҙе. «Ҡыҙыл паша» спектакле аша аяныслы яҙмышлы, онотолған арҙаҡлы совет илсеһенең исемен халыҡҡа сығарыуым, халҡыбыҙҙың бөйөк улы дәрәжәһенә күтәреүем менән мин бик бәхетлемен.


Ир егеттең аҫылы ил эшендә танылыр. СССР һәм Рәсәйҙең ғәрәп-фарсы донъяһы менән мөнәсәбәттәрен көйләгән, халыҡ-ара эшмәкәрлеккә бар булмышын һалған «Ҡыҙыл паша» – беҙҙең илдең генә түгел, сит илдәр дипломатияһы тарихында ла үҙенсәлекле шәхес. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә күп эш башҡарырға өлгөргән, Башҡортостан ғорурлығы булған данлыҡлы милләттәшебеҙҙең исеме шуның менән дә беҙгә ҡәҙерле.
Күкте йәмләй йондоҙ,

Ә ерҙе – Кеше.

Йондоҙ була Кеше,

Балҡыһа эше.