Тема: Баязит Бикбай “Аҡсәскә” повесы
Маҡсат: “Аҡсәскә” повесының идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау, бала тәрбиәләүҙә ата-әсәнең яуаплылығы тураһында фекер алышып, уҡыусыларҙа юғары әҙәп-әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү, ижади фекерләү һәләтен үҫтереү.
Йыһазлау: Баязит Бикбайҙың портреты, компьютер, интерактив таҡта, мультимедиа проекторы.
Дәрес барышы.
1. Инеш. Дәрестең темаһы, маҡсаты асыҡлана.
2. Уҡытыусының инеш һүҙе.
Оло талант эйәһе, башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле әҙиптәренең береһе Баязит Бикбай үҙенең ғүмерендә лә, ижадында ла бик ихлас йәшәй, һәр нәмәгә үҙенең ҡарашы, үҙенең мөнәсәбәте була. Әҫәрҙәрендә ул һәр саҡ үҙ иманына тоғро ҡала, кешелеклелек, кеселеклелек сифаттары өҫтөнлөк итә.
Б.Бикбайҙың портреты (1 слайд) биографияһын интерактив таҡтала күрһәтеү һәм һөйләү (2-5 слайд )
Яҙыусының “Аҡсәскә” повесы 1962 йылда ижад ителә, башҡорт әҙәбиәтендә бығаса бөтөнләй тиерлек яҡтыртылмаған темаға мөрәжәғәт итә. 30-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән шәхес культы һәм уның эҙемтәләрен һүрәтләүҙе үҙәккә ҡуйып, Баязит Бикбай уны бер ғаилә яҙмышы аша асып бирә.
Шәхес культы күренешенең кешелеккә ниндәй фажиғәләр менән янауын үҙәккә ҡуйһа ла, яҙыусы әҫәрҙә бала һәм ғаилә, уларҙың бер-береһе алдында яуаплылығы проблемаларын да ситләтеп үтмәй.
Аталар һәм балалар, улар араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр беҙҙең йәшәйешебеҙҙә һәр ваҡыт йәшәй.
Б. Бикбайҙың “Аҡсәскә” повесында күтәрелгән ата һәм бала проблемаһы һаман да актуаль булып ҡала. Балалар – тормош сәскәһе, тибеҙ. Һәр бала бәхетле булыр өсөн тыуа. Бының өсөн иң тәүҙә ғаилә нигеҙенең ныҡлы, тулы булыуы мөһим.
Экранда китаптан өҙөк күрһәтелә (6 слайд)
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Б.Бикбай тураһында иҫтәлектәрендә: “Б.Бикбай бөгөн минең күҙ алдыма халыҡ араһынан урғылып сыҡҡан һәр шиғри шишмәгә ҡыуаныусы, уның яҙмышын үҙ яҙмышынан нығыраҡ ҡурсалаусы оло йөрәкле ил ағаһы булып баҫа…”, -тигән. Был шағир өсөн иң оло баһа, “ил ағаһы” булыу - үҙе бөйөклөк.
- Бөйөклөк һүҙен нисек аңлайһығыҙ?
Уҡыусыларҙың яуабы.
- Ә кешене ниндәй сифаттар бөйөклөккә күтәрә?
Төркөмдәр эше.
1-се төркөм ниндәй ыңғай сифаттар кешене бөйөклөккә күтәреүен асыҡлай, ә 2–се төркөм ҡапма-ҡаршы сифаттар таба. Таҡтала ике уҡыусы яҙа, ҡалғандар урындан ярҙам итә.
Ыңғай Кире
мөхәббәт нәфрәт
яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ
аҡ ҡара
яҡшылыҡ яманлыҡ
бәхет ҡайғы
йәшәү үлем
яңырыу емереклек
парлылыҡ яңғыҙлыҡ
миһырбанлыҡ вәхшилек
Ошо сифаттарҙың схемаһын интерактив таҡтала ҡарау. (ЛММ № 1)
Башҡорт теленең электрон һүҙлеге менән эш. Миһырбанлыҡ, вәхшилек, нәфрәт һүҙҙәренең тәржемәһен яҙыу.
Миһырбанлыҡ – добросердечность, доброта,
Вәхшилек – дикость, зверство,
Нәфрәт – ненависть, презрение.
Бөйөклөктө һәр кем үҙенсә аңлай, уға төрлө мөнәсәбәт белдерә. “… ижад уты татлы булған өсөн Баязит Бикбай ғүмерендә лә, ижадында ла бик ихлас, үҙ-үҙенә тоғро, ел иҫкән яҡҡа боролмаусан булып йәшәне, һәр нәмәгә үҙенең ҡарашы, үҙенең мөнәсәбәте булды. Тура һүҙлелек, хәҡиҡәт уның өсөн иң ҙур иман да, йәшәү йәме булып та күтәрелде “.(Н.Нәжми). Хәҡиҡәт уның иманы булғанғалыр, ул беренселәрҙән булып, бөтөнләй ижади яҡтыртылмаған темаға мөрәжәғәт итеп, бик актуаль проблема күтәреп “Аҡсәскә” повесын яҙа.
Башҡорт халҡы элек-электән ғаилә ҡороу, бала бағыуға ҙур иғтибар иткән. Мәҡәлдәр быға сағыу миҫал булып тора. Бар аҡылын, тормош тәжрибәһен туплаған улар мәҡәлдәрҙә.
Интерактив таҡтанан мәҡәлдәр уҡыу. (слайд 7)
Аталы бала – арҡалы.
Донъяла ата-инәнән башҡа бар нәмә лә табыла.
Баланы табыу түгел, бағыу һөнәр.
Ҡатынмын тигән ҡатындың эсендә бишекле бала ятыр.
Балаға һөйөү менән баҡ, ул ҙурайғас - хөрмәт менән ишеген ҡаҡ.
Ғүмереңде яҡшыларға һөйкәлеп үт- һәр аунаған ереңдә бер төк ҡалһын.
Инәле бала – иркәле.
“Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл” М.Аҡмулла.
Ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй.
Бына һеҙҙең алдығыҙҙа мәҡәлдәр яҙып эленгән. Бөгөнгө дәресебеҙҙә беҙ ошо аҡыллы фекерҙәргә таянып эшләрбеҙ. Һәр мәҡәлдән кемгә лә булһа, нәмәгә лә булһа төбәп әйтелгән оҡшашлыҡ билдәләрен табып, дәресебеҙҙә ҡулланырбыҙ.
а) “Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл” М. Аҡмулла
б) Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу һөнәр.
Һығымта: Был мәҡәл Әхмүш образына ауаздаш кеүек. Бер ата-әсә лә балаһының насар кеше булып үҫеүен теләмәй. Ләкин Әхмүш кеүек атайҙар ҙа була. Тормошта улар билсән кеүек, дала буйлап осоп йөрөгән ҡамғаҡ һымаҡ…
в) Ҡатынмын тигән ҡатындың эсендә бишекле бала ятыр.
Һығымта: Был мәҡәл Аҡсәскәнең әсәһе тураһында әйтелгән кеүек, үҙе күп ауырлыҡтар күрһә лә, балаһына ел - ямғыр тейҙермәй. Уға дөрөҫ тәрбиә, белем биреп, ысын кеше итеп тәрбиәләй…
г) Аталы бала – арҡалы.
Инәле бала - иркәле.
Һығымта: Аҡсәскә атайһыҙ үҫһә лә һәр саҡ атаһын көтөп, уның менән бер заман күрешәсәгенә өмөт итеп йәшәй. Уның да атай тип өндәшкеһе, арҡаланаһы, серләшәһе килә…
д) Ғүмереңде яҡшыларға һөйкәлеп үт – һәр аунаған ереңдә бер төк ҡалһын.
Һығымта: Тормошта төрлө кешеләр бар. Яҡшыһы ла, яманы ла. Ләкин яҡшылары барыбер күберәк. Аҡсәскәнең тормош юлында ла Ғәлиә Шакир ҡыҙы осрай. Изге күңелле, ярҙамсыл, намыҫлы кеше…
е) Донъяла ата-инәнән башҡа бар нәмә лә табыла
ж) Ата - улды, инә ҡыҙҙы белмәй.
Һығымта: “Аҡсәскә” повесы хәҙер ҙә актуаль, тормошсан әҫәр булып ҡала. Атайҙар ғына түгел, әсәләр ҙә үҙ балаларынан баш тарталар, тыуғас та больницала ҡалдырып китәләр…
Төрҡөмдәр эше.
Төркөмдәргә бүлеп, образдарға ҡылыҡһырлама биреү. (портреты, белеме, һәләте, күңел донъяһы, холҡо, характеры, кешегә мөнәсәбәте).
1-се төркөм – Аҡсәскәгә, 2-се төркөм – Нәғимәгә, 3-сө төркөм – Әхмүш Ямаевҡа.
Эш дәфтәрҙә башҡарыла, аҙаҡ һәр төркөмдән бер уҡыусы яуап бирә, эш экрандағы уҡытыусы варианты менән сағыштырыла.
Аҡсәскә
сибәр
юғары белемле
тырыш инженер
хисле
саф күңелле
аҡыллы
сабыр
ныҡышмал
маҡсатлы
әсәһен ярата
атаһын ғәфү итә
Уҡыусылар экранға иғтибар итегеҙ, (ЛММ № 2)
Бер уҡыусынан Аҡсәскәнең Өфө ҡалаһында уҡытыусы булып эшләүсе Әхмәҙи Ямаевҡа яҙған хатын уҡытыу.
Экранда иллюстрация һәм хаттың түбәндәге юлдары күрһәтелә. (слайд № 8)
“ …Минең үҙ атайымдың тере булыуын бик-бик белгем килә! О, был өмөтөм ысынға сыҡһа, мин ниндәй ҙә шат булыр инем!..”
Нәғимә
сибәр
юғары белемле
маҡтаулы уҡытыусы
матур йырлай
моңһоу, уйсан
аҡыллы, сабыр
ныҡлы ихтыярлы
көслө рухлы
балаһы өсөн йәшәй
шәхси бәхетенән баш тарта
Уҡыусылар экранға иғтибар итегеҙ, (ЛММ № 3)
Нәғимә ҡыҙына ғаиләнең тарҡалыуын, атаһы Әхмүштең хыянат юлына төшөүен нисегерәк аңлата, әҫәрҙән ошо урынды табабыҙ.(Слайд 9)
Беҙ бик татыу тора инек, көтмәгәндә минең башыма бәхетһеҙлек килде: минең атайымды ҡулға алдылар. Шунан инде беҙҙең татыу ғаиләбеҙҙә лә сыуалыштар башланып китте. Мин халыҡ дошманының ҡыҙы булам бит инде хәҙер. Шундай ҡатын менән бер ҡыйыҡ аҫтында уға уңайһыҙ булғандыр, күрәһең.
Әхмүш Ямаев
сибәр
китапхана мөдире
артист
эштән-эшкә күсә
елғыуар
оҫта гармунсы
ҡаты бәғерле
алдаҡсы, күҙ буяусы
таҫма тел
ҡурҡаҡ, эгоист
карьерист
үҙе өсөн генә йәшәй
бөтәһен дә бәхетһеҙ итә
рухи ғәрип
Уҡыусылар экранға иғтибар итегеҙ, (ЛММ № 4) Аҡсәскәнең атаһы оҫта гармунсы, артист булып филармонияла эшләп тә йөрөгән, әсәһе матур йырлаған. Ләкин яҙыусы Аҡсәскәнең һәләте, таланты тураһында телгә алмай. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?
Әҫәрҙә репрессияның төп ҡорбаны кем һуң ул? Нәғимәме, Әхмүш Ямаевмы, әллә Аҡсәскәме?
Юҡ, быларҙың барыһы ла репрессия ҡорбандары түгел. Нәғимәнең “Минең атайым - коммунист, Октябрь һалдаты, үҙ тыуған иленең улы. Ундай кешеләр бер ҡасан да халыҡҡа хыянат итмәйҙәр”, - тигән һүҙҙәре аша ғына уның атаһының ошо осорҙо нахаҡ бәлә тағылған миллион ҡорбандарының береһе булыуын аңларға мөмкин.
Уҡыусылар менән фекер алышыу ойошторола.
Хәҙерге ваҡытта Президентыбыҙ М.Рәхимов, хөкүмәт етәкселеге тарафынан ғаиләләргә, бала тәрбиәләүгә, һәләтле балалар менән эшләүгә ҙур иғтибар бүленеүе, төрлө телгә алына. Киләсәк йәштәр, балалар ҡулында икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына, Әхмүш Ямаевтар ишеләрҙе яуызлығы енәйәткә тиң икәнлеге билдәләнә. Улар балаларын етем итеп кенә ҡалмайҙар, күңел донъяһын, һәләттәрен урлайҙар, бәхетһеҙ итәләр. Беҙ, киләсәк быуын, һау-сәләмәт ғаилә ҡорорға тейешбеҙ тигән идея үткәрелә.
- Тимәк, уҡыусылар, әҫәрҙең төп идеяһы нимәлә?
(Һау-сәләмәт йәмғиәттә генә ғаилә, балалар бәхетле була)
Повестың художестволы үҙенсәлектәре буйынса эш.
Автор геройҙарының образын асыр өсөн ҡулланған һүрәтләү алымдарын текст буйынса күҙәтеү.
а). Образлы йәнәшәлек
б). Геройҙарҙы һынау алдына ҡуйыу.
в). Йәмғиәт алдында гражданлыҡ бурысын үтәү.
г). Быуындар яуаплылығы.
Әҫәрҙең жанрын, жанр формаһын билдәләү.(Повесть, лирик повесть. Бер яҡтан, геройҙар тормошон, ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ хикәйәләү, икенсе яҡтан, тормошто геройҙарҙы кисерештәре аша сағылдырыу.)
Повестың идеяһын асыҡлау.
- Автор ни өсөн повесҡа “Аҡсәскә” тип исем биргән, уның менән нимә әйтергә теләгән, фаразлап ҡарағыҙ.
(Таҡталағы аҡ сәскәгә күрһәтеп, уның исеменә иғтибар иттереү). (ЛММ № 2)
-Ҡыҙҙың күңеле лә аҡ сәскә кеүек аҡ, таҙа, яҡты киләсәкле, өмөтлө. Ул тирә-яғына тик аҡлыҡ ҡына һибеп торор. Аҡсәскә образы менән автор киләсәкте йәштәр, бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙ, әсә ҡулында булыуына ла ишара яһайҙыр.
-Әҫәрҙә ҡыҙға Аҡсәскә тип исем ҡушыуҙы әсәһе Нәғимә нисек аңлата, өҙөктө табып уҡыу.
Әҫәрҙең темаһы, төп проблемаларҙың хәл ителеше.
Әйҙәгеҙ, бергәләп повеста ниндәй проблемалар күтәрелеүен ҡарап үтәйек, әҫәрҙә улар нисек яҡтыртыла
(Таҡтала ромашка сәскәһенә проблемалар яҙылған, уҡыусылар яуап бирергә тейеш). (ЛММ № 2)
Повеста ниндәй проблемалар күтәрелә?
ғаилә
иҡтисади (эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ)
әҙәп-әхлаҡ
рухи азатлык
яңы шәхес формалашыуы
белемгә ынтылыу
шәхси мөнәсәбәт проблемаһы
мөхәббәт
Интерактив тактала “Аҡсәскә” повесында азатлыҡ проблемаһын күҙәтеү. (ЛММ № 5)
Тест һорауҙарына яуап биреү (слайд 10-11)
Йомғаҡлау:
Ауыр минутта ғаиләһен ташлап киткән, үҙ балаһын ҡарап үҫтермәгән әхмүштәр осрап тора, йәш ғүмерен уйнап-көлөп уҙғарған, эскелек менән мауыҡҡан Әхмүш хәҙер килеп сиргә һабышҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Аҡсәскә уны ғәфү итә. Ярҙам ҡулы һуҙа. Быны тик оло йөрәкле, намыҫлы кеше генә эшләй ала.
Повесть беҙгә ниндәй һабаҡ бирә?
Тарихтан һабаҡ алырға, законһыҙлыҡ, тормош ауырлығы алдында баҙап ҡалмаҫҡа, матур киләсәккә өмөт, ышаныс менән йәшәргә саҡыра.
Өйгә эш: “Атай, тиеп бер өндәшеү өсөн… “ тигән темаға инша яҙырға.