СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мостай Кәрим ижады.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Мостай Кәрим ижады.»

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы

хәкимиәтенең мәғариф бүлеге

Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе








Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә фольклор мотивтары




темаһына тикшеренеү эше











Башҡарҙы: 8 класс уҡыусыһы

Камалова Алеся,

Етәксеһе: Нурыева Л.Б.














2020 йыл



Йөкмәткеһе:

Инеш

  1. Бүлек.

М.Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә афористик жанр төрҙәре

  1. Бүлек.

Мәҡәлдәр.

  1. Бүлек.

Алғыштар, ҡарғыштар, ант.

Йомғаҡлау

Ҡулланылған әҙәбиәт.

Ҡушымта. “ Искәндәр Әсғәте”





















Инеш

Йәш быуынды халыҡ ижады өлгөләрендә тәрбиәләү, һис шикһеҙ, әһәмиәтле булып тора, сөнки халыҡтың бөтмәҫ–төкәнмәҫ рухи байлығы, рухи культураһы аша балаларҙы әхлаҡлы, әҙәпле, инсафлы, ихтирамлы, изгелекле, мәҙәниәтле итеп тәрбиәләргә була.

Фәнни-тикшеренеү эшебеҙҙең темаһын “Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә фольклор мотивтары” тип атаныҡ. Был тема үҙенең актуаллеген һис тә юғалтмаясаҡ, сөнки халыҡ ижады быуындан-быуынға күсерелеп бара торған хазина. Башҡорт балалар әҙәбиәтендә фольклор элементтары бигерәк тә арҙаҡлы шәхесебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең әҫәрҙәрендә ҙур сағылыш тапҡан.

Тикшереү объекты:  М.Кәримдең повестары, хикәйәләре. Яҙыусы әҫәрендәге фольклор мотивтары уның предметын билдәләй.

Үҙебеҙҙең фәнни-тикшеренеү эшебеҙҙә был теманы асыу йәһәтенән М.Кәримдең балалар өсөн яҙылған проза әҫәрҙәренә тулы анализ яһаныҡ.

Төп маҡсаты:  фольклор мотивтарының урынын билдәләү.

Тикшеренеү эшенең бурыстарҙы :

- М.Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрен өйрәнеү;

- темаға ҡараған хеҙмәттәр менән танышыу;

- әҫәрҙәрҙә осраған афаристик жанр төрҙәрен табып билдәләргә, уларҙың әһәмиәтен асыҡлау.

Тикшеренеү эшенең практик әһәмиәте: М.Кәримдең әҫәрҙәре нигеҙендә яһалған һығымталарҙы уҡытыусылар ата–бабаларҙан ҡалған боронғо йолаларға, рухи байлығыбыҙға хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында әҙәбиәт дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа файҙалана ала.






I бүлек.

М.Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә афористик жанр төрҙәре

Һәр бер халыҡтың ауыҙ-тел ижадында ҙур күләмле жанрҙар менән бер рәттән бер йәки бер нисә һөйләмдән дә, айырым осраҡтарҙа хатта тик һүҙбәйләнештән генә торған, әммә тәрән мәғәнәгә эйә булған ижад төрҙәре бар. Уларҙы, ғәҙәттә, афористик жанрҙар тип йөрөтәләр. Ғилми әҙәбиәттә уларға ҡарата бәләкәй жанрҙар тигән атаманы ла осратырға мөмкин.

Афористик, йәки бәләкәй, жанрҙарҙың иң киң таралған төрҙәре булып тапҡыр һүҙ (поговорка), мәҡәл (пословица) һәм йомаҡ (загадка) һанала. Бынан тыш, ғалимдар фольклорҙың бәләкәй жанрҙары итеп ышаныу, һынамыш, алғыш, ҡарғыш, ант, тиҙәйткес кеүек ижад төрҙәрен һанайҙар. Башҡорт халыҡ ижады ерлегендә бындай материалдар әлегесә бик аҙ йыйылған, булған хәтлеһе лә бер системаға һалынмаған.


















II бүлек.

Мәҡәлдәр.

М.Кәримдең һәр бер әҫәрендә лә тип әйтерлек мәҡәл, әйтемдәрҙе осратырға мөмкин. Мәҡәлдәр халыҡтың зирәклеген, тапҡырлығын күрһәтә, ә уларҙа ятҡан мәғәнә тәрбиәүи сараға эйә. Хеҙмәт тураһындағы мәҡәлдәр хеҙмәткә, эшкә һөйөү тәрбиәләй, ялҡауҙарҙан көлөү, эш һөймәҫтәрҙе тәнҡитләү асыҡ күренә. Мәҡәлдәрҙең үҙенә иғтибар итәйек:“Мәҡәл - һүҙ асҡысы, әйтем - күңел асҡысы”, “Мәҡәл әйткән - юл өйрәткән”, “Әйтем әйткән – күңел йыуатҡан. Ә әйтемдәрҙең төп вазифаһы - өгөт-нәсихәт биреү, күңел йыуатыу. Әҙәбиәттә мәҡәлдәр автор тексында ла, персонаждар телмәрендә лә йыш ҡулланыла, улар әҙәби телдең образлылығын, һүҙҙәрҙең халыҡсан тапҡыр әйтелешен көсәйтә.

Өс таған” повесында осраған мәҡәлдәргә бер нисә миҫал килтерәйек: …”Бабай әбейҙе ентекләп, һөйләнә-һөйләнә түргә уҙҙы: “Алтылағы сәфәрҙән ҡайтһа”,-ти ул,-алтмыштағы күрешә килһен, тигәндәр боронғолар”, “Ҡунаҡ йөҙөн күрмәгән кеше шатлыҡ йөҙөн күрмәй ул”,-ти беҙҙең радио һөйләгәнде тыңлағас”. “Күҙе күрмәһә лә, күңеле күрә” шул әбейегеҙҙең,-тип ҡуя Мансур бабай”. “Алдыңды-артыңды ҡарап йөрө инде, ҡыҙым,-ти өләсәй,-юл аҙабы-йән ғазабы, тигәндәр бит. Ул ауыр көрһөнөп ҡуйҙы ла ейәнен шелтәләргә кереште.-Атаһыҙ бала-йүгәнһеҙ ат шул инде”. “Яҡшынан яман тыуған”, “Яҡшы һүҙең-йән аҙығы”, “Йөрөгән-йығылмаҫ”, “Һүҙ менән һөйәк ялғап булмаҫ”, “Батыр яраһыҙ булмаҫ”, “Эҫе һөйәк һындырмай” һ.б.

Өс таған” повесының “Дан кәпәс түгел” бүлегендә Нәғимә инәйҙең ейәненә аңлатҡан һүҙҙәре әйтем-мәҡәлдәрҙән тора.

“Нәғимә инәй өҙөлгән һүҙҙе ашыҡмай ғына йәнә ялғаны:

-Улай булһа, тыңла. Батыр үлһә, улына ҡылысы ҡала, мәргән үлһә, уҡ-һаҙағы ҡала. Кәрәк саҡта, ил ҡушҡанда, ата ҡоралын уландары ҡулға алғандар. Атанан мираҫ ҡалған һабан менән улдары ер һөрәләр. Уның сүкеше менән тимер сүкейҙәр, көрәге менән ер ҡаҙыйҙар. Атанан ҡалған көпө-кәпәсте балалары кейә. Ә бына һинең башыңда ла атайың мәрхүмдең кәпәсе. Әммә атанан ҡалған дан-шөһрәт кәпәс түгел.Балалары уны алмаш-тилмәш кейеп йөрөй алмай. Мөрйәнән сыҡҡан төтөн донъяны йылытмаған кеүек, ата даны ла баланы биҙәмәй. Бына үҙең, атайыңа лайыҡлы булып, ил һоҡланырлыҡ, кешеләр хайран ҡалырлыҡ эштәр башҡарһаң икән…”

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге Оло инәй телмәрендә лә мәҡәлдәр йыш ҡулланыла. Уның һәр әйткән һүҙе, өгөт-нәсихәте, фатихаһы фәһемле һәм ҡәҙерле. “Уңған аттың тире сыҡҡансы, ялҡау аттың йәне сығыр” тигәндәре ошолор инде. “Йомарт ҡулға мал керер”- ти Оло инәйем”. “Арыҡ аттың күгәһе киң”,-тиҙәр. “Ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк”,-тине бер саҡ Оло инәйем”.




















III бүлек.

Алғыштар, ҡарғыштар, ант.

Афористик жанр төрҙәренә алғыш, ҡарғыш, ант кеүек ижад төрҙәре лә инә. Был бәләкәй жанр төрҙәренә миҫалдар ҡарап китәйек.

Халҡыбыҙҙың төрлө байрамдарҙа, мәжлестәрҙә йыйындарҙа әйтә торған теләктәре, алғыштары бар. Алғыш - башҡорт халыҡ ижадында һәйбәт кешегә теләк, маҡтау, дан рәүешендә ижад ителгән жанр. Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә алғыш, ҡарғыш, ант кеүек афористик жанр төрҙәрен дә осратырға мөмкин. Мәҫәлән, үҙенең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында түбәндәге алғыштарҙы бик урынлы ҡулланған. “Фәхернисә әбей, кәштәләге төйөнсөктө сисеп, беҙҙең икебеҙгә лә берәр ус сәтләүек бирҙе.“Йылы тәнегеҙҙә туҙһын инде. Башмаҡтарығыҙ бигерәк матур икән”,-ти ул. “Беҙҙең янға Яҡшығол бабай килеп туҡтай:-Байрам ҡотло булһын, Көнбикә”, “Бәхетле, тәүфиҡле бул, ҡыҙым,-ти. Өләсәйҙең йәмле күҙҙәре берсә асыла, берсә йомола”.

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында Оло инәйҙең Ҡара Йомағолдоң арҡаһынан ҡағып әйткән һүҙҙәрендә лә беҙ алғыштарҙы күрәбеҙ.

- Бәхет-тәүфиҡтәре менән килһендәр был донъяға. Малайҙарыңдың игелеген күрергә яҙһын. Ә ҡатының торғаны менән инә арыҫлан. Бисәләрҙең кеме кем икәнлеге бала аҫрағанда һынала. Ҡәҙерен белеп йәшә”.

Йола поэзияһының ҡарғыш һамаҡтары ла үрҙә телгә алынған әҫәрҙәрҙә осрай. “Ҡорбанбикә еңгәнең ҡылығы үтә ҡырыҫ. Әгәр һыйыры көтөүҙән ҡайтмаһа, урам буйлап һөрән һалып уҙа:-Бүре лә быуып йыҡмай бит шул мәғлүнде! Бүре йыҡһа, Әжмәғол муллаға хәйерҙәр бирер инем!” “Тауыҡтары картуф баҡсаһына инеп тибенә башлаһа, күрше-тирә-яҡ йәнә Ҡорбанбикә еңгәнең әсе ҡарғышын ишетә:-Үләт тә ҡырмай бит, исмаһам, шуларҙы! Көш! Үләт ҡырһа, йәндәрем тыныр ине! Көш!”

Ул (Вәзир) ҡапҡанан инеү менән, асыҡ тәҙрәнән әсәһенең сағыу тауышы яңғыраны.-Вәзир, тим, малай аламаһы! Ҡайтып ҡына ин! Бәреп үлтерәм хәҙер, муйының һынғыры! Йомош ҡушһаң, елкә йоҡа, уйын тиһәң, донъяһын онота! Анау Яҡуптан өлгө алыр инең саҡ ҡына!”

-Әлеге Вәзирҙең инде, йөҙө ҡара! Кәнсәгә барышып, аҡылға ултыртмаһаммы!” Уның Айҙарға асыуы килде:”Ерән шайтан!-тине ул эсенән.-Ботон таш менәнбәреп һындыраһыңмы ни? Һөрлөгөп тә китмәй бит, исмаһам!” “Быны күреп торған Айҙарҙың эсе бошто:”Ҡурҡаҡ һин, серәкәй,-тип әрләне ул эсенән генә оҙон морондо.-Танауына ҡунғансы, күҙенә килеп инһәң, ни ерең кәмер ине, йүнһеҙ… Етмәһә, минең сигелгән түбәтәйгә ата”.

Ант итеү ҙә фольклор элементы булып тора. М.Кәримдең әҫәрҙәрендә түбәндәге ант итеү өлгөләрен осратырға мөмкин. Мәҫәлән: “Мин иларҙай булып танам:-“Яҡты ҡояш, икмәк өҫтө! Әймәйем,-тим,-Хәмитйән бит етем, етем кешене Ҡорбан байрамында рәнйетергә ярамай”,-тим. (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).

-Антмы? Риза, ант!-тине. “Өс тағандың яңы терәүе”. “Айҙар ҡаты бойороҡто ҡапыл йомшаҡ вәғәҙәгә алмаштырҙы:-Тыңлаһаң, турғай балаһы тотоп бирермен, һылыуым, хатта икене.-Антмы?-Ант!”

(“Өс таған”)

Шулай итеп, М.Кәрим дуҫты дошмандан айырырға, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтеүсе, хеҙмәткә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләгән әҫәрҙәрендә афористик жанр төрҙәрен оҫта файҙаланыуы менән уларҙың тәрбиәүи әһәмиәтен тағы ла көсәйтте. Халыҡ ижадын һәр саҡ татып үҫкән, уны үҙ ҡанына һеңдергән яҙыусы ғына әҫәрҙәрендә бик нескә нигеҙләүҙәргә килергә мөмкин. Халыҡ ижады традицияларын үҙ әҫәрҙәрендә “иретә” алыу өлгөһөн М.Кәрим беҙгә әҫәрҙәре аша бик асыҡ күрһәтте. Был йәһәттән унан өйрәнергә, ижади тәрбиә алырға кәрәк.




Йомғаҡлау


Башҡорт балалар әҙәбиәтендә фольклор элементтарын бик күп яҙыусы-шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә осратып була, беҙ үҙебеҙҙең ғилми-тикшеренеү эшебеҙҙе М.Кәримдең әҫәрҙәренә нигеҙләнеп яҙҙыҡ. Һәм ошондай һығымталаға килдек:

1) Шағир үҙенең әҫәрҙәрендә туған халҡының тормошон, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, традицияларын, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, тулы һәм дөрөҫ итеп сағылдыра алған.

2) Уның әҫәрҙәрен уҡып ҡына ла башҡорттарҙың тормош-көнкүреше, ауыҙ-тел ижады хаҡында бик күп һәм тулы мәғлүмәт алдырға була.






















Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Мостай Кәрим Әҫәрҙәр дүрт томда, I том, II том, III том, IV том, Өфө,1987й.

2. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр ,V том,Өфө, 1973й.

3. Мостай Кәрим. “ Өс таған”, Өфө, 1982 й.

4.Мостай Кәрим “ Ғүмер миҙгеләре ”,Өфө, 1992 й.

5. Мостай Кәрим “ Оҙон – оҙаҡ бала саҡ ”, Өфө,1976 й.

7. Мостай Кәрим Әҫәрҙәр , I том, Өфө, 2009 й.

8. И.И. Валеев “ Традиции башкирского национального воспитания в творчестве Мустая Карима”, Уфа, 2005 г.

9 “ Йәшлек ”№ 17, 18, 2006й.

10 ” Аманат ” журналдары №10, 1997 й., №6,2000й., № 10, 2002й.
















































Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!