
Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрендә
халыҡ тарихы сағылышын өйрәтеү.
Минең педагогик концепциямдың темаһы - «Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрендә халҡыбыҙ тарихы сағылышын өйрәтеү». Мине был мәсьәлә уҡытыусы булараҡ та, ябай кеше булараҡ та ҡыҙыҡһындыра, дәрестәрҙе тәрән йөкмәткеле итеп үткәрергә, әҙәби әҫәрҙе анализларға ярҙам итә.
Был осраҡта, минең фекеремсә, яҙыусы әҙәби ижадҡа тарихи шәхес һәм тарихи ваҡиға аша килә:
Тарихи ваҡиға – художестволы ваҡиға
әҙәби әҫәр
Тарихи шәхес – художестволы образ
Һуңғы ун йыллыҡта беҙҙең матбуғатта һәм нәшриәттә был йүнәлештә бик күп эшләнелә – уҡытыусыға иркенләп тарихи материалдарҙы ҡулланырға мөмкинселек бар.
Мәктәп программаһы буйынса тәҡдим ителгән әҙәби әҫәрҙәрҙең һәр ҡайһыһының нигеҙендә художестволы образ һәм художестволы ваҡиға ята. Ә инде был образдың тарихи нигеҙҙәрен эҙләү ошондай схема рәүешендә бирелә:

Әҙәби әҫәр
Х
удожестволы образ Художестволы ваҡиға
Т
арихи шәхес Тарихи ваҡиға
Документаль сығанаҡтар
Архив материалдары
Шәжәрәләр
Халыҡ ижады әҫәрҙәре
Автор фаразы
Мәҫәлән, 10- сы синыфта Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың әҙәби – ғилми – ижтимағи эшмәкәрлегенә арналған дәрестәрҙең береһе итеп «Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың сәйәси эшмәкәрлеге» темаһын алдым. Ни өсөн мин Зәки Вәлидиҙең был әҙәбиәткә әллә ни ҡағылышы булмаған тормош этабына туҡталырға булдыммы? Сөнки, беренсенән, «Хәтирәләр» әҫәрендә был этапҡа ҙур ғына иғтибар бүленә, икенсенән, 1916-1920 йылдар Башҡортостан тарихы дәрестәрендә ярайһы ғына яҡтыртылһа ла, был ваҡиғаларҙа Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың урыны, роле етерлек кимәлдә өйрәнелмәй. Шуға күрә дәрестә был шәхестең мемуарҙарынан тыш Башҡорт автономияһын төҙөү тураһындағы документтарға, положениеларға, резолюцияларға, Зәки Вәлидиҙең замандаштарының, көрәштәштәренең мәҡәләләренә таянырға тура килде.
Шулай уҡ халыҡ ижадында ла ярайһы ғына урын бирелһә лә әҙәбиәттә, тарихта, минеңсә, аҙ яҡтыртылған рус – француз яуы һәм
унда башҡорттарҙың ҡатнашыуы тураһында һөйләгән саҡта ла ошондай уҡ сығанаҡтар ҡулланыла.
Дәрестәрҙә тарихи ваҡиғаларҙың халыҡ ижадында сағылышын схема рәүешендә түбәндәгесә бирергә мөмкин:




Рус- француз һуғышы
«Ҡаһым түрә» «Ҡаһым түрә риүәйәте» «Любизар» йыры
йыры
«Рус – француз һуғышы бәйете» «Абдрахман»йыры
Тарихи шәхестәрҙе өйрәнгәндә лә ошондай схема ҡулланыу ҡулайлы, улар уҡыусыларҙа ассоциатив ҡыҙыҡһыныу уята, хәтерҙәренә нығыраҡ уйылып ҡала. Салауат Юлаевтың тормош юлы, уның тарихи шәхес булараҡ әһәмиәте тарих фәнендә ярайһы уҡ юғары кимәлдә өйрәнелгән, әҙәби жанрҙарҙа ла образы тулы итеп бирелгән. Был иһә төрлө синыфтарҙа халыҡ батырының ижадын, тормошон өйрәнеүҙә бик күп документаль сығанаҡтарға, сәнғәт әҫәрҙәренә таянырға мөмкинлек бирә. Барлыҡ мәғлүмәттәрҙе бер системаға һалып өйрәтеү күпкә уңышлыраҡ килеп сыға.
Мәҫәлән:
Проза Драматургия

«Салауаттың йәше» «Салауат»М.Кәрим
А.Баһуманов
«Юлай улы Салауат» Салауат» Б.Бикбай
М.Иҙелбаев
«Салауат» «Салауат» С.Мира сов Халыҡ ижады С.Злобин Поэзия

«Пугачев тарихы» «Салауат»
А.С.Пушкин Р.Ниғмәти
«Салауат» йыры «Салауат монологы»
З.Биишева
«Салауат бәйете» «Салауат»
Р.Ғарипов
«Салауат батыр»
риүәйәте
Салауат Юлаев
образының
әҙәбиәттә һәм сәнғәттә
сағылышы




«Салауат Юлаев «Буйһонмаҫ Фридрих-Хар
операһы ихтыяр» Тамара Нечаева Р.Ишбулатов Сосланбәк Тавасиев
« Тау бөркөтө» «Салауаттан
Музыка балеты һорау алыу» Скульптура
А.Кузнецов
«Салауаттың
йорто»
А.Тюлькин
«Салауат Юлаев» «Салауатты
кинофильмы тотоу»
А.Лежнев
Театр, кино Живопись
Әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә һәр ваҡыт бында һүҙ барған тарихи ваҡиға, тарихи шәхес тураһында белешмә биреп үтәм. Мәҫәлән:
Художестволы әҫәр | Әҙәби герой | Тарихи ваҡиға | Тарихи шәхес |
«Ете ырыу» Ғ.Хөсәйенов | Иҫке бей | Башҡортостандың Рәсәй дәүләте составына инеүе | Иҫкебей кенәз |
«Алдар батыр ҡиссаһы » | Алдар батыр | 1710-1711йылғы башҡорт ихтилалы | Алдар Иҫәкәев |
«Батырша» хикәйәте | Батырша | 1755 йылғы ихтилал | Ғабдулла Ғәлиев |
« Ҡаһым түрә риүәйәте» | Ҡаһым түрә | 1812-1814 йылдарҙағы рус – француз яуы | Ҡасим Мырҙашев |
«Башҡорттар китте һуғышҡа» | Шайморатов | 1941-1945 йылдарҙағы бөйөк Ватан һуғышы | Миңлеғәле Шайморатов |
«Тәфтиләү» йыры | Тәфтиләү | 1739 йылғы Ҡараһаҡал яуы | Алексей Тевкелев |
Теге йәки был әҙәби әҫәрҙе өйрәнгәндә :
I этап – әҫәрҙәге ваҡиғалар барған ерлеккә характеристика,
II этап – әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлау өлөшөндә образдарҙы һәм уларҙың прототиптарын барлауға иғтибар итергә кәрәк.
Мәҫәлән:
Әҙәби әҫәр | Тарихи ерлек | Образ | Прототип |
Ә.Хәкимов «Өйөрмә» | 30-сы йылдар. Башҡортостандағы һәм Рәсәйҙәге сәйәсәт | Искәндәр Мораҙымов | Ә.Хәкимовтың атаһы |
Һ.Дәүләтшина «Ырғыҙ» | 1905-1922 йылдар. Башҡортостандағы һәм Рәсәйҙәге сәйәси-ижтимағи тормош | Айбулат | Ғиләж Йомағолов |
З.Биишева «Яҡтыға» | 1911-1922 йылдар. Башҡортостандағы һәм Рәсәйҙәге сәйәси-ижтимағи тормош | Гөлйемеш | Зәйнәб Биишева |
Прототиптарҙы билдәләү:
1.Булат - Д.Юлтый
/«Ҡан»/
2.Ниязғол бай - Янғол Йомағолов
/«Ырғыҙ»/
3.Ҡунаҡ - Талха Рәсүлев
/«Урал» поэмаһы/
/«Оҙон – оҙаҡ бала саҡ»/
/«Ҡара йөҙҙәр»/
/«Шағирҙың алтын приискыһында »
Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ тарихын өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың үҙҙәрен тарихи материалдарҙы эҙләп табырға, был йүнәлештә фекерләргә өйрәтеү мөһим. Шул маҡсатты күҙ ында тотоп, белем биреү процесында тарихилыҡ принцибының тормошҡа ашырылыуы түбәндәге схемаға ярашлы рәүештә хәл ителергә мөмкин :
Дәрестәр Фәнни эҙләнеүҙәр


Дәрес – лекция Рефераттар
Дәрес - конференция Докладтар
Дәрес – диспут
Дәрес - семинар Ғилми
конференцияларҙа
сығыштар
Дәрес – осрашыу
Дәрес - сәйәхәт Тезистар
Белем биреү процесында
тарихилыҡ принцибының
тормошҡа ашырылыуы


Шәжәрә Походтар
байрамдары
Осрашыуҙар Экскурсиялар
Юбилей
кисәләре Интернетҡа
инеү
Фәнни - ғәмәли
конференциялар
Архив
Ижади материалдары
бәйгеләр менән
эш итеү
Викториналар
Синыфтан тыш Эҙәрмәнлек
саралар
Уҡытыу – ижади процесс. Был процеста ике герой – уҡытыусы һәм уҡыусы ҡатнаша. Әҙәби әҫәр аша уҡыусыға йоғонто яһала, тәрбиә бирелә.
Йөкмәтке


У
ҡытыусы Уҡыусы
1) Маҡсат ҡуя 1) Уҡый
2) Ойоштора 2) Эҙләнә
3) Йүнәлеш бирә 3) Ижади эш башҡара
Һөҙөмтә:
Уҡыусы
- Рухи яҡтан байый
- Логик фекерләү ҡеүәһе, телмәре үҫешә
Башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрендә
халыҡ тарихы сағылышын өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын формалаштырыуҙа
һүҙлектәр менән эшләү
Хәйерле көн, хөрмәтле жюри һәм коллегалар!
Бөгөнгө көндә башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та өйрәнеүсе уҡыусылар алдында башҡорт телендә уҡырға, яҙырға, аралашырға һәм фекерләргә өйрәнеү бурысы тора. Бының өсөн уларға тейешле шарттар ҙа булдырылған: һәр уҡыусының телде белеү-белмәү кимәленә ҡарап, башҡорт телен өйрәнеү төркөмдәре бар, был төркөмдәргә яраҡлы уҡыу әсбаптары, программалар, методик ҡулланмалар эшләнгән. Шулай ҙа һәр бер телде өйрәнгәндә өйрәнеүсе иң беренсе һүҙлектәргә мөрәжәғәт итә. Әйтергә кәрәк, дәреслектәрҙең башланғыс синыф уҡыусыларына тәғәйенләнгәне уҡыусыларҙың лексик һүҙлек запасын формалаштырыуға йүнәлтелә, урта һәм юғары синыфтарҙа был һүҙлек запасы тулыландырыла бара. Башланғыс синыф дәреслектәрендә һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн Усманова, Ғәбитова дәреслектәренең элекке баҫмаларында ғына дәреслектең аҙағында һүҙлек бирелә.
Шулай итеп, мин оҫталыҡ дәресемде уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын формалаштырыуҙа һүҙлектәр менән эшләүгә арнайым. Һеҙҙең иғтибарығыҙға Толомбаев, Дәүләтшина авторлығындағы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенән “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тексын тәҡдим итәм. Беҙ ошо текст өҫтөндә эшләгәндә һүҙлектәрҙе ҡулланыу, улар буйынса эш алымдарын ҡарап китәсәкбеҙ.
Текст менән таныштырыу. (Слайдтар)
Текст өҫтөндә эште ойошторғанда мин уҡыусыларыма иң беренсе тәржемә эшенән башлайым. Тәржемә эшен башҡарып сығыу өсөн миңә ошондай һүҙлектәр ярҙамға килә:
- Аҙнағолов Р.Ғ. Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге. Өфө, 1993.
-Хажин В.И. Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса кеҫә һүҙлеге, Өфө, 2000.
-Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. Русско-башкирский учебный словарь. Уфа, 2001.
-Усманова М.Ғ. , Саяхова Л.Г, Киньягулова З.И. Башкирско-русский, русско-башкирский учебный словарь, Уфа, 2006.
- Усманова Н.Г. Башкирско-русский и русско-башкирский словарь, башкирско-русский разговорник. Уфа, 2006.
- Хисаметдинова Ф.Г., Муратова Р.Т. Русско башкирский, башкирско-русский словарь. Уфа, 2006.. (слайдтар)
Бер уҡыусыға тәүге абзацты тәржемә итергә тәҡдим итәм. (уҡый,тәржемә итә) (Пещера Шульганташ расположена в прекрасном уголке природы Башкортостана – в Бурзянском районе вдоль реки Агидель. Башкиры давно знали о существовании большой пещеры на этом месте. Однако никому не было известно о тайнах, хранившихся внутри пещеры)
3. Әйтергә кәрәк, рус теленә тәржемә итеү – телде өйрәнә башлаған уҡыусылар өсөн, сөнки улар өсөн башҡорт теле сит тел булып тора. Телде белгәнерәк балалар өсөн һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеп тороу кәрәк түгел, улар өсөн “Аңлатмалы һүҙлек” ярҙамға килә. (Мәмерйә - 58-се бит. Ер аҫтында барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡ. Сер – 70-се бит )
Эш биреү:
4. Өҫтәлмә рәүештә, дәрестең маҡсаттарына ярашлы ошондай эш төрҙәре тәҡдим итәм. Топонимдар һүҙлеге. Текста осраған яңғыҙлыҡ исемдәр нимә аңлатҡанын беләсәкбеҙ. (Шүлгәнташ, 225стр., Ағиҙел, 23-стр)
5. Башҡорт исемдәре һүҙлеге (Урал, 82-се б., Бөрйән, 28-се б).
6. Синонимдар һүҙлеге менән эш. (гүзәл, 124-се б., ҙур, 66-сы б.)(антоним, омоним)
7. Тексты тәржемә иткәндә уҡыусылар ҡайһы бер һүҙҙәрҙең рус теленән тәржемәһеҙ ҡалыуын күрәләр. Мин уларға телдең лексик байлығы үҙләштерелгән һүҙҙәр иҫәбенә тулылана. Һүҙҙәрҙең рус теленән, шулай уҡ ғәрәп, фарсы телдәренән дә үҙләштерелә. (ғалим, 51-се б., мәмерйә, 118, тәбиғәт, 158-се б., сер, һүрәт һ.б.)
8. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең рус теленә тәржемәһе, эквиваленты булмай. Һүҙ – ул тел берәмеге булыуҙан бигерәк, ошо телдә һөйләшкән халыҡтың мәҙәниәте, тарихы хаҡында мәғлүмәт биреүсе лә. Телде өйрәнеүҙә мәҙәни аспекттың мөһимлеге хаҡында күп кенә ғалимдар яҙа. (Мәҫәлән, Рафаил Ғәйнетдинович хеҙмәттәре)
Был осраҡта этнокультура һүҙлектәре ярҙамға килә: (Бөрйән 26-сы б.)
9. Бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ бер нисә телде өйрәнеүен иҫәпкә алып беҙ башҡорт теленән инглиз теленә тәржемә итеү эштәрен дә башҡарабыҙ. (икенсе абзац)
10. Уҡыусылар өсөн электрон һүҙлектәр менән дә эшләү ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, был һүҙлектәрҙе улар өйҙәрендәге компьютерҙарына ҡуйып та үҙ аллы эшләй алалар. Электрон һүҙлеккә түбәндәге биш һүҙлек ингән:
- Русса-башҡортса һүҙек
-Хәҙерге башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге
-Башҡортса-русса һүҙлек
-Орфография һүҙлеге
-Дөйөм һүҙлек
(Өсөнсө абзацты тәржемә итеү)
11. Бер телдән икенсе телгә тәржемә иткәндә, әлбиттә, уҡыусылар өсөн фразеологизмдарҙы, мәҡәл-әйтемдәрҙе тәржемә итеүе ауырлыҡ тыуҙыра. Был осраҡта “Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге”н ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ уҡыусылар тематик принципҡа ҡоролған иллюстратив һүҙлектәр менән, орфография һүҙлеге, академик һүҙлектәр менән дә эшләйҙәр. Әҙәби терминдарҙың электрон һүҙлеге лә уҡыусылар менән эште ойошторғанда эффектлы. (халыҡ ижады)
Һүҙлектәр күп төрлө. Уларҙы ҡасан, нисек, ни маҡсаттан сығып ҡулланыуҙы уҡытыусы үҙе хәл итә. Шулай ҙа һүҙлектәрҙе ҡулланыуҙа бер нисә төп мәсьәлә бар:
уҡытыусы һүҙлектәр буйынса эште алдан уйлап, ҙур әҙерлек менән үткәрергә тейеш;
һүҙлектәрҙең етерлек данала булыуы мөһим
һүҙлектәр менән эш коммуникатив һәм кумулятив функцияны үтәп килә.
Өҫтәп әйтер инем: һүҙлектәр менән эшләү уҡыусыларҙың тел байлығын формалаштырыуға, үҫтереүгә йүнәлтелә. Уҡыусыларҙың үҙҙәренең дә һүҙлек дәфтәрҙәрен булдырып, унда өйрәнелгән һүҙҙәрҙе яҙып барыу кәрәк. Башланғыс синыф уҡыусылары һүҙҙәрҙең һүрәтен дә төшөрөп иҫтәрендә яҡшы ҡалдыра. Һәр бер темаға ярашлы үҙем эшләп туплаған иллюстрациялар, һүрәттәр һүҙҙәрҙе өйрәнгәндә еңеллек тыуҙыра. (слайдтар)
Шулай уҡ, “Аҡбуҙат” журналы ла беҙгә ҙур ярҙамға килә. Мәҫәлән, һүрәттәр урынына һүҙҙәр ҡуйып яҙыу, тел биҫтәһе рубрикаһы, Мин башҡорт са өйрәнәм, Инглизсә өйрәнәйек әле, Туған телем – башҡорт теле рубрикаларында сыҡҡан материалдар дәрестәрҙә ҡулланыла.
Һүҙҙәрҙе өйрәнең күп осраҡта тематик блоктар менән бирелә, ҙур бер тема өйрәнелеп бөткәс, һүҙлек зачеты, диктанттары үткәрелә. Эш тәжрибәмдән сығып, һүҙлек төҙөүселәргә шундайыраҡ тәҡдимдәремде индерер инем:
Һүҙлекте конкрет дәреслектәргә төҙөргә һәм актив, пассив ҡулланылышлы һүҙҙәрҙе күрһәтергә
Һүҙлекте һәр бер текстан һуң бирергә кәрәк тип уйлайым
Грамматик һүҙлектәрҙе мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләп, һүҙҙәрҙе грамматик формала биреү эште күпкә еңелләштерер ине. Сөнки уҡыусылар һүҙҙең нигеҙен табыуҙа, бигерәк тә, ҡылымдарҙың нигеҙен табыуҙа ҙур ауырлыҡ кисерә.
Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын формалаштырыуҙа
һүҙлектәр менән эшләү
Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға Штейнберг системаһын ҡулланып үткәрелгән “ Йыл миҙгелдәре” темаһына дәрес өлгөһөн тәҡдим итәм. Уҡтар менән эшләйбеҙ.
Беренсе уғыбыҙ: Ҡыш. Нияз Сәлимовтың “Хәтерһеҙ Ҡыш бабай” шиғыры өҫтөндә эш. Тыныш билдәләре төшөрөлөп ҡалдырыла. Ҡуйып сығабыҙ(нөктә, өтөр, өндәү) тураһында төшөнсә бирәбеҙ.
Хәтерһеҙ Ҡыш бабай.
Һаумы, ҡар! Һин булмағас,
Ҡыш та килмәй йонсотто.
Әллә инде Ҡыш бабай
Беҙҙең яҡты онотто?
Икенсе уғыбыҙ: Яҙ. Текст өҫтөндә эш. Хәмәтдинованың “Тамсы менән Тамсыҡай” әкиәтенән өҙөк уҡыйбыҙ.
Мин - Тамсы. Бик бейектән һикерҙем бында. Өй башынан.
Мин дә! Мин дә! – тип улар эргәһенә башҡа тамсылар һикереште.
Бер ерҙә күңелһеҙ. Әйҙә, берәй ергә китәйек,- тип өндәште Тамсыҡай иптәштәренә һәм улар йырлай-йырлай алға йүгерҙеләр.
Бына яй ғына ағып ятҡан йылғаға ҡушылдылар.
Беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тип һораны Тамсы йылғанан.
Диңгеҙгә.
Был эштән һуң тамсының тамыуын, күләүеккә әйләнеүен, гөрләүек булып йүгереүен, йылғаға ҡушылыуҙарын, ә йылғаның диңгеҙгә ҡойоуын һүрәт итеп төшөрәбеҙ. Тамсылар йыйылып нимә барлыҡҡа килде? Диңгеҙ.
“Тамсынан диңгеҙ йыйыла” мәҡәләһе.
Артабан өсөнсө уғыбыҙ - КӨҘ, бында мин һеҙгә һүҙҙәр таратып бирәм, ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр йәки һөйләмдәр төҙөргә. Уҡып сығабыҙ.
Көҙ. Ағастар. Үләндәр. Тирә-яҡ. Ҡоштар. (Ижади эш: дауамын яҙырға)
Киләһе уғыбыҙ – Йәй миҙгелен күҙ алдына килтерегеҙ, нисек итеп һүрәт төшөрөр инегеҙ? һеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙҙар ята, мин ҡулым менән ишара бирәм эшләй башлайбыҙ икенсе ишараны ишеткәс тә эшегеҙҙе күршегеҙгә тапшыраһығыҙ, улар эшләй, эшегеҙ кире үҙегеҙгә килеп еткәнсе шулай эшләйбеҙ. Буталмаһын өсөн исемдәрегеҙҙе яҙығыҙ. Йыр ҙа ҡуям тыңлап ултырығыҙ бәлки башҡарыусыһын әйтерһегеҙ.
Ә хәҙер эштәр таратам. Мәҡәлдәр, һынамыштар яҙырға.
Хәтерҙәребеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле. Хәҙер мин һеҙгә шиғырҙарҙан өҙөктәр уҡыйым, ә һеҙ миңә авторын, исемен әйтеп ҡарағыҙ.
Йыл миҙгелдәренең билдәләрен белдек. Ә бына беҙ уҡыусыларҙан ошо миҙгел һиңә оҡшаймы, ни өсөн оҡшай тип һорайбыҙ мин һеҙгәлә ошондай һорау биргем килә. Һеҙ үҙегеҙҙе ниндәй миҙгел миҙгел менән сағыштырыр инегеҙ? Ни өсөн?
Шулай итеп, йыл миҙгелдәренең һәр береһенең үҙенсәлектәре бар. Кешеләр бер-береһенә оҡшамаған кеүек, миҙгелдәр ҙә оҡшамаған.
“ Йыл миҙгелдәре”
Тема: Һүрәтләү сараларын телмәрҙә ҡулланыу.
Маҡсат: Һүрәтләү сараларын телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү буйынса күнегеү төрҙәрен күрһәтеү.
Дәрес барышы.
Уҡыусыларҙы мәктәптә фекерҙәрен матур, бай телмәр менән тыңлаусыға еткерергә өйрәтергә тейешбеҙ. Ә телмәрҙең йөкмәткеһен образлы итеп асыусы алымдар – һүрәтләү саралары. Улар бик күп төрлө, иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек:
А) ассоциатив һүрәтләү саралары: сағыштырыу, метафора, аллегория, йәнләндереү, метонимия, синекдоха, перифраз, эвфемизм, ирония, гипербола, гротеск, литота, эпитет;
Б) Лексик саралар: синоним, антоним, омоним, һүҙ уйнатыу, архаизм, неологизм, варваризм, диалектизм, профессионализм;
В) Фигуралар: анафора, эпифора, эпанастрофа, рәдиф, рефрен, ҡушымта, лейтмотив, градация, тавтология, йәнәшәлек, инверсия, асиндетон, уй йомоу, көтөлмәгәнлек эффекты, бер яҡлы диалог, антитеза, оксиморон, парадокс, софизм, алогизм, риторик һорау, риторик өндәшеү;
Поэтик фонетика: аллитерация, ассонанс, өн эйәртеме.
I. ассоциатив һүрәтләү саралары – һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәһенә нигеҙләнгән һүрәтләү саралары.
1) Иң беренсе сиратта уҡыусылар уларҙы әҫәрҙә күрә һәм айыра белергә тейештәр. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә бер нисәһен табып ҡарайыҡ:
сағыштырыу – бер әйберҙе, кешене йәки күренеште икенсе бер әйберҙең сифаты һәм үҙенсәлеге менән һынландырыу.
Миҫал:
Бормаланып – бормаланып,
Ҡурай моңолай,
Ағаһың һин алыҫтарға,
Мәңгегә тынмай. (Рәми Ғарипов).
Йәнләндереү – тере заттарға хас булған эш-хәрәкәтте, сифатты, уй-тойғоларҙы тәбиғәт күренештәренә, йәнһеҙ әйберҙәргә йәки абстракт төшөнсәләргә күсереү.
Миҫал:
Муллыҡ аңҡый тыуған ерҙә,
Шатлыҡ йәйгән ҡанатын,
Данда үтә хеҙмәт көнө,
Нурға сума ҡара төн. (Х. Кәрим).
Гөлназ һылыуым! Ҡуштирәккә түгел, ер ситенә барырға ла әҙермен мин, һин әйтһәң! Улай тип әйтмәнем, әлбиттә, Гөлназға... (Ш. Биҡҡол).
2) Шулай уҡ ошондай күнегеүҙәр тәҡдим итергә мөмкин:
аҡ йомшаҡ ҡар (мамыҡ кеүек, яңы һауылған, күбекләнеп торған һөт кеүек...)
бите ҡыҙарҙы (бите ҡыҙарып бешкән алма кеүек булды, помидор кеүек булды...)
гөл (гөл ҡыуана, моңһоулана, ҡайғыра...)
ҡояш (көлә, йылмая...)
ағастар (йоҡлай, уяна...)
II. Лексик саралар – тура мәғәнәһендә ҡулланылған, әҫәргә шиғриәт өҫтәүсе һүҙҙәр. Лексик саралар менән төркөмдәргә бүленеп эшләү отошлораҡ. Антонимдарҙы ғына алайыҡ:
парлап ҡапма-ҡаршы антонимдар әйтешеү,
ҡайһы төркөм күберәк антонимдар таба,
антонимдар менән һөйләмдәр төҙөү (парлап),
антонимдар менән мәҡәлдәр табып яҙыу,
һөйләмдәге һүҙҙәрҙе антонимдары менән алмаштырыу (төнөн бик һыуыҡ булды. Көндөҙ бик һыуыҡ булды. Төнөн бик эҫе булды.)
III. Фигуралар – һүҙҙәрҙең фразаға һәм һөйләмгә ойошоу үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән һүрәтләү саралары. Мәҫәлән:
Инверсия – һүҙҙәрҙең һөйләмдәге ғәҙәти тәртибенән ситләшеү.
Антитеза – бер үк һөйләм эсендәге һ-ҙҙәр бер-береһенә ҡаршы ҡуйыла.
Был осрашыу ике йәш күңелдә
Иң матур һәм ауыр таң булған.
Матур – сөнки улар осрашҡандар,
Ауыр – улар мәңге айырылғандар. (Ғ. Сәләм).
Инверсияға ҡоролған әҫәрҙәр бигерәк тә һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен үҙләштереүҙә ҡулайлы. Бындай һөйләмдәрҙе табып, ундағы һүҙҙәр тәртибен дөрөҫләү уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай, сөнки һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ тәртиптә ҡулланмау ҡала мөхитендә үҫкән балаларҙың “ауырыуы” ул.
IV. Поэтик фонетика - өндәр гармонияһына ҡоролған һүрәтләү саралары.
Ассонанс – бер төрлө өндәрҙең йыш ҡабатланып килеүе.
Асыла ҡарҙан туғайҙар,
Асыла ҡырҙар ҡарҙан.
Йыр һуҙалар буҙ турғайҙар,
Йылғалар аша ярҙан. (Ш. Биҡҡол).
Поэтик фонетика мәктәп программаларында юҡ. Ләкин шиғриәт менән ҡыҙыҡһыныусылар уларҙы белергә тейештәр, сөнки шиғыр матур яңғырауыҡлы булырға тейеш, ә бының өсөн аһәңлелек - өндәр гармонияһының булыуы мотлаҡ. Күнегеү формаһында бер үк хәрефкә башланған һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйларға тәҡдим итергә мөмкин. (Һаҙый һарыҡтарға һалам һалғанда һәнәгенең һабын һындырған).
Йомғаҡлау. Һүрәтләү саралары уҡыусыларҙың телмәрен байытыуҙа бик ҙур әһәмиәткә эйә.
Һүрәтләү сараларын
телмәрҙә ҡулланыу.