СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Открытый урок Факиһа Туғыҙбаева

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, Башҡортостанға, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү. 

Просмотр содержимого документа
«Открытый урок Факиһа Туғыҙбаева»

Дәрестең маҡсаты. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, Башҡортостанға, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу. Шағирәнең портреты, китаптарынан күргәҙмә, “Аҡбуҙат” журналының яңы һандары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары, картаһы, Телевизор ЖК, ноутбок.


Дәрес барышы.

I. Ойоштороу моменты:

1. Өй эшен тикшереү:

Уҡыусылар, өйҙә һеҙгә Рәшит Назаровтың “Бәхет” исемле шиғырын тасуири итеп уҡып килергә ине. Әйҙәгеҙ шиғырҙы тасуири итеп уҡып сығайыҡ. (Ике уҡыусынан уҡытыла).


  1. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны яңғырай.

  • Уҡыусылар беҙ хәҙер һеҙҙең менән көй тыңлайбыҙ. Ә һеҙ уйлап ултырығыҙ, был ниндәй көй икәнен. (яңғырай)

  • Уҡыусылар, беҙ әле ниндәй көй тыңланык!

  • Эйе, афарин уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнын тыңланыҡ.

  • Уҡыусылар, гимндың һүҙҙәрен һәм көйөн кемдәр яҙғанын беләһегеҙме?

  • Эйе, һүҙҙәрен Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр, ә көйөн Фәрит Иҙрисов. Бына экранда беҙ уларҙың портреттарын күрәбеҙ.

  • Уҡыусылар, ни өсөн беҙ бөгөнгө дәресте Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимыны менән башлап ебәрҙек тип уйлайһығыҙ?

  • Эйе, афарин, бөгөн дәрестә беҙ уҡыусылар Башҡортостан тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

  • Уҡыусылар, һеҙ Башҡортостандың нимәләрен беләһегеҙ?

(Уҡыусылар Башҡортостандың дәүләт символдары, президенты һ.б. хаҡында һөйләүҙәре мөмкин).

  • Ә Беҙҙең Башҡортостан нимәләре менән бай республика?

Яуап: Күп милләтле халҡы, тәбиғәте (йылғалары, күлдәре, урмандары, тауҙары һ.б.), арҙаҡлы шәхестәре менән бай.

  • Уҡыусылар, ә һеҙ үҙегеҙ Башҡортостан тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ?

  • Башҡортостан тураһында шағирҙар бик күп шиғырҙар яҙғандар, һанай китһәң улар бик күп. ( Республикам минең Башҡортостан! Тигән китап күрһәтелә) Мәҫәлән, шуларҙың бер нисәһеү (слайдта)

(Уҡыусылар үҙҙәре белгән бер нисә шиғыр һөйләп ишеттерәләр.)

  1. Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә Башҡортостан, тыуған еребеҙ тураһында әңгәмәләшербеҙ һәм ошо Башҡортостаныбыҙ тураһында яҙған шағирә Ф.Туғыҙбаеваның “Эй яҙмышым минең” тигән шиғыры менән танышасакбыҙ. Беҙҙең яҙыусыларыбыҙ тарафынан Башҡортостан тураһында бик күп хикәйәләр, романдар, поэмалар, шиғырҙар ижад ителгән. Шағирә Ф.Туғыҙбаеваның «Эй яҙмышым минең» тигән шиғыры- шундай әҫәрҙәрҙең береһе. Ә хәҙер уҡыусылар дәфтәрегеҙгә бөгөнгө числоны, теманы матур итеп яҙып ҡуябыҙ. Шиғырҙы уҡыр алдынан мин һеҙҙе шағирәнең тормош юлы һәм ижады менән бер аҙ таныштырып үтәйем, ә һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырабыҙ. Әгәр ҙә һорауҙарығыҙ булһа, һорарһығыҙ.

Факиһа Туғыҙбаева 1950 йылдың 1 ғинуарында Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. Был ауылдың Хәким һәм Ғабдулла Ғиләжевтәр кеүек арҙаҡлы шәхестәре бар. Ауылындағы урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1972 йылдан ул республикабыҙҙың балалар матбуғатында: “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзите, “Пионер” (“Аманат”) журналы редакцияларында эшләй. Ул һеҙ яратып уҡыған «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире булып эшләй. Ул үҙе үк ошо баҫманы ойоштороусы ла. Уның «Мәк яланы», «Яңы күлдәк», «Күҙ ҡараһы», «Сәғәт моңо», «Фатихамды һеҙгә бирәм» тигән китаптары бар. 1995 йылда шағирәгә “Фатихамды һеҙгә бирәм” тигән шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. (Һөйләү барышында шағирәнең китаптарын, «Аҡбуҙат» журналының бер нисә һанын, картанан тыуған ауылын күрһәтәм.)

Ф. Туғыҙбаеваның ижадын, шағирә булараҡ булмышын аңлатҡан түбәндәге шиғыр менән танышып китәйек. “Дәрәжәм минең – башҡорт”

  • Уҡыусылар, был шиғырҙа автор нимә әйтергә теләгән? Шағирәнең тағы ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?

Ә хәҙер уҡыусылар беҙ бергәләп Ф. Туғыҙбаеваның шиғыры менән танышайыҡ. Мин шиғырҙы уҡыйым, ә һеҙ, уҡыусылар, “Шиғыр ни өсөн «Эй яҙмышым минең» тип атала?” тигән һорауға яуап әҙерләп ултырығыҙ. (Шиғырҙы уҡыу.)

Мин шиғырҙы уҡығанда нимәләр күҙ алдығыҙға баҫты? Ни өсөн шиғыр шулай атала? (Яуаптар.)

  1. Һүҙлек эше.

  • Беҙ шиғырҙы уҡығанда, шиғырҙағы ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламауығыҙ мөмкин. Әйҙәгеҙ, мәғәнәләрен бергәләп асыҡлап сығайыҡ (Слайдта күрһәтелә):

әүерелергә - әйләнергә (превращаться)

яҙмышым – тормошом (судьба)

ҡырғын – яу, бола (резня, бойня)

йәншишмә - әкиәттәге тереклек шишмәһе

хәләл – көс түгеп, хеҙмәт менән табылған

Афарин, уҡыусылар. Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙе аңлатҡан мәғәнәләре менән дәфтәргә матур итеп күсереп алабыҙ.

3. Һүҙлектә дәфтәргә күсереп яҙыу


4. Физ минутка

5. Үҙаллы уҡыу. Шиғырҙы уҡыусылар хәҙер үҙ аллы уҡып сығабыҙ.

- Уҡыған саҡта, уҡыусылар, шиғырҙың айышына төшөнөргә тырышығыҙ. Шиғырҙы нисә бүлеккә бүлергә мөмкин?

(Уҡыусыларға шыбырлап уҡырға ҡушыла)

  • Шиғырҙы, уҡыусылар, нисә бүлеккә бүлдегеҙ?

  • Эйе уҡыусылар, был шиғырҙы дүрт бүлеккә бүлергә мөмкин .

- Хәҙер, әйҙәгеҙ әле, шиғырҙы бүлекләп уҡыйыҡ һәм һәр бүлек өҫтөндә эшләйек.

Беренсе бүлек. (1-се уҡыусы уҡый)

- Ни өсөн Ф.Туғыҙбаева: «Һине аңлау өсөн далаларың кеүек киң күңелле, йылғаларың кеүек моң-һағышлы… булыу кәрәк»,- ти. Ошо юлдар аша һеҙ Башҡортостанды ниндәй итеп күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙ? Башҡортостанды аңлау өсөн кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

(Яуаптар.) (Башҡортостаныбыҙҙы аңлау өсөн киң күңелле, моңло, серле булырға кәрәк. Бөтә был сифаттар һәр башҡортта булырға тейеш. Тыуған иленә, тәбиғәтенә яҡын кеше генә үҙ ерен, төйәген яратасаҡ, хөрмәт итәсәк.)

Икенсе бүлек. (2-се уҡыусы уҡый.)

- Һеҙ был юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Шағирә кемдәрҙе күҙ уңында тота?

- Ҡараһаҡал, Батырша, Кинйә Арыҫланов, Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин һ.б.

- Улар ни өсөн көрәшкәндәр?

- Ерем, илем тип көрәшкәндәр.

- Ни өсөн шағирә Урал батыр образын файҙалана?

- Урал батыр – үлемһеҙлек образы. Ул тере һыу таба һәм халыҡты, тәбиғәтте үлемһеҙлектән ҡотҡара. Тимәк, Урал батыр халҡы өсөн үҙенең ғүмерен йәлләмәй. Беҙҙең, бик күп батырҙарыбыҙ. Урал батыр кеүек, Тыуған илем, тыуған ерем, тыуған телем, халҡым тип көрәшкән.

- Үҙебеҙҙең райондан сыҡҡан шәхестәрҙе, яҙыусыларҙы беләһегеҙме?

- Самат Ғәбиҙуллин, Инсур Йәһүҙҙин, Таңһылыу Ҡарамышева, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Айһылыу Ғариффуллина, Әхмәт Сөләймәнов, Мөхтәр Сәғитов һ.б.

Өсөнсө бүлек. (3-сө уҡыусы уҡый)

- «Йырҙарыңды ергә күмһәләр ҙә, ҡурай булып сәскә атҡан йырың»,-тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

- Халыҡты ҡырып ҡына халыҡтың хәтерен бөтөрөп булмай. Һәр болаға, һәр восстаниеға ҡарата халыҡ йырҙар ижад иткән. Йырҙарҙа халыҡтың зары, яҙмышы сағылған, һәм ул йырҙар кешеләр араһында киң таралған, бөгөнгә тиклем килеп еткән.

- Уҡыусылар, һеҙ ниндәй халыҡ йырҙарын беләһегеҙ? Исемдәрен һанап сығығыҙ. («Урал», «Илсе Ғайса», «Буранбай»)

- «Телкәйеңде ҡырҡып алһалар ҙа, үткерлеге уның ҡылысында»,- ти шағирә. Ни өсөн шулай ти ул? Кемде күҙ уңында тота. (Бында шағирә С.Юлаевты күҙ уңында тота. С.Юлаевтың телен ҡырҡып алһалар ҙа, йыраҡҡа мәңгелек каторгаға ебәрһәләр ҙә, халыҡ уны онотмай, һағынып, йырҙар, ҡобайырҙар ижад иткән һәм итә.)

Дүртенсе бүлек. (4-се уҡыусы уҡый.)

- Был бүлекте уҡығанда һеҙгә ниндәй һүҙҙәр, ниндәй юлдар бигерәк тә тәьҫир итте һәм ни өсөн? (Яуаптар)

- Ни өсөн шағирә: «Уттан сыҡҡан өсөн һәр бер һүҙең балҡый яҡты йөҙөң»,-ти? (Шағирә һәр кемде иле, теле, ере өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшергә саҡыра. Һәр кеше үҙ иленең ысын гражданы, патриоты булырға тейеш.)

- Ә һеҙ, уҡыусылар, Тыуған илебеҙ шаулап, гөрләп үҫһен, сәскә атһын өсөн ни эшләргә тейешһегеҙ?

- Эйе, яҡшы уҡырға, мәктәпте тамамлағас, яратҡан һөнәр һайлап, Тыуған илгә, халыҡҡа хеҙмәт итергә тейешбеҙ.

- Һәр кем дә шулай уйлап эш итһә, еребеҙ ҙә, телебеҙ ҙә юғалмаҫ.

  1. Йомғаҡлау.

Йомғаҡлау: Уҡыусылар, бөгөн беҙ дәрестә ниндәй шиғыр менән таныштыҡ? Шиғыр ни өсөн “Эй яҙмышым минең” тип аталды? Нимәләр тураһында һөйләштек? Маҡсатыбыҙға ирештекме? (Яуаптар)

Беҙ был дәрестә Башҡортостан, уның иҫ киткес бай тәбиғәте, эшһөйәр халҡы тураһында һөйләштек, арҙаҡлы шәхестәрен иҫкә алдыҡ. Ә инде республикабыҙҙың киләсәге, яҙмышы һеҙҙең ҡулда.

  1. Өйгә эш.

«Башҡортостан» дың киләсәген уҡыусылар һеҙ нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ икән. Шул турала үҙ фекерегеҙҙе яҙып килегеҙ.


7




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!