СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Нурға төрөн туған ерем Башҡортостан

Нажмите, чтобы узнать подробности

Мероприятие предназначена для использования в классных часах, внеклассных мероприятиях

Просмотр содержимого документа
«Нурға төрөн туған ерем Башҡортостан»

Нурға төрөн, тыуған ерем Башҡортостан!


1-се алып барыусы. Хәйерле көн, һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Бишауыл- Уңғар мәктәбе уҡыусыларынан һәм уҡытыусыларынан һеҙгә ялҡынлы, ҡайнар сәләм.

2-се алып барыусы. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Нурға төрөн, тыуған ерем Башҡортостан!” фестивале айҡанлы әҙерләнгән эстафета тапшырыу сығышыбыҙҙы башлайбыҙ.

Башҡортостан гимны.

1-се алып барыусы. Күп милләтле Башҡортостан дәүләте быйыл республика булып ойошторолоуының 100 йыллығын билдәләй. Был ваҡиғаның башы илебеҙҙәге Граждандар һуғышының киҫкен мәлдәренә тап килә.

2-се алып барыусы. 1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында Ҡыҙыл армия яғына күскән башҡорт полктары вәкилдәре съезында Башҡортостан Ваҡытлы хөкүмәте – Хәрби- революцион комитет төҙөлә.

1-се алып барыусы. Хөкүмәт составына Әхмәтзәки Вәлидов, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Муллайән Халиҡов, Юныс Бикбов, Абдулла Әҙһәмов һәм башҡа күренекле шәхестәр ағза итеп һайлана.

2-се алып барыусы. 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Үҙәк совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡортостан Совет Автономияһы хаҡында килешеү төҙөлә. Ошонан башлана Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының тарихи йылъяҙмаһы.

1-се алып барыусы. Ошо 100 йыл эсендә Башҡортостан алдынғы ауыл хужалығы һәм промышленность төбәгенә әйләнә. Колхоз, совхоздар менән бер рәттән завод-фабрикалар ил һәм халыҡ өсөн кәрәкле тауарҙар етештереүҙә ҙур уңыштар яулай. Металлургия, машина эшләү, нефть табыу һәм нефть химияһы өлкәһендә Башҡорт АССР- ы СССР-ҙа алдынғы республикаларҙың береһенә әүерелә.

2-се алып барыусы. БАССР –ҙа төҙөлөштәр гөрләп бара, мәҙәниәт, сәнғәт үҫешә. Республиканың ауыл – ҡалаларында театрҙар, мәҙәниәт һарайҙары ишектәрен аса, гәзит-журналдар баҫтырыу, китап нәшер итеү киң ҡолас йәйә.

1-се алып барыусы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла республикабыҙ халҡы һынатмай. Фронтты ҡорал, аҙыҡ-түлек, кейем –һалым менән тәьмин итеүгә патриотик рухлы, еңеүгә ышанған Башҡортостан халҡы ҙур өлөш керетә.

2-се алып барыусы. Республикабыҙҙа 112-се, 113-сө кавалерия дивизиялары ойошторолоу ғына ла үҙе бер ҡаҙаныш. Башҡортостандан һуғышҡа киткән 261 кешенең Советтар Союзы Геройы исемен алыуы ла беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.

1-се алып барыусы. Һуғыштан һуңғы осорҙа Башҡортостан артабан үҫеш кисерә. Халыҡтың көнкүреше яҡшыра, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, телевидение тапшырыуҙары зәңгәр экрандарға сыға.

2-се алып барыусы. Йыл һайын Башҡортостан илгә 3 миллион тонна иген тапшыра. Ил күләмендәге ҡаҙаныштары өсөн республикабыҙ ике Ленин ордены, Октябрь революцияһы һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнә.

1-се алып барыусы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Үҙаллылыҡ тураһында декларация иғлан итеп, яңы осорға башланғыс һалына. Тәүге Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендә Башҡортостанда милли рух, милли үҙаң, халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге сәскә ата.

2-се алып барыусы. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайҙары, халыҡ- ара Аксаков байрамдары, милли театрҙарҙың халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивалдәре уҙғарыла. Шәжәрә байрамдары йолаға әүерелә.

1-се алып барыусы. Бөгөн Башҡортостандың ауыл- ҡалалары заманға ярашлы төҙөкләндерелә, биҙәлә. Кешеләрҙең тормош һәм йәшәү шарттары яҡшырғандан -яҡшыра.

2-се алып барыусы. Башҡортостан сит илдәр менән дә тотороҡло һәм эшлекле хеҙмәттәшлек алып бара. Республикабыҙҙың даны булған ҡорт балы, вертолеттары, авиация двигателдәре сит илдәрҙә ҙур һорау менән файҙаланыла.

1-се алып барыусы. Башҡортостан үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын имен, тыныс шарттарҙа йөҙҙән артыҡ милләт халҡының үҙ-ара дуҫлығы һәм татыулығы рухында ҡаршылай.

2-се алып барыусы. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Нурға төрөн, тыуған ерем Башҡортостан!” фестивале айҡанлы беҙҙең дә һүҙебеҙ дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек хаҡында, йырҙарыбыҙ ҙа шундай күтәренке рухта.

1-се алып барыусы. Беҙҙең сәләмдәребеҙҙе ҡабул итегеҙ, дуҫтар!


Уҙаман сыға.

Уҙаман. Ата-олатайҙар төйәккәйе,

Күгәреп тә ятҡан Уралым,

Бына һинең бейек ҡаяңда мин

Таң алдында баҫып торамын.

Сулпан йондоҙ, ихлас сәләм биреп,

Көмөш нуры менән алҡышлай,

Һары һандуғасың һайрай-һайрай,

Йөрәк йырын миңә бағышлай.

1-се уҡыусы. Ер шарының картаһына ҡараһаң яҡшы ғына,

Шул картала Башҡортостан бер япраҡ саҡлы ғына.

2-се уҡыусы. Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың бер япрағы ни бары,

Ә ҡайыны- бөйөк Рәсәй, шундай йәшел, юғары.

3-сө уҡыусы. Нисә быуат шул япраҡты ҡайындан өҙмәк булып,

Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ, утта көйҙөрмәк булып,

Нисә диңгеҙ аръяғынан ниндәй елдәр иҫмәгән,

Ниндәй йәшен уйнамаған, ниндәй ҡырау төшмәгән.

4-се уҡыусы. Шул япраҡты ашар булып, нисә төрлө ҡорт һырыған:

Ҡайһы дәүләт, ҡайһы милләт йә өммәт затлы булған.

1-се уҡыусы. Ғорур япраҡ өҙөлмәгән ғорур ҡайын-әсәнән,

Әсәһенең көсө менән, һуты менән йәшәгән.

2-се уҡыусы. Бөгөнгө яҙ килде ергә елдәр-дауылдар аша,

Ҡайындың шат япраҡтары, тыңла, нисек шаулаша!

Йыр 1.

Уҙаман. Кем инем мин, Урал, йә, кем инем?

Атылған бер шоңҡар инемме?

Йән- фарманға сапҡан саҡта, сәсәп,

Ергә ауған толпар инемме?

Кем инем мин, Урал, йә, кем инем?

Ау эсенә ҡапҡан сабаҡмы?

Әллә тамырына балта сабып,

Ҡаны тамып торған ағасмы?..

3-сө уҡыусы. Донъя картаһында ерем бер япраҡ саҡлы ғына,

Ә быуаттар төпкөлөнә ҡараһаң яҡшы ғына,

Ошо изге ерҙән уҙған нисә быуын яҙмышы,

Һауаларға ашҡан даны, һыуҙарға һеңгән һағышы.

4-се уҡыусы. Был ергә сәмле тарих ҡандар менән яҙылған,

Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе – ташҡа тамға һалынған.

1-се уҡыусы. Эйгән башты ҡылыс сапмай, тиһә лә иҫке мәҡәл,

Баш эймәгән ғорур халҡым, теҙ сүгеп йәшәмәгән.

2-се уҡыусы. Бик хәйерсе булған халҡым, тик хәйер һорашмаған,

Билгә ҡылыс таҡҡан, шуға арҡаға тоҡ аҫмаған.

3-сө уҡыусы. Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин күршегә ил баҫмаған,

Кем уға ҡорал күтәрһә, шуны яуҙа тураған,

Дошманының атын һорап, затын һорап тормаған.

4-се уҡыусы. Кисәгең дә бөгөнгөләй күңелемә яҡын минең,

Утты-һыуҙы кисеп үткән ҡаһарман халҡым минең.

Йыр 2.

Уҙаман. Иң оло һүҙ беҙҙә дуҫлыҡ бит ул,

Ни ҡәҙерле ысын дуҫлыҡтан?

Илемдәге был ҡаҡшамаҫ рухты

Алманыҡ беҙ бары бушлыҡтан.

1-се уҡыусы. Картаға ҡарап еремде бер япраҡ саҡлы тинем,

Мин хайранмын киңлегеңә, Башҡортостаным –илем.

2-се уҡыусы. Бер сигең Яйыҡ ярында, Ыҡ буйында бер сигең,

Бөркөт ҡанатын талдырыр сал тауҙарың бар һинең.

3-сө уҡыусы. Һиндә тормоштоң көрлөгө, донъялар именлеге,

Һиндә тауҙар ғорурлығы, далалар иркенлеге.

4-се уҡыусы. Һыуҙарың көмөш, тупрағың торғаны алтын һинең,

Бар хазинаңдан да ҡиммәтле бәхетле халҡың һинең.

Йыр 3.

Уҙаман. Саҡ ҡына ла ситкә юлым төшһә,

Башҡортостан, һине һағынып ҡайтам!

Ҡайҙан килә шундай һөйкөмлөлөк?

Тартыу көсө, илем, һиндә ҡайҙан?

1-се уҡыусы. Сөн ярынан алыҫтарға баҡтым, офоҡтарҙа даръя-баҫыу аҡты,

Бар тарафта донъя ниндәй яҡты, ҡан тибешем офоҡтарҙы ҡаҡты.

Барыһы ла. Башҡортостан бында башлана.

2-се уҡыусы. Туҡтап ҡалдым Яйыҡ туғайында, аҡ нур яғыла кеүек һәр ҡайындан.

Талпына ла күңелем күктә тулай, яҙ айында һабан турғайындай.

Барыһы ла. Башҡортостан бында башлана.

3-сө уҡыусы. Башҡортостан мине ҡаршы ала, ҡайтһам һыуҙар кисеп, ил урап,

Ҡабырғаһын, һыртын бора белмәй, ҡояш кеүек ҡарай туп-тура.

Барыһы ла. Башҡортостан - тыуған илгенәм.

4-се уҡыусы. Ҡырлас тауҙар иле Башҡортостан- ата-бабаларҙың баш йорто,

Баш йортҡайын яҡлап яуға сапҡан күк Уралдың ҡыйыу башҡорто.

Барыһы ла. Башҡортостан - баш йортом.

Йыр 4.

Уҙаман. Ата-бабаларҙың аманатын

Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ.

Илебеҙҙе төйәк иткәндәрҙең

Ышанысын беҙ ҙә аҡлайыҡ.

1-се уҡыусы. Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле, бар Ватанға тора күренеп,

Яҡты моңға, наҙ-һағышҡа тулы аҡ тирмәле халҡым күңеле.

2-се уҡыусы. Уйҙарыбыҙ беҙҙең бергә, юлдарыбыҙ беҙҙең бергә,

Бәхетебеҙ беркетелгән Башҡортостан тигән илгә.

3-сө уҡыусы. Ерем белә: ниндәй дуҫ килһә лә, туғанылай башҡорт ҡосҡанын.

Уралымда, дуҫлыҡ түбәһендәй, бәхет, шатлыҡ, хаҡлыҡ төйәгендәй,

Балҡый минең Башҡортостаным!

4-се уҡыусы. Башҡортостан беҙҙең азатлыҡтың, берҙәмлектең ныҡлы ҡалҡаны,

Уралдағы барлыҡ милләттәргә һин атайсал, дуҫлыҡ Ватаны!

1-се уҡыусы. Мәңге йәшә.

2-се уҡыусы. Мәңге нурлан.

3-сө уҡыусы. Сәскә ат һин.

4-се уҡыусы. Гел алға бар.

Барыһы ла. Тыуған ерем - Башҡортостан.