Просмотр содержимого документа
«Ноғман Мусин. Презентация»
Ноғман МусиН
Ноғман Сөләймән улы Мусин (17 июль 1931) – башҡорт прозаигы, журналист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендаге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, әлеге ваҡытта Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Тормош юлы
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Ҡолғана ауылында ете йылллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына.
Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) Совет Башҡортостаны гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғана ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, Ағиҙел журналында – бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан Совет Башҡортостаны гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә Ағиҙел журналында бүлек мөдире, Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.
Ижады
Ноғман Мусиндың тәүге ижади аҙымдары Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында башлана. Тәүге шиғырҙары үҙе хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм әҙәби Башҡортостан журналында баҫылып сыға. Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. Минең дуҫ тигәне 1954 йылда Әҙәби Башҡортостан журналында, ҡалғандары Совет Башҡортостаны, Ленинсы гәзиттәрендә, 1956 йылда Әҙәби Башҡортостан журналында баҫылып сыға.
«Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.
Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре — «Зөһрә» повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы «Ғорурлыҡ», «Күксә урманында», «Ер биҙәге», «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Сәскәләр керпеген аса» тигән повестары баҫылып сыға. Яҙыусының төп темаһы — урман, уны һаҡлау.
1968 йылда колхоз тормошона арналған «Өҙәрем юл кешеләре» исемле роман яҙа.
« Төнгө усаҡ яҡтыһы» 1983 й.
« Еҙ ҡыңғырау» 1986 й.
« Кеше һуҡмағы» 1987 й.
« Беҙ ауылдаш малайҙар» 1968 й.
« Һинең мөхәббәтең» 1972 й.
« Аҡ юл һиңә» 1973 й.
« Ғүмерҙең бер мәле» 1979 й.
«Яҙғы ташҡындар алдынан»
(«Яралы кеше тауышы»)
«Ноғман Мусин – замана яҙыусыһы. Әҫәрҙәрендә кеше бәҫе, дәрәжәһе алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының тормошсанлығы һәм матурлығы данлана».
Роберт Байымов.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1991)
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!