МИН – УҠЫТЫУСЫ.
(эссе)
Уҡытыусы!
Ниндәй бөйөк исем!
Кешелеккә белем биреүсе.
Һәр көн һайын беҙҙең йөрәктәргә
Изгелек нурҙарын сәсеүсе.
Уҡытыусы... ниндәй изге мәғәнә, иҫ киткес сабырлыҡ, тормошҡа һәм үҙ эшеңә һөйөү тупланған был һүҙҙә... Эйе, тап үрҙәге шиғыр юлдарындағы кеүек Бөйөклөк тә бар был исемдә, сөнки уҡытыусыға донъялағы иң ҡиммәтле, иң ҡәҙерле әйбер – бала күңеле, бала киләсәге ышанып тапшырылған.
Уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата ихтирам миндә сабый саҡтан уҡ тәрбиәләнде. Бында туғандарымдың, уҡытыусыларымдың роле һанап бөткөһөҙ булды. Мәҫәлән, Таһир бабайым – күп кенә балаларҙа математика фәненә ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Әлеге көндә лә уҡыусылары уны ғәҙел, талапсан булғаны өсөн ололап иҫкә алалар. Фәнүзә апайым – тәжрибәле, белемле, күбеһенә үрнәк, маяҡ булып торған уҡытыусыларҙың береһе. Хатта, күберәк әҙәбиәт, йәки тел яратҡан уҡыусыларҙа ла, ул физика фәненә ҡарата ихтирам тәрбиәләй ала. Сания апайым – Ғәлиәкбәр ауылы мәктәбен етәкләй. Үҙ эшен ысын күңелдән яратҡан, маҡсатына ирешеүсән, тәүәккәл уҡытыусы ул.
Ошондай мөхиттә үҫкәнгә, күңелемдә: «Уҡытыусы булам!» тигән уй бик иртә яралды. Әсәйем менән атайым эшкә киткәс, апайым менән икәүләп «уҡытыусы» булып уйнағаныбыҙ, яңы ғына алып ҡайтылған шкаф ишеген синыф таҡтаһы урынына ҡулланыуыбыҙ – әле лә хәтеремдә.
Туған телемде, әҙәбиәтте тәрәнерәк өйрәнеү теләге, урта мәктәпте тамамлағас, СИБГУ-ның башҡорт филологияһы факультетына алып килде.
Һәм ниһәйәт, хыялым тормошҡа ашты! Юғары белем алып, ауылға ҡайтҡас, 2015 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенә эшкә урынлаштым. Тәүге дәресемде айырыуса ныҡ тулҡынланып көттөм. Ул көн 5 сентябрь ине. «Нисек итеп класҡа инермен, уҡыусылар алдында ҡойолоп төшмәҫменме, дәресем уңышлы үтерме?», - тигән борсолоулы уйҙар башымдан үтте.
Тәүге мәлдәрҙә төрлө ҡыйынлыҡтар, мәшәҡәттәр килеп тыуһа ла, бала саҡ хыялыма хыянат итергә уй булманы, сөнки бөтә ауырлыҡтар ҙа – беҙ уларҙы еңеп сыҡһын өсөн бирелә.
Ҡыңғырау шылтырағас та, балаларҙың күҙҙәре янып тороуын, дәрес барышында һәр һөйләгән мәғлүмәтте йотлоғоп тыңлауҙарын күреү – минең өсөн оло бәхеткә әйләнде. Оҙаҡламай үҙемдең уҡыусыларымды көндән-көн нығыраҡ ярата, үҙ ғаиләм кеүек күрә башланым. Уҡытыу барышында һәйбәт билдә алған балалар ғына түгел, хатта иң шаян, тиктормаҫ уҡыусылар ҙа яҡын булып киттеләр. Ғөмүмән, һәр бала – ул шәхес. Үҙ һүҙле, шаян уҡыусыларҙың да, һәйбәт яҡтарын күрергә өйрәндем.
Ҡытай әкиәтендәге кеүек, уҡытыусы менән уҡыусы күңеле һиҙелмәҫлек ҡыҙыл еп менән бәйләнгәндер ул, минеңсә.
Минең өсөн, бала дәрестәремдә, иң тәүҙә, кеше булырға өйрәнергә тейеш. Шуның өсөн дә, уҡыусыларҙа мәрхәмәтлелек, ярҙамсыллыҡ, изгелек тәрбиәләргә тырышам. Сөнки, был донъяға һәр кем ысын кеше булыр өсөн тыуған. Ә кем һуң ул ысын кеше? Ул яҡшы инженер, билдәле табип, йәки иҫ киткес аҡыллы химик ҡына түгел, (тарих буйынса, оҫта ҡуллы табиптарҙың, Германияла фашистик режимға ҡушылып, төрлө йыртҡыстарса тәжрибәләрҙә ҡатнашыуҙарын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ) тимәк, тәү сиратта, уҡыусы һәр көнөн бәләкәс кенә булһа ла яҡшылыҡ эшләп үткәрергә, һәйбәтте һәм яманды аныҡ айырырға тейеш. Кешеләргә ярҙам итһәң генә, һин бәхетле була алаһың. Башҡа бер нәмә лә: аҡса ла, байлыҡ, билдәлелек тә һине ысын бәхетле итә алмаясаҡ.
Яңыраҡ ҡына уҡыусыларым бәхет тураһында һорау биргән инеләр. Минең уйлауымса, бәхетле булыуҙың төп серҙәренең береһе – ул яратҡан эшеңдең булыуы. Һөнәреңде ысын күңелдән яратһаң, иртән тороуы ла ҡыйын түгел хатта, сөнки эш урынына ашҡынып бараһың!
Уҡыусыларымдың «Урал батыр»ҙы ятлауы, «Йәншишмә» гәзитендә , «Аманат» журналында шиғырҙары, хикәйәләре баҫылыуы, төрлө сараларҙа урындар алыуҙары, ижади һәләттәре, телмәрҙәре үҫеүе, бер-береһенә ихтирамлыраҡ була башлауҙары – мине сикһеҙ бәхетле итә.
Уҡытыусы – ул иң мәрхәмәтле һөнәр. Мин уҡытыусы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Әгәр ҙә, уҡыусыларым тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле тормош ҡорһалар, мин дә бәхетле буласаҡмын. Яҡты киләсәк һеҙгә, уҡыусылар!