Й2км8тке3е
Инеш 394.............................................................................................?
Ауылымды7 ете м25жиз83ен асы6лау 21т2нд8 эш. Анкета.
Ауылымды7 ете м25жиз83е
Беренсе м25жиз8 “һыуы6 6ола6” шишм83е
Икенсе м25жиз8 “6ы4ыл таш”
2с2нс2 м25жиз8 “Й84г8р ташы”
Д9ртенсе м25жиз8 “*9ли8 тауы”
Бишенсе м25жиз8 “Й24й8ш8р 6ара5астар”
Алтынсы м25жиз8 “Локомобиль”
Етенсе м25жиз8 “М2х8м8т ауылында5ы м8сет”
Йом5а6лау
6улланыл5ан 848би8т.........................................................................19
Инеш 394
Баш6ортостан- илебе4 58ж8пл8нерлек донъя инде ул. Матурлы5ы, т8би58тене7 38м хайуандар донъя3ыны7 т2рл2л2г2 й838тен8н республикабы44а ти7л8шерлек урындар Р8с8й48 3ир8ктер.
%илми –тикшерене9 эшене7 к2н948клеге.
Был ғилми – тикшеренеү эше М2х8м8т ауылыны7 тарихын 32м и1т8лекле урындарын өйрәнеү. Илде, телде,тарихты белеү өсөн ер-һыу атамаларының барыһын да – боронғоларын да, һуңғыраҡ осорҙа барлыҡҡа килгәндәрен дә бик ентекләп йыйыу кәрәк.
Башҡортостан тәбиғәте менән танышырға тип килгән кешеләргә беҙ тәбиғәт ҡомартҡыларын күрһәтеп, уларҙың быуаттар төпкөлөнән килгән тарихи исемдәрен әйтеп бирә белмәһәк, тарихын һөйләмәһәк, тарихыбыҙҙы һәм үҙ –үҙебеҙҙе һанға һуҡмау, топонимик мираҫыбыҙҙы күрәләтә юҡҡа сығарыу була. Шуға ла Башҡортостандың бер мөйөшө булған М2х8м8т ауылы халҡының тарихын өйрәнеү актуаль проблеманың өлөшө,тип иҫәпләйек. (тк8нде белм8йенс8 х84ергене 32м кил8с8кте беле9 м2мкин т9гел.
Ма6сат: тыу5ан ауылымды7 и1т8лекле урындарын 2йр2не9, улар ара3ында ете м25жиз8ле урындар4ы билд8л89.
Бурыстар:
М2х8м8т ауылы эрг83енд8ге 5848ти булма5ан урындар4ы билд8л89.
Гипотеза
М2х8м8т ауылында ауылды7 ете м25жиз83е тип й2р2т2рл2к и1т8лекле урындар бар тип фараз ит8йек.
Тикшеренеү объекты: Темаға ярашлы әҙәбиәт, аҡһаҡалдар менән әңгәмә.
Тикшерене9 предметы: М2х8м8т ауылыны7 и1т8лекле урындары.
Эҙләнеү эшенең методтары: анкета, фото, ауыл аҡһаҡалдары менән осрашыу.
Эҙләнеү эшенең практик әһәмиәте: йыйылған һәм күҙәтеү үткәрелгән материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, мәктәп музейында, дәрестәрҙә, төрлө кисәләрҙә, тикшеренеү эштәрен төҙөүҙә ҡулланырға мөмкин.
Структураһы: тикшеренеү эше инештән,төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
М2х8м8т ауылыны7 ете м25жиз83ен билд8л89. Анкета.
Мин үҙемдең күңелемдә булған яҡшы тәъҫораттарым менән уртаҡлашаһым, үҙемдең тыуып- үҫкән яғым менән таныштыраһым килә.
Ҡайһы яҡтарҙан һин?- тигән һорау бир38л8р. Мин 3ис шик3е4 5орурланып: минең Ватаным – Башҡортостан, тыуып-үҫкән ерем Белорет районыны7 М2х8м8т ауылы- тип яуап ҡайтарыр инем.
Мин ошо гөлбаксалай илдә тыуғаныма бик ғорурланам. Беҙҙең яҡ-үҙе бер ожмах бит ул. Уның матурлығын, тәбиғәт байлығын һөйләп бөтөрөрлөк түгел.
Ете – ғәжәп һан ул. Әҙәмде донъяла шул етелек уратып алған: өҫтә ете ҡат күк, аҫта ете ҡат ер, күктә ете йондоҙ, аҙнаның ете көнө, йәйғорҙоң ете төҫө, моңдоң ете өнө. Ете быуын ата – бабаны белеүҙе кәрәк һанағандар.Әкиәт батырҙары ла ете юл сатында ете башлы аждаһаны еңгәндәр, ете төн уртаһында ен – бәрейҙәрҙе ҡыйратҡандар. Ерҙе ете йоҙаҡ менән бикләгәндәр, хазинаны ете ҡат һандыҡ эсендә һаҡлағандар. Батырҙар ете тау, ете диңгеҙ гиҙгәндәр, уларҙың даны ете илгә еткән, теүәлдәр ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫкәндәр. Ысынлап та, беҙҙе ете һаны уратып алған.
Тыу5ан ауылымды7 и7 матур ер48рен билд8л8п 9тер 2с2н ауылдаштар ара3ында анкета 9тк8рер4ек.
Анкета
Х2рм8тле ауылдаштар. 3е4г8 Аб4а6 урта м8кт8бене7 икенсе класс у6ыусы Мансурова Азалия, «Ауылымды7 ете м25жиз83е» исемле 5илми тикшере9 эшен баш6арыусы3ы м2р8ж858т ит8.
Борон тарихсылар 38м с8й8х8тсел8р донъяны7 ете м25жиз83е тура3ында к9п 6ы4ы6лы 38м мауы6тыр5ыс итеп я4ып 6алдыр5андар. 3е44е7 6араш6а ауылымды7 ете м25жиз83е тип й2р2т2рл2к нинд8й урындар4ы билд8л8п 9терг8 м2мкин?
_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
(4еге4 тура3ында бер нис8 394.
Белемеге4:
- Ю5ары;
-Махсус урта белемле;
- Урта белемле;
- У6ыусы.
Й8шеге4:_____________________
М2х8м8т ауылында нис8 йыл й8ш8й3еге4? __________________________
Ауылымды7 ете м25жиз83е.
Беренсе м04жиз2. №ыуы7 7ола7 шишм23е

№1р2т 1. Һыуыҡ ҡолаҡ шишм23е
Борон-борондан башҡорт үҙенең тыуған ерендәге йылғаларын, күлдәрен, шишмәләрен ҡәҙер иткән. Һыу, һауа, ере башҡорт өсөн иң изге булып һаналған. Тыуып үҫкән төйәгендәге йылғаларына , шишмәләренә арнап йырҙар, ҡобайырҙар, легендалар ижад иткән. Халҡымдың һыуҙан оло булма, һыуҙан таҙа булма тигән әйтемдәре-быға бер дәлил.
Ауылыбыҙҙан бер аҙ ситтәрәк «Һыуыҡ ҡолаҡ” шишмәһе Әүлиә тауының итәгенән, гүйә таштарҙы ярып сығып, тыныс ҡына урғылып килеп сыға ла, ҡайҙандыр көс алғандай сығымын шәбәйтеп ҡуйы тал һәм муйыл ағастары араһына инеп юғала, һәм күп тә үтмәй Ҡыҙыл йылғаһына барып тоташа. Элек-электән ауыл халҡы уның һыуын эскән.Ул шундай һалҡын. Эсеп ебәреү менән мейегә бәргәндәй була, бөтә тәнгә рәхәтлек йүгерә. Шишмә ҡыш көнө туңмай. Самауыр-сәйнүктәргә юшкын да ултырмай.
Ауылға кемдәр генә килмәһен, Һыуыҡ ҡолаҡҡа бармайынса китмәйҙәр, көмөш тәңкәләр ырғытып, теләктәр теләп тыныс күңел менән ҡайталар.
Ололар һөйләүенсә, уның эйәһе бар тиҙәр, матур башҡорт кейемендә һылыу оҙон сәсле ҡыҙ борон әллә күпме кешегә осраған. “Ә хәҙер ниңә күренмәй икән,”- тигән һорауға, “ Һыуыҡ ҡолаҡ хәҙер йәштәрҙең күңел асыу урынына әйләнеп бара, тауыш, машиналарҙың геүләүе, ауыр музыка Һыу инәһен ҡурҡытҡандыр,”- тип яуап бирҙе Әхмәдей апа көрһөнөп. Эргәһендә « Эҙәм үтмәҫ” шырлығы бар. Кешеләр ул һаҙлыҡҡа инмәҫкә тырышалар. Ингән кеше сыға алмай аҙаплана, үҙең дә һиҙмәйенсә бер үк ерҙә өйрөлөп тик йөрөйһөң. Доғалар уҡып ҡына ул һаҙлыҡтан килеп сығалар. Хатта малдар ҙа унда инмәйҙәр
Ауылыбыҙҙың оҫталары ҡасандыр халҡымдың һыуға мөнәсәбәтенә тоғро ҡалып, Һыуыҡ ҡолаҡ тирәһен таҙартып, матур итеп ял урыны эшләнеләр.
Дәүләтов Әхмәдей апа һөйләне.
Икенсе м04жиз2. Ҡыҙыл таш

№1р2т 2. Ҡыҙыл таш
Ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта Ҡыҙыл таш маһайып ултыра. Иҫ китмәле матур урын. Уны айыуҙар ояһы тиҙәр. Ҡыҙыл таш бейек-бейек ҡаяларҙан тора, башына бик ҙур ҡыйынлыҡ менән менәһең. Ҡая баштарында бөркөт, ыласын оялары. Эргәһендә ҡалын урман, хатта унда аҙашып йөрөгән кешеләр ҙә булды. Ғәлим бабай аҙашып, өс көн тигәндә саҡ табып алып ҡайттылар. Тау аҫтынан Ҡыҙыл таш йылғаһы аға, шарлауығы ла бар.
Яҙ көндәре ауыл ирҙәре ошо тауға ағыла, сөнки бик һирәк осрай торған оҫҡон йыуаһы сыға. Ул бик файҙалы, бөтә организмды шлактарҙан таҙарта. Уны йыйып, ҡышҡылыҡҡа тоҙлап ҡуялар. Йәй көнө ауылдаштар күмәкләп сейә йыйырға баралар, сөнки сейәһе күп был тауҙың. Көҙ көнө ҡыҙарып баланы бешә. Эргәләге яландарында халыҡ бесән эшләй.
Таштарҙа ҡыҙыл лишайниктар үҫә, улар ҡыҙыл төҫ бирә лә инде, шуға Ҡыҙыл таш тип атағандар.
)с0нс0 м04жиз2. Йәҙгәр ташы

№1р2т 3. Йәҙгәр ташы
Мөхәмәт ауылынан көньяҡҡа ҡарай Әбйәлил районының Исхаҡ, Боранғол ауылдарына табан өс саҡрым үтһәң, аҡ тау-таш күренә. Ул «Йәҙгәр ташы» тип атала. Бик уникаль урын, сөнки Йәҙгәр ташы известняктан тора һәм унда карст күҙәтелә. Ә карст күбеһенсә Урал алдында таралған. Ә Йәҙгәр Урал һәм Ҡырҡты һырттары араһында , Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Известняктар йылғаның һул яры буйлап Мөхәмәт ауылына тиклем һуҙылған.
Шуныһы ҡыҙыҡ: Ҡырҡты тауҙарынан башланған Василек йылғаһы Йәҙгәр ташын тишеп сығып, Йәҙгәр йылғаһына әйләнеп, Ҡыҙылға ҡушыла. Унда элек батшалар балығы- бағыр күп булған.
Йәҙгәр ташы ҡарап тороуға ныҡ бейек булмаһа ла, түбәһенә менһәң ярты донъя күренә. Борон уның итәгендә Йәҙгәр утары булған. Аҙаҡ «Красная Башкирия» совхозының малдары тирә-яҡ мөхитте, йылғаны бысратып яттылар. 2000 йылда урындағы Күсем урмансылығы Йәҙгәр ташын тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан итте һәм уның тирә-яғын таҙартып, ял итеү урынын эшләп ҡуйҙы.

№1р2т 4. Й26г2р йыл4а3ы.
Йәҙгәр утарында Ноғман Мусиндың «Һайлап алған яҙмыш» повес ындағы сюжетына оҡшаған тарихы булған. 1914 йылдағы донъя һуғышында немецтарға әсиргә төшкән Йәҙгәр кешеһе немец ҡатынын алып ҡайта. Уны беҙҙеңсә Мәрйәм тип йөрөткәндәр. Мәрйәмдең ире Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтмай. Өйө янғас, малайы менән иң һуңғы булып Йәҙгәрҙән күсеп китә. Яҙмыштары билдәһеҙ.
«Урочище Ядгар»
Урочище - примечательный, чем-либо выделяющийся из других участок местности.
Известняк - осадочная горная порода, состоящая преимущественно из кальцита с примесями доломита, глинистых, песчаных и других частиц, белого или светло-серого цвета.
Д1ртенсе м04жиз2. Әүлиә тауы.

№1р2т 5. Әүлиә тауы
Ауылдың эргәһендә Әүлиә исемле тау бар. Уның иң ҡалҡыу урынында Әүлиә ҡәбере урынлашҡан. Таш менән уратып алынған. Әүлиә Мөхәмәттең әсәһе булған тигән фаразлау бар, белемле, уҡымышлы булған тиҙәр, шуға күрә уны данлап тауҙың иң күркәм урынына ҡуйғандар. Борон муллалар уға бағышлап аяттар уҡығандар. Һуңғы йылдарҙа ауылға килгән муллалар ҙа шунда барып зыярат ҡылып төшәләр. Ауыл әбейҙәре ҡоролоҡ йылдарында ямғыр теләп Әүлиә ҡәберенә барып теләк теләгәндәр. Сөгөн ҡомғандарға Һыуыҡ ҡолаҡтан һыу тултырып , тау башына менеп уҡынып, ҡәбергә һыу ҡойғандар. Ҡомғандарын кире ҡойо эргәһендә ҡалдырғандар. Теләктәре ҡабул булған тиҙәр ололар.
Әүлиә ҡәберенә хәҙер кеше күп йөрөй.

№1р2т 6. Әүлиә 72бере
Бишенсе м04жиз2. Йөҙйәшәр ҡарағастар.

№1р2т 7. Й06й2ш2р 7ара4астар.
Мөхәмәт ауылы эргәһендә ун өс ҡарағас ғорур баҫып тора, әйтерһең дә улар ауыл һаҡсылары. Бейеклектәре 60-70м, диаметры 1,5 м тирәһе. Яҙ етеү менән бала-саға шунда ҡарағас һағыҙын соҡойҙар. Һәр береһе кәртәләп алынған. Әрме сафтарына китеүсе егеттәр ҡарағас башына менеп флаг элеп төшәләр, был борондан ҡалған йола.
Алтынсы м04жиз2. Локомобиль.

№1р2т 8. Локомобиль-таҡта ярыу өсөн парлы котел.
1957 йылда Әүжәндән Таһиров Һаҙый Баймырҙа улы менән Мансуров Хариж Харрас улы «Зил-150» машинаһында (шоферы Нәжип) килтергәндәр. 1953 йылда машинист-локомобилистҡа айырым курс үткәндәр. Локомобилгә утын яғып эшләгәндәр. Эш принцибы паровоздыҡы кеүек булған. Шундай уҡ локомобилдәр әле лә эшләй, мәҫәлән, Бразилияла. Уны атайым телевизорҙан ҡараған.
Шул дәүерҙә таҡта ярыусы Хәлилов Зәки Мөҙәрис улы, уның менән Иҙрисова Сәриә, Таһирова Өмөгөлсөм, Мөхәмәҙиева Мөнирә, Ғүмәрова Рәсимә локомобилдә эшләгән.
Хәҙерге ваҡытта уны буяп, яңыртып ауылдың уртаһына ултыртып кәртәләп ҡуйҙылар. Килгән-киткән кеше бик ҡыҙыҡһыналар, эргәһендә фотолар төшәләр.
Етенсе м04жиз2. Мөхәмәт ауылындағы мәсет.

№1р2т 9. Мөхәмәт ауылындағы мәсет
Мөхәмәт ауылындағы мәсет 2008 йылда асылды. Ул-республикала иң матур мәсеттәрҙең береһе. Уны Мансуров Илшат эшләткән, мәсетте семәрләп Учалы районының оҫтаһы Харисов Таһир төҙөгән, ә мейесен олатайым Мансуров Наил эшләгән. Ми8ә барыһын да олатайым Мансуров Наил һөйләне, ул география уҡытыусыһы булып эшләгән, урман ҡарауылсыһы ла булып оҙон-оҙаҡ ҡына эшләгән. Мин ауылым тарихын өйрәнәсәкмен әле.
Йом4а7лау
Эшебеҙҙе йомғаҡлап, шуны билдәләйем: ауыл, уның үткән тарихын, бөгөнгөһөн белеү- барыбыҙ өсөн бик мөһим эш.
;илми –тикшерене1 эшен2н 3у8 минд2 шундай т29ораттар 7алды.
Б2л2к2й ген2 М0х2м2т ауылында ла и9т2лекле урындар бик к1п ик2н. Бе66е8 планетабы66ы8 32р бер урыны 16енс2 к1рк2м.!6е8де8 яны8да4ы м04жиз2л2р6е к1р2 белер ген2 к2р2к.
Тир2-я77а к16 3алы4ы6 32м 3е6 т2би42т тыу6ыр4ан хозурлы7ты 4ына т1гел, 2 кешел2р булдыр4ан м04жиз2л2р6е л2 к1рер3еге6.
?улланыл4ан 262би2т
Г.Г. Галимова, М.А. Кутлугаллямов, Р.Р. Магадеева Баш7ортостанды8 ете м04жиз23е.- )ф0, 2010- 208 бит.
Р.Х2лилов. А7таш- Й26г2р буй6ары.- Белорет- 2011.
1. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкирской ССР. Справочная книга. Книга вторая. – Уфа: Башк.кн.изд-во, 1991. – 192с.
19