СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Өләсәйем һандығы" байрам сценарийы

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий праздника.Бабушкин сундучок,для средних классов.На башкирском языке

Просмотр содержимого документа
«"Өләсәйем һандығы" байрам сценарийы»

Өләсәйҙән ҡалған һандыҡ.

Гүзәл(Янында бер нисә ҡыҙ һәм малай ултыра. Бөтәһе лә һандыҡтағы әйберҙәрҙе ҡарайҙар.)

Бына ниндәй байлыҡ ҡалдырҙы миңә өләсәйем.Үҙе янына ултыртыр ҙа, һәр әйберҙең тарихын һөйләр ине.Бигерәк һағынам үҙен.

Эй, күпме ғүмер үтеп тә киткән. Былары уның йәш саҡта сиккән ҡулъяулыҡтары. Ә быныһын инде үҫкәсерәк, (таҫтамал күрһәтә) таҫтамал ҡайый торған булғандар. Был   сигелгән әйберҙәр  кейәүгә барғанда, үҙе менән алып килгән әйберҙәре.  Таҫтамалдар, карауат башына селтәрҙәр – барыһы ла бирнәгә тип әҙерләнгән.   

 Эльвина. Гүзәл, ә был балдаҡ кемдеке?

Гүзәл. Минеке.  Ул миңә ҡәртнәйемдән ҡалды –иҫтәлек. Мин уны бик ҡәҙерләп һаҡлайым. Аулаҡ өйгә йыйылғанда, шул балдаҡ менән “йөҙөк һалыш” уйнағандар Лиана“Йөҙөк һалыш .  Беҙгә лә өйрәтегеҙ әле шул уйынды.

Гүзәл. Әйҙәгеҙ, өйрәтәм. Лиана, һин устарына йөҙөк һалғандай йөрөп сыҡ. Тик бер кешенең генә усына һалаһың. Алия, ә һин ситтән генә ҡарап, кемгә һалғанын белергә тырыш. (Алия ситкә китеп ултыра).   Һеҙ устарығыҙҙы тиҙ генә йомоп ултырығыҙ. Иптәшегеҙ йөҙөк кемдә икәнен  белһә, ул кешегә яза бирәбеҙ. Йә, ултырышығыҙ. (Лиана йөҙөк һала.) Йә, әйт әле, йөҙөк кемдә?

Алия.  Йөҙөк – Ильмирала. (Йөҙөк Риназда булып сыға)

Гүзәл.  Белмәнең! Фантик бир.  (Алия фантикты бирә, ситкә күсеп ултыра, уйнамай)

Риназ ситкә барып ултыра.  Лиана тағы йөҙөк һала.

Гүзәл. Йә, ..., кемдә йөҙөк?   (Азаматҡа, Эмилға  һала.  Риназ гел дөрөҫ әйтә. Азамат менән Эмиль ситкә күсеп ултыралар.)

(Уйын шулай ике-өс фантик алғансы дауам итә)  Гүзәл. Риназ, ә хәҙер артыңа боролоп ултыр, һәр фантикка яза бирәһең. Лиана. Был фантикка ни яза? - Бейеһен. (Балалар “Шәл бәйләнем” йырын йырлайҙар. Алия бейей.) 

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, Шәлем түңәрәк түгел дә Шәлем түңәрәк түгел.

 

Ҡ у ш ы м т а:

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.  

Осоп барып һөйләшергә, Осоп барып һөйләшергә, Йәнем күбәләк түгел дә Йәнем күбәләк түгел.

 

Ҡ у ш ы м т а.

Ҡара бәрәс тиреһе лә Ҡара бәрәс тиреһе лә, Ҡама булыр тиһеңме лә Ҡама булыр тиһеңме?

 

Ҡ у ш ы м т а.

Һикереп төшөп бейегәндән, Һикереп төшөп бейегәндән Яҙыҡ булыр тиһеңме лә Яҙыҡ булыр тиһеңме?

 

Ҡ у ш ы м т а:

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә Әннә-гиҙер,әннә-гиҙер генәйем.

Лиана. Был фантикка ни яза? - Бер аяҡта һикереп килһен. (Эмиль һикереп урап сыға) Линара. Был фантикка ни наказ? - Әтәс булып ҡысҡырырға. (Азамат ултырғысҡа баҫып, әтәс булып ҡысҡыра.) (Наказ үтәлгәс кенә, һәр кем үҙ нәмәһен ала. Балалар урындарына ултырышалар.)                  Балалар Гүзәл янына   яҡыныраҡ ултыралар.

Эмиль.Гүзәл, ә тағы ниндәй уйындар уйнай торғайнығыҡ. тип һөйләй ине өләсәйең?

Гүзәл. Йырлы-бейеүле уйындарҙы күп белә торғайны ул. “Наза”, “Косилка-молотилка”, “Өслө”...  Кис етһә, уйынға сыға торғайныҡ. Шунда уйнай инек уларҙы., тип һөйләй ине  Йә булмаһа, берәйһен өйрәтәйем.

Һанашмаҡ әйтә беләһегеҙме?

Балалар. Эйе. Мин дә беләм.

Гүзәл. Йә, кем әйтә?

Риназ. Мин!  Мин! (Йүгереп тора ла бөтәһен дә һанай башлай.)

Аладан-баладан,

Бесәй йөрөй йылғанан.

Сәүкә, сыпсыҡ,

Һин ҡал, был сыҡ!

 

Ильмира, һин сыҡ!

Гүзәл. Һеҙгә “Наза” уйынын өйрәтәйем, улай булғас.  Парлап баҫығыҙ әле. Ильмираа, һин алға баҫ. Ә йыры ошолай була.

Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

Йәгеҙ, кем башлай? (Балалар парлашып сығып ҡул тотошоп торалар. Улар янына башҡалар ҙа шул рәүешле торалар һәм оҙон парҙар теҙмәһе яһайҙар. Уйын таҡмаҡтар менән оҙатыла.) Балалар  "Наза" көйөнә таҡмаҡ әйтәләр, ә Ильмира теҙелеп торған балалар араһынан береһен алып, уртанан бейеп үтәләр, ә парһыҙ ҡалған кеше алға сыға һәм ул да икенсене алып, уртанан бейеп үтә.)

Наза тигән ҡыҙ баланың

Бөрлөгәне түгелгән.

Көн дә «Наза» уйнағанға

Наза сыҡмай  күңелдән.

 

Ҡушымта: Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

 

Сума өйрәк, сума ҡаҙ,

Тәрән күлде ярата.

Мәҙинәбеҙ пар һайлай,

Белмәйем кемде ярата.

 

Ҡушымта: Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

 

Роза, Роза,

Роза – гөлдөң сәскәһе.

Хәҙерге матур тормоштоң

Күңелле киләсәге.

 

Ҡушымта: Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

 

Беҙҙең ауылдың ҡыҙҙары

Янып тора күҙҙәре.

Төҫкә матур, эшкә батыр

Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары.

  

Ҡушымта: Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

         

Сепарат әйләндерә,

Сепарат әйләндерә.,

Клубтарға килеп инһә,

Клубты йәнләндерә.

 

Ҡушымта: Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

 

            (Уйын туҡтала. Балалар барыһы ла Гүзәл янына йыйыла.)

 

Гүзәл.  Һай! Өләсәйем иҫкә төшөп китте. Күңелле инеуның менән. Йәш сағығыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ инде, балаҡайҙар, тип әйтеп ҡалдырҙы ул миңә. Күпме күңел байлығы  ҡалдырҙы.

Балалар. Рәхмәт, Гүзәл. Матур уйын өйрәттең һин беҙгә.Өләсәйеңә лә ҙур рәхмәт

 

 

 

 

 

                       



















Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!