СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Минең кескәй дуҫтарым"темаһына асыҡ дәрес

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«"Минең кескәй дуҫтарым"темаһына асыҡ дәрес»

Дәрес темаһы: Минең кескәй дуҫтарым.

Дәрес төрө: Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрестең маҡсаттары: Белем биреү: Йорт ҡоштарының, хайуандарының атамаларын,

уларҙың тән өлөштәрен әйтә белеү, башҡорт телендә

ҡоштарға, хайуандарға Нимә? һорауы бирелеүен төшөнөү.

Үҫтереүсе: фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү,

тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: йорт ҡоштарына, хайуандарына иғтибарлы

булырға өйрәтеү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр: Предмет уҡыу эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре: Йорт ҡоштарының,

хайуандарының атамаларын, уларҙың тән өлөштәрен әйтә

белеү, башҡорт телендә ҡоштарға, хайуандарға Нимә?

һорауы бирелеүен төшөнөү.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын,

маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрҙе барлау;

б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, һығымта

яһай белеү;

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөй, парлап диалог ҡора,

төркөмләп эшләгәндә үҙ-ара аралаша белеү;

Шәхес булараҡ формалашыу УУЭ һөҙөмтәләре: йорт

ҡоштарына, хайуандарына иғтибарлы булыу, йәберләмәү;

Йыһазландырыу: «Башҡорт теле» дәреслеге, «Йорт ҡоштары, хайуандары»

темаһына слайттар, эш дәфтәре, 2-се класс өсөн электрон

дәреслек, эт, тутыйғош һүрәте, карточкалар;


Дәрес барышы.

  1. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация тыуҙырыу.

  1. Инеш әңгәмә.

  • Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!

  • Һаумы, ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

- Яҡшы кәйеф менән дәресебеҙҙе бащлайыҡ.

  1. Артикуляцион күнегеү.

  • Уҡыусылар, телебеҙҙе башҡорт теленә көйләр өсөн артикуляцион күнегеү эшләп алайыҡ. Башта мин һеҙгә уҡып ишеттерәм, һуңынан бергәләп уҡырбыҙ.

Бесәй, бесәй, бесәй, шул,

Бесәй әле кескәй шул.

Үҙе мырлай ҙа мырлай,

Әллә ул шулай йырлай.

  • Әйҙәгеҙ әле, шул шиғырҙы көйләп алайыҡ.

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.

  • Афарин, уҡыусылар. Был был шиғырҙа ниндәй йәнлек тураһында һүҙ бара?

  • Әйтегеҙ әле, бесәй кешегә дуҫмы?

  • Тағы ла ниндәй йәнлектәрҙе беҙ дуҫ тип әйтә алабыҙ?  (Бесәй, эт, тутыйғош........)

  • Улар ни өсөн беҙгә дуҫ?

  • Эт йорт һаҡлай. Бесәй сысҡан тота.

  • Шулай итеп, бөгөн дәрестең темаһы «Минең кескәй дуҫтарым.» тип атала.

  • Әйҙәгеҙ әле, хәҙер дәфтәрҙәребеҙгә матур, таҙа итеп бөгөнгө числоны, дәрестең темаһын яҙып ҡуяйыҡ.

  • Нимә тураһында һөйләшәбеҙ икән? ( Йәнлектәр һәм уларҙың тән өлөштәре, төҫтәре тураһында һөйләшербеҙ).

  • Эйе, беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ – йорт ҡоштары, йорт хайуандары тураһында һөйләшербеҙ, уларҙы тасуирларға өйрәнербеҙ. Бының өсөн өйҙә ҡабатлап килгән һүҙҙәр, шулай уҡ быға тиклем белмәгән, өйрәнмәгән яңы

һүҙҙәр ярҙамға килер.



  1. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.



  • Уҡыусылар, иғтибарығыҙҙы таҡтаға йүнәтәбеҙ. Яңы һүҙҙәр менән танышабыҙ.

  1. Яңы һүҙҙәр менән танышыу:

Морон - морда

Ҡойроҡ - хвост

Тәпәй - лапа

Ҡанат - крыло

Суҡыш – клюв



  1. Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып һорау бирергә өйрәнеү.



  • Артабан бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, һорауҙар бирергә өйрәнербеҙ.

Башта уҡытыусы һорау бирә, һуңынан уҡыусылар сыға.

  • Был нимә?

  • Был бесәй (эт, көсөк, тутыйғош).

  • Был нимә?

  • Был уның суҡышы ( тәпәйе, мороно, ҡанаты).

Уҡытыусы.

  • Бесәйҙең ҡолағы нисә? Һ.б.

  • Бесәйҙең төҫө ниндәй?

  • Тағы ла ниндәй төҫлө бесәйҙәр була?

  • Һорау биргәндә нимәгә иғтибар иттегеҙ?

  • Нимә? һорауына.

  • Шулай итеп, башҡорт телендә йәнлектәргә, ҡоштарға Нимә? һарауын бирәбеҙ. Тик кешеләргә генә Кем? тип әйтәбеҙ.

  1. Дәреслек менән эш 114-се бит, 3-сө күнегеү .

  • Шиғырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы.

  • Шиғырҙы уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.

  • Шиғырҙы хор менән уҡыу.

  • Бер-нисә уҡыусының шиғырҙы тасури уҡып күрһәтеүе.

  • Әйтегеҙ әле, был шиғыр нимә тураһында?

  • Был шиғыр Аҡтүш исемле эт тураһында.

  • Шиғырҙа эт ниндәй? Шул юлдарҙы табып уҡыу.

  • Үҙе бәләкәс, ҡолағы һалбыр (Лопоухий), түше ап-аҡ, ҡойроғо ялбыр (длинношерстный)

  • Уҡыусылар, ни өсөн беҙгә эт кәрәк?

  • Эт − кешенең иң яҡын һәм тоғры дуҫы. Ул бер ҡасан да дуҫына, хуҗаһына хыянат итмәй, уны һатмай, алдамай. Юҡҡа ғына "Эт − кешенең дуҫы" дип әйтмәйҙәр. Эттәрҙең тоғры дуҫ булыуҙары турында бик күп әкиәттәр, шиғырҙар, хикәйәләр, йәнһүрәттәр, кинофильмдар ижад ителгән.



  1. Ял минуты үткәреү.

«Кем тиҙерәк» уйыны.



  1. Белемде нығытыу. Практикала ҡулланыу.

  1. Әңгәмә.

  • Арағыҙҙа кемдеңдер бесәйе, эте, бармы?

  • Һин уларҙы үҙеңдең дуҫың тип әйтә алаһыңмы?

  • Ә уларҙың исемдәре – ҡушаматтары нисек?

  • Ҡыҙҙар, һеҙ бесәйегеҙҙең (прозвище) ҡушаматтарын, ә һеҙ малайҙар, эттәрегеҙҙең ҡушаматтарын әйтегеҙ.

  1. Карточкалар менән эш. Кәрәкле һүҙҙәрҙе ҡуйып, күсереп яҙырға.



Минең … (бесәйем, этем) бар. Уның ҡушаматы … (Барсик, Аҡтүш, …).

Мин … (бесәйемде, этемде) яратам.



  1. Рефлексия.

- Бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

- Нимәгә өйрәндегеҙ?  (Йәнлектәрҙең тән өлөштәрен дөрөҫ әйтергә өйрәндек.)

- Тән өлөштәрен һанағанда ниндәй яңы һүҙҙәр осраны? ( Морон, ҡойроҡ, тәпәй…)

- Өйөгөҙҙә бесәй, эт булһа, уларҙы нисек ҡарарға кәрәк? (Уларҙы яратырға, яҡшы ҡарарға кәрәк.)

- Йорт йәнлектәрегеҙ бар икән, улар тураһында хәстәрләргә кәрәк. Улар – беҙҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ.

Өйгә эш: йорт хайуандары һүрәттәрен буярға һәм уның тән өлөштәрен яҙырға.

Баһалау.