Тема: Ҡара төндөң яҡты йондоҙо.Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.
Маҡсат:
Белем биреү:
М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу,
өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.
Үҫтереү:
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен,һүҙ байлығын үҫтереү,үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә,сығыш яһарға өйрәтергә.
Тәрбиәүи:
Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу,әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.
Йыһазландырыу:
М.Аҡмулланың портреты,китаптары күргәҙмәһе.
Сығыштар өсөн кәрәкле материалдар:карта,шәжәрә,Презентация”Аҡмулла”
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу мәле.Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!
II.Уҡытыусының инеш һүҙе.
1.Ай,Аҡмулла, Аҡмулла,
халыҡ күргән хаҡ мулла,
Яйыҡ буйла, Дим буйла
халҡың яҙмышын уйла” тигән башҡорт шағиры Ҡәҙим Аралбай.
Бына шундай шиғыр юлдары арналған XIX быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән һәм ижад иткән күренекле шағир М.Аҡмуллаға.Уны мәғрифәтсе-шағир тип йөрөтәләр.Мәғрифәт һүҙе нимәне аңлата һуң?
Әйҙәгеҙ белешмәнән ҡарап китәйек әле.
Мәғрифәт-ғәрәп теленән ингән һүҙ-аң-белем,культура
Мәғрифәтсе-аң-белем таратыусы-просветитель.
Аҡмулланың әҫәрҙәре башҡорттар араһында ғына түгел,ҡаҙаҡтар,татарҙар араһында ла яратып уҡыла,күп шиғырҙарын халыҡ яттан белгән.2015 йылдың декабрендә тыуыуына 184 йыл булды.Бөгөн беҙ ошо мәшһүр шағирыбыҙҙың тормош юлы менән танышып китербеҙ.Ҡайһы бер шиғырҙарын да уҡырбыҙ.
Уны ни өсөн мәғрифәтсе тип атағандар? Был һорауға яуапты уның тормош юлын белмәйенсә ,яуап та биреп булмай.
Беҙҙең дәрескә Аҡмулланың тормошон һәм ижадын ныҡлы өйрәнгән”ғалимдар”килгән.Ә хәҙер уларҙың сығыштарын тыңлап китәйек.
III.Төп өлөш.
Сығыштарҙың темалары:
1.М.Аҡмулланың сығышы, ата-әсәһе хаҡында.
2.Аҡмулланың бала һәм үҫмер сағы.
3.Аҡмулла халыҡ араһында.
4.Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре.
5. Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү .Музей хаҡында.
Беренсе «ғалим» . М.Камалетдин улы Аҡмулланың тормош юлы, биография шаҡтай ҡатмарлы. Ул 1831 йылдың 14 декабрендә (яңы стиль - 26) Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, Күл-иле Мең олоҫоноң (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған. Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, Әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы - икеһе лә аҫаба башҡорттар. Камалетдин ауылда мулла була. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың ғаиләһе ишле булғас, фәҡирлек менән көн итәләр. Ревизия яҙмалары табылғас (ул беҙҙеңсә перепись була), ошонда мәғлүмәттәрҙе күрһәтергә була(1834 йылғы).
Камалетдиндың бүтән ҡатындарынан да бик күп кенә балалары була. Быны Аҡмулланың хатынан күрергә мөмкин.(212-се бит «Башк.просвет.-демократ. XIX в.) Үҙ әсәһе Бибиөммөгөлсөм бик йәшләй үлеп киткәс, Аҡмуллаға бөтә ауырлыҡтарҙы күрергә тура килә.
“Икенсе ғалимға” һүҙ бирелә.
Мифтахитдин бәләкәйҙән бик шуҡ, тиктормаҫ, тынғыһыҙ бала булып үҫә. Әсәһе үлгәс,үгәй әсәһенең һәм өлкән ағаларының йәберләүен,һыйҙырмауҙарын да кисерә.Уның шуҡлығы ҡайһы ваҡытта эш боҙоуға ла килтерә.Ошо хаҡта ул яҙып китә:”оятымдан ҡара яндым хатта”тип.Был ваҡиғаларҙан һуң ҡышҡы һыуыҡта,мәҙрәсәнән ҡасып,тирмәндә йәшенгән һәм ошонда ҡолаҡтарын туңдыра.Аяғ бармаҡтарын да өшөтә.
Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була
Эҙләнеүсән,тынғыһыҙ Мифтахетдин был мәҙрәсәне лә ҡалдыра,тәүҙә Ырымбур яҡтарына бара,шунан Троицк мәҙрәсәһенә килеп уҡый башлай.Үҙ аллы фарсы,ғәрәп телдәрен өйрәнә,Көнсығыш әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына
. “Өсөнсө ғалим”.1850 йылдарҙа тыуған ауылына ҡайтып, кәләш алып, бер аҙ ваҡыт ата йортонда йәшәй.Әммә, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, йәмәғәте йәшләй генә вафат булып ҡала.Мифтахетдин ,шул сәбәпле булһа кәрәк,ауылда төпләнеп ҡала алмай. 1850 йылдың аҙағында, атаһы өйҙә юҡ саҡта атын,тунын рөхсәтһеҙ алып,ил гиҙеп сығып китә.Урал аръяғы далаларына юл тота.Башҡорт ауылдарында,ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып,мөғәллим,мүлдәкә булып таныла. Үҙ илендә атаҡлы башҡорт шағиры, сәсән һәм мәғрифәтсе булып дан ҡаҙанған Мифтахетдин ҡаҙаҡтар араһында ла мәргән,аҡыллы кеше булып дан ала.Аҡмулла балта оҫтаһы булараҡ та таныла.Уҡымышлылығы,тура һүҙле булғаны өсөн “Аҡ мулла “тип атайҙар.Аҡмулланың тура,ғәҙел һүҙенән байҙар ҡурҡыр булған.Үс алыу өсөн төрлө юлдар эҙләгән.Улар ялған бәлә яғып,Аҡмулланы төрмәгә ултырталар ҙа инде.Дүрт йылдан һуң ағланып сыға.Ә байҙар бының менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмайҙар.1895йылдың 8октябрендә Аҡмулла Миәс ҡалаһы эргәһендә төн үткәреү өсөн туҡтала.Шул ерҙә байҙар яллаған кешеләр тарафынан үлтерелә.М.Аҡмулланың тынғыһыҙ ғүмере шулай өҙөлә.Уны Миәс ҡалаһындағы мосолмандар зыяратына күмәләр.
“Дүртенсе ғалим”.М.Аҡмулла күпте күргән,күпте кисергән шағир.Шуға ла уның автобиографик характерҙа булған шиғырҙары ла бар.мифтахетдин атай йортонан сығып киткәнгә ун өс йыл үткәс кенә ҡабат тыуған ауылына ҡайта,тип бирелә мәғлүмәттәрҙә.Туҡһанбайға ҡайтыуы хаҡында риүәйәттәр ҙә ысынбарлыҡты сағылдыра.Атаһы менән асыуланышып киткәндән һуң “Атайыма хат”әҫәрен яҙа.(тасуири уҡыу).Шулай уҡ автобиографик әҫәрҙәренең береһенә уның “Урыным-зиндан”шиғырын индерергә була.Уның менән ошондай ваҡиға ла була.(дәреслектән )Иҫәнгилде исемле Ҡаҙаҡ байы кеүек кешеләр уны төрмәгә ултырталар.Аҡмулланың эше ҡаралғансы дүрт үтеп китә.(тасуири уҡыу)
“Бишенсе ғалим”.Республикала Аҡмулла исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарылды.Миәкә районы Туҡһанбай районында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл уңайы менән 1981йылда йорт-музей асылды.Был музейҙа нимәләр бар(Күргәҙмә материалдар күрһәтелә)Шулай уҡ районда Аҡмулла исемендәге премия ла булдырылған.Ул исемгә Аҡмулланың тормошон ,ижадын өйрәнеүселәр,уға арналған әҫәрҙәр яҙыусылар лайыҡ булған.(портреттары,китаптары)
IV.Уҡытыусы һүҙе.Рәхмәт,хөрмәтле ғалимдар.Һеҙҙең сығыштарҙан беҙ бөгөн бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ,тип уйлайымӘ хәҙер Аҡмулла тураһында һеҙҙә ниндәй фекерҙәр тыуҙы,нимәләр белдегеҙ? Шуны карточкаларығыҙға яҙып ҡуйығыҙ. кроссворд сисергә бирәйек. викторина һорауҙары төҙөйҙәр ЛММ төҙөй башлай.төп һорауға яуап бирергә әҙерлән.
V.Эштәрҙе тиҙ генә тикшереп сығырға һәм уҡыусыларҙың эштәрен баһалау.
Викторина үткәреү.
VI.Уҡытыусы һүҙе. Аҡмулла –мәғрифәтсе,быны беҙ әле генә тормошо тураһында һөйләшкәндә үк иҫбатланыҡ. “Ҡара төндөң яҡты йондоҙо”булып,халҡыбыҙҙы белемгә,яңы тормошҡа саҡырған.Уның һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль,сөнки белемлеләргә генә һәр ерҙә юл асыҡ.Ғилемле кеше-ҡанатлы ҡош.
Белемле бөлмәҫ,белемһеҙ көн күрмәҫ.Белеү-нур,белмәү-хур.
“Башҡорттарым,уҡыу кәрәк!”шиғыры.(ҡыҫҡаса фекер алышыу)
VII.Йомғаҡлау.Уҡыусылар,беҙ бөгөн бөйөк шағир М.Аҡмулланың тормош юлы менән таныштыҡ.Өндәшеү,саҡырыу шиғырын ятлағыҙ.Ул һеҙҙең өсөн девиз булып торһон. Киләһе дәрестәрҙә башҡа әҫәрҙәре менән танышырбыҙ,
Аҡмулланың тағы ла ниндәй сифаттарҙы хөрмәтләгәнен,ниндәйҙәрен яратмағанын да белербеҙ.
Өйгә эш: шиғырҙы ятларға;.
| А | ҡ | м | у | л | л | а |
| т | у | ҡ | һ | а | н | б | а | й |
| м | и | ә | к | ә | |
у | ҡ | ы | у | |
к | а | м | а | л | и | т | д | и | н | |
к | ү | ң | е | л | |
| н | а | ҙ | а | н | л | ы | ҡ |
1.БДПУ кемдең исемен йөрөтә?
2.М.Аҡмулланың тыуған ауылы.
3.Тыуған районы.
4.Уның яратҡан шөғөлө.
5.Атаһының исеме
6.Халыҡтың .....аңлаған.
7.Нимәне яратмаған?
Викторина һорауҙары.
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған? (1831 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле-Мең олоҫо (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған).
Тәүге һабаҡты ҡайҙан ала? (Атаһынан).
Аҡмулла ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем ала? (Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш, Троицк мәҙрәсәләрендә).
Халыҡ ни өсөн ярата? (Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн).
Ҡайһы халыҡ уны Аҡмулла тип атаған? (Ҡаҙаҡтар уны уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге өсөн “Аҡмулла” тип атаған. Аҡмулла – ҡаҙаҡса тура, ғәҙел һүҙле, аҡыллы кеше тигән һүҙ).
Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың нисә китабы баҫылып сыға? (Бер, 1892 йылда “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе”).
Аҡмулланың әсәһенең исеме? (Бибиөмөгөлсөм).
Нисәнсе йылда, нисек вафат була? (1895 йылдың 8 октябрендә Троицкиҙан Златоустҡа килгән ерендә, Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә байҙар ялланған кешеләр тарафынан үлтерелә, кәүҙәһе Миәс зыяратына күмелә).
Бөйөк мәғрифәтсенең исемен ниндәй уҡыу йорто йөрөтә? (БДПУ).
Нисәнсе йылда тыуған районында Миәкәлә премияһы булдырыла? (1989 йылда Миәкә район Советы тарафынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырыла.).
Миәкә районындағы Туҡһанбай ауылында Аҡмуллаға музей ҡасан асыла? (1981).
Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:
Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:
Шуныһы мөһим:
Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки
Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:
Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:
Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки
______________________________________________________________
Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:
Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:
Шуныһы мөһим:
Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки
Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:
Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:
Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки
Мифтахетдин Аҡмулла тормошо һәм ижады буйынса викторина һорауҙары
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған? (1831 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле-Мең олоҫо (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған).
Тәүге һабаҡты ҡайҙан ала? (Атаһынан).
Аҡмулла ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем ала? (Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш, Троицк мәҙрәсәләрендә).
Халыҡ ни өсөн ярата? (Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн).
Ҡайһы халыҡ уны Аҡмулла тип атаған? (Ҡаҙаҡтар уны уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге өсөн “Аҡмулла” тип атаған. Аҡмулла – ҡаҙаҡса тура, ғәҙел һүҙле, аҡыллы кеше тигән һүҙ).
Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың нисә китабы баҫылып сыға? (Бер, 1892 йылда “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе”).
Аҡмулланың әсәһенең исеме? (Бибиөмөгөлсөм).
Башҡорт әҙиптәренән кемдәр менән аралаша? (М.Өмөтбаев, Р.Фәхретдинов).
Нисәнсе йылда, нисек вафат була? (1895 йылдың 8 октябрендә Троицкиҙан Златоустҡа килгән ерендә, Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә байҙар ялланған кешеләр тарафынан үлтерелә, кәүҙәһе Миәс зыяратына күмелә).
Бөйөк мәғрифәтсенең исемен ниндәй уҡыу йорто йөрөтә? (БДПУ).
Аҡмулланың тыуына нисә йыл булғанда талиптарға стипендия булдырыла? Тәүге стипендия нисә кеше лайыҡ була? (175, 15 кеше).
Нисәнсе йылда тыуған районында Миәкәлә премияһы булдырыла? Тәүге премияға кем лайыҡ була? (1989 йылда тыуған яғында Миәкә район Советы тарафынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. Уға тәүгеләрҙән Аҡмулла ижадын өйрәнеүгә бик күп өлөш индергән шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүргә бирелә).
Миәкә районындағы Туҡһанбай ауылында Аҡмуллаға ҡасан музей асыла? (1981).
Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр,- тип Аҡмулла кемгә, ҡайһы халыҡҡа мөрәжәғәт итә? (Башҡорт халҡына).
Аҡмулла башҡорт фольклорының ниндәй эпик формаһына йыш мөрәжәғәт итә? Ниндәй әҫәрҙәрен миҫалға килтерә алаһығыҙ? (Ҡобайыр. “Бәхет”, “Аттың ниһен маҡтайһың”, “Йырау”).
Кемдең ошағы арҡаһында Аҡмулла төрмәлә ултыра? (Иҫәнгилде Батыш).
Арестант ротаһынан батша Александр 11 ике мең яһаҡ түләп кем ҡотҡара шағирҙы? (Ғибәҙулла Йыһанйеров).
Аҡмулланың тормошо, ижады менән ҡыҙыҡһыныусы шәкерте? (Дусмайыл Ҡасҡынбай улы).
БДПУ алдында һәйкәл нисәнсе йылда асыла, архитекторы, скульпторы кем? (2008, архитекторы- Дамир Мәғәфүров, скульпторы – Владимир Дворник).
Күләме яғынан 500 юл самаһы булған Аҡмулланың иң ҙур әҫәре? (“Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе”).
1911-16 йылдарҙа Троицкиҙа нәшер ителгән журнал исеме? (“Аҡмулла”).
“Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы” китабының авторы? (Әхәт Вилданов).
Аҡмулла арияһын башҡарыусы йырсы. (Йәмил Әбделмәнов).
“Аҡмулла” драмаһын ижад итеүсе драматург. (Наил Ғәйетбаев).
“Амулла” повесы һәм “Башҡорт шиғриәтенең аҡ ыласыны” китабының авторы? (Ғәзим Шафиков).
1.БДПУ кемдең исемен йөрөтә?
2.М.Аҡмулланың тыуған ауылы.
3.Тыуған районы.
4.Уның яратҡан шөғөлө.
5.Атаһының исеме
6.Халыҡтың .....аңлаған.
7.Нимәне яратмаған?