ТЕМА: М.КӘРИМДЕҢ «ӨС ТАҒАН» ПОВЕСЫ БУЙЫНСА ЙОМҒАҠЛАУ.
Маҡсаттар:1.М.Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, повестың идея-эстетик мәғәнәһен асыу һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү.
2.Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү.
3.М.Кәрим ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙа әҙәп - әхлаҡ, дуҫлыҡ тойғоларын, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: М.Кәрим тураһында плакат, китаптар күргәҙмәһе, әҫәр буйынса уҡыусыларҙың һүрәттәре, мультимедия проекторы, компьютер.
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу эше. Сәләмләү.(слайд)
Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ
Көнө буйына етә.
Изге көн теләп өндәшәм:
Балалар, хәйерле иртә!
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек. (слайд)
Дуҫлыҡ – йәшәүҙең мөһим
сығанаҡтарының береһе. Кеше нисек
кенә етеш, мул йәшәмәһен, үҙенең
тормошон дуҫтарһыҙ күҙ алдына
килтерә алмай.
(Аристотель)
- Уҡыусылар, бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (яуаптары)
- Дөрөҫ, уҡыусылар, алдағы дәрестәрҙә беҙ М.Кәрим һәм уның “Өс таған” повесы менән таныштыҡ. Бөгөн беҙ алған белемдәребеҙҙе тикшереп китәсәкбеҙ, әҫәрҙе йомғаҡлап, әңгәмә ҡорасаҡбыҙ. Дәфтәргә числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.(число, тема яҙҙырыу)
II. Үтелгәнде ҡабатлау.
-Уҡыусылар, өйҙә һеҙ М.Кәримдең “Өс таған” повесының йөкмәткеһен белеп килергә тейеш инегеҙ. Әйҙәгеҙ әле, белемдәребеҙҙе тест буйынса тикшереп алайыҡ.(слайд)
М.Кәримдең “Өс таған” повесының геройҙары ҡайһы ауылда йәшәй?
А)Ҡыҙраста
Б)Собханғолда
В)Йәтимәктә
Г)Бөркөтлөлә
2.Бөркөтлө ауылына исем биреүгә нимә булышлыҡ иткән?
А) легенда менән бәйле булыуы
Б) бөрөкөт үрсетеү менән шөғөлләнеү
В) бөркөттәрҙең күп булыуы
Г) бөркөттәрҙең һымаҡ кешеләрҙең күп булыуы
3.Бөркөтлө ауылындағы күп малайҙар ниндәй тауға менеү тураһында хыяллана?
А) Ҡылыскүлгә
Б) Кирәмәткә
В) Күкрәктауға
Г)Ирәмәлгә
4. “Бер ҡоймаҡты майланыҡ”. Был кемдең һүҙҙәре?
А) Ғабдулла
Б) Шәрифулла
В) Вәзир
Г) Айҙар
5. Башлыҡ һайлау мәсьәләһен малайҙар нисек хәл итә?
А)шыбаға тотоп
Б)көрәштә көс һынашып
В) һайлап
Г)йәрәбә һалып
6. “Өс таған”дың башлығы итеп кем һайлана?
А)Гөлнур
Б) Вәзир
В) Ғабдулла
Г) Айҙар
III. Повесть йөкмәткеһе өҫтөндә эш. 1.Әңгәмә.
М.Кәрим – бөйөк әҙип, оло талант эйәһе.(слайд) Ул хаҡлы рәүештә халҡыбыҙ күңелендә йәшәй. М.Кәримдең әҫәрҙәре уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алына һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелә. Шуларҙың береһе – төрлө осор балаларының яратып уҡыған әҫәре - “Өстаған” повесы.
- Уҡыусылар, повесть һеҙгә оҡшанымы? Ниндәй хистәр уятты?
- Әҫәр нимәнән башланып китә?
- Бөркөтлө тураһында нимәләр белдегеҙ? Уның матурлығын автор нисек тасуирлаған?
- Әҫәрҙә ниндәй күлдәр тураһында һүҙ бара? Улар нисек тасуирлана? Әҫәрҙән өҙөк табып уҡып китәйек.
- Күлдәр нисек барлыҡҡа килгән? (легенданы һөйләтеү)
- Повеста ниндәй тауҙар тураһында һөйләнелә? Улар нисек һүрәтләнгән?
- Ул тауҙарға менеү тураһында нимә тиелә? Һәр кем унда менә аламы?
-Эйе, кешегә юлда һәр саҡ ҡаршылыҡтар осрай. Әммә ауырлыҡты еңеп сығыу кешене сыныҡтыра. Шуның өсөн кеше маҡсаттарға ҡыйыу ынтылырға, ҡурҡмаҫҡа, кәрәк ерҙә көрәшә белергә тейеш.
- Уҡыусылар, повеста беҙ быны кемдәрҙең миҫалында күрҙек?
- Повеста малайҙар ниндәй итеп һүрәтләнгән?(слайд) Экранда бирелгән сифаттарҙы, һәр геройға тура килгәндәрен һайлап, өс бағанаға бүлеп яҙайыҡ. Был эште төркөмләп эшләйек. 1-се төркәм – Вәзиргә ҡағылышлы сифаттарҙы, 2 –се төркөм – Ғабдуллаға ҡағылышлы сифаттарҙы, 3 –сө төркөм Айҙарға хас сифаттарҙы яҙып ала. (өс образға ҡылыҡһырлама биреү)
| Айҙар | Вәзир | Ғабдулла | Яҡуп |
| -Берҙән-бер ерән сәсле, һипкелле малай, -“Ҡыр кәзәһе” тигән ҡушаматы бар, -Шәп йүгерә, -Тал сыбығынан мурҙа үрә, -Моңло йырлай, -Вәғәзәһен үтәй, -12 йәш -киң күңелле -тарих менән ҡыҙыҡһына | -Йәмшлек танаулы, -Табаҡ битле, йыуан, -Ике бит алмаһы гел ҡыҙарып янып тора, -Күҙен сылт-сылт йома, -Рогатканан мәргән ата, -Кулы тәк тормай, урлашырға ярата, -Иптәштәрен перәник менән һыйларға була. -Мурҙаға йәшереп кенә балыҡ һала, -яҙыуы матур, -һыйлау йолаһын белә -батыр. | -Ыҫмала төҫлө, ҡара ҡуйы сәсле -Ҡылыс танаулы -Сандыр малай -Көслө,шәп көрәшә -башлыҡ итеп һайлана, -Гөлнурҙы үгеҙ һөҙөүҙән ҡотҡара, ләкин үҙен һөҙә -2 ҡабырғаһы , һул ҡулы һына, -Киң күңелле, | -Иң йыуаш тыңлаусан малай, -Йөкләткән эште эшләй -Иптәштәренә һүҙ тейҙермәй. -Хатты еренә еткереп уҡый, -һаҡсыл, -“Өлгө Яҡуп” тигән ҡушаматы бар, -мәргән атырға ағасбашына үрмәләргә, ҡаянан ҡаяға һикерергә, һыуҙа йөҙөргә, ишкәк ишергә өйрәнә |
- Малайҙар алдарына ниндәй маҡсат ҡуялар? Ни өсөн?
- «Өс таған»ға башлыҡты улар ниндәй һынауҙар аша һайлай?
- “Өс таған”дың ҡаҡшауына нимә сәбәпсе булды?
- Урлашыу ваҡиғаһында Ғабдулла менән Айҙар үҙҙәрен нисек тота? Был ваҡиғала уларҙың ниндәй сифаттары асыла?
- Вәзирҙең холҡонда ыңғай яҡтар бармы?
- Өсөнсө терәү итеп кемде алалар? Уның тураһында нимә белдегеҙ?
- Повесть аҙағында Вәзир ниндәй малай булып күҙ алдына баҫа?
- Вәзир характерындағы кире сифаттар беҙҙә лә булырға мөмкин. Һәр кеше үҙ холҡондағы киресифаттарҙы танып, хатаһын төҙәтергә ынтылырға тейеш. Үҙ холҡоңдағы ошондай кире яҡтарҙы бөтөрөү өсөн ни эшләргә кәрәк?
- Вәзир кеүек һынауҙарҙы еңеп сыҡҡан малайҙар, үҫкәс, тормош ауырлыҡтарын да еңә аласаҡ. Шулай итеп, автор әҫәрҙә ниндәй теманы күтәреп сыға?
- Эйе, автор мәңгелектемаға – дуҫлыҡ темаһына мөрәжәғәт итә. Ә дуҫлыҡ – ул күңел күрке, йәшәү йәме, хистәр даръяһы. Ул ауыр мәлдәрҙә, юлда, тормош ҡаршылыҡтарын үткәндә беленә, һынала. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп өйрәнәйек.
2. Ял итеү минуты. (слайд)
3. Мәҡәлдәр менән эш.
- Уҡыусылар, халҡыбыҙҙа дуҫлыҡ тураһында күп матур, аҡыллы һүҙҙәр бар – мәҡәл тиҙәр уларҙы. Әйҙәгеҙ, бөгөнгө әҫәр йөкмәткеһенә тап килгәндәрен иҫкә төшөрөп китәйек. Мин мәҡәлдең башынуҡыйым, ә һеҙ дауам итеп әйтеп ҡуйығыҙ. (слайд).
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫыңбулһын.
Яҡшы менән юлдаш булһаң, уңырһың –яман менән юлдаш булһаң,
туңырһың.
Ҡурҡаҡ дуҫ ҡыйыу дошмандан ҡурҡынысыраҡ.
Дуҫлыҡ яуҙа һынала.
-Уҡыусылар, бына күпме мәҡәлдәр бар дуҫлыҡ тураһында. Уларҙы иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.
4. Ижади эш.
Уҡытыусы.
Ә хәҙер бөгөнгө һөйләшеүҙе йомғаҡлап, беҙ ҙә бергәләп дуҫлыҡ тураһында бишюллыҡ шиғыр яҙып ҡуяйыҡ. (Синквейн яҙыу)
Дуҫлыҡ.
Ысын, тоғро.
Һынала, дәртләндерә, илһамландыра.
Дуҫлыҡтыңҡәҙеренбелегеҙ!
Көс.
- Бына беҙ ниндәй матур биш юллы шиғыр яҙҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп тағы уҡып китәйек. (слайд)
IV. Йомғаҡлау.
- Уҡыусылар, шулай итеп, бөгөн дәрестә нимәләрбелдек?
- М.Кәрим “Өстаған” повесы аша нимә әйтергә теләй? (был тормошта дуҫтарһыҙ йәшәүе ауыр, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, ауырлыҡтар килгәндә бер – береңә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡыра, дуҫ, татыу йәшәргә өндәй)
- Эйе, был повесть бөгөнгө көндә лә үҙенең идея-тематикаһы менән актуаль. Уйлап эшләмәгәнлектән күп хаталар ебәрәбеҙ. Ысын дуҫлыҡ ҡына ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй, уҡыуға дәрт бирә, һәр нәмәгә намыҫлы булырға саҡыра. Мин һеҙҙең дә киләсәктә аҡыллы, тырыш булыуығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙың ҡәҙерен белеүегеҙҙе, дуҫлыҡҡа тоғро булып ҡалыуығыҙҙы теләйем.
Өйгә эш. 1.“Дуҫлыҡ – тормош йәме” темаһына инша яҙырға.
2. Интернет селтәрен ҡулланып, М.Кәримгә арналған
фотогалерея төҙөргә.